

Лилия Илбулова
Зилүшкәм
Хикәйә
Ҡатынын ғәйепле балалай мөйөшкә ҡуйып һорау алырға булды Фәрит. Ҡасыу юлын ҡаплап, үҙе бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, ултырған урынында балта ҡайраны. Юғиһә, ана, иптәштәре уны мәшәүгә һанай. Бөгөн дә,әҙ-мәҙ мәйләп алайыҡ тигән тәҡдимдәренә:
– Мине Зилүшкәм көтә бит әле, – тине.
– Эээй, һинең шул инде! Ике һүҙҙең берендә “Зилүшкәм дә Зилүшкәм”... Ә бына ул һиңә исмаһам бер тапҡыр “Фәритүшкәм!” тигәне бармы? Ха-ха-ха! Бисәңдең ыңғайына йөрөп, быҙауға әйләнеп бөттөң инде. Йоҙроҡ төйнәп: “Бына, ҡыҙҙы-- йәштән, бисәне – баштан”, – тип бушҡа әйтмәгәндәр. Ошолайтып тотор кәрәк уларҙы! Әҙерәк саңдарын ҡаҡҡылап алыу ҙа файҙалы бит ул! Әллә һинең Зилүшкәңдең осаһына алтын ялатылғанмы? Әллә, әллә... Һин көнө буйы эштә, ул өйҙә. Оҙаҡ ваҡыт та кәрәкмәй яҙыҡ эшкә, мендең дә төштөң, тигәндәй... Хи-хи-хи!
Иң яҡын дуҫының һүҙҙәре бөтөнләй икенсе юҫыҡтан ҡарашын асты, ысынлап та, үҙенең шыйыҡ быуынлы булыуына инанды, күңел түренә инеп оялаған шиген ҡуҙғытты. Яшыҡ ҡына кәүҙәле, ҡараҡай һылыу Зиләнең ҡурҡыу тулы ҡараштарын күреү, илаһи бер ләззәт килтерҙе. Ике күҙе ҡатынында булһа ла, ҡайраҡлы ҡулы, ялп та йолт килеп, үҙ эшен эшләне.
– Бына, бисәкәй, бөгөн барыһын да уртаға һалып һөйләшәбеҙ, ҙур нөктә ҡуябыҙ! Мин ишеткән хәбәрҙәрҙе дәлилләмәһәң...
Әйтер һүҙен дә әйтеп бөтөрмәгән ир, ҙур мәғәнәле пауза яһап, ирененең сите менән генә, мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Ҡурҡҡан ҡарашын балтаға текләгән килеш, Зилә тәне менән генә түгел, бөтөн йәне менән ҡалтыранһа ла, балаһы өсөн үрһәләнде. “Ниндәй һүҙҙәр?Ниндәй һөйләшеү? Нимә дәлилләргә? Эй, Аллам, балаҡайым! Шым ғына ята күр инде! Бынау балтаһы менән сапҡылаһа... Эй, Аллаҡайым, ярҙамыңдан ташлама!”
Йәшен тиҙлегендәй үткән уйҙары, ҡөҙрәтле Хоҙайға өндәшкән ялбарыуҙары ишетелмәне. Иренең иҫерек мығырлауына бәпесе уянып илай башланы.
Ояһынан осоп төшкән ҡошсоғон һаҡларға теләгәндәй, Зилә лә балаһын ҡурсалағыһы килде.
– Баламды. Фәрит, баланы...
– Әәәә, балаңдымы?
Күҙенә ҡан һауған, сығырынан сығып ярһыған иргә етә генә ҡалды. Фәрит, йән асыуы менән, йүргәктә ятҡан баланы алып, муйынына ҡайрап ултырған балтаһын терәне. – Баламды тиһеңме? Кемдең балаһы? Кемдеке?
Ғауға тауышынан ҡурҡып, тағы ла ярһыбыраҡ илаған баланы, сепрәк ҡурсаҡтай, ятҡан урынына кире ырғытты. Үҙе ултырған урынынан һикереп тороп, йән көскә балтаһын Зиләгә осорҙо. Уныһы Зилә торған мөйөшкә ҡаҡлығып,ҡатындың аяҡ осона ҡаҙалды.Тамам бәрейгә әйләнгән ирҙең күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, суҡмарҙай йоҙроғон эшкә екте.
– Кемдең балаһы? Әйт! Кемдеке? Әйт тейем мин һиңә!
Иренең һәр һорауы Зиләнең йөҙөнә, тәненә өлөш булып төштө. Бер ҡулы менән сәсенән мытҡып тотоп стенаға бәрһә, икенсе ҡулы туҡмаҡ яуҙырҙы.
Стенаға ҡаты бәреүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, Зилә һушһыҙ йығылды. Яза биреүҙән ҡаныҡмаған ир, иҫәнгерәгән ҡатынын аш бүлмәһенә һөйрәкләне, мейес янында ултырған ашлыһыу биҙрәһен өҫтөнә ауҙарҙы. Шамалы, лайлалы шыйыҡсанан аңына килде Зилә, әрселгән картуф, ҡыяр ҡалдыҡтары сәселгән иҙәнгә таянып, көскә башын күтәрҙе. Күҙ алдары ҡараңғыланып, башы зыр әйләнде, ауыртыуҙан, һыҙланыуҙан ыңғырашты, бысранып, ҡанланып бөткән сикәләренә юл һалып, йәш бөртөктәре тәгәрәне. Ике ҡулын бөйөрөнә таянып, аяҡтарын кирә баҫып тороп, күҙәтте был хәлде ире.
– Нисек инде кем балаһы, Фәрит? Һинең алда бер ғәйебем юҡ. Ни ҡыланыуың был?
– Әәәә? Әле телләшәһеңме? Әле гонаһым юҡ, ғәйебем юҡ тиһеңме?Мә һиңә! Мә,етмәһә! Мә! Мә!
Тынысланды, тигән өмөтө юҡҡа сыҡты Зиләнең. Яңы тыуған бәрәс кеүек, этелеп-төртөлөп тороп килгән ерҙә, ҡаты ботинкалар осора типтеләр. Әллә күпме һуғыуҙан шешеп, инде күгәреп сыҡҡан күҙҙәрендә уттар сәсрәне. Зилә ҡолаған ыңғайы, йән асыуын егеп, ут бөрккән дейеүҙәй ташланды, типкеләргә, иҙгеләргә кереште.
– Минең өҫтән йөрөйһөңме? Мине иргә һанамайһыңмы? Мин кем һиңә, ә? Мин кем? Кемдән таптың малайҙы? Әйт! Кемдеке? Атаһы кем?
Ярһып илаған, инде ҡарлыҡҡан балаһына ла иғтибар итмәй, ҡанға, ауҙарылған ашлыһыуға батҡан Зиләне хәле бөткәнсе типкеләне. Типкеләп тә үсе ҡанмай, балтаһының һаплы яғы менән ҡатындың яурындарын, арҡаларын, иңбаштарын төйҙө. Ахыр сиктә, кейемдәрен йыртҡыслап, сәсенән һөйрәкләп, төпкө бүлмәгә үтте.
– Һиңә ниндәй ир кәрәк? Мин оҡшамайыммы? Ошолай ир кәрәкме? Бына былай иткәндәре оҡшаймы? – тиеп көсләне Зиләһен.
– Бында һиңә һөйәркәң юҡ, иркәләтеп ятырға!
Ниндәй генә сүрәткә индермәне лә, ниндәй генә ҡиәфәткә төшөрмәне. Көсләү араһында туҡмағы ла, типкеһе лә яуып торҙо.
Балаһының илаған тауышына иҫенә килде Зилә. Иҙгеләнгән кәүҙәһен көскә һөйрәп килеп торҙо, төнө буйы әрһеҙләшкән ире, ҡолас йәйеп, хырылдап йоҡлай ине. Фәритен уятмаҫҡа тырышып, йәһәт ҡыймылдарға тырышһа ла, алған яралары тиҙ йөрөргә форсат бирмәне. Аяҡтарын һөйрәп, өҫтөнә кейгәнсе бер килке хитланды, шешеп ҡарайған күҙҙәре күрмәне, шаҡарылған ҡулдары йөрөмәне. Йөҙөнә ҡатып ҡаҡашҡан ҡан эҙҙәрен көскә йыуып алды ла, балаһын ҡосоп, имеҙергә ултырҙы. Төнө буйы илап, асыҡҡан сабый шунда уҡ түшенә йомолдо. Ғәзиз балаһын йәлләп, ҡыбырлаған һайын һыҙлаған яраларына ла түҙмәй, шым ғына иланы ул. Күҙ йәштәре сикәләренән ағып, йыртылған ирендәрен әсеттерҙе, иренең яла яғыуы йөрәген әрнетте. Ошо мәлдә, ҡуйынындағы супылдап имеп ятҡан сабыйынан башҡа, бер ни кәрәк түгел ине Зиләгә. Кистән үк, иренең ваҡытында ҡайтмауына йөрәкһенгәйне. Ләкин, бәләкәй бала менән булышыу, донъя мәшәҡәттәрен бөтөрөү үҙенекен итте, арып, талсыҡҡан ҡатын тиҙүк йоҡоға талғайны. Ишеген дә эләктермәгән ине. Фәриттең “уртаға һалып һөйләшеүе” бөгөнгөһө менән иртәгәне ҡап урталай бүлде, шаҡтай донъяның аҫтын өҫкә әйләндерҙе.
***
Яратышып өйләнешмәнеләр улар. Зилә Фәритенең киләсәккә яҡты уйҙарына, матур хыялдарына алданды. “Миңә генә оҡшаған улдар, һиңә генә оҡшаған ҡыҙҙар үҫтерербеҙ. Өрмәгән ергә ултыртмам, минең мөхәббәтем икебеҙгә лә етәсәк, мотлаҡ бәхетле буласаҡбыҙ!” – тигән һүҙҙәре әсир итте. Туйҙы ла тиҙләттеләр, ҡулына килеп эләккән әрһеҙ ҡыҙҙы йәһәтләп үҙенеке иткеһе килгәндер күрәһең. Алты мөйөшлө өй һалып, матур, етеш донъя көтөп алып киттеләр улар. “Зиләм минең, Зилүшкәм!” тиеп кенә өндәшеп, ихлас күңел менән яратты бит ул Фәрите. Яйы сыҡҡан һайын суп иттереп үбеп тә алыр ине, арҡаһынан тупылдатып һөйөп тә үтер ине. Оҙаҡламай улдары ла тыуҙы. Шунан һуң башланды ла инде ҡаңғырыуҙар. Шул мәлдә үҙгәрҙе Фәрите, сөнки малайы, Зиләнең үҙенә оҡшап, ҡыйғас ҡашлы, ҡараҡай булып тыуҙы.
– Ниңә миңә оҡшамаған? Ниңә ул ныҡ ҡараҡай? Ирене лә минеке түгел, танауҙары ла. Малай булғас,аҙ булһа ла, атаһына оҡшарға тейеш тә баһа! – тип тылҡыны.
Был һорауҙарына аҙ һүҙле, ләкин ҡәтғи рәүештә фекерен еткерергә өйрәнгән Зиләһе:
– Һуң, атаһы, сабыр бул. Бишектәге бала бишкә төрләнә тиҙәр. Аҙыраҡ буй етер, балабыҙ ҙа үҙгәрер. Бәлки, ҡыҙыбыҙ тыуһа, ҡойоп ҡуйған үҙең булыр, Аллаһ бирһә.
– Эйе шул, бәлки. Ана шул бәлки тигән һүҙе лә бар бит әле! Бәлки оҡшамаҫ! Мин һине алғанда уҡ сафлы түгел инең.
Зиләнең һәр һүҙен үҙенсә юрап, тауыш күтәрергә сәбәп эҙләне, бәйләнер булып китте.
Эээх, бына шул туй ваҡытында уҡ кире ҡағыр булған да бит. Терһәк яҡын да, тешләп кенә булмай шул.
Зиләнең сафлығы булмауҙа район үҙәгендәге акушер-гинеколог ғәйепле ине. Ул көндө мәктәп балаларын сираттағы медосмотрға саҡырҙылар. Янында ултырған ҡатынға хәбәрен һөйләй-һөйләй килгән акушер, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән креслола ятҡан ҡыҙға иғтибар ҙа бирмәй, анализ алыу ҡорамалын эшкә екте. Ауыртыуҙан ҡапыл ҡысҡырып ебәргән ҡыҙға күҙ һалғанында эш үткән ине инде.
Ошо хәлде аңлатып та ҡараны иренә Зилә, ваҡытында аңлағандай булғайны ла бит...
– Ышанмаһаң, туй ваҡыты тип ҡарап тормайбыҙ, бына бөгөн өҙәбеҙ араны!
– Юҡ, минең мөхәббәткә был сәбәп түгел!
Хәҙер ҡайҙа икән шул һүҙҙәре? Ниңә онотҡан? Ҡайҙа ҡалған мөхәббәте? Ышанысы? Ҡайҙа аҙашҡан?
Бер нөктәгә төбәлеп, оҙаҡ ултырҙы Зилә. Һаташып, үҙ алдына һөйләнеп, әйләнеп ятҡан ирен ишетеп ҡуҙғалды. Ныҡлы ҡарарға килеп, йәһәт-йәһәт йыйынды ла, балаһын ҡосоп, юлға сыҡты. Сығыр алдынан, бер әйләнеп донъяһын байҡаны. Ереккән еренән, тыуған төйәгенән ҡарашы менән генә хушлашты. Төҙөп ингән донъяһын мәңгелеккә ташлап китеүен белә ине. Күңеленән ҙур йөк ташлағандай хис итте, хатта үҙ ҡарарынан еңеллек кисерҙе.