Әҙәби бит
3 Февраль 2023, 12:25

Тормош драмаларынан туҡылған ижад

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Темәс ауылы ҡыҙы - Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Әминә Яхинаның 70 йәшлек юбилейына арналған “Тормош драмаларынан туҡылған ижад” тип аталған ижад кисәһе үтте. Әминә Миңлеғол ҡыҙы - 20-нән ашыу пьеса авторы, шуларҙың 9-ҙы профессиональ театр сәхнәләрендә - Сибай, Салауат, “Сулпан” балалар театрҙарында ҡуйылған, пьесалары “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, «Парижды ла алдыҡ беҙ...», “Етем төлкө” йыйынтыҡтарында донъя күргән.  

Тормош драмаларынан туҡылған ижадТормош драмаларынан туҡылған ижад
Тормош драмаларынан туҡылған ижад

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Темәс ауылы ҡыҙы - Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Әминә Яхинаның 70 йәшлек юбилейына арналған “Тормош драмаларынан туҡылған ижад” тип аталған ижад кисәһе үтте. Әминә Миңлеғол ҡыҙы - 20-нән ашыу пьеса авторы, шуларҙың 9-ҙы профессиональ театр сәхнәләрендә - Сибай, Салауат, “Сулпан” балалар театрҙарында ҡуйылған, пьесалары “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, «Парижды ла алдыҡ беҙ...», “Етем төлкө” йыйынтыҡтарында донъя күргән.

Ҡарлы-буранлы ҡышҡы көндәрҙең береһендә районыбыҙҙың йәмле Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яхиндарҙың ғаиләһендә ете бала араһында бер матур ғына ҡыҙ бала донъяға килә. Ышаныслы, тоғролоҡло, ҡурҡыуһыҙ, тыныс булһын тигән теләктә уға Пәйғәмбәребеҙҙең әсәһенең исемен – Әминә исемен бирәләр.

Атаһы Миңлеғол Яхин йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда яуҙан ҡайта һәм, әсәһе Шәүрә менән танышып, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Һуғыш арҡаһында уларға уҡырға насип булмай, шуға күрә ғаилә балаларын юғары белемле итергә ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы иртә яҡты донъя менән хушлашыу сәбәпле, балаларын аяҡҡа баҫтырыу һәм кеше итеү бурысы әсәләре иңенә төшә: нисек кенә ауыр булмаһын, ул балаларын уҡытырға тырыша.

Әминә Яхина 2-се кластан алып Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. Унда ул, уҡыуҙағы алдынғылыҡтан тыш, саңғы спорты менән шөғөлләнеп, беренсе разрядлы спортсы булып таныла. Шулай уҡ класс старостаһы, отряд, дружина советы председателе, аҙаҡтан мәктәптең комсомол ойошмаһы етәксеһе булырға ла өлгөрә.

Ул, ысынлап та, көслө рухлы, аҡыллы, сабыр һәм тыйнаҡ булып үҫә. Өфө дәүләт нефть институтын тамамлап, инженер-химик-технолог һөнәрен алып сыға һәм ғүмере буйы инженерлыҡҡа тоғро ҡала. Уға йәшәү бүләк иткән ғаилә бик күп гәзит-журналдар алдыра. Шунлыҡтан Әминә бәләкәйҙән уҡырға ярата, мәктәп йылдарында йәшереп кенә шиғырҙар ижад итә башлай. Шиғырҙарына тормош тураһында уйланыуҙар, кешеләргә, донъяға һәм әсәйҙәргә һөйөү, матурлыҡты данлау хас. Был һәләтен ул ғүмере буйы йәшереп йөрөтөүгә ҡарамаҫтан, ижад даръяһы уны бөтөнләй икенсе йүнәлешкә ағыҙа – 45 йәшендә драматург булып таныла ул. Уның характерындағы булған теүәллек, ҡыҫҡалыҡ, конкретлыҡ һыҙаттары яҙмаларында ла сағыла. Быға техник юғары уҡыу йортон тамамлауы ла сәбәпселер, бәлки.

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге иғлан иткән иң яҡшы пьесаға конкурс Әминә Яхинаның ижади яҙмышын хәл итә лә инде. Тәүге “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” исемле пьесаһы 2000 йылда А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры тарафынан сәхнәгә ҡуйыла. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яңғыҙлыҡ һәм ташландыҡ балалар, һуғыш тарафынан һындырылған яҙмыштар, эскелек һәм наркомания, изгелек һәм яуызлыҡ тураһында уйланырға мәжбүр иткән был драма шундуҡ тамашасыһын таба, ҡала-ауылдарҙа премьералар аншлаг менән бара. Артабан Сибай дәүләт драма театры «Бабайға кәләш кәрәк!», «Йән һөйгәнем һин генә», Салауат театры - «Аҡҡошом минең», «Еҙ беләҙек» пьесаларын сәхнәләштерә.

Әминә Яхинаның башлап пьесаларға тотонған сағында Баймаҡ китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшинаның идеяһы менән китапхана янында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе барлыҡҡа килә, ойошмаға ижадҡа битараф булмаған йәндәр туплана. Уның 50 йәшлек матур юбилейы “йәнгүҙәй”ҙәр менән берлектә бик матур үтте, унда яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан апай Ғарипованың ҡатнашыуы ла бик мәртәбәле булды.

Пьеса яҙыуҙан тыш беҙ яҡташыбыҙҙы тәржемәсе булараҡ та астыҡ - тәржемә әҫәрҙәрҙе уҡыуға арналған “Театр һәм тел берләштерә” проекты сиктәрендә Әминә Яхина Альмира Мөхәрәмованың “Ҡағылырға ине болоттарға...” тип аталған пьесаһын рус теленән башҡортсаға ауҙарҙы. Ижадсы был өлкәлә лә үҙен һынатманы.

Әминә Яхина балалар өсөн дә берҙәй ялҡынланып ижад итә. Уның башҡорт халыҡ ижадына һәм рус әҙәбиәтенән Александр Пушкин әкиәттәренә таянып ижад ителгән пьесаларынан төҙөлгән “Етем төлкө” китабы 2018 йылда З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты. “Сулпан” балалар театры уның “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы”, “Яңы йыл мажаралары”, “Етем төлкө”, “Синьор светофор” пьесаларын сәхнәләштерҙе.

Бөгөнгө көндә Әминә Яхина хикәйәләр, повестар ҙа ижад итә. Республика гәзит-журналдарында, уларҙың сайттарында даими баҫылып тора. Ә инде “Күктәргә осто йәнем...” исемле повесы, “Ағиҙел” журналында баҫылып, уҡыусыларының күңелен яуланы. Был повесть буйынса “Ағиҙел” журналының “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә Әбйәлил районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, бүлек мөдире Гөлнара Хәлфетдинова ҡатнашлығында йәнле фекер алышыу ойошторолдо. Урындағы "Ғаилә", хеҙмәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы вәкилдәре әҫәрҙә һүрәтләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы буйынса үҙҙәренең фекерҙәрен, әҫәрҙең бик актуаль һәм фәһемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән, Магнит, Белорет, Учалы ҡалаларынан килгән яҙыусылар ҙа үҙ фекерҙәре менән бүлешкән.

Әминә Яхина оҙаҡ йылдар Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне. Хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһынан 6 кеше Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы булыуында уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының мәҙәни-әҙәби тормошонда ла ҡайнап йәшәй, уның инициативаһы менән йыл һайын “Йөрәктән - йөрәккә” шиғри проекты яңы әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ылыҡтыра.

Бынан тыш Әминә ханым бик матур ҡатын, һөйөклө әсәй һәм өләсәй ҙә. Тормош иптәше Булатов Шәфҡәт Нурислам улы менән Сибай ҡалаһында үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәйҙәр, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт көтәләр. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, әлеге ваҡытта бәхетле өләсәй һәм олатай булып, яҡындарына ҡыуанып ғүмер итәләр.

... Ижад кисәһендә Әминә Яхинаның һабаҡташтары, әхирәттәре, уҡытыусылары - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Руфа Бикбирҙина, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Гөлсара Йәнтүрина, тәрбиәсеһе Рауил Байрамғолов, ижадташ дуҫтары - “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Юбиляр хөрмәтенә халыҡ ижады үҙәге артистары Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин башҡарыуында “тыуған көн” йыры яңғыраны.

Баймаҡ лицей-интернаты коллективы исеменән Фәнүзә Байғотлина Әминә Яхинаны ҡотлап, әлеге ваҡытта ла интернатта драматургтың исеме оло ғорурлыҡ менән телгә алыныуын бәйән итте.

4-се мәктәп уҡыусылары, Йәш натуралистар станцияһы янында эшләүсе "Затейники" театр түңәрәге артистары (етәкселәре Нурия Йәнбәкова) Баймаҡ балалар модель китапханаһы менән берлектә “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы” пьсаһынан библиоперфоманс ҡуйҙы. Мәғариф ветераны Вәсимә Ямантаева “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан “Күктәргә осто йәнем...” исемле повесы буйынса уй-фекерҙәре менән бүлеште. Кисәлә ҡатнашыусылар драматургтың Сибай дәүләт драма театры ҡуйған “Бабайға кәләш кәрәк!” спектакленән өҙөктө экрандан ҡараны. Әминә Яхина шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, киләсәккә ижади пландары менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла юбилярҙың бала сағынан алып ныҡышлығын, һәр ваҡыт лидер булып артынан әйҙәп алып йөрөүен телгә алдылар, техник университет тамамлауға ҡарамаҫтан, яҙыусы булып китеүенә һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.

Булыр бала бишектән” тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ спортта һынамаған, йәмәғәт өлкәһендә әүҙем булған, шиғырҙар яҙырға ла өлгөргән Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина тормошта ла һәр саҡ алдынғы булып йәшәй. Шулай уҡ ижадта ла ҡолас йәйеп яҙыша: драмалары сәхнәләрҙән төшмәй, хикәйә-повестары матбуғат биттәрендә йыш донъя күрә. Уға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, дуҫтары, яҡындары солғанышщында бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.


Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас