

ФӘРҒӘТ Ғәлин һәм Лена Шәйәхмәтова
Ғәҙәти булмаған көн
Юмореска
Таң менән ауыл халҡын йоҡонан һандуғастарҙың сут-сут килеп һайрауы түгел, еңел машиналарҙың туҡтауһыҙ сигнал биреүе уятты.
Машиналар шундай талапсан итеп пипелдәй, ирекһеҙҙән һәр кем тәҙрәнән тышҡа күҙ һалырға, кәрәкме-кәрәкмәйме урамға сығырға мәжбүр. Сөнки кешеләр ихата алдында күренмәйенсә ул сигналдар туҡталмаясаҡ. Ауыл халҡы был күренешкә күнегеп тә бөткән инде: таң менән алыпһатарҙар килеп еткән икән, тимәк, бөгөн ауылда пенсия таратыласаҡ. Теге машиналы һатыусылар ҡайҙан белеп, ишетеп өлгөрәләр тиң әле, пенсия таратыусыларҙан да алда килеп етәләр.
Машиналар эргәһендә сират теҙелә. Йәнә лә бер сират урта йәштәрҙәге пенсионер апайҙың йорто алдында барлыҡҡа килеүенә иғтибар итеп, шул яҡҡа йүнәләм. Барһам бында барыһы ла йыйылып өлгөргән. Ана, оста йәшәгән Әсмә менән Мәҙинә ла бында, улар пенсия алмайҙар бит, шулай булғас, пенсия таратмайҙар, ә икенсе берәй нәмәлер.
Һай, ана, хаструш Рәхимгә ни ҡалған инде! Ә бынауы оҙон ҡолаҡ Сәлмәне таң менән кеше араһында ни эшләй....
Ысынлап та, ни тип йыйылған халыҡ....
Арттағыларҙан һораған инем:
- Бер ҙә белмәйбеҙ, кеше сират баҫҡас, беҙ ҙә торабыҙ, - тиҙәр.
Алдараҡ бәлки беләләрҙер тип, алға үттем, кешеләр үткәрмәй, сиратыңа баҫ, ҡайҙа ашығаһың, тиҙәр. Ә мин белеп ҡалдым, бында торған халыҡ үҙе лә белмәй ни көткәнен, шуға батырайып былай тинем:
- Иптәштәр, ауылдаштар үткәрегеҙ мине алға, мине көтәләр бит унда, мин машина янына барып етмәйенсә бер нимә лә булмаясаҡ тим....
Халыҡ шундук икегә айырылып мине алға үткәрәләр.
Машина янына барып еттем, ә унда буласаҡ ауыл депутаты һүҙ тота икән, тик уның микрофоны ватыҡ булып сыҡҡан, шуға һөйләгән хәбәрен бер кем дә ишетмәй.
Мин буласаҡ депутатҡа яҡын барҙы да:
- Теләйһегеҙме ошо халыҡ барыһы ла һеҙҙең өсөн тауыш бирһен? - тием.
- Әлбиттә!!! - ти теге.
Мин:
- Улай икән. Мин һеҙгә ярҙам итәм, тик мин әйткән һәр һүҙҙе ҡеүәтләп тороғоҙ тинем.
Микрофонды рәтләп алдым да:
- Хөрмәтле ауылдаштар! Ошо Фәлән Фәләнович иптәш беҙҙең депутат булам ти. Бөгөн барығыҙға ла күстәнәстәр килтергән, аҡсалата ла ярҙам булыр ти, яйлап ҡына үҙ сиратығыҙ менән килегеҙ, - тинем.
Депутат ағайҙың күҙҙәре шарҙай булды, ә бер ни эшләй алмай, әйткән һүҙ атҡан уҡ.
Буласаҡ депутат ағай нисек был хәлдән сыҡҡандыр, миңә уныһы билдәһеҙ, сөнки мин әйтер һүҙемде әйтем дә, депутат иҫенә килгәнсе тиҙ генә шылдым был сираттан..😉