Әҙәби бит
16 Февраль 2023, 14:35

Ағым һыу юлын таба

- Ә-ә, ней,.. Лилиә ҡәйенһеңлем, был ҡасаныраҡ булғайны?- Август урталарында.- Улааай, әсәйеңдәр беләме?- Юҡ. Һин беренсе белдең.- Баланы алдыр тинеме ней теге егет?- Улай тип әйтмәне...- Ул турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, ишетәһеңме!? Уйлама ла хатта, йәме..Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ағым һыу юлын таба. Гөлйемеш Хажиева

- Еңгә, можно с тобой поговорить?
Бойоҡ ҡына тауыш менән өндәшкән бикәсем Лилиәнең йөҙөнә ҡарағас, һөйләшеүҙең ябай булмаҫын аңланым.
- - Эйе, Лилиә, һөйлә, -тим.
Ул тынып ҡалды. Янымдағы ултырғысҡа терәлеп, ҡарашымды уға төбәнем. Күл ҡамышындай оҙон, ҡуйы керпектәре ҡарағаттай ҡара күҙҙәрен ҡаплап, аҫҡа төбәлгән. Ҡуңыр сәстәр бөҙрәләнеп, иңдәренә таралған. Зифа буйына килешеп торған зәңгәр джинсыһының кеҫәһенә ҡулдары бер инеп, бер сығалар. – Тыңлайым, бикәс, нимә булды? – тим тыныс булырға тырышып.
- – Еңгә,... ней, һин һәр ваҡыт мине аңлап, кәңәштәреңде бирәһең. Тағы һиңә килдем инде... Әҙерәк тынып торғас, ҡыйыулығын йыйып, әйтеп ҡуйҙы.
- Мин бер егетте яратам.
Ауылға ҡартаталарына каникулдарҙа ғына ҡайтып йөрөгән ҡала ҡыҙының гел русса һөйләшеүенә күнегелгән. Хәбәрен башҡортса дауам итеүенә аптыраһам да, артабан бүлдермәй генә тыңларға булдым.
– Уның исеме Борис. Күрше ауылдыҡы.
- Урыҫ егете меней?
- Башҡорт ул, исемен шулай ҡушҡандар. Шул... ней, мин уны яратам. Ул да мине... ярата ... тип ышанғайным...
Тауышы нескәреп, һөйләүҙән туҡтаны. Илап ебәрмәҫкә тырышып, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотто, матур күҙҙәрҙә йәштәре килеп сығып, тулышып йылтырашып торҙолар ҙа бите буйлап аҡтылар.
– Эйе, яратам, тине, ышандым. Хәҙер, миңә әле өйләнергә иртәрәк, тей. Лилиәнең иңдәре ҡалтырай, усы менән ауыҙын ябып, ул шым ғына илай. Ә мин ишеткәндәремдән шаңҡып та, был баланы ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатырға, ниндәй кәңәш бирергә белмәй аптырап та, ултыра бирәм. «Иң саф хистәре аяҡ аҫтына һалып тапалған йәш бала терәк эҙләп башҡа берәүгә түгел, һиңә төбәп килгән. Ул һиндә үҙенең серен сисерлек кәңәшсеһен күрә, тимәк. Ә һин таш бағана шикелле ҡатып ултыраһың, иҫәр» - тип үҙемде эстән генә әрләйем. Ҡапыл тороп китеп, сәйнүккә һыу һалырға тотондом, плитаға ҡайнатырға ҡуйғас,
- Сәй эсербеҙ, Лилиә, ултыр әле әйҙә, - тим.
- Рәхмәт, еңгә. Миңә бит бөгөн юлға. Ялдар үтте, иртәгә уҡырға.
Уның был һүҙҙәре үҙемде ҡулға алырға этәргес булдылар. Мин телемә беренсе килгән һорауҙы бирҙем.
- Ә-ә, ней,.. Лилиә ҡәйенһеңлем, был ҡасаныраҡ булғайны?
- Август урталарында.
- Улааай, әсәйеңдәр беләме?
- Юҡ. Һин беренсе белдең.
- Баланы алдыр тинеме ней теге егет?
- Улай тип әйтмәне...
- Ул турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, ишетәһеңме!? Уйлама ла хатта, йәме..
-Улайтып уйламайым да ул, еңгә.Тик әле бына бөгөнгөһө... ҡыйын. Нишләргә миңә? Саҡ беренсе курстамын, бала менән уҡып бөтөрә алмаясаҡмын мин. Шунан..., атайыма нисек итеп аңлатырмын, ул мине өйҙән ҡыуып ҡына сығарасаҡ. Әсәйем яҡлашһа ла, беҙҙә аҙаҡҡы һүҙ гел атайымдыҡы була.
- Туҡта әле, Лилиә. Улайтып, алдан бөтәһен уйлап ҡайғырмай тор. Бәлки киреһенсә булыр. Бына уйла әле, атайыңдарға әйттең, ти. Ә улар үҙ сиратында Бористың ата- әсәһе менән һөйләшеп, эште ыңғай хәл итерҙәр. Теләһәң, атайыңдар менән үҙем һөйләшәм. Юҡ, Фәрит абзыйың менән икәүләп һөйләшәбеҙ.
Мин башыма бер-бер артлы килгән, үҙемә ҡалһа, бик яҡшы фекерҙәремде әйтеп ҡалырға тырышҡандай, шәп итеп һөйләй башлайым. Лилиә ҡыҙарған күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртөп, танауын таҙартып алды ла, миңә туп -тура ҡарап, үкһеп- ярһып былай тине:
- Юҡ! Боря мине алмаясаҡ. Ул быны миңә бик яҡшы аңлатты. Шуның өсөн мин башҡаса инәлеп тә йөрөмәйем. Мин башҡа кешегә кейәүгә сығасаҡмын! Ул кеше мине яратам тип артымдан эт кеүек эйәреп йөрөй.. Эйе!.. Һәм барыбер бәхетле буласаҡмын, мына күрерһеҙ!
- Ҡуй әле, бикәс, ярһыма. Һиңә саҡ 18. Бөтә ғүмерең алда. Ниңә ашығырға!? Тыуҙыр бәпесеңде, бер аҙ үҫә төшһөн. Кейәүгә барырһың. Уҡырға ла бер ҡасан да һуң түгел. Йән биргәнгә йүн бирермен тигән бит. Ҡайнаға ла улай уҫал ҡыланмаҫ, ҡабул итер ейәнен. Атайҙар бит улар балаһының балаһына иреп китә торған. Ысын! Бына Фәрит абзыйың үҙенең...
- Рәхмәт, еңгә. Мине тыңлағаның, аңлағаның өсөн... Китәйем инде мин. Һау бул! Абзыйыма сәләм.
- Хә.. хәйерле юл ... Лилиә.
Мин асҡан ауыҙымды ябырға ла онотоп, ултырып ҡалдым.
***
«Мына, бер сәләм хаты” Фәрит инеп, өҫтәлгә зәңгәр конверт һалды. Яңы гәзиттәр ҡараштырған иремә күҙ ташлап, тышында Лилиәнең исем фамилияһы яҙылған хатты астым. Уның эсенән туйға саҡырыу ҡағыҙы килеп сыҡты. Пар аҡҡоштар төшөрөлгән открыткаға күҙ йүгертәм. «Һеҙҙе, шунса көнгә, шуныңса сәғәткә беҙҙең туй тантанаһына саҡырабыҙ. Лилиә һәм Расих” тигән.
-Беҙҙе туйға саҡыралар бит, Фәрит.
- Ниндәй туйға? Ҡасан?
- Мына уҡы. Октябрь башына тигән...
Яҙыуға күҙ йүгерткәс «Ғәзим абзыйым бер ҙә һөйләнмәгәйне, бәлки, килендәшең менән һөйләшкән булғанһығыҙҙыр, әйтмәнеме берәй нәмә?»- ти.
- Ул-был һиҙелмәне...
Фәрит миңә ышанып бөтмәгән кеүек. Кухнялағы ваҡ-төйәк эштәр менән булышып, уға арҡам менән боролам.
-Ул ниткән сюрприз икән? Андый эште ағай –эне менән һөйләшеп эшләй торғайныҡ.
Өндәшмәйем. Үҙем белгән тиклемен уңа һөйләргәме икән әллә?? Ҡуй, кеше серен кешегә һөйләү ярамаҫ, хәләл ирем булһа ла.. Бының нимәгә килтереүен бер хоҙай ғына белә. Икенсенән, туй көнө билдәләнгән. Туғандарҙың шатлығын һәм мәшәҡәттәрен туған булараҡ уртаҡлашыуҙан башҡа беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ? Ҡулдарым ҡалаҡтар йыуа, ә башымда нишләптер Фәрит әйткән һүҙ бутала «сюрприз, сюрприз»

***
- Түрҙән уҙығыҙ, әйҙүк-әйҙүк! Фәрит көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙы.
- Шәпмеһегеҙ, нихәлдә Расих кейәү. Ҡаршыларына барып сәләмләйем.
- Уҙығыҙ түрҙән. Бик маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, ашым да бешкән, ҡоймаҡтарҙы ла майлап ҡына тора инем, йәтеш килдегеҙ әле.
Кейәү менән ҡуш ҡуллап күрешкәс, «өҫтәлеңде әҙерләй һал, Әнисә, ҙур ҡунаҡ килгән бит беҙгә», ти ирем, бәләкәсте күҙ уңында тотоп. Үҙе ҡәҙерле йомғаҡты һеңлеһенең ҡулынан алып, ипләп кенә диванға һала. «Бәхетленең ҡунағы бергә» ти, Рамазан улым да бөгөн генә ҡайтҡайны. Гаражда машинаһын ҡараштыралыр. Бергәләп аш ашауы күңелле ул»
Табын ултыртҡан арала йәштәргә күҙ һалам. Тәү ҡарашҡа бәхетлеләр былай. Бер-береһенә йылмайышып күҙ ташлайҙар. Лилиә баланың йүргәктәрен асып ҡуйҙы. Уныһы иркенлекте һиҙеп, ҡул-аяҡтарын яҙып ебәреп, рәхәтләнеп тороп кирелә. Әсәһенең янында икәнен тойоп, йылмая. Расих кейәү ҙә балаға эйелеп, исеме менән өндәшә. Уфф.. еңел һулап ҡуйҙым да үҙ эшемде ҡараным. «Ярай. Мына бит, яйланған бит бары ла... аҡҡан һыуҙарға ҡараа, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, ағым һыу юлын табаа..» Яратҡан йырымды көйләй -көйләй аш бүләм. – Әйҙәгеҙ өҫтәлгә, аш әҙер. Атаһы, Рамазанға ла өндәш! - тим. Янымда Лилиә бөтөрөлә, миңә ярҙамлаша. Кәйефе яҡшы. Тыштан ингән улым менән ҡосаҡлашып күрешәләр ике туғандар. Донъя хәлдәрен, бала-саға, ейәндәрҙең ҡыҙыҡтарын һөйләп, көлөшә-көлөшә күңелле итеп ашап алғас, ирҙәр тышҡа үҙ эштәре менән йүнәлде. Беҙ Лилиә менән баланы ла алып залға сығып ултырҙыҡ. Бикәсем малайын имеҙә.
- Уҡыуың барамы, Лилиә?
-Ташланым, еңгә.. маташып ҡараным, булманы. Расих эшенән бушамай, әсәйемә ҡалдыра алмайым, имгәс, йәл Рәмис. Әй, уҡырмын әле..
-Ғәзим ҡайнаға нисек һуң?
-Атайым Рәмис тип үлеп бара ул, Әнисә еңгә. Ярата ныҡ. Килһә ҡулынан да төшөрмәй.
-Шулай ғына була күрһен, бикәскәйем. Ә һин ҡурҡҡайның. Расих нисек һуң? Баланы сит итмәйме?
-Сит итмәйме тип ни... Лилиәнең йөҙө үҙгәрҙе. Күҙҙәрен минән йәшереп, ситкә ҡараны.
-Әллә әйтмәнеңме?
-Юҡ.. Ул Рәмисте үҙенеке тип уйлай.
Мин телһеҙ ҡалдым. Әҙерәк үҙемә килгәс
-Әй, йөрәккәйем, әйтергә ине, алдашмаҫҡа ине.. Алдаҡтан башланған тормош һиңә бәхет килтерер микән? Ай-һай..
- Әйтә алманым мин уға, еңгә, ҡурҡтым! Бер нисек тә телем әйләнмәне! Күргәйнең бит, туйҙа Расих эскеләп ултырҙы. Мин уны тыйманым да. Миңә шулай уңайлыраҡ ине.
- Ә атайыңдар? Беләме?
- Юҡ.
Беҙ тынып ҡалдыҡ.Ул танауын мыш-мыш тартып, күҙ йәштәрен һөрттө. Мин йотлоғоп әсәһенең күкрәгенән шифалы һөт һурған сабыйға ҡараным.

- Туҡ- туҡ- туҡ! – Дыҡ – дыҡ!
- Фәрит, ишек шаҡый кемдер.
- Юҡтыр ҙа кит, ел бит ул. Бер аҙ ятҡас тауыш ҡабатлана.
- -Кем булыр икән төн йөҙөндә... Сығып ишекте асты, мин тороп ут ҡабыҙҙым, сәғәт төнгө уникене күрһәтә. Тыштан эйәртешеп ингән кешеләрҙе танырға тырышам. Ғинуар һыуығының ап-аҡ боҫо ишек төбөнән таралғас, ҡаршымда Расих кейәүҙе күрҙем. Бер туған ҡустыһы һәм еҙнәһе лә бар.
- Ниндәй елдәр ташланы? Үтегеҙ. Башымда ҡайнашҡан һорауҙарға иғтибар итмәй, сәйнүкте ут өҫтөнә ҡуйҙым.
- Еңгә, асыуланма инде, йәме. Йөҙөмә араҡы еҫе килеп бәрелде.
- Нишләп асыуланһындар тей! Ҡоҙалар үҙебеҙҙеке! Мирауай! Шулай бит, ҡоҙағый! –ти еҙнәһе. Кеҫәһенән бер яртыһын алып, шап итеп өҫтәлгә ултырта. Мин йылмайған булам. Был осраҡта урынлымы икән минең ҡунаҡсыллығым, әлегә әйтә алмайым. Шулай ҙа өҫтәлгә тәғәм теҙәм. Ә үҙем хәләлемә ҡарайым. Уның йөҙө тыныс, ҡарашы ышаныслы.
- Ярай, әсәһе, нимәң бар шунда, ҡуй. Егеттәрҙең һөйләшеп ултыраһы килгәндер. Өҫтәлгә ҡуйылған шешәне ипләп кенә иҙәнгә төшөрөп ҡуйҙым. «Икмәктән дә оло түгел әле» тим. Кейәүҙең ҡустыһы аптыраңҡырап ҡарай миңә. Табын әҙерләп бөткәс, йоҡо бүлмәһенә йүнәләм.
- Еңгә беҙҙең менән ултырмаймы ней? –ти Расих миңә тишерҙәй ҡарап.
- Юҡ-юҡ, рәхмәт, иртүк тораһым бар, үҙегеҙ генә, - тим.
- Еңгә, туҡтале, һиңә әйтәһе һүҙем бар ине.
- Әйт, Расих кейәү.
- Тик, бында түгел. Абзый, асыуланма йәме, - ти Фәриткә. Мин залға индем, артымдан Расих үтте.
- Йә, ней әйтергә ине, кейәү?
- Ней, Әнисә еңгә, - ул ярым бышылдауға күсте. Мин уның ауыҙынан килгән уҡшытҡыс еҫкә түҙергә тырышып, уға текләйем.
- Һин бит белгәнһең... Минең хәҙер әйткән һүҙемә аптырамаҫһың тип уйлайым. Лилиә бөтәһенә ҡарағанда ла һине нығыраҡ ихтирам итә. «Һәр ваҡыт урынлы кәңәштәре менән ярҙам итте» - ти. Воот.., шунан тағы ней..
Был бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙән мин әлегә бер нимә лә аңламайым. Ул бер ни тиклем уйланып торғандай булғас, дауам итә. – Мин бит унан биш йәшкә ҙурыраҡ та. Ул мине иҫәргә һанай, бер нимә лә аңламай тип уйлай. Тәүге төнөбөҙҙә лә мин улай уҡ иҫерек түгел инем. Әйт әле, Рәмис минең улым түгел, шулай бит!?
Ах! Уратып-уратып, бына ҡайҙа килтереп терәтте был! Мин күҙҙәремде ҙур асып, ни әйтергә лә белмәй, юғалып ҡалдым. Башымдан йәшен тиҙлегендә төрлө уй үтте. «Нисек яуап бирергә! Нисек?! Нисек?! Эйе,- тиһәм, Лилиәне нимә көтә? Ғөмүмән, был ғаиләнең тормошона мин ҡыҫылырға хаҡлымы?! Юҡ,- тиһәм дә шулай, унан, намыҫыма ҡаршы барыу була.. Быныһы миңә иң ауыры. Эх, Лилиә, Лилиә! Мине ниндәй ҡатмарлы хәлгә ҡуйғаныңды үҙең белһәң ине! Ике ут араһына һалдың! Теге ваҡыт шул сереңде әйтмәгән генә булһаңсы! Минең ҡәңәшемә ҡолаҡ та һалманың бит үҙең! Һин аңлайһыңмы, минең иңдәремә ниндәй ауыр йөк һалғаныңды?! «Ниңә элегерәк әйтмәнең!? Өндәшмәнең! Лилиәне туҡтатырға ине, тыйырға ине! Һис юғы, әсәһе менән һөйләшеп ҡарар инең!» - тип ярһый намыҫым. Әйтеүе рәхәт тә ул. Эх... Уйҙарымды Расихтың тупаҫ бышылдауы бүлә: - Ә может һин Лилиәгә яҡшы кәңәш тә биргәнһеңдер әле, ә!? Юҡмы ней шунда берәй мәмәй ауыҙ, үҙеңә ҡарат та өйләндер, тигәнһеңдер! Уның күҙҙәрендә уҫал осҡондар бейешеп ала. Миңә төбәлгән ныҡыш һәм мыҫҡыллы ҡараштан мин түҙмәй ҡайнап сығам: - Юҡты һөйләмә! Нисек телең бара миңә нахаҡ яғырға! – тип ярһып бышылдайым.Үҙем асыҡ ишек аша Фәриттең борсоулы ҡарашын шәйләйем. – Юҡты һөйләмә, Расих кейәү. Бына тигән ғаиләң бар. Һөйөнөп йәшә, булғандың ҡәҙерен бел! Йорт та һала башлағанһығыҙ икән, иҫән-һау бөтөрөп керергә яҙһын. Унан инде тағы бәпес алып ҡайтырһығыҙ, тинем. Эсемдә дөрләп янған утты бер алла белә ине был мәлдә, ә тыштан йылмаям. Артабан һөйләшерлек хәлем ҡалманы. Теләгем дә юҡ. Был ирҙең миңә өҫтән аҫҡа күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡарауы, ирен сите менән мыҫҡыллы көлөүенән минең башыма шаулап ҡан йүгерә, йөрәгем ҡолаҡ эсендә типкәндәй тойола. Йоҡо бүмәмә тиклемге ете-һигеҙ аҙым араны мин арбалғандай, томан эсендә йөҙөп үтәм. Ишекте тиҙ генә ябып, урыныма ҡапланам да күҙ йәштәремә ирек бирәм. Әле генә булған хәлдәр, кисерештәр, тауыштар бөтәһе бергә буталып, ҡорт күсе шикелле башымда ҡайнай. Юрғанды аша ябынып, бөтә донъянан ышыҡланырға ине. Шулай ята торғас, йоҡлап киткәнмен.
***
- Әнисә!
- Әү...
- Ә-ә, өйҙәһең икән. Ней эш бөтөрә инең? Фәриттең был мәғәнәһеҙ тойолған һорауына аптырап, йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Күҙҙәренән нимәлер әйткеһе килеп торғанын күрергә була. Башындағы кепкаһын артҡа шылдырып, елкәһен тырнап ала.
- Йә, әйт, ней булды!?!
- Бер хәбәр бар. Йүнле түгел... Ҡапыл быуындарым йомшара, ҡулымдағы бысағым
шылып ҡына төшөп, иҙән таҡтаһына ҡаҙалып тора. Ззңңң тигән тауыш сығарып зыңғырҙай.
- Ней булған?!
- Расих кейәү имгәнеп ҡуйған бит. Мунса күтәрергә балсыҡҡа барған булғандар ҡустыһы менән. Эскә үк өңөп ингән ерҙә өҫтөнә балсыҡ ишелгән. Әле Өфөлә бальниста икән, хәле ауыр, тей. Димгә ау ҡарарға төшкәйнем. Уларҙың ауылы, беҙгә ҡоҙа тейешле кеше осраны, шул һөйләп китте. Кисә булған хәл.
Ишеткән хәбәрҙән шаңҡый биреп, ултырғысҡа барып ултырҙым.
- Барып хәл белербеҙ инде, абзыйымдар бигерәк йыраҡ бит. Беҙ яҡыныраҡ. Берәй ярҙам кәрәкмәйме икән? - ти Фәрит.
Лилиәнең « мин барыбер бәхетле буласаҡмын» тигән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. Бәхетле булыу, бәхет.. Нимә икән һуң ул – бәхет? Кемдәрҙер бәхетте байлыҡта, етеш тормошта күрә. Кемдәргәлер бәхет икенсе яртыңды табыу, һөйөү һәм һөйөлөү. Берәүҙәр кемде булһа ла алдап, отоп, урлашып кинәнес кисерә. Ғәйбәт һөйләп, кеше араларын бутап рәхәтлек алғандар ҙа бар ер йөҙөндә... Ә бына мин? Мин үҙем бәхетлеме?
Фәрите менән студент саҡта уҡ өйләнешкән инеләр. Нисектер, бик тиҙ үрелеп, сәскә атты уларҙың мөхәббәт гөлдәре. Әхирәте Рәзиләнең бүлмәләш ҡыҙы тыуған көнөнә әйткән ине. Шунда оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы Фәрит тә бар ине. «Класташым» тине әхирәтенең дуҫы. Йырлашып- бейешеп күңелле ултырҙылар. Уңа Вадим исемле егет күҙ һалғайны. Кис буйы уның менән генә бейегәне иҫендә. Төнгө уникеләр булғас, үҙенең дөйөм ятағына ҡайтып китергә кәрәк ине. Ҡалала троллейбустар төнгө берҙә туҡтай. Иртәгәһенә уҡырға. Бөтә компания туҡталышҡа тиклем оҙатты Әнисәне. Ул бер үҙе шалтырап торған буш троллейбуста ҡайтып китте. Ҡуҙғалғанда боролоп тәҙрә аша бөтәһенә ҡул болғаны... һәм күҙҙәре уның күҙҙәре менән осрашты. Төпһөҙ упҡынға сумғандай тойҙо үҙен бер секундҡа! Ул ҡарашта тәрән һағыш та, ниндәйҙер билдәһеҙ өмөт сатҡылары ла, шелтәләү ҙә сағылғандай булды. Башын тиҙ генә бора һалды. Тик был ҡараш ҡайтып урынына ятҡас та уның күҙ алдынан китмәне. Бер аҙнанан, сираттағы шәмбелә, вахталағы дежур ҡыҙ уға кемдер килеүен әйтеп үтте. Көткән кешеһе булмағас, «кем булыр икән» тип аптырап беренсе этажға төшһә - Фәрит тора. Үҙен саҡырыусы улмы-түгелме тип уйлап та өлгөрмәне, егет килеп уның ҡулынан тотоп, күҙҙәренә ҡараны. Ҡойолоп төшкән ине шул саҡта Әнисә. Был ҡараштан уның битенә ут ҡапҡандай тойолдо. Ниҙер тип өндәшкән Фәриттең күҙҙәренән күҙен ала алмай, әйткән һүҙҙәрен дә ишетмәгән хатта. -Ней? Нимә тиһең? - Әйҙә әле, бераҙ йөрөп киләйек, тим, Әнисә. Шулай башланды уларҙың уртаҡ яҙмышы. Танышыуҙарына өс ай тигәндә ниҡах уҡыттылар. Һуңыраҡ бер һөйләшкәндә Фәрите «Һине шул күреүҙән яраттым, ашағаным-аш, йоҡом-йоҡо булманы. Ялды еткерә алмай яфаландым. Әллә нишләп һуңлап ҡуйырмын да, теге егет һине алып китер кеүек тойолдо» тигән ине. Фәритенең блокнотында шул аҙна эсендә яҙылған ,,Әнисәгә,, тигән шиғырын да уҡыны аҙаҡ. Тәү ҡарашҡа, күпселек ир-аттарға хас булғанса, тупаҫыраҡ, хис-тойғоға ярлы күренгән иренең шиғыр яҙа алыуына әле һаман ғәжәпләнә. Егерме биш йыл да үткән шул мәлдән. Бер-бер артлы тупылдашып өс балалары тыуҙы. Икеһе лә эштән бушаманы, мал тоттолар. Балалары үҫә барҙы, ҡул араһына керә барҙы. Күмәкләшеп бер төптән донъя көттөләр. Әллә ней артыҡ байып китмәһәләр ҙә, кешенән кәм йәшәмәйҙәр, нимә кәрәк шул бар. Торорға йорттары, кейергә кейемдәре етерлек, өҫтәлдә ризыҡтары мул. Шул үҙе бәхет түгелме ни? Һау булыуың, хозур тәбиғәтте күреүең, ҡоштар һайрауын, һөйгәнеңдең, балаңдың тауышын ишетеүең, аяҡ-ҡулың, башың эшләп тороуы, күңел тыныслығы – былар бөтәһе лә тиңһеҙ бәхет бит ҡәҙерен белгән кешегә. Булғанына шөкөр итеп йәшәй белеү ҙә бәхет. Шулай. Бәхеттең башы тәүфиҡ, тейер ине әсәһе. Сырхағанға бәхет – һауығыу, парһыҙға – ишен табыу, яңғыҙҙарға – мөхәббәте менән осрашыу, бала көткәндәргә – сабый һөйөп кинәнеү. Бәхет бик күп ҡырлы аҫылташ кеүек була икән дә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: gS6ZSkfF_6RG1VsBcNFa892wJgvUkLIw_Qldzeeqyht2KKsIJoMqjoYPzECcuoaCEiYbJleZV6xIJd07pK9dzOlo

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас