Әҙәби бит
29 Ғинуар 2023, 07:16

Өйөңдө йыйыштырып бирәм!

Сәлимәнең йоҡонан тороуына боларған өй, ҡысҡырышып илаған балалар ҡаршы алды. Кисәге ҡунаҡтан ҡуң башы ярылып бара.  Шул саҡ телефон шылтыраны.  ― Алло! Килен, хәлдәрең нисек?  ― Насар! Ныҡ насар?  ― Нимә булды?  ― Башым да, арҡам да ауырта, аяҡтарым һыҙлай. Балалар ҡысҡырыша. Аҡылдан яҙам инде тиҙҙән!  ― Әгәр проблема ошо ғына булһа, тыныслан.  ― Нисек?  ― Ятып ял итеп ал. Мин хәҙер килермен. Өйөңдө лә йыйыштырырмын, балаларҙы ла...

Өйөңдө йыйыштырып бирәм!Өйөңдө йыйыштырып бирәм!
Өйөңдө йыйыштырып бирәм!

Сәлимәнең йоҡонан тороуына боларған өй, ҡысҡырышып илаған балалар ҡаршы алды. Кисәге ҡунаҡтан ҡуң башы ярылып бара.  Шул саҡ телефон шылтыраны. 

― Алло! Килен, хәлдәрең нисек? 

― Насар! Ныҡ насар? 

― Нимә булды? 

― Башым да, арҡам да ауырта, аяҡтарым һыҙлай. Балалар ҡысҡырыша. Аҡылдан яҙам инде тиҙҙән! 

― Әгәр проблема ошо ғына булһа, тыныслан. 

― Нисек? 

― Ятып ял итеп ал. Мин хәҙер килермен. Өйөңдө лә йыйыштырырмын, балаларҙы ла ашатырмын. Унан ейәндәрем менән йөрөп килермен. Һин беҙ сыҡҡан арала тороп Зөфәргә киске аш бешерерһең! 

― Ниндәй Зөфәргә? 

― Нисек ниндәй Зөфәргә? ― теге оста ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. ― Минең улыма, һинең иреңә. 

― Минең иремдең исеме Зөфәр түгел! Ул ― Зариф! 

― Ғәфү итегеҙ! Мин яңылышҡанмын. 

― Нисек инде! Атыу килмәйһеңме... 

― Пип-пип-пип...

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас