Әҙәби бит
16 Февраль 2023, 08:00

ДИУАНА

- Диуана ауыл ҡапҡаһында! - тип бер малайҙың һыҙғырып, әсе тауыш менән ҡысҡырыуы булды, шул арала ике тиҫтәгә яҡын бала-саға йыйылып та өлгөрҙө. Беҙ, ҡыҙҙар, малайҙарҙан ҡалышмай ауыл осона йүгерҙек. Эҫе июнь айы булһа ла, ике аяғына ике төрлө галушлы быйма, өҫтөнә ҡалын бишмәт, башына ҡолаҡсындары йыртылып бөткән, йылы кәпәс кейгән, биленә бысранып аҡ төҫтәге ҡарайып бөткән таҫтамал менән быуған, арҡаһына тоҡ аҫҡан, биленә ҡоромланып бөткән ҡомған таҡҡан кеше ауыл урамына килеп инде. Беҙ, бала-саға, уның артынан эйәреп:- Диуана, диуана, икмәк бирһәк ҡыуана, - тип һамаҡлай - һамаҡлай артынан эйәрҙек...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әнүзә Мәжитова - Аскарова.

ДИУАНА (Хикәйә)

Бөтә нәмәне лә алдан белеп, алдан күрә бит ул ошо шуҡ малайҙар.
- Диуана ауыл ҡапҡаһында! - тип бер малайҙың һыҙғырып, әсе тауыш менән ҡысҡырыуы булды, шул арала ике тиҫтәгә яҡын бала-саға йыйылып та өлгөрҙө. Беҙ, ҡыҙҙар
, малайҙарҙан ҡалышмай ауыл осона йүгерҙек. Эҫе июнь айы булһа ла, ике аяғына ике төрлө галушлы быйма, өҫтөнә ҡалын бишмәт, башына ҡолаҡсындары йыртылып бөткән, йылы кәпәс кейгән, биленә бысранып аҡ төҫтәге ҡарайып бөткән таҫтамал менән быуған, арҡаһына тоҡ аҫҡан, биленә ҡоромланып бөткән ҡомған таҡҡан кеше ауыл урамына килеп инде. Беҙ, бала-саға, уның артынан эйәреп:
- Диуана, диуана, икмәк бирһәк ҡыуана, - тип һамаҡлай - һамаҡлай артынан эйәрҙек.

Икмәк, тип һамаҡлаһаҡ та, үҙебеҙ тамаҡ туйғансы икмәк ашағаныбыҙ юҡ.

Өләсәйем: “Улар бит беҙҙең һымаҡ кешеләр, тик ғәриптәр, Хоҙай Тәғәлә тарафынан шулай яратылғандар. Уларҙы рәнйетергә ярамай”, - тип гел тыҡып тора. Бөгөн өләсәйемдең һүҙҙәре бөтөнләй онотолды. Беҙ, ҡыҙҙар ҙа, малайҙарҙан ҡалышмай ҡысҡырабыҙ:

- Диуана, диуана!..

Диуанабыҙ беҙгә иғтибар итмәй юлын дауам итә. Артына әйләнеп, ҡапыл баҫтыра тип, үҙебеҙ һаҡ ҡыланабыҙ.
Ауыл урамынан йылына әллә нисә диуана үтеп тора. Ҡайһылары ҡулдарындағы таяҡтарын болғап беҙҙе баҫтыра, ҡайһылары ҡулдары менән себен ҡыуған һымаҡ сәбәләнәләр ҙә юлдарын дауам итәләр. Баҫтыра башлаһалар шуҡ малайҙар таш ырғыта. Ә бөгөнгө диуанабыҙ беҙгә иғтибар итмәй атлай.
Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәгәс, беҙҙең дә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ кәмене. Икенсе уйынға әүрәп, арманһыҙ булып, арып өйгә ҡайтһам, үҙ күҙемә үҙем ышанманым , диуана беҙҙә сәй эсеп ултыра.
Өләсәйем:
Әллә ҡайҙа йөрөйһең, уйынға әүрәп тамаҡты ла онотаһың . Ҡасим олатаң менән күреш тә, ултырып сәй эс, - тине.
Көтөлмәгән хәлгә аптырап, сығып китмәксе инем, өйгә инеп килеүсе атайыма барып
төртөлдөм. Өҫтәл артына ултырып, бер сынаяҡ сәй эстемдә, икенсе бүлмәгә сыҡтым.
Диуана бик оҙаҡ итеп сәй эсте. Доға ҡылды. Өләсәйем:
-Эңер төшөп килә, Ҡасим, бөгөнгә беҙҙә йоҡларға ҡал , мунса төшөрһөң, - тип өгөтләне. Ул:
-Күрше ауылға барам, бәлки, шундаларҙыр",- тип сығып китте.

Атайым саҡырылмаған ҡунаҡты оҙатып инде лә кире сәй табынына ултырҙы.
- Эй бахыр, бисараҡай. Нисәмә йылдар инде ошолай ауылдан-ауылға йөрөп балаларын эҙләй, - тип һүҙен башланы өләсәй.
Атайымдың һынаулы ҡарашын тойоп, һүҙен дауам итте:
- Барыһына ла ошо ҡороп киткән һуғыш ғәйепле. Минең ауылдашым ул Ҡасим. Өй аша ғына йәшәнеләр, атайымдар менән гел генә аралашып торҙолар. Минән ун йәшкә кесе Ҡасимдың бөтә ғүмере күҙ алдымда үтте. Тормошҡа сығып ошо ауылға килен булып төшһәм дә, ауылдар яҡын бит, уның тураһында гел хәбәрҙар булдым. Эшкә әрһеҙ булып үҫте Ҡасим. Атаһының уң ҡулы булды. Бәһлеүән кәүҙәле егет булып үҫте . Һабан туйҙарында бил бирмәҫ көрәшсе булды. Танау аҫтына еҫ инә башлағас, күрше ауыл ҡыҙы Зөләйхаға ғашиҡ булды. Береһе өсөн береһе яралған йәрҙәр инеләр улар. Ике яҡтың да ата-әсәләре балаларының мөхәббәттәренә ҡаршы килмәне. Көҙ көнө ҡоҙа булышып, бер аҙна ҡыҙ яғында, бер аҙна егет яғында ҡунаҡ булдылар , йәштәрҙе өйләндерҙеләр. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Йәштәр , ата-әсәләренең ярҙамы менән яңы өй һалып сыҡтылар. Ҡыуанышып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...

Ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Совхозда тракторист булып эшләгән Ҡасимды һуғыштың тәүге көндәрендә үк военкоматҡа саҡырттылар. Һуғышҡа киткәнендә Зөләйхаһы менән айырыла алмай ыҙаланы. Береһенән - береһе бәләкәй дүрт балаһын һөйөп туя алманы. Ире ултырған машина артынан Зөләйха оҙаҡ йүгереп барҙы. Нимәгәлер эләгеп йығылғайны, былайҙа йәне әрнеп барған Ҡасим машинанан һикереп төшөп, ҡатынын торғоҙоп ҡосаҡланы ла кире йүгерҙе.
Эээй... ул ваҡыттар... Мәңге онотолмай төшкә инә. Ҡасимдан һирәкләп хаттар килеп торҙо. Атайымдарға барғанда Зөләйха : Апай, тип яҡын күреп, иренең хатын уҡытыр ине. Ҡасимдың ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Зөләйханың әсәһе һуғыш башланғансы үк мәрхүмә булғайны. Атаһы үҙе кеше көнлө. Зөләйха бишкә ярылһа ярылды, фермала ла эшләргә өлгөрҙө. Бәләкәй балаларын, атаһын тәрбиәләне , бер бөртөк һыйырының ағын аш итте. Һуғыш йылы шул тиклем дезертирҙар күбәйҙе. Һуғыштан ҡасып ятыусылар инде. Бер буран көндө Зөләйханың аҙбарҙары яңы быҙауларға торған һыйырын һуйып, итен алып киткәндәр. Һыйырҙың тиреһе, йөнләнеп бөткән үле быҙауы ғына ятып ҡалған. Бахыр Зөләйха ер тырнап иланы. Ауыл халҡы хәленән килгәнсе ярҙам итеп ҡараны ла ул, халыҡ үҙе ас. Ҡышты көс хәл менән сыҡтылар. . Ҡар аҫтында ҡалған ағыулы бойҙай ашап, Зөләйха, атаһы, бер улы үлеп ҡалды. Ҡалған өс баланы сельсовет юллап балалар йортона ебәрҙе. Ҡасимдан да оҙаҡ хат булмай торҙо. Хат килгәстә, ғаиләһенең хәлен белгертеп сельсовет секретары хат ебәргәйне. Ҡасим әллә нисә тапҡыр яраланған, һуңғы яраһы бигерәк тә ҡурҡыныс, башында булған. Һуғыш бөтөп, ярты йыл үткәс кенә ҡайта алды тыуған еренә ул. Ҡулдары, башы ҡалтырап торған Ҡасимға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Көн дә ҡатыны ҡәберенә зыяратҡа барып ултырҙы. Ашатһалар ашаны, һүҙ ҡушмаһалар, бер нөктәгә төбәлеп тик ултырыр ине. Ауыл халҡы кәңәшләшеп, Ҡасимдың балаларын юллап, балалар йортона барғайны. Балаларҙы ҡайҙалыр оҙатҡан булып сыҡтылар. Бер ниндәй ҙә документ та юҡ, бер кем дә белмәй. Балалар йортонда эвакуацияға килеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр, һуғыш бөтөү менән, тыуған яҡтарына таралышып ҡайтып бөткәндәр. Ваҡыты менән яңылышып киткән Ҡасимды әллә нисә тапҡыр госпиталгә һалып ҡаранылар, ҡасып ҡайтты. Ғәриптәр йортона тапшырғайны лар, унан да ҡасты. Эҙләп тә йөрөмәнеләр, ил тулы ғәриптәр. Ҡайҙан һәр береһен эҙләп бөтһөндәр инде.

Ҡасим балаларын эҙләп ил гиҙҙе. Ауырымаған сағында һин дә мин, ауырыһа, ныҡ яңылыша. Әле бына ауырымаған сағы. Йөҙ саҡрымдағы ауылда балалар йортонан алынған балалар йәшәй, тип әйткәндәр ҙә шунда китеп бара. Бахыр изге йән, таба аламы юҡмы инде балаларын, тапһа, бәлки ауырыуы ла бөтөр ине, барыһына ла ошо һуғыш ғәйепле", - тип һүҙен бөтөрҙө өләсәйем. Шым ғына килеп ингән әсәйем ишек яңағына башын ҡуйып тауышһыҙ илай ине.

Шул хәлдән һуң ауыл аша нисәмә диуана үтте. Үсекләшеп йөрөмәнем, өләсәйемдән икмәк киҫәге һорап алып, уларға бирер инем. Уларға гел Ҡасим олатай түгелме икән, тип ҡараным.

Бер нисә йылдар үткәс, Ҡасим олатай үлем түшәгендә ятҡан өләсәйемдең хәлен белергә килде. Эргәһендә бәһлеүән кәүҙәле ир һәм олатайҙың еңенә йәбешкән бәләкәй генә малай ҙа бар ине...

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:0dmQFkBzCnU

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас