1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө! Һәр ғаиләлә сабый тауышы тыңмаһын, ел дауылдар урап үтһен, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә насип итһен!
Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;
Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ;
Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ;
Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ;
Ғаилә - ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт;
Ғаилә - ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт;
Ғаилә - ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт;
Ғаилә - ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт;
Ғаилә - ул бәлә , беренсе аҙымдар;
Ғаилә - ул байрам, күңелле сығымдар;
Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар;
Ғаилә - ул бер фән, күп төрлө ҡараштар;
Ғаилә - ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк;
Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: VO74PkCnuVQ
Фотола Хәсәновтар ғаиләһе. Рафиҡ Баймаҡ егете, ә ҡатыны - Ишембай һылыуы. Улар бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Икеһе лә Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрында эшләй.