+24 °С
Ямғыр


ТЕЛӘК
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
Эй, Раббым, Аллам! Һин – ғаләмдә хужабыҙ,
Тик Һиңә генә ялбарып, беҙ ҡулдарҙы һуҙабыҙ.
Барлыҡ маҡтау-рәхмәтебеҙ Һиңә генә,
– Һинең ҡөҙрәт менән йәнгә иман инә.
Һин – шәфҡәтле, миһырбанлы, мәрхәмәтле, –
Шөкөр тибеҙ биргәнеңә, беҙ – рәхмәтле.
Эй, Раббым, гонаһтарҙы ярлыҡай күр,
Халҡыбыҙға сәләмәтлек, сабырлыҡ бир!
Хәләл булһын тапҡаныбыҙ, ҡапҡаныбыҙ,
Көфөрлөктән азат булһын уй-аңыбыҙ.
Һәр ҡолоңа насип әйлә донъя йәмен.
Теләгебеҙ ҡабул булһын,
Раббым! Амин.
Салауат Әбүзәр.