Әҙәби бит
1 Февраль 2023, 07:35

Ҡәйнәмә

Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаевтың ҡәйнәһенә арнап яҙған шиғырын рәхим итеп уҡығыҙ: ...Шуға күрә ҡәйнәмдең дә, Йәшен һорап тормайым, 18 йәшлек ҡыҙҙың, Кәйефтәрен боҙмайым...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.  

Ҡәйнәмә!

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорау,
Килешмәй тип баралар.
Һораһаң да туп-тураһың,
Эйтеп бармайҙар улар.
Миҫал өсөн, бер әбейҙән,
Ҡыҙыҡ күреп һораным,
- Нисә йәш һиңә әбейкә,
- 18-гә ҡараным.
Шуға курә ҡәйнәмдең дә,
Йәшен һорап тормайым,
18 йәшлек ҡыҙҙың,
Кәйефтәрен боҙмайым.
Нимә генә тиһәгеҙ ҙә,
Уның йөрәк йәш әле.
Хәрәкәттә бәрәкәт тип,
Күңел тулы дәрт әле.
Ат йылында тыуғанғамы,
Ҡасан ҡарама саба.
Нисек кенә йыбанмайҙыр,
Ҡайҙан ул ваҡыт таба.
Уҡытыусы һәм спортсменка,
Йылда баҡса үҫтерә.
Ә ҡош-ҡортон әйтәһе юк,
Ҡайҙан емен еткерә.
Ҡайныма ул тоғро иптәш,
Ысын һөйөү шулдыр ул.
Икәүләшеп үҫтергәндәр,
Ике ҡыҙ ҙа, һәм бер ул.
Ул өләсәй, ҡартәсәй,
Тёщам минең, наканис
Бер һүҙ менән әйткәндә,
Минең ҡәйнәм - маладис!
Әйҙә, ҡәйнәм, юрттыр ҙа сап,
Финишҡа алыҫ әле.
Йәшлек дәртен юғалтмайса,
Гөрләп йәшәйек әле.
(У. Сибай ҡәйнәһенә)
Сибай Утарбаев

Ҡәйнәмә
Ҡәйнәмә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас