Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Февраль 2023, 21:30

Кисектерелгән бәхет

- Атай, - тине ул, - беҙ һине үҙебеҙгә алып китергә ҡайттыҡ. Яйлап йыйынырһың инде…Уның хәбәренә башҡалары ла ҡушылып, һәр ҡайһыһы аталарына әйтер һүҙен еткереп ҡалырға ашыҡты.- Өйҙө һатырға тура килер, - тине уртансы ҡыҙы. - Ныҡ иҫкермәҫ борон. Тороусы кеше булмай бит инде хәҙер барыбер…Ҡапҡан икмәге тамағына тығылып Ғайса сәсәп китте. Ауыҙына бүтәнсә ризыҡ алманы. Балаларынан йыйыныр өсөн өс көн ваҡыт һораған булды үҙе. Ярай, атай, тиештеләр улары, яйлап тауыҡтарыңды һуя тор, бесәйеңде берәйһенә урынлаштыр, уға ҡалала урын булмаҫ ул. Иҫке-моҫҡо кейемдәрең дә бында ҡалыр, ҡалаға барғас, үҙебеҙ өр-яңыларын алып бирербеҙ, ҡайным, - тип кесе кейәүе лә һүҙгә ҡушылды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йоҡоһо осто Ғайса ҡарттың. Сәғәттәге кәкүк ҡысҡырғанын да көтмәй уянды ла, инде байтаҡ ваҡыт түшәмгә текәлеп ятыуын белә. Торғоһо килмәй. Таш һыуығы сығып киткән өйҙөң йылынғанын байтаҡ көтөр кәрәк әле. Аяҡ осонда үҙенә һыйынып ҡына йоҡлап ятҡан бесәйен уятып ҡуйыуҙан да ҡурҡа.

Мыраубайы төнө буйы аласыҡ - келәттә сысҡан аулай ҙа, таңға ҡарай арманһыҙ булып, хужаһы янында әүен баҙарына сума. Шулай кәштер-көштөр тормош көтөп ятҡан булалар.

Былтырҙан донъя тотошлайы менән ошо икәүгә текәлеп ҡалды. Йылы өйлө, эҫе ҡоймаҡлы иртәләр ҙә хужабикә иҫән саҡта ғына булған икән… Самауыр көйөнә генә уяна торғайны ҡартың, хәҙер уныһын төпкө соланға сығарып ултыртҡанына ла хәтһеҙ ваҡыт үтте. Эҫе ҡоймаҡ-бәлештәрҙең тәме лә уның өсөн үткәндәрҙә тороп ҡалды. Хөкүмәт ризығы менән генә йән аҫрай хәҙер Ғайса. Айына бер күрше ауылдағы кибеткә барып ҡайта ла, вәссәләм. Ундағы ризыҡтың да ауыҙҙа иреп торорлоғо бик һирәк эләгә, теше үтерлеген сәйенә сылатып ҡаба ла, хәле етмәҫтәй ҡатыларын һарайҙағы биш тауығына ебетеп бирә. Уларына иһә бик тә килешеп ҡала шул ризыҡ, туҡырлығын сығып, һауыттарын һә тигәнсе ялтлатып та ҡуялар. Шуныһы бар: йомортҡанан өҙмәйҙәр. Ҡарттың үҙенә лә бер шөғөл, көнөнә бер нисә тапҡыр шулар янына сығып әйләнеп ҡанын яҙып ала, шуларға әүрәй.
Хәйер, үҙ ихатаһынан ары сығырлыҡ ере лә ҡалманы инде. Элекке күрше-күләне лә юҡ тиерлек, йәнәш күршеләрендә йәштәр тора, улар менән һүҙе әллә ни беркеп бармай, ҡаршы Ғилмулланың өйөн бер урыҫ һатып алғайны, бында йәйен генә тороп китә, ҡышты иһә үҙенең гурытында үткәрә. Бында саҡта ла инмәй уға Ғайса, урыҫсаһы икмәк-тоҙлоҡ та булмағас, ҡатыморон һөйләгән һәр хәбәргә яҡшы аттай бер туҡтауһыҙ башын сайҡап тороу үҙен дә ялҡытып китә.
Арт күрше Сәкинәне иһә балалары үҙҙәренә алып ҡарай. Ул булғанда зерә лә йәтеш ине, сәйҙәре, хәбәрҙәре уртаҡ булды. Урамдың йәмен алып китте ҡарсыҡ…
Әле бына карауатында ятҡан көйөнсә, уйҙары менән тағы бер ҡат шул күрше-тирәһен, таныш-тоноштарын барлап сыҡҡас, ҡасандыр гөрләп торған ауылдың ҡапыл һүнеп, бөтә барыуы уның эсен бошорҙо. Күңелен әрнеткән уйҙары ауылдың әле бер, әле икенсе осона барып әйләнде лә, остағы йортҡа барып терәлде.
Ауыл осондағы йорт… Бер ҡайҙа йөрөмәй тиһәң дә, ҡарттың яйлап баҫып, иртә һайын шул йорттоң хәлен белеп ҡайта торған ғәҙәте бар. Төтөнө сығамы, юлы бармы, тәҙрәһендә ут янамы-юҡмы - былар барыһы ла бик мөһим Ғайса өсөн. Әлеге ҡотһоҙ тормошоноң мәғәнәһен дә шул үҙенә генә хас нур бөркөп ултырған йорт ҡына тотоп тора кеүек…
- Торорға кәрәк, Мыраубай. Ҡыҙҙар ҙа асыҡҡандыр. - Теге биш бөртөк тауығын иркәләп шулай тип йөрөткән була ул. - Өйҙө йылытайыҡ. Яңы көн башланып тора, хәйерле генә була күрһен.
Төн сыҡҡансы ҡатып өлгөргән быуындарын яҙа-яҙа мейесенә барып етеп, кистән тултырып ҡуйған утын араһына туҙ һыҙырып тыҡҡас, ут төртөп ебәрҙе. Өҫтәлдә һерәйеп кенә ултырған сәйнүгенең төймәһенә баҫып, тышҡа күҙ һалды. Шул ыңғайҙа, ике тәҙрә араһындағы йыртма календарҙың битен йыртып, мейес ауыҙына тыҡты. - Йә инде, тағы бер көн үтте… Ниндәй ҡалын ине мынау нәмә, яйлап йоҡара бара ҡәһәрең. Ғүмерҙе йоҡартып… - Үҙ алдына йәнә уйҙарын барларға кереште. - Әбей киткәнгә лә бер йыл булып килә. Яңы йыл алды ине бит, инде икенсеһе ана етәм, бына етәм, тип тора. Ғүмерҙең үтеүе! - Ҡарт ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла, сүсинкеләрен эләктереп тышҡа сыҡты. Тупһаһынан һарайға илткән берләм һуҡмаҡтан барып тауыҡтарына ем һипте, ҡар ултыртты. Шунан ҡапҡа тышына сығып, теге йорт ултырған урамға күҙ ташланы.
- Атаҡ! Төтөнө сыҡмай ҙаһа! Йоҡлап ятамы икән ней? - Үҙенең ҡаушап китеүен тойоп, уйҙарын ыңғай һыйпарға кереште. - Кит, булмаҫ. Бығаса урындыҡта аунамайҙыр ҙа!? Мейесен бөтөрөп томалағандыр булмаһа. Ә шулай ҙа барып әйләнәйем әле мин ул яҡҡа. Донъя хәлен кем белә?!
Инеп мейесен ҡыҙыулай томалап, ишегенә келә һалды ла, шәп-шәп атлап урамға йүнәлде.
Ауыл күптән уянған инде. Торбаларҙан төтөн күтәрелә, кемдер иртүк мунса яғып ебәргән, ана, берәү шаҡ та шоҡ утын яра, Хәмиҙәләр тәңгәлендә тәмле көлсә еҫе сыға, йыраҡтараҡ аяҡ аҫтында ҡар шығырҙатып, берәү атлай. Эшкә китеп баралыр. Улай тиһәң, ял көн бит. Әй, әҙәмдең мәшәҡәте бөтәме, ал да юҡ, ял да юҡ инде ул ауыл кешеһенә. Йүгерәһең, сабаһың да, ҡайҙа сапҡаныңды ла аңламаған көйөнсә генә китеп тә бараһыңдыр ошо донъяларҙан!
Ҡарттың ҡапыл эсе бошоп китте. Ул үҙе лә, әле кисә генә үксә аҫтынан ут сығарып йөрөгән егет ине бит, ҡай арала ҡартлыҡ тигәндең ҡолона әйләнгән?!
“Ҡартлыҡ… Ҡаф тау артында түгел, ҡапҡа артында ғына булған икән ул ҡәһәрең!”
Оҙон урам буйлап уйҙарына сумып бара торғас, күңеленә яҡын йорт тәңгәленә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған икән. Семәрле ҡапҡа яғына күҙ һирпеп кенә алды ла, аҙымдарын ҡыҙыулата биреп уны уҙып китте. Яңылыш күреп ҡалмаһын, алйып йөрөй, тиер, тип уйланы ла, уйлағанынан үҙе ҡыйынһынды. Шул ыңғайҙа ул йорттоң алғы яғында уты барлығын, ҡапҡа алдары киңәйтеп, тап-таҡыр итеп көрәлеүен шәйләне. «Балалары килеп көрәп киткәндер. Уныҡылар ҙа бөгөн ҡайтып төшөрҙәр инде, Хоҙай ҡушһа. Айҙан артыҡ ҡайтҡандары юҡ бит. Йыраҡталар шул. Мәркәздең үҙендә торалар. Был егеттәр ни, береһе күрше ауылда, икенсеһе райүҙәктә генә, һуҡтырып килә лә етәләрҙер…»
Ғайсаның улдары булманы, ул кейәүҙәргә бай кеше. Дүрт кейәүле ҡайны ул. Уландар менән хәлдәр икенсерәктер шул, кейәүҙәргә ҡайтығыҙ, эшләгеҙ, тип мыжып ултырып булмай. Ҡайтыу-ҡайтмау уларҙың үҙ ихтыярында.
Ҡыҙыу атлап барған еренән, өйөндә ниҙер онотҡан кешеләй, ҡарт кире боролоп, ҡайтыр һуҡмағына төшөп алды.
«Тәҙрәң утлы, ҡапҡаң юллы әле. Бар ҙа тәртиптә», - тип уйланы ул. Шул уйынан ярһыған йәненә остоҡтай ғына тыныслыҡ яғылғандай итте. Үҙенең иһә теге семәрле ҡапҡаға бер генә булһа ла шаҡып ҡарағыһы килде. Их, бер генә ултырып һөйләшһәң ине лә, аңлашһаң ине, тигән теләге өйөнә ҡайтып еткәнсе ҡарттың йөрәген ярһытып, зиһенен ҡуҙғытып йонсотто…
Олоғара бер эш башҡарғандай арманһыҙ булып ҡайтып ауҙы ул өйөнә. Бераҙ иҫәнгерәп ятҡандан һуң эшкә керешеп китте. Соланда эленеп торған тауығын индереп аш һалып ебәрҙе, ойоған һөткә ҡамыр баҫып, көлсә бешерергә тотондо. Балалары ҡайта бит, улар алдында һыр бирергә ярамай. Атайыбыҙ йонсоу ғына йәшәп ята икән тимәһендәр. Йәлләмәһендәр. Атыу тағы үҙҙәренә алып ҡайтабыҙ тип ларылдаша башларҙар. Юҡ, ғүмерендә лә бараһы түгел ул гурыт тигән тамуҡҡа. Балкун тип аталған сыйырсыҡ ояһының уймаҡтай ғына тәҙрәһенән башыңды сығарып донъя күҙәтеп ултыр, имеш. Килешмәгәнде. Йәшәгәндәр йәшәһен унда. Ул иһә ауылдағы ошо саҡлы иркенлекте ташлап шул ояға барып ҡунаһы буламы?! Меңәрләгән кеше араһында аҙашҡан бәпкә ише йөрөгәнсе, ауылда барыбер яңғыҙ булмай кеше. Бер урамға сығып әйләнһә лә, күңеле бөтәйеп ҡала. Унан кире, шыпа яңғыҙ түгел бит әле, Мыраубайы, һарайында биш тауығы бар. Ауылдаштары иҫән.
Ошолай йыуатҡан була ул үҙен. Балаларын да шуға ышандырырға тырыша. Ысынында иһә, көноҙоно ауыҙына бер тәғәм ризыҡ ҡапмай уҙған көндәре, керпек ҡаҡмай таңға барып ялғанған төндәре барлығын уның үҙенән башҡа берәү ҙә белмәй.
Белмәй тиһәң дә… берәү белә уның ҡыйын йәшәгәнен. Баяғы нурлы йорт хужабикәһе. Аят аштарында бергә тура килгәндәрендә, уның үҙенә бик һынап ҡарап ултырғанын һиҙә Ғайса. Уның ҡарашында әле һаман да үпкә, хатта нәфрәт сатҡылары сағылып киткәндәй була. Үҙ-ара һүҙ ҡатышҡандары юҡ, эш шул баш ҡағып сәләмләшеүҙән уҙмай.
Ғүмере буйы күңелен ымһындырып та, һыҙлатып та торған кешеһе иҫкә төшкәс, уйҙары Ғайсаны йәнә ауыл урамына һөйрәне.
Сәлимәкәй! Йәнен иретер ошо исемде доғалай итеп көнөнә нисә ҡабатлайҙыр үҙе, күпме ҡабатлаһа ла, туймай. Уның менән кисергән ҡыҫҡа, әммә татлы мәлдәре Ғайсаны мәңге әйләнеп ҡайтмаҫҡа киткән йәшлек йылдарына әйҙәй.
Йәшлегенең гүзәл таңында йөрәген тулыһынса үҙенә бойһондорған һылыуға шишмә буйында ғашиҡ булғайны ул. Шул таңдан алып йөрәгенән сыҡманы ла ҡуйҙы шаян ҡыҙ. Исеме лә йырлап ҡына торғандай бит үҙенең: Сә-ли-мә!
Ауылдың бүтән ҡыҙҙарын бар тип тә белмәне егет. Шаян да, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ та ине уның һөйгәне. Ана шул тыйнаҡлығы менән арбаны ул Ғайсаның күңелен. Егет үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине. Үҙе сая, үҙе дәртле, етмәһә, гармунсы ла. Ауыл йәштәрен йыйып, таңғаса шишмә буйында бейетер, колхоз эшенә лә өлгөрөр, донъяһын да гөрләтеп көтөр булды. Күп ҡыҙҙар сапты уның артынан, егеттең иһә тик Сәлимәһе менән ғаилә ҡорғоһо, балалар үҫтергеһе килде. Беҙ һинең менән бәхетле булып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерәсәкбеҙ ҙә, икебеҙ бер көндө ҡулға-ҡул тотоношоп ошо донъяны ташлап китәсәкбеҙ, ти торғайны хыялый егет. Ҡыҙ иһә уның был һүҙҙәренән шишмә буйын яңғыратып көлөр ине.
Сәлимәһен бер көн күрмәһә лә, һағыныуҙан һарыға һабышыр булды Ғайса. Һөйгәне кис уйынға сыҡмай ҡалһа, таң һарыһы менән атына атланып ҡыҙ йәшәгән урамға барып әйләнә, уның иңдәренә көйәнтәһен һалып шишмәнән һыу ташыуын ауыл осона сығып күҙәтеп торҙо. Әле лә шул ғәҙәте уны күңеленә яҡын урамға әйҙәп бер була. Семәрле ҡапҡанан йәш саҡтағылай Сәлимә килеп сығыр ҙа, үҙен етәкләп сәскәле болонға йүгерер кеүек.
Юҡ шул! Яҙмыштан уҙмыш юҡлығын, ә бик теләгән хәлдә, яҙмышты үҙеңсә ҡороп булғанлығын үтә һуң төшөндө шул Ғайса. Үҙенең көсһөҙлөгөн дә һуңлап таныны.
Йәшлек йәренән баш тартып, тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә тура килде уға. Ағаһын ағас баҫҡас, өс балаһы менән яңғыҙ ҡалған еңгәһен уға димләнеләр. Үлем түшәгендә ятҡан атаһының һуңғы үтенесе ине был. Ҡан туғандарын яттар күҙенә ҡаратмаҫҡа тигән әмер бирелгәс, ағай кеше уларҙы үҙ ҡосағына алды.
Тик барыбер ғүмере буйы ҡасан да булһа Сәлимәһе менән бергә буласағына өмөтөн өҙмәне. Түшәк бүлешкән кешеһе уның өсөн ҡатын түгел, еңгә булып ҡала килде. Керпегенә йоҡо ҡунмай ыҙаланған төндәрен ул шишмә буйҙарын, тәүге йәре менән бәхетле миҙгел кисергән урындарын ҡыҙырырға ғәҙәтләнеп алды. Ә һағыныуы сиктән ашҡан бер төндө, үҙен күреп, һағышын баҫмаҡ булып Сәлимәнең ишеген ҡаҡты. Тик ул асманы. Иң саф хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған, аҡ хыялдарын селпәрәмә килтергән хыянатсыны ғәфү итерлек көстө ҡайҙан алһын да, ҡайһылайтып уның күҙенә ҡараһын ти Сәлимә?
Ошо хәлдән һуң Ғайсаның юлында осрап бер генә һүҙ әйтте үҙе: «Ҡапҡамды онот!»
Онот тиеүҙән генә онотоп булһасы! Юҡ, онотманы ла, яратыуҙан да туҡтаманы ир, ваҡыт уҙыу менән, матур ҡатын ҡиәфәтенә инә барған йәшлек йәренә көндән-көн нығыраҡ ымһынды. Тап шул һөйөүе йәшәтте Ғайсаны, ҡулына балта тоттороп өй буратты, ер һөрҙөрөп иген сәстерҙе, ат туғарып, ат ектерҙе. Күңеле түрендәге һуңғы өмөтө үҙенең тере икәнлеген белдереп, йыш-йыш баш ҡалҡытты. Тормош мәғәнәһе, донъя йәме, шул уҡ ваҡытта йөрәгенең иң тәрән, уңалмаҫ яраһы ла, йән ғазабы ла ине Сәлимә.
Ауыл кешеләре ни, барыһы бер һуҡмаҡтан йөрөп, бер шишмәнең һыуын эскәс, ара-тирә тап булышты был икәү, тик һәр осрашыу баш ҡағып иҫәнләшеүҙән һәм ҡараштарҙы ситкә алып үтеүҙән уҙманы .
Ә берҙән-бер көндө ауыл өҫтөнә Ғайсаны аҡылдан яҙҙырыр хәбәр таралды: “Сәлимәне һоратҡандар!”Һоратҡандар?! Кемгә бит әле! Салихҡа?!
Һөйгәненең тормошҡа сығасағын белгәс, донъяһы тамам түңкәрелде ирҙең. Һуңғы өмөтө лә, уны ташлап, йәһәннәмгә китеп олаҡты...
Сәлимә иһә сер бирмәне, уңғандар рәтендә булып, тырышып-серәшеп тормош көттө. Шалҡандай ике ул тапты, колхоз эшендә лә алдынғылыҡты бирмәне. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә генә һаран булды уның яҙмышы - хәмер шауҡымынан айный алмаған ире вафат булғас, ул ике балаһын ҡосоп йәшләй генә тол ҡалды.
Ғайсаның теге ҡайтмаҫ ергә китеп олаҡҡан өмөтө йәнә үҙенә әйләнеп ҡайтты. Ул колхоз ҡушыуы буйынса тракторға ултырып яңғыҙ ҡатындың ерен дә һөрҙө, утын-бесәнен дә килтерҙе, шул ыңғайҙа ҡулына сүкеш-балтаһын тотоп, Сәлимәнең кәртә-ҡураһын да рәтләп ҡуйғыланы.
Эштәрен ослаған бер кистә теге һуңғы өмөтө унан тағы таныш ишекте шаҡытты. Тик ул асылманы. Оҙаҡ тапанды Ғайса таныш тупһа төбөндә, таңға ҡарай, күңелендә быҫҡыған өмөт ҡуҙын һүндереп, хыялында йөрөткән бәхетен киләсәккә кисектереп, ул йәнә үҙ яҙмышына буйһондо…
...Әле иһә уйҙарына бирелеп, балалары ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалған даһа! Улары ла был юлы ни хикмәт, артыҡ тауышһыҙ ғына килеп инделәрме шул? Башҡа саҡта бер өйҙө биш итеп, ларылдашып, машиналарынан тоҡсай-тоҡсай әйбер ташыйҙар, кемуҙарҙан хәбәр һаталар, һәр ҡайһыһы бер үк төрлө һорауҙарын бишәр ҡабатлап, аталарының башын әйләндереп туҡтайҙар ине. Әле иһә алып ҡайтҡан күстәнәстәре лә күҙгә элерлек түгел, бығаса өҫтәлде түр яҡҡа сығарып табын ҡорҙолар, әле иһә оло ҡыҙы сәйҙе алғы яҡта әҙерләп маташа. Кейәүҙәре лә башҡа саҡта ишек алдына һибелеп, ҡар көрәйҙәр, мунса яғалар ине, әле тиһәң, ауыҙҙарына һыу йомғандай, ҡайныларына тексәйеп шымғандар.
Был көсөргәнеште табын артына ултырғас, әлеге баяғы шул оло ҡыҙы боҙҙо:
- Атай, - тине ул, - беҙ һине үҙебеҙгә алып китергә ҡайттыҡ. Яйлап йыйынырһың инде…
Уның хәбәренә башҡалары ла ҡушылып, һәр ҡайһыһы аталарына әйтер һүҙен еткереп ҡалырға ашыҡты.
- Өйҙө һатырға тура килер, - тине уртансы ҡыҙы. - Ныҡ иҫкермәҫ борон. Тороусы кеше булмай бит инде хәҙер барыбер…
Ҡапҡан икмәге тамағына тығылып Ғайса сәсәп китте. Ауыҙына бүтәнсә ризыҡ алманы. Балаларынан йыйыныр өсөн өс көн ваҡыт һораған булды үҙе. Ярай, атай, тиештеләр улары, яйлап тауыҡтарыңды һуя тор, бесәйеңде берәйһенә урынлаштыр, уға ҡалала урын булмаҫ ул. Иҫке-моҫҡо кейемдәрең дә бында ҡалыр, ҡалаға барғас, үҙебеҙ өр-яңыларын алып бирербеҙ, ҡайным, - тип кесе кейәүе лә һүҙгә ҡушылды.
Бер-бер артлы машиналарына тейәлешеп ҡуҙғалған балалары күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ҡарт ҡапҡа төбөндә, башында буталған уйҙарының осон таба алмай йонсоно.
Өйөнә ингәс, киҫелгән ағастай карауатына ауҙы. Иҫен йыя алмай байтаҡ ятҡас, эргәһенә килеп һырмаланған бесәйенә өндәште:
- Тегеләр насар уй менән ҡайтҡандар бит әле, Мыраубай. – Үҙенең әйткәндәренән күңеле тулышып китте. - Оя туҙҙырырға ҡайтҡандар…
Йыйынырға бирелгән өс көндөң ике көнө тиҙ генә үтеп китте. Өсөнсө көн тыуыу менән ҡыҙҙарының әле береһе, әле икенсеһе шылтыратып йонсотто.
- Иртәгә ҡайтып алабыҙ һине, атай. Тауыҡтарыңды һуйып өлгөрмәгән булһаң, хафаланма, үҙебеҙ ҡайтҡас күмәкләп эш итербеҙ…
Уларҙы һүҙһеҙ генә тыңлап бөткәс, ҡарт эштең ысынлап та бик төпкә китеп барыуын аңланы. Әйткәндәренән барыбер кире ҡайтасаҡтары юҡ, тип уйланы ла, бысағын тотоп һарайына сыҡты. Аҙбар ҡапҡаһын бер асты, бер япты үҙе, унан тауыҡтар бүлмәһенә инеп оҙаҡ ҡына шуларға текләп торҙо. Нисек ҡулы барып ошоларҙы салып ырғытһын ул? Бер йыл буйы шуларға йыуанып йәшәне, эсендәге бөтә серен әлеге бесәйе менән биш тауығына һөйләне, илағанда иланы, көлгәндә көлдө, шулар менән яңғыҙлығын уртаҡланы. Ҡулында тотоп торған бысағын йән көсө менән лапаҫ бүрәнәһенә ҡаҙағас, ниҙер һиҙгәндәй, хужаларының күҙенә текләп шымып ҡалған ҡоштары алдына бер сеүәтә ҡар ултыртып, бойҙай һипте лә, аяғына килеп һырмаланып, үҙен юхалап йөрөгән Мыраубайын эйәртеп өйөнә табан атланы.
Башына төшкән хәсрәтен көсәйтеп бер туҡтауһыҙ зыңлаған телефонын һүндереп түшәге аҫтына тыҡҡас, балалары киткән көндө төйнәй башлаған төйөнсөктәрен күҙ күрмәҫ ергә быраҡтырғандан һуң бер нөктәгә ҡарап байтаҡ ҡына иҫәңгерәп ултырҙы әле ҡарт, шунан ҡапыл етди бер ҡарарға килде.
Төйөнсөктөң береһен йәһәтләп һөйрәп сығарып, унан рәтле тип һанаған кейемдәрен алып кейгәс, битен баҫҡан һаҡал-мыйығын ҡырырға кереште, үҙе урам яҡҡа ҡараған тәҙрәһенән күҙен алмай тышты күҙәтте. Күңелен бығаса таныш булмаған ҡурҡыу биләп алды, әйтерһең дә, бына хәҙер ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтай ҙа, уның аяҡ-ҡулдарын бәйләп алып сығып китәләр һәм шул китеүҙән ул башҡа бер ҡасан да был ауылды ла, ошо өйөн дә күрмәйәсәк…
Ишек төбөндә быуындары ҡалтыраған аяҡтарына сүсинкеләрен тура килтерә алмай байтаҡ аҙапланды, бармаҡтары тыңлашмаған ҡулдары менән кейеменең төймәләрен эләктерә алмай йонсоно әле ул. Ҡаушауынан нисек итһә итеп ашыҡ-бошоҡ кейенеп тышҡа сыҡты ла, солан ситендә һөйәүле торған таяғын һәрмәп табып, шәп-шәп атлап ҡапҡанан сығып та китте.
Ауыл урамынан үткән саҡта ул һәр өйҙөң тәҙрәһенә тексәйҙе, ҡаршыһына осраған ауылдаштарының ғына түгел, хатта үҙенә абалап килеп сыҡҡан эттәрҙең ҡарашынан да миһырбанлыҡ эҙләне. Уның эсен өтөп алып барған һағышын, башына төшкән ауыр хәсрәтен кем менәндер бүлешкеһе килде. Уйҙарынан уйылып барып төртөлдө ул Сәлимәнең семәрле ҡапҡаһына. Ҡарт ғүмере буйы кисектереп килгән бәхетенә табан ышанысһыҙ ғына аҙымын атланы ла, күтәрмә аша ишек тотҡаһына үрелде…

Лена Хәйруллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:_mt62MkOuKE

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: