Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
15 Февраль 2023, 07:10

Ғүмер бирһәң-һаулығын бир,Аллам! Кеше күҙенә ҡарап ҡалмаҫлыҡ...

Йотом һыуға зар-интизар булып Ят ҡулынан һорап ятмаҫлыҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ғүмер бирһәң-һаулығын бир,Аллам!
Кеше күҙенә ҡарап ҡалмаҫлыҡ

Йотом һыуға зар-интизар булып
Ят ҡулынан һорап ятмаҫлыҡ.

Аҫыл һарайҙарың ары торһон,
Йөк-йөк алтындарың кәрәкмәй.

Оло бәхет атлап йөрөүҙәре
Үҙең яһап алған һөтлө сәй.

Үҙ бәндәңә бәндә итмә,Хоҙай!
Һиңә булһын барлыҡ доғалар.

Күҙ йомғанда һинең исем менән,
Һинең менән атһын бар таңдар!

Гүзәл Сиражетдинова

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: XZObrkNGrio

 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас