Әҙәби бит
19 Февраль 2023, 03:35

Сәсрәп китһен донъяһы!

«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип, Ҡатын бөгөн йоҡланы. Иртән һыйырын һауманы, Хатта көтөү ҡыуманы...

Сәсрәп китһен донъяһы!Сәсрәп китһен донъяһы!
Сәсрәп китһен донъяһы!

«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип,

Ҡатын бөгөн йоҡланы.

Иртән һыйырын һауманы,

Хатта көтөү ҡыуманы.

 

Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар

Баҡырышты, туланы.

Туғыҙҙа торған иренә

Ҡайнар сәй ҙә булманы.

 

Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне,

Йыйылманы йорт-ҡура.

Хатта бахыр тауыҡтар ҙа

Ас килеш бикле тора.

 

Ахрызаман еткән өйҙә:

Киткән кеүек йорт ҡото.

Ғүмергә бер тәүге тапҡыр

Йоҡо туйҙырған ҡатын.

 

Гөлнур Ҡыуатова

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас