

Ҡаурый ҡәләм тибрәтеүсе Ғәзизәң.
"Нисә уянһам да тышта ҡараңғысы...." Сәғәт һайын уянған ҡатын шулай уйланы. Тороп, ҡараңғыла ипләп кенә атлап тәҙрәгә килде. Тәҙрәнең туң быялаһына йылы тыны менән өрөп, уймаҡтай ғына тишек иретеп алды ла, тышҡа, ҡояш ҡалҡыр тарафҡа баҡты-сәхәр мәле етмәгән әле.
Аяҡтарын һалбыратҡан көйө урындыҡ ситендә ултырҙы бер аҙ,шунан янбаштарының, биленең тәҡәтһеҙ һыҙлауына сыҙамай,кире түшәгенә ауҙы-дөм ҡара түшәмгә текәлде. Эргәһендә ирендәрен супылдатып,танауҙарын һыҙғыртып йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарының өҫтөнә юрғандарын йүнәтеп ябып, ситтәрен ҡымтып ҡуйҙы.Үҙе лә баҡта юрғанын башы аша бөркәнеп ,бесәй балаһы кеүек йомарланып ҡына ятты.Тик йоҡламаны.Ауыр,тәрән уйҙарын һүтте. Шул уй йоҡлатмай ,мейеһен бер туҡтауһыҙ сиртеп тора.
Нүрғәлеһенең ҡулдарын бәйләп,юл моҡсайына кәрәк -яраҡтарын тултыртырға хут та бирмәй,төрткөләп алып сығып киткәндәренә бөгөн 423 көн!
,,Халыҡ дошманы...Сәүиткә яла яғыусы...Контрреволюцион элемент...Кулак..."- хәрби кейемдәге кешеләрҙең һүҙҙәре ҡыҫҡа ,ҡаты инеләр.
-Ялған яла!Ышанмайым...Ул бит коммунист.Нисек тә...Буш хәбәр!..-хәрбиҙәр алдында теҙләнде,үкһеп иланы ҡатын.Әсәләренәң тауышына балалары уянды,күмәкләп илаштылар.
-Юғарыла тикшерерҙәр.Ғәйебе булмаһа,ҡайтарырҙар.
Көттө.Иртәнсәк ҡайтыр...Кискә ҡайтыр...Аҙнанан,айҙан,ике айҙан...
Ҡайтманы.Ҡайтарманылар.
-Нүрғәлеһе ней уның Колчак отрядында йөрөгән булған икән,Деникинда ла һуғышҡан,-тип хәбәр йөрөттө халыҡ.
-Мәншәүик булғас,алып киттеләр инде...-ил ауыҙын иләк менән ҡаплап буламы ни,сурыттылар.
Өс бала менән ҡалайтыр,тип йәлләнеләр ҡайһы берәүҙәре.
Уның һымаҡ хәсрәтлеләр төндәрен, аяҡ тауыштары тынғас,ҡатындың өйөнә килделәр.Шул уртаҡ хәсрәт йоҡлатманы уларҙы.
,,Донос яһаусылар үҙебеҙҙең арала инде.Нисек итеп ошо Ер өҫтөнән атлап йөрөрҙәр икән Ғилминиса һымаҡтар?Беҙ хәсрәт йотоп ултырғанда,нисек тыныс ҡына йоҡлап яталар тигән әле бынау Ҡазыхановтар?-шыбырлашып ҡына һөйләштеләр ҡараңғыла.Ҡосаҡлашып илаштылар.Йыуатыштылар бер-береһен:
-Күрше ауылдан бер ир ҡайтҡан,кире калхузға алғандар...Беҙҙекеләр ҙә ҡайтыр...
-Хоҙай ишетһен ялбарыуҙарыбыҙҙы,баллар хаҡына ишетһен,тип өмөтләнделәр.
-Исмаһам хаттар ҙа яҙып ебәреп булмай.Әҙристәрен белһәк,яҙыр инек...-
шунан кәртә артлап ҡына бер-беребеһен оҙатыштылар.
Нүрғәлеһен уйламаған көнө,һағынмаған төнө булманы уның.Ап-аҡ ҡағыҙ биттәренә яҙалмаған хаттарын,төндәрен ,йоҡоһоҙ мәлдәрендә күңеленән генә яҙҙы:
"Хат башы, яҙ ҡаршы!
Әссәләмәғәләйкүм,Нүрғәле!Хәләл ефеткәйем.Һиңә Урал буйҙарынан һағынышлы күпдин -күп,суҡдин-суҡ сәләмдәремде ебәрәм.
Ней хәл-әхеүәлдәрҙә йөрөп,ней хәлдәрҙә генә ғөмөр кисереш?Һаумыһың,сәләмәтмеһең?
Беҙ үҙебеҙ шөкөр әле,һинең хәйер-фәтихаларыңда.Ғәзиз ,һөйөклө балаларың һиңә үҙҙәренең сәләмдәрен күндереп,һинең менән тағы ла осрашып ,бәхетле мәлдәр кисерһәк ине,тип зарҙар-интизарҙар булып йөрөйҙәр.Атайыбыҙ ҡасан ҡайта,тип һорашалар.
Күрешә йөрөгән күршеләребеҙ,тыуған -тыумасалар иҫән-һау.Йылдар имен килеп,кәртәләге мал-тыуар теүәл генә ҡыш сығып киләләр.Кәзәләр ҡайһы игеҙ,ҡайһы яңғыҙ бәрәсләп,малдарыбыҙ ишәйеп китте,шөкөр.
Тана ғына былтыр һуң ҡасҡайны,әле быҙаулар ,тип көтәбеҙ,күҙ менән ҡаш араһында ғына танабыҙ. Балалар бәхетенән имен быҙаулап бирһен инде .
Таң ата ла кис була.Беҙҙе кире калхузға индерҙеләр.Бил яҙмай эшләйбеҙ.Яңы сәүит тормошонда себендәй ҡайнашабыҙ.
Һине бик һағындыҡ.Ҡайтырыңды көтөп ҡалабыҙ.Һиңә иҫәнлек,именлек теләп,ҡаурый ҡәләм тибрәтеүсе Ғәзизәң!"
-Торайым ҡуй,-мейес артынан ҡалын табанлы быймаларын һәрмәй һалып кейҙе лә,ишек эргәһендәге сөйҙән кәзәкейен алып ,йөҙйәшәр әбей һымаҡ кәкерәйеп кенә тышҡа сыҡты , кәртәһе яғына атланы.
Март аҙағы.Аҡман-тоҡмандар үтеп,көндәр имшеүгә табан киткән.Ә төндәрен барыбер һалҡын әле.
Юл ыңғайы кәзәкейен кейеп,өҫтөнән билғауын быуҙы.Тышта тып-тын. Толомдары осондағы сәсүрместәренең тәңкәләре генә бер-береһенә ҡаҡлығышып,сың-сың ,тип көмөш тауыштар сығарҙы.Һалҡын һауа сикәләрен семетте.Әсе ел сығып тора.Һыу буйындағы еректәрҙең баштары сайҡалалар.Көн боҙолор, шәйт.Сәхәр мәле үтеп,күктең сите аҙ ғына яҡтыра башланы.
Кәртәһе ишеге тәңгәленә еткәс, ҡатындың йөрәген шом алды-кистән кәртә ишегенә бағанаһын терәтеп киткәйнем,әле бағанаһы ситкә күсеп торғансы.Кемдең эше булыр?Сирғәлем кәртәгә сыҡмағандыр.Кәртәлә төнөн ни ҡараһын?Йөрөһә лә,ишеген терәтеп китер ине.Мал япҡаны бар бит.Малдар имен булһын.
Яңаҡтарына ҡуша ҡатҡан кәртә ишеге ҡуш ҡуллап йән көскә тартҡан ыңғайы ,,шарт" итеп асылып китте лә,танауғына әскелтем йылы ғына мал еҫе килеп бәрелде.Шартлап асылған ишек тауышына ыуаҡ малдар уянып ,аяғүрә баҫтылар,өркөшөп бер мөйөштән икенсе яҡҡа эркелештеләр.
-Һыртаҡ,һәүкәш,һәү-һәү...Аһ-аһ,быҙаулап та ҡуйған әллә?-һыйырының һыртынан һөйҙө.Уныһы оҙон теле менән быҙауын ялап тора.
-Йә,әсәңде аҙыраҡ тылҡы ла ,өйгә бәрәстәр эргәһенә индерәйем.Йә өшөп ҡуйырһың.Тояҡҡҡайҙарың туңыр,-быҙауының муйынынан һыйпап яратты.Һыйыры күҙҙәрен аҡайтып ,ҡурҡыныс итеп ҡараны.Быҙауын ҡыҙғанып тороуы инде.Тәүгә быҙаулап тора бит.
Морон ғынаһы аҙыраҡ купереп,әсәһен имеп алды быҙауы.
-Үәт эшкиндең бит имергә,ана эсең дә ҡәҙимге булды.
Әсәһенә оҡшап быҙауы ла йәтеш кенә.
Күтәреп индерһәм,бил эшкинмәй инде ,тип уйланы ҡатын.Шулай ҙа быҙауының кимерсәк кенә тояҡтарын йәлләп ,күтәрмәк булып иңкәйгәйне:
-Ҡуйсы,Ғәзизәү,билеңде имгәтерһең!-ярым ҡараңғылыҡтан килгән баҫалҡы ҡалын тауышҡа тертләп ҡуйҙы,аяҡтары быуынһыҙ булдылар.
-Кем бар?-ҡатындың тауышы хәлһеҙ,ҡалтырап сыҡты.Ҡолап китмәҫ өсөн ишектең яңағына тотонайым тип,ынтылыуы булды,аяғы менән бер шыйғалаҡ нәмәгә баҫты,тайып йығылды,ятҡан көйө ишек яғына шыуышты:
-Сәғибә еңгәй!Хажмөхәммәт ҡәйнеш.Әй, әттә.Ҡайнағаа...-тыны ҡыҫылды,тауышы сыҡманы.Ҡалтыранған ҡулдары менән иҙеүенең һиҙәбен ысҡындырҙы,дөп-дөп килгән йөрәген бер ҡулы менән баҫты.
-Шым,Ғәзизәү,мин был.Нүрғәлең.Ҡай,һөрәндәмә.Кешене уятырһың.
-Ҡа...рааҡ!Мал ҡарағыыы,Хажмөхәммәт...
Ир көслө ҡулдары менән ҡатынды ерҙән күтәреп алып, күкрәгенә баҫты,башынан ҡосаҡланы,сәстәренән үпте.
-Ғәзизәү,мин Нүрғәле ,ҡайттым.
-Ысынмы?Нүрғәле шул...Ҡайтҡан...Тере... -ҡатын яурынтаҡ,бейек кәүҙәле иренә нығыраҡ һыйынды,-бөтөнләйгә ҡайттыңмы?Ярлыҡау ҡағыҙы бирҙеләрме?Инәйек өйгә.Ништәп бында торабыҙ.Кәртәлә йоҡланыңмы ни?Ништәп ишекте төкөлдәтмәнең,тәҙрәгә сиртмәнең?Мин бит йоҡламаным,тороп асыр инем.Әйҙә ин...инәйек,-хәбәрен теҙә ,үҙе һаман илай.
-Ҡайттым.Тик оҙаҡҡа түгел.Бер генә көнгә.Бер кемгә күренергә ярамай.Бер кем белмәһен!..
-Ярлыҡау ҡағыҙың юҡмы ни?
-Бар,бар,Ғәзизәү.Аҙаҡ аңлатырмын.Миңә төнгә юлға.Быҙауыңды индереп сыҡ.Күтәрмә,билеңде имгәтерһең.
-Мин хәҙер,Нүрғәле,хәҙер кире сығам.Ошонда бул,йәме?Китмә...Мин остом!
-Йә,бисәкәй,Сәй алып сыҡ.Көйшәргә берәй һыныҡ икмәк...
Бил ҡайғыһы китте,быҙауын елтерәтеп индереп ,бәрәстәр эргәһенә индереп ҡуйҙы.Усаҡҡа утын тығып,шырпы сыйҙы.Ҡаҙанға һыу өҫтәне-самауырға ҡойормон!
Ҡатын түрбашта сепрәккә төрөлгән сөсикмәктең ситен ҡыйпытып ҡына бүлеп алып,урындыҡ аҫтынан түңкәрелгән күнәкте беләгенә элде лә , кәртәгә йүгерҙе.
-Нүрғәлеү,бына икмәк.Хәҙер самауыр ҡайнай.Һыйырҙы һауып ҡарайым әле, ҡоймаҡлыҡ ыуыҙ һөтө һауып алғанда, тим.
Бер байрам булыр ине!
Танаһын һауҙы ,бер һәнәк бесән индереп,тана ,кәзәләр алдына ташланы.
Эш араһында хәбәрен теҙҙе:
-Бесән бик наҡыҫ булды,бөттө инде.Хажмөхәммәт ҡайнағаларға рәхмәт.Ҡойма аша беҙҙең малға ла ырғытҡыланы.Ярай.Ризалатырбыҙ үҙҙәрен.Бесәнгә төшһәк,көнлөккә барырбыҙ.Сирғәлең ней салғыға шәп,күбә тарттырышыр.
Күнәген өрлөккә элде лә,Нүрғәлеһе эргәһенә сүкте.Һаҡал-мыйығы еткән ,сикәләре эскә тартылып,оҙонсараҡ булып киткән йөҙөнә,ҡамсат кәпәсе аҫтынан күренеп торған ялбыр сал сәстәренән һыйпаны,шунан башын иренең күкрәгенә ҡуйып һығылып - һығылып иланы:
-Икебеҙ Саҡ менән Суҡ һымаҡ.Таң алдынан күрештек ,тигәс кенә айыралабыҙмы инде тағы ла?
-Тым,Ғәзизәү.Һыҙлатма йөрәгемде.-ире ҡатынын ҡуйынына алды. -Нүрғәлем,ҡосағың йылы!Мин самауырымды ҡайнатайым.Ыумас ыуырмын.Сирғәле һабағына бара,уятайым.
Һиңә толоп апсығайым,төрөнөп кенә ятып тор.Бынау бишмәтең бигерәк йоҡа.
Ғәзизә һөтлө күнәген тотоп сыҡты ла,кәртәнең ишеген ябып,бүрәнәһен терәтеп ҡуйҙы.
Йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы .
Ҡаҙандың һыуы ҡайнап сыҡҡан. Самауырға ҡаҙандаң һыу ҡойҙо,баҙлап торған күмерҙе сипсының осо менән ҡымтып самауырға төшөрҙө лә, теүәсәйен ябып ҡуйҙы.Ҡара ондан ҡоштабаҡта ыумас ыуып,ҡаҙандағы ҡалған һыуға төшөрөп,ҡапҡасын япты.Ул арала самауыры боһорап ҡайнап сыҡты.Сәйнүккә былтыр Бурылбейә соҡоронда йыйған мөтөрөштө һалып,семтем генә ҡара сәй өҫтәп,самауырҙан ҡайнар һыу ағыҙҙы.Туҫтаҡҡа кәзә һөтө ҡойоп,хуш еҫле сәй яһаны,солан өрлөгөндә эленеп торған етен моҡсай эсенән берәр йомарлам сейә,еләк талҡанын алып,кәртәгә югерҙе.
-Нүрғәле,мә сәй эсә тор.Хәҙер ыумас сығарам...
Кире өйгә йүгерҙе.Был юлы ыумас менән толоп тотоп килде Ғәзизәһе:
-Мә,эҫе сағында аша ,һары май ырғытып һалдым,тәмле генә.
Тыш арыуыҡ яҡтырҙы.Кәзәләрен тышҡа ҡыуып сығарҙы,улары баҡырышып,өй яғына йүгерҙеләр.
Әсәләрен таптырып баҡырышҡан бәрәстәрен тупһа алдына ғына сығарҙы Ғәзизә.Бәрәстәр ҙә, кәзәләре лә баҡырышып, бер-беренә ҡаршы йүгерҙеләр. Туң, һалҡын ергә тубыҡланып, ҡойроҡтарын елберҙеге сығарып, әсәләренең елененә йәбеште бәрәстәре.Ғәзизә өйгә инде.Ҡаралдыларҙы йыйыштырып ҡуйҙы,урындыҡ уртаһына ашъяулыҡ йәйеп,икмәк, сеүәтәләргә ыумас бүлеп,ҡалаҡтың осо менән генә һары май тырнап,ыумастарына һалды.Эҫе ыумасҡа төшкән һары май түңәрәк кенә булып ирене лә,бәләкәс кенә ҡояшты хасил итте.
-Биттәрәгеҙҙе йыуығыҙ,-Ғәзизә урындыҡ ситенә самауырын ултыртты,кәсәләргә сәй яһаны.
Быҙау ояһына төшөп ,мәж килде балалары.Ҡыуаналар,быҙауҙың маңлайындағы ҡашҡаһын яратып һыйпайҙар,муйынынан ҡосаҡлап,оҙон керпектәрен тотоп ҡарайҙар.
,,Кәртә эсендә йоҡлап ятҡан аталарын күрһәләр,баштары һауаға тейер инеме икән ҡолонсаҡтарымдың"-шулай тип уйланы Ғәзизә ,йөрәге сәнсте,илағыһы килде,ҡайнар сәйен уртлап ебәрҙе,уныһы үҙәген бешерҙе.Саҡ иламай ултырған Ғәзизәнең күҙ йәштәре ике бите буйлап ағып китеп,эйәк осонда эленеп торҙолар,шунан кәсәһенә тамдылар.
-Былай булғас,ҡаймаҡ та эләгә башлар әле ,эбит ,әсәй,-мәктәпкә йыйынған Сирғәлеһе шулай тигән була.
-Калхуз сипаратына үҙең күтәреп апараң инде һөттө.
-Малай башыма хатындар араһына сипарат әйҙәндерергә йөрөмәм инде.Мынау ялбырбаштар йөрөһөн...-Сирғәлеһе бер һыныҡ икмәген усына йомдо ла,мәктәбенә төшөп китте.
-Сәйегеҙҙе эсегеҙ,аҙаҡ быҙау менән булырһығыҙ.Миңә тимәһә,бөгөн шунда ҡуша йоҡламағанығыҙмы,-Ғәзизә ҡыҙҙарын оянан сығарып,табынға ултыртты.Үҙенең тамағына шыпа аш барманы.Нүрғәлеһен уйланы:бөгөн үк кире юлға сығам тигәне аптыратты,мейеһен ҡайнатты.
Сәйен һемерҙе лә,бәрәстәрен йыйырға сыҡты,икешәрен,өсәрен бер юлы күтәреп бәрәстәрҙе ташыны.Һыңар мөгөҙлө кәзәһен һауып алды.
Ҡаҙанға йоҙороҡтай ғына ҡалған кинйә итте һалды,май еҫе сығарғыһы килде-тиҙ генә ҡоймаҡ туҡыны,ҡоймаҡ ҡойҙо.Олораҡ һауытҡа сәй яһаны,сеүәтәгә ҡоймаҡ һалып тышҡа сыҡҡайны,ҡойма аша Сәхибә еңгәһе һөрәндәне:
-Бырама хәҙер генә инеп сыҡ әле,Ғәйзә килен!
Сәй менән ҡоймағын кире өйгә индереп ултыртты ла ,күршеһенә китте.
Сәхибә еңгәнең ире мәрхүм Таһир ҡайнаға Нүрғәленең атаһы Хәммәт менән бер туғандар.
Таһир мәрхүм булғас,бер туған ҡустыһы Хәжмөхәммәт Сәхибәне еңгәләтә генә алды ла ҡуйҙы:
,,Ҡуйсы,еңгә ,үҙемә генә кил дә ҡуй,кем балаһын кем үҙ бауырына баҫып яратырға торһон.Ир баллар бит ҡыҙ балларға ҡарағанда ла йомшаҡ күңелле була,үгәй атайҙы яратмаҫтар.Ағайымдың улдарын ҡаҡмам , һуҡмам ,валлаһи!"тине.
Сәхибә еңгәй тупылдатып ике ҡыҙ табып бирҙе ҡәйнешенә.Хажмөхәммәт балларҙы тиң көттө,ағайының улдарын ситләтмәне.Эшкә өйрәтте:бесәнгә,утынға,көтөүгә лә эйәртте,йылҡы көттөләр,ат дағаланылар,тай-тулаҡты меңгегә өйрәттеләр,һыйыр һәүкәләтеп тә йөрөнөләр.
-Ҡарап-күҙәтеп йөрөйөм ,килен,ҡасан инеп сығыр.был ,тим.Кәкерәйеп,
алға иңкәйеңкерәп киткәнһең.Бөтөндәйгә билдән яҙмаҡсыһыңмы,мынаһ!Һин билһеҙ ятып китһәң,кем ҡарай балларыңды? Беҙ бисәләр шулай инде,һәнәк тә,балта ,салғы төшмәй ҡулдан,бала төшмәй итәктән.Ана бит ирле көйө лә йә һәнәккә,йә көрәккә бара ла тотонам.Сирғәлеңде күберәк малға йөрөт.Нисә сыҡһам да туң кәбән төбөн үҙең соҡойһоң.
-Сирғәлем дә булышасы.
-Уның Тәфтизан менән ат һарайынан ҡайтып инмәй түгелме?
-Ат йәнлеләр шул бигерәк,-ҡайтҡыһы килеп сыҙамай ултырҙы Ғәзизә.
-Ҡана,Ғәйзә,килен,сис күлдәгеңде,түбәнгәрәк төшөр ыштаныңды.Үҙеңде һылаштырып сығарайым.
Ғәзизә кәзәкейен,күлдәген систе.Түшен ябып торған түшелдеректә генә тороп ҡалды.Сәхибә еңгәһе урындыҡ шаршауын тартты.
-Ай-буй,бына ҡағылыр әмәл юҡ,бармаҡ остары зыңҡып китте,ғәләмәт ҡатыу баҫҡан үҙеңде.Бынау яурыныңдағы ҡатыуҙарың ҡаҙ күкәйендәй.
Ғәзизәне һалып алып һыланы еңгәһе.
-Йома алдынан мунса яғырбыҙ,үҙеңде сабырмын,мәтрүшкә ҡушып бәйҙәгән миндек бар.Хажмөхәммәт шулайтып бәйҙәй,-Хажмөхәммәттең исеменә баҫым яһап,йомшаҡ итеп әйтә еңгәһе.
Ғәзизәнең биленә дебет шәлен урап, бәйләп ҡуйҙы Сәхибә.
-Самауыр шыжлап ултыра,сәй эсеп ҡайт,-килененең уй-вайына ҡуймай сәйгә ултыртты,-Һиҙиәттән алған бал менән эсерәйем әле...
Йөрәге һурылып асығып киткән икән Ғәзизә,сәй эсте,ҡалаҡ осона элеп кенә бал ҡапты.Килене өсөн өҙөлөп торған Сәхибә еңгәһенең һүҙен йыҡманы,уңайһыҙланды.
Ите бешеп сыҡты Ғәзизәнең. Һалма баҫа һалып, йоҡа ғына итеп һалма йәйҙе.
Сәсүрмесе сың-сың килде...
Эй,ярата,Ғәзизә көмөш тәңкәләр сыңын.Йоҡоһоҙ төндәрендә тороп ултыра ла оҙон-оҙон сәстәрен тарай,тәнкәле үрместәр тағып, сәсен үреп ҡуя.Яулығы эсенә лә,шәле эсенә лә толомдарын йомарлап тыҡмай.
Никах туйы алдынан әсәһе Гөлзаһира үҙ ҡулдары менән текте ул сәсүрмескә тәңкәләрен.Атаһы Йомағужа көмөш һумлыҡтарҙы үҙе тиште.Ун һигеҙе тулған ҡыҙҙы Хәммәт ҡарттың беренсе донъя һуғышын үткән, Петроградта батшаны ҡолатҡан,ҡыҙылдар,аҡтар һуғышында ҡан ҡойған ,буйтым донъя күргән Нүрғәлегә биреп,никах ашы үткәреп ,тройкалар егелгән арбаға ултыртып Күсейгә оҙаттылар.
Көмөш тәңкәләре сың-сың килеп барғайнылар.Үҙен бик бәхетле тойҙо Ғәзизә.Шул бәхетле миҙгелдәрҙе ошо көмөш сың-сыңдар гел генә оҙата йөрөнөләр...
Ҙур ғына сеүәтәгә ит тураны ,өҫтөнә ҡуйы итеп һалма ҡойҙо ла, кәртәгә сыҡты Ғәзизә,ишекте һаҡ ҡына итеп асып,төпкә,ярымҡараңғыға үтте.
Бесән һалырға эшләнгән ясли эсендә толопҡа төрөнөп йоҡлап ятҡан Нүрғәлеһенә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо.Уятырға ҡыҙғанды.
-Нүрғәлеү...уянсы,-үрелеп Нүрғәленең битенән һыйпаны.
Тигеҙ генә тын алып йоҡлай ире.
-Турыҡай ҙа атым ,ай,еләлер
Йылғырлатып килгән ҡош кеүек.
Үткән генә ғүмерем ,ай,буш кеүек
Ҡалған ғына ғүмерем төш кеүек...-
һағыштары йөрәгенә һыймай,Ғәзизә моңло итеп йырлап ебәрҙе лә,ясли эргәһенә сүгеп,һығылып ҡына иланы ла ебәрҙе.
Нүрғәле ҡалҡып килеп ултырҙы.
-Аша,һыуынып бара бит,эй,уятам,эй,уятам....йоҡлап тик ятаңсыы..-Ғәзизә йөҙөн йәшерҙе,субыр-субыр аҡҡан күҙ йәштәрен кәзәкейенең еңенә һөрттө.
Нүрғәлеһе наҙлап ҡына бисәһенең арҡаһынан ҡосаҡланы:
-Йүгереп кенә йөрөп үрттәр һалдым
Ирәндеккәй тауҙың үренә.
Үткән генә ғүмерем заяға үтте
Бәхет бирһен ҡалған ғүмергә,-Ғәзизәһе башлаған йырҙы моңло ла,зарлы ла итеп дауам итте ире.
Сәхибә еңгәйҙең ҡойма аша кәзәләргә бесән ташлағаны ишетелде.Ғәзизә кәртәне терәтеп,тышҡа сыҡты.
-Ай,еңгә,бурысыбыҙҙы ҡайһылайтып ҡайтарып бөтөрәбеҙ инде?
-Кит,бушты һөйләмә килен,анау етемдәр хаҡы бар бит.Хәҙер генә мал туғайлыҡҡа сығыр,йәшелгә баҫтыниһәләр,көрөгә лә китә торған ыуаҡ мал.
-Етемдәр ,тисе...Балларҙың аталарын үлтереп тә ҡуйҙыңсы...үлмәгәнсе Нүрғәлем...-Ғәзизәнең еңгәһенә асыуы килде.
-Атайҙары ҡырҙа булғанға әйтәм инде...Нүрғәлең иҫән ул,төштә күрҙем...-шулай тине лә,һәнәген кәбәненә һөйәп инеп китте еңгәһе.
Ҡыҙыҡ инде Сәхибә еңгәй.Кешене үтәнән- үтә күргән һымаҡ ҡайһы саҡ,-эсе тартып ҡуйҙы Ғәзизәнең.
Өйҙән быҙауын сығарып әсәһенә ҡушты.
-Өшөнөм,-Ғәзизә Нүрғәлеһенең ҡуйынына,толоп эсенә инде.
-Ғәзизәм,мин бөгөн төнөн юлға сығам,ҡайтып килеүемдең сәбәбе-һине күреп китеү.Икенсенән...-Нүрғәле тын ҡалды,Ғәзизәнең битенән үпте,артабан хәбәрен нисек дауам итергә белмәй ауыр көрһөндө,-миңә бында ҡалыу мөмкин түгел.Миңә лә,һиңә лә,балаларға ла ҡурҡыныс янай!
Йәшергән алтындарымды алдым...кире китәм..
-Алтындарыңды?..-Ғәзизәнең тауышы ҡалтыранды.
-Эйе...Кисә үк ...
-Нисек?Таш һарайҙың асҡысы өйҙә лә баһа.Нисек ?...
-Алтын таш һарайҙа түгел ине...Ярай,уныһы мөһим түгел...
-Нисек мөһим түгел,Нүрғәле?..Тимәк...Минең ...Туҡта...Һин уны ... Минән нимә йәшерәһең?
-Мин һинән бер ни йәшермәнем...
-Һин,тимәк,алтындар өсөн генә ҡайтҡанһың,шулаймы?-Ғәзизә иренең йылы ҡуйынынан сыҡты,-һин бында бер генә төн ҡунып сығыр өсөн генә ҡайттыңмы?Һиңә алтындарың бөтәбеҙҙән дә ҡәҙерлерәк тә,ҡиммәтлерәкме?Хатта балаларыңдан да ?...
Бына ни өсөн һин балаларыңды күрергә теләмәнең...Алтындарыңды алғанһың,инде китһәң дә була!Хуш!-Ғәзизәнең асыуы ҡабарҙы,башы һыҙланы...
-Һин дөрөҫ аңламаның мине.Минең балаларымды үлеп күрәһем килә,тик ваҡыты бөгөн түгел,аңла,бисәкәй,-Нүрғәле тыныс ҡына яуап бирҙе.
-Ә ҡасан уның ваҡыты,әйт,ҡасан?...Мин ҡыҙҙарымды хәҙер алып сығам бында,хушлашырһың!
-Ғәзизә,аҡылдандан яҙҙыңмы әллә?Ярамай.Ошо ҡиәфәтем менән нисек күренәйем уларға?Кәртәлә ҡараҡ ята тиһендәрме?...Ауылға таратһындармы?Улар бит бала,тыйғанды аңламаҫтар,сығып маҡтанырҙар,маһайырҙар!
-Һинең менән маһайырҙар?Нисек маһайһындар?Һин- сәүиттең дошманы!
-Ғәзизәү!Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетәме һинең?
-Ярлыҡау ҡағыҙың да булғас,кемдән йәшенеп ятаһың һуң.Сыҡ!
-Юҡ минең ҡағыҙым!Юҡ!Ҡасып ҡайттым.Һин минең башымды ашарға итәһеңме,Ғәзизәү?
-Ин өйгә,күреш балаларың менән!
-Ярамай!
Ғәзизә быҙауын ҡыуып,тышҡа сыҡты.Кәртә ишеген шартлата ябып ,һимеҙ бүрәнәне шылдырып терәтеп ҡуйҙы ла ,ишеккә һөйәлгән килеш ергә шыуып төштө.
-Ас,Ғәзизә,мине дар ағасына аҫтырып,йәки үңәсемде балта өҙгәнен теләйһеңме?-Нүрғәле ишеккә типте,тана тауышҡа ҡурҡтымы,баҡырып ҡуйҙы,әсәһенең тауышына быҙауы ла баҡырҙы.
-Балаларҙы күреп кит ,-Ғәзизәнең ирендәре дерелдәне,бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранды.
-Ас,минең сәүиткә тырнаҡ осо хәтлем дә зыян килтергәнем юҡ!Мөлкәтенә ымһынманым.Маңлай тирҙәрем үксәмә ағып төшкәнсе бил яҙмай,баш күтәрмәй хеҙмәт иттем.
Ярман һуғышындағы мәхшәр, аслыҡ-яланғаслыҡты үттем, һыуыҡ окоптарҙа боҙ өҫтөндә йоҡланым!Батшалар үҙҙәренең алтын һарайҙарында байлыҡтарын һанағанда,мин окопта тәнемдең яраларымды һанап яттым.Инде имен-аман ҡайтып, үҙ Еремдә бер кемгә барып иңкәймәй,баш эймәй ихласлап икмәк үҫтереп,үҙ икмәгемде ҡайыра тешләп ашармынмы, тиһәм...
Юҡ,төрмәһенә апарып тыҡтылар!
Хәҙер үҙ һарайыңда әсир булып ултыр инде.Ха-ха-ха!!!-Йөрәге күкрәген йыртырҙай булып туланы Нүрғәленең.
-Һин-мәншәүик!
-Ҡарале,бисәкәй,һин минән допрос алмаҡсыһыңмы?Ежов,Ягодалар аҙ язаланымы мине?Әҙәмдән дә йыртҡысыраҡ йән эйәһен күрмәнем мин. Бар,кешеләрҙе саҡыр!Кәртәмдә кулак ята тигән,тейәтеп ебәр!!!-Нүрғәле мөйөшөнә барып ятты,ҡабат һөйләшмәне,ишекте туҡмаманы.
Кәртә эсендәге һыйыр быҙауын юҡһынып баҡырҙы.Ғәзизә өшөп,шыҡырайып торған быҙауын күтәреп өйгә индереп,ояға бикләне.Билен тотоп,сытырайып урындыҡҡа ултырҙы.Урындыҡтан төшмәй ултырған самауырҙан сей һыу тауышы сығарып сәй яһап эсте-тамағы кипкәйне.
Стенаға ҡатып эшләнгән шкаф башынан һарайҙың асҡысын эҙләп алды,шырпы,шәм алып һарайға атланы.Йоҙаҡты асалмай яфаланды.Эскә үткәс,шәмдең милтәһенә ут тоҡандырҙы,баҙҙың ауыр ишеген асып ,баҫҡыс буйлап аҫҡа төштө.
Стенаны тәшкил иткән шыма яһы таштарҙы ҡутарырға тотондо.
Оҙаҡ маташты.Тимәк ,бындағы алтындарҙы ла алған,тип уйлап,эҙләүҙән туҡтаны...сығырға итте,үҙенең ошолай ҡыланыуына ҡапыл оялды,бите янды,ҡолағы шауланы.Иҙәнгә сүкте.Ярылып барған башын ,маңлайын ышҡыны.Шәмен күтәргәйне,ҡутарылған таштар урынында ялтыр балсыҡ һауыт күҙенә салынды.
Ҡалтыранып шунда һонолдо.Һәлмәк кенә ине.Баҙҙан сыҡты.Көршәк эсендәге алтынды алама сепрәккә түкте.Кире төрҙө.Кәзәкейенең кеҫәһенән кейеҙ янсыҡты алып,төйөнсөктө шунда тыҡты ла,шәмен һүндереп тышҡа сыҡты.
Кәртәнән Сәхибә еңгәһе сығып килә ине.
-Фатиха менән Гөлшатың быҙауыбыҙ бар тигәс,күрәйем,тиһәм.
-Еңгәй,быҙау ней,өйгә ҡуйҙыҡ.Ҡыҙҙар һеҙҙә мени?-Ғәзизәнең күҙ алдары ҡараңғыланды.
-Беҙҙәләр,бирхат булып уйнап йөрөйҙәр.
-Йөрөп торһондар әтеү..Әйҙә,еңгәй,сәй эсәйек...-көскә өйгә инде Ғәзизә.
-Собханаллаһ.Теремек кенә күренә үгеҙегеҙ,-Сәхибә еңгәй быҙауҙы һөйөп алды.
-Үгеҙме ни?...бөгөнгө ҡаңғырыҡтар менән быҙауымдың орғасымы,үгеҙме икәнен дә аңғармағанмынсы..-.Ғәзизәнең йөҙө ҡыҙарҙы,йөрәге ныҡ ҡаҡты.
Ғәзизәнең баяғолоҡ ҡойған ҡоймағы Сәхибә еңгәй ризығына яҙҙы бит.Икәүләшеп кенә сәй эсте ҡатындар.
Сирғәләһе мәктәптән ҡайтып ,аяғөҫтө генә тәғәмләнде лә,йүгәнен яурын аша һалып,эйәр йөкмәп ,ат һарайына сығып китте.
-Бөгөн Миңдәхәтте һыбай йөрөргә өйрәтәбеҙ,әсәй,Тәфтизан менән.
-Ярай,ипләп йөрөгөҙ...
Көн кискә ауышты.
Кәзәләрҙе кәртәгә бикләп инергә кәрәк.Ялан кәртәлә өшөрҙәр,-Ғәзизә кәртә яғына сыҡты.
Кәртәнең ишегенә һөйәлеп торған бүрәнә шылыу ғына түгел,бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.Ғәзизәнең йөрәге дарҫлап типте.
Сәхибә еңгәй бая быҙау күрергә индем,тигәйне,шуның ғына эшелер,тип уйланы ҡатын.Кәртә ишеге шар асыҡ та,танаһы ла кәбән төбөндәге ҡара-ҡура бесәнде көйшәп тора . Кәзәләрҙе индерҙе,тананы ҡыуҙы.Кәртә эсенә инеп,Нүрғәле йоҡлаған яслины тикшерҙе,һыйыр тиҙәген ташланы,ялан кәртәгә үтеп,тирә-яҡты байҡаны.Кире кәртәгә инде.Яслила ятып ҡалған толопто ҡапшап ҡараны, арыр-алйыр хәлгә килде.
Оялсан килен һымаҡ ҡыҙарып ҡына яҙғы ҡояш байыны ла ҡапыл һалҡынайтты.
Ғәзизә өшөп ,ҡалтыранып өйгә инде.
Күңелдәре булғансы уйнап арыған ике ҡыҙы Сәхибә инәйҙәренән ҡайттылар ҙа,быҙау ояһына инеп киттеләр.
,,Сәхибә еңгәм кәртә ишеген асыҡ ҡалдырып киттеме ?..Нүрғәләне күрҙеме?..."-ошо уйҙар мейеһен һыҙлатты ҡатындың.
,,Әллә Сәхибә еңгәһе лә Нүрғәләнең ҡайтҡанын беләме?...Нүрғәле тере",тип тороуы ла шаңҡытты ҡатынды.
Нүрғәле Хажмөхәммәт ҡустыһында төн сыҡҡан да,таңға беҙҙең кәртәгә инеп ятҡанмы?Хажмөхәммәт ят бауыр түгел бит,яп -яҡын туғаны."
Урындыҡҡа бер ятты,бер ҡалҡып кире ултырҙы.Ҡаралдыларҙы һүтеп,урын йәйҙе,ҡыҙҙарына әкиәт һөйләне.Һуң ғына улы ҡайтып инде.
-Йүгәнең,эйәрең ҡайҙа,улым?-Нүрғәленең атын да,сбруйҙарын да колхоз алды,эйәр менән йүгәнен төҫө итеп алып ҡалғайнылар.
-Тәфтизанда ҡалды,аттарҙы һыбай менеп ҡайттыҡ та,Хажмөхәммәт апаның ялан кәртәһенә ҡуйҙыҡ-,Сирғәле урынына инеп ятты,мыш-мыш танауын тартты,илаған һымаҡ тойолдо Ғәзизәгә.
-Улым ,берәй нәмә булдымы әллә?-ҡатын улының эргәһенә килде.
-Юҡ,бер нәмә лә,-юрғанын бөркәнеп үк ятты улы.
-Әллә Тәфтизан менән һуғыштығыҙмы?
-Юҡсы,нишәп һуғышайыҡ ,тей.Ағайым даһа.Арыным,әсәй.йоҡом килә.
-Ярай,йоҡла,балам.Ашты йылытайыммы?
-Ашаныҡ ...Тәфтизандарҙа.
Ғәзизә тағы малды ҡарап килеү һылтауы менән,кәртәгә барып ураны.Шылт иткән тауыш та,тым да юҡ.Кәзәкей кеҫәһендәге һәлмәк янсығын бер сығарҙы,бер кире тыҡты.
Һылтау табып ,Сәхибә еңгәһенә китте.Шәмдәрен һүндермәгәндәр әле Хажмөхәммәттәр.Урамына ингәйне,өйҙәге шәмдәре һүнде.Тәҙрә сиртеп йөрөүҙе килештермәне Ғәзизә.Кире ҡайтты,ҡапҡаны сырманы,кәртә яғына утте.Ҡараңғыла һәрмәнеп кенә кәртә эсенә инде.Ясли эргәһендә ултырҙы,толопто ҡапшаны:Нүрғәле ятмаймы ,йәнәһе.
-Аҡылдан яҙҙырыр ниндәй көн булды бөгөн!Ғәзизә яслигә төшөп ятты ла,толопҡа уранды:
,, Бәлки килер...йә,Хоҙайым,Килһен!Зинһар килһен Нүрғәле!Нүрғәлем килһен"Килһен!Килһен!Килһен Нүрғәлем!Үтенеп һорайым,килһен Нүрғәлем!Аллам!Ишетәһеңме,Нүрғәлем килһен яныма!Килтер яныма Нүрғәлемде!Зинһар!Һинең ҡөҙрәтең киң бит!Ишет мине,Аллам!Нүрғәлеее!!!!Аааа!!!Ҡосаҡлайым ғына...Хушлашам ғынаа...Хоҙайыым!!!
Толопҡа йөҙтүбән ҡапланып үкһеп иланы ла иланы Ғәзизә.
Шунан ҡайнар күҙ йәштәрен ярылып бөткән устары менән һөрттө ,туҙған сәстәрен һыйпаны ла ишеккә атланы:
-Ошо күҙ йәштәрем һуңғыһы булһын,Хоҙайым...
Өйгә инде.Ирендәрен супылдатып,танауҙарын һыҙғыртып йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарының юрғанын йүнәтеп ябып,ситтәрен ҡымтып ҡуйҙы.Сирғәле улының эргәһенә килде,йоҡлап ятҡан улының башынан һыйпаны.
Кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте.Ғәзизә мейес артынан быймаһын һәрмәп кейҙе,кәзәкейен эләктереп тышҡа сыҡты.Сәсүрмесе сың-сың килде.
-Кем бар?
-Мин,еңгәң,ас!-шыбырлап ҡына һөйләште еңгәһе,-Ғәйзә,Нүрғәле ереклегендә эйәрле ат торор.Ялан кәртәң аша һаҡ ҡына төш тә,шул толпарҙа Баҡырүҙәккә тиклем сап.Хажмөхәммәттең аты ул-,,Хажмөхәммәт"тигәнде әллә нисек наҙлы итеп әйтә ул Сәхибә еңгәһе!
-Еңгәм!!!-Ғәзизә Сәхибәне ҡосаҡланы,-Хоҙай ишетте мине...
-Сәхибъямал ишетте һине...Ашыҡ,килен,һуңлап ҡуйма!
,,Бына ҡайҙа беҙҙең йүгән менән эйәр!"-атҡа менде лә осто Ғәзизә:Түбәнге һаҙ,Аксинья,Шәкерт тауы,Ҡараһаҙ,йәйрәп ятҡан яландар...
Түп түңәрәк булып ай ҡалҡты ла,Толпар менән бергә йүгерҙе лә йүгерҙе.Ай арып Күктә һуҙылған юлаҡ -юлаҡ ,,юрғандар" араһына инеп ял итә лә,тағы Ғәзизәнең аты менән йәнәшә йүгерҙе.Ә йондоҙҙар һуң!Бөгөн ниндәй серле йондоҙҙар!
"Ғәзизә,хыялый!"-тип шыбырлашты йодоҙҙар.
Баҡыр үҙәккә етмәҫ борон ,атын туҡтатты Ғәзизә,тирә-яҡты тыңлап торҙо бер талай.Ай нурҙары яланды ҡаплап алды .Ғәзизәнең
яҙғы елгә елһегән битен һалҡын,әммә наҙлы ел иркәләтә.
Яҡында ғына моңло итеп берәү йыр һуҙҙы:
-Күгәреп тә ятҡан,ай,арҡа еркәйгә шул
Ат юрттырып менһәң ,көс була.
Уҙған ғына ғүмеркәйҙең юҡ билгеһе шул
Таң атала көндәр кис була.
-Нүрғәле бит!Ҡатын атының бөйөрөнә төрттө,үҙе былай ,тип йырланы:
-Йүгән генә тотоп ҡулыма төшөп киттем
Туғайҙағы торған туры атҡа.
Егет кенә кеше ҡурҡыу белмәй йөрөй шул
Етермен тиеп моратҡа.
-Нүрғәле !!!
-Ғәзизәү!!!
-Ҡайтырмын ,тип вәғәҙәңде бир.Вәғәҙәң артынан килдем.
-Вәғәҙә,Ғәзизәм,ҡайтырмын!
Ғәзизә Нүрғәленең ҡуйынына һыйынды.
-Күңел баҫыр ошо ерҙәрҙе мәңге һағынырмын!Кәләш күҙләргә барған берләм һуҡмағымды,тройкалар егеп кәләш кейәүләп ҡайтҡан таҡыр юлдарҙы,сал ҡылғанлы ҡырҙарымды!Ат эйәрләп торған улымды,етәләшеп инәйҙәренә сәйгә ингән ике ҡыҙғынамды,һөйөп туялмаған бисәкәйемде мәңге һағынырмын!-Нүрғәленең йомшаҡ бәрхәт күҙҙәре серле ҡарайҙар.
-Күрҙеңме балларҙы?-Ғәзизәнең күҙҙәрендә осҡондар уйнаны.
Нүрғәле моңһоу ғына йылмайҙы:
-Сер!
,,Әсә йөрәге һиҙмәйме инде?Улы һулҡылдап ҡына илай ине бит.Сирғәле атаһына ат эйәрләгән!"
Яйыҡҡа еткәс,Нүрғәле ҡыр өйрәге булып ҡысҡырып ебәрҙе.Ҡаршы өйәңкеләр араһынан тағы бер өйрәк ҡысҡырҙы .Айғыр ушҡырғаны ишетелде лә,ҡара айғыр менгән һыбайлы килеп сыҡты,үҙе тағы бер атты етәләп алған-Нүрғәленең атылыр .
-Һаумы,бауырҙаш!
-Шәпбеҙ әле!
-Нүрғәле,вәғәҙәңде боҙма,-Ғәзизә кеҫәһенән янсығын сығарып,Нүрғәлегә һондо,-һаҡла үҙеңде.Кисер мине,хыялыйҙы!Кисер!-субыр-субыр күҙ йәштәре ағып китте.
Нүрғәлеһе ҡатыныны йомшаҡ ҡына итеп ҡосағына алды ирендәренән һурып үпте.
-Иҙәһең бит...-тигән булды ҡатыны,үҙе һаман нығыраҡ иренә һыйынды.
-Балаларҙы, йөрәк майҙарымды,минең өсөн дә ярат!
-Яратырмын...
Яйыҡ өҫтөнән һалынған ағас күпер аша сығып китте ире.
Күккә алһыу юлаҡтар һибеп,яҙғы ҡояш ҡалҡты ла,алһыу -көрән нурҙарын Яйыҡ буйына түшәп ебәрҙе.
Күктәр шундай бейек,яҙғы елдәр ихлас бөгөн!
Ике һыбайлы Яңы ҡалҡҡан ҡояшҡа табан юртып киттеләр.
,,Һаумы,Нүрғәлем!Һағынышлы сәләмдәр менән Ғәзизәң.
...Именбеҙ әле .шөкөр!1939йыл...!
,,...күрше-күләндәр имен..."
,,...Бесән емерелеп үҫте,мул итеп икмәк үҫтерҙек..."
,,...йыл ҡоро килде,мал йонсоп алды...",,...Ҡыҙҙар мәктәпкә төштө..."
,,...Тәфтизан Миңдәхәтте айғырға ултыртып ебәргән дә,Күсей үрендә аты Миңдәхәтте ҡолатып киткән.Күҙһеҙ ҡалды...", ,,...Һуғыш ҡалҡты...Бөркөттәй егеттәребеҙҙе оҙаттыҡ...",,...Дамулла китте,Фазулла,Әнеүәр,Шәрифулла,Рамаҙан,Мөхәммәтрәхим,Исхаҡ,Шәһәрғәзе,Муллахмәт,Лотфрахман...", ,,Фатиманың улы Миңдейәр ҙә һуғышта икән..."
,,...Тәфтизанды алдылар,Мисбах ҡустымды..."", ,,Ҡара ҡағыҙҙар килә башланы...Дамулла һәләк булған...Мисбах ҡәйнешең...Миңдейәр...Тәфтизан... Тәфтизан -Советтар Союзы геройы!"
,,...Зәйнулла ҡулын өҙҙөрөп ҡайтты,Мөхәммәтғәле аяҡһыҙ...",,...Сирғәлебеҙ фронтҡа китте.Хаты килеп тора..."
,,...Еңеү !!!...Сирғәлебеҙҙең ҡара ҡағыҙы килде... 9сентябрь,1946 йыл...Күрәһе ҡайғылар алда булған икән..."
,,Һаумы,Нүрғәле!Һағындырҙың..."
,,Фәтиха Мәскәүгә ВДНХ ға барып орден тағып ҡайтты.1957 йыл..."
,,...Гөлшат һигеҙенсегә бәпәйҙәне.Ҡара тумалаҡ улы бар,ти.Һаман әпкилеп күрһәтмәйҙәрсе.1971 йыл...!
,,Һаумы, Нүрғәле.Сәләмәтлек юҡ әле,фалиж һуғып ҡуйҙы.Гөлшаттың өйөнөң түрендә ятам.һине асыҡ ҡына итеп төшөмдә күреп ятамсы.Аҡ күлдәк,ҡара салбар кейгәнһең...Һине алырға килдем,тинең дә етәләп Яйыҡ аръяғына алып сыҡтың да киттең икән,тейем...
Үҙең үҙәкте өҙөрҙәй итеп йырлайһың икән.Уралды һағынаһыңдыр, тинем инде.
Урал да ғына Урал,Ай,тиһегеҙ
Урал да ғына буйы сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң
Күңелдәргә үҙе зауҡы икән...Декабрь.1971 йыл.
Хатым тамам.
Ҡаурый ҡәләмдәрҙе тибрәтеп хат яҙыусы Ғәзизәң булыр.
С.Тамимдар.