Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
27 Ғинуар 2023, 19:15

Икәүҙән икәү генә...

– Ә һинең берәй ҡасан мине йәлләп илаған сағың булдымы? – Оҙайлы тынлыҡтан һуң Сәриәнең үҙ үҙенә яуап биргән тауышы ишетелде. – Юҡ, булманы, – ул илаулап үпкәләүгә күсте. – Һинең арҡала ғына балаһыҙ ҡалдым... Һин генә мине аборт яһатырға ризалаштырҙың... Һин ғәйепле... Һин генә... Һин... Егерме йыл буйына был һүҙҙәрҙән ҡурҡҡан иргә хәҙер бөтәһе лә барыбер ине. Ошо саҡта һәм ошо урында ер йотһа, тамуҡтың төпкөлөнә төшөп ятырға ла риза. Барыһына ла риза: Сәриә ҡарғап ләғнәт уҡыһа ла, битенә төкөрөп урамға ҡыуып сығарһа ла...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Икәүҙән икәү генә...

Айһылыу Вәхитова

 

Бына ул нисәнсе тапҡыр инде Буниндың «Иҫәркәй»ен уҡый ҙа, алданған бахыр хеҙмәтсе ҡыҙҙы, уның үҙ хужаһының улынан тапҡан йәмһеҙ, йүләр малайын йәлләп ҡуя. Һәм күҙ йәштәрен тыя алмай: бит ярымлыҡ ҡына әҫәрҙә үҙ тормошо менән йәшәгән малай йәл уға, бик йәл... Граммофондан яңғыраған музыканы ишетеп аш бүлмәһенән йүгереп сыҡҡан бала, арҡыс-торҡос баҫып, ҡунаҡтар алдында бейей башлай. Үҙенең бер ҡатлылығы арҡаһында дьякондың улы, йәғни үҙ атаһы тарафынан, әсәһе менән бергә өйҙән бөтөнләйгә ҡыуып сығарыла...

Сәриә китабын түш тапҡырына ҡуйып түшәмгә ҡарап ята бирҙе. Күҙ алдында ниндәйҙер ят урыҫ ауылы... Ҡояшҡа янып ҡарайған, ҡаҡ һөйәккә генә ҡалған ҡатын ялан-аяҡ урам буйлап атлап бара. Үҙе һәр бер өй алдында туҡтап баш эйә – берәйһе ҡатҡан икмәк киҫәге ырғытмаҫмы икән? Яурыны аша муҡсаға оҡшаған һоро нәмәһе аҫылған, ҡулында – оҙон таяғы. Арттараҡ малайы килә, уныһы ла буш тоҡсай тотҡан булған. Ул тыумыштан зәғиф, күркһеҙ нишана ине. Ҙур, ялпаҡ баш түбәһенең тиреһе һирәк ҡыҙғылт йөн менән ҡапланған, йәйелгән танауының тишектәре ыржайып тора, сәтләүек төҫөндәге күҙҙәре ут һымаҡ яна. Ә шулай ҙа... йылмайған сағында ниндәйҙер һөйкөмлөгө бар ине был баланың...

Сәриәнең моң баҫҡан төпһөҙ йәшкелт күҙҙәре – нурһыҙ, тоноҡ. Күҙҙәренән сыҡҡан һағыш моңо бөтә йөҙө буйлап таралған: бәләкәй ҡупшы танауына, кипкән төҫһөҙ ирендәренә, сал төшкән сәстәренә. Ниҙер булһа ла эшләргә, нисек булһа ла ҡыбырларға кәрәклеген ул үҙе лә һәйбәт аңлай ине. Яй ғына хәрәкәт менән мендәре аҫтынан бәләкәй йомро көҙгөһөн сығарҙы. Көҙгөләге күҙҙәре ҡыҙарған ауырыу ҡиәфәтле ҡатынға, ни эшләргә, тигәндәй ҡараш ташланы. Тегендәге сағылышы, тыныслан, үҙеңде ҡулға ал, тигән кеүек итте. Ул күҙҙәрен бер мәлгә йомдо ла тағы сағылышына баҡты – ундағы ҡатын шашып иларға тотондо.

Кухня яғынан иренең аяҡ тауышы ишетелгәнгә күрә Сәриә йәһәт кенә стена яғына борола һалып ятты.

Ханым... – Ир ҡулдары менән һаҡ ҡына ҡағылып ҡатындың башын һыйпаны. – Киске аш әҙер, кухняға рәхим итегеҙ.

Әммә ул яуап урынына ҡатынының күңел төпкөлөнән сыҡҡан «ыһ» тигән көрһөнөүен генә ишетте.

– Сәриә, мин һине аңламайым... Һиңә нимә етмәй һуң? Ә, йөрәккәйем?

– Эрнст... Мин ауырыйым... – Боролмай ғына ҡулы менән кухня яғына ымланы. – Бар үҙең генә...

Тамам кәйефе ҡырылған Эрнст диван ситенә ултырҙы, ҡатынына ҡулы менән ҡағылырға ҡурҡты, күҙ ҡарашы менән генә уның сирыш муйынын, осло эйәген, тар маңлайын иркәләне.

– Сәриә, кисә мин һине дауалаусы табиб менән һөйләштем, – уның битарафлығын күреп дауам итте. – Данис Моратович һинең хәлеңде бик үк насар түгел, йөрәге борсомай, ҡан баҫымы һәйбәт тине... Мин бер нәмәне генә аңламайым: ҡайһы ерең һыҙлайҙыр һинең?

– Күңелем һыҙлай минең!... Кү-ңе-лем!... – Түҙеме бөткән Сәриә иренә ҡысҡырҙы, үҙе шунда уҡ тауышын йомшартып инәлде. – Сыҡ, зинһар,Эрнст...

– Ярар! Тышҡа сығып киләм! – Ире ҡабаланып пинжәген кейеп алды. – Саф һауаға! Миңә бында бик тынсыу була башланы. – Ул «бик» һүҙен баҫым менән һуҙып әйтте.

Мейене бер үк уй бер туҡтауһыҙ быраулай торғас, аңға зәғифлек тә килтереүе ихтимал. Нисек булһа ла ҡыбырларға кәрәк. Сәриә үҙ-үҙен еңеп аяҡтарына баҫты, оҙон сәстәрен тағатып ебәрҙе. Ҡалтыранған ҡулдары халатының һәҙәптәрен ысҡындырғас, күкрәк ситлеген бүҫеп сығырға әҙер торған йәне кәүҙәһе эсендә рәхәтләнеп кирелгәндәй булды. Сәриәгә шулай, туҙҙырылған сәс, ярым асыҡ түш менән рәхәт ине, тын алыуы ла иркенерәк. Ул, тағы ла ни эшләргә икән, тигән һымағыраҡ бөтә тәнен һыпырып сыҡты: өҙөлөп киткән мунсаҡтың ынйылары иҙән буйлап тәгәрләште, көмөш беләҙек телевизорға «зыңҡ» итеп ҡалды. Үҙ ҡылығына үҙе аптыраған кеүек тирә-яғына ҡараны, көс-хәл менән иҙәнгә тубыҡланып һибелгән ынйыларҙы йыя башланы. Диван аҫтына тығылған ҡулы ниндәйҙер ҙур китапты һөйрәп сығарҙы – саң-туҙан баҫҡан иҫке альбом булған да баһа.

Бында – тормошоноң төпкөлө булып ҡалған балалыҡ, студент йылдарының фотолары. Ҡатын үҙенең 15 x 21 төшкән фотоһын ҡулына алды: башын ситкә эйә биргәнгә күрә тағы ла нәфисләнә биргән аҡ муйыны, оялсан сикәләренә иркәләнеп төшкән бөҙрә сәстәре, төпкә батыбыраҡ торған ҙур уйсан күҙҙәре ябыҡ ҡыҙға үҙенә башҡа ниндәйҙер матурлыҡ өҫтәй ине. Сихри матурлыҡ... Хас та теге классик голливуд фильмдарында ун һигеҙенсе-ун туғыҙынсы быуат аристократкаларын уйнаған актрисалар һымаҡ...

Сәриә фотоны әйләндереп яҙыуын уҡыны: «Ҡәҙерле Эрнст дуҫыма иҫтәлек өсөн. Сәриә. Өфө, 1967й., 3 курс.»

Ул саҡта дуҫ булып йөрөгән Эрнст, аҙаҡ, 5 курста уҡыған ваҡытта, Сәриәгә тәҡдим яһаны. Ана бит ике тиҫтәгә яҡын студент туйы фотолары. Ниндәй бәхетле саҡ: өҫтәлдә ашарға юҡ тиерлек, ә ауыҙҙар йырыҡ. Тегеләре – икеһе лә аспирантураға уҡырға инергә әҙерләнеп йөрөгән саҡтарындағы фотолар. Эрнст – ҡарап туйғыһыҙ һөйкөмлө, Сәриә – йонсоу, бит алмалары һурылып соҡорайған, етмәһә, йөҙөн тут баҫҡан. Яратмай ҡатын был фотоны. Дөрөҫөрәге, фотолағы үҙен яратмай.

«Ниндәй иҫәр булғанмын ул саҡта...» – тине үҙ алдына Сәриә һәм тағы ла уйҙар донъяһына сумды.

...Теге саҡта, уҡыуҙарын тамамлағас, икәүләшеп Мәскәүгә аспирантураға барырға булдылар. Алда – Советтар хөкүмәте вәғәҙә иткән бәхетле тормош, яулайһы бейек үрҙәр, ил алдында яуаплы бурыс... Эрнст – буласаҡ табиб, Сәриә – археолог.

Ошондай бәхетле тормошҡа алмаштырҙылар ир менән ҡатын үҙҙәренең мөхәббәт емешен. Балаһын алдырырға барған Сәриәне: «Бына кандидатлыҡ диссертацияһының дипломын алырбыҙ, һәйбәт эшкә урынлашырбыҙ, фатир бирерҙәр...» – тип йыуатты Эрнст.

Ысынлап та, уларҙы карьера, ғилми асыштар, премиялар, грамоталар көттө. Ә зәһәр тормош сюжеттарын оҫта итеп үҙенсә ҡорҙо – ир менән ҡатын баланан мәңгелеккә мәхрүм ителде. Әлбиттә, һуңынан йөрөмәгән клиника, күрелмәгән табиб, күрәҙәсе ҡалманы.

Шундай бер мәлде лә иҫләй Сәриә: уның менән экспедицияла бергә ҡатнашҡан долган ҡатынымы, әллә яҡутмы, бәлки бөтөнләй икенсе халыҡтан булғандыр, үҙҙәренең нәҫелендә ҡулланылған боронғо ысулды тәҡдим иткәйне. «Өләсәйем ауылыбыҙҙа бик көслө шаман булды, күп кенә ҡатындарға ярҙамы тейҙе», – тип ышандырҙы. Башҡарыласаҡ ритуал өсөн улар кеше күҙенән алыҫыраҡ, урман эсенәрәк, киттеләр. Сатыр ҡорҙолар, уны тыш яҡтан артыш, миләш, шыршы ботаҡтары менән ҡаплап сыҡтылар. Шаман ҡатын ҡыуыш алдында усаҡ яҡты, үҙе Сәриәгә эскә кереп сисенергә һәм ҡалын үлән өҫтөнә түшәлгән йәнлек тиреһенә һуҙылып ятырға ҡушты. Рюкзагынан ярты литрлыҡ банка сығарҙы, банкыһында – ниндәйҙер йәнлек майы. Дауалаусы шул май менән Сәриәнең эсен аҫтан өҫкә табан һыпырҙы. Күпмелер тырышҡас, эсенә йомшаҡ, күпереп торған шәл ураны. Ҡарашынан, ымынан, һүҙенән ниндәйҙер тылсым өмөт иткән иптәшенә ҡарап шыбырланы:

– Юғары Рухтан һинең тыуасаҡ балаң өсөн йән һорап киләм... йән теләп киләм...

Ул аяҡтарын йогтар кеүек ҡуйып, кәүҙәһен турайтып усаҡ эргәһенән урын алды. Ҡарашын күк киңлегенә төбәп тағы ла баяғы һүҙҙәрен ҡабатланы:

– Юғары Рухтан тыуасаҡ балаң өсөн йән һорайым...йән теләйем...

Ҡыҫыҡ күҙҙәрен йомоп, нәҙек ирендәрен ҡымтып, бөтә тәне-йәне менән тәбиғәт тынлығына бирелеп оҙаҡ ҡына ултырҙы ҡатын. Ҡапыл ғына һикереп тороп усаҡ тирәләй бейей башланы, артабан йырланы, өзләне... Уйламаған ерҙә сатыр эсенә йүгереп кереп Сәриәнең эргәһенә һуҙылып йөҙтүбән ятты.

– Булмай... – тине ул башын күтәрмәй генә. – Бер нисек тә килеп сыҡмай...

– Ни өсөн ? – тип һораны Сәриә яуап өмөт итмәһә лә.

– Ярамай...

... Сәриә был ҡыҫҡа яуапты танышынан асыҡлауҙы үтенмәне, әммә уның асылына төшөнөргә теләп, әллә күпме тынғыһыҙ ваҡыт үткәрҙе. Ошо көндән алып табиптарға, күрәҙәселәргә йөрөүҙе туҡтатты, өмөтөнән, хыялынан баш тартты.

 

 

************

 

Ғәмһеҙ ҡала, көндөҙгө битлеген һалып, хәсрәтһеҙ, маҙаһыҙ, уйын-көлкөгә, кәйеф-сафаға ҡоролған төнгө тормошона әҙерләнде. Бүлмәһендә ҡараңғылыҡ менән йөҙгә-йөҙ тороп ҡалды Сәриә. Шомло ҡараңғылыҡ ерлегендә шундай уҡ шомло тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡ ҡатындың күңел түрен дә биләй башланы. Тәҙрә аша тышҡы донъяға баҡты ул: тыпырлатып емештәрен ҡойған алмағас та , ағастарҙың япраҡтарын йолҡҡан шаян ел дә, һауа киңлегендә йөҙгән ай ҙа был тынлыҡ менән килешә алманы. Ҡараңғылыҡта «өмөт бар, өмөт бар» тигәндәй уттар йымылдашты...

Тынлыҡты боҙорға ҡурҡҡан Эрнст, бүлмәгә шым ғына үтеп, өҫтөн дә һалмай, ауыр кәүҙәһе менән креслоға сумды. Бөтә нәмәгә битараф булып бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе. Шуны ғына көткән ҡатыны был юлы үҙе һүҙ ҡуҙғатты:

– Эрнст... – Ул етди булырға тырышты. – Ике фатир, бер дача, өр-яңы машина...

– Етәр инде, Сәриә, юғиһә мин тағы сығып китергә мәжбүр буласаҡмын.

– Ике фа-тир, бер да-ча, өр-яңы ма-ши-на... – Сәриә ныҡышып һүҙҙәрен ижекләп ҡабатланы. – Был мөлкәт беҙҙән һуң кемгә ҡала инде? Йә инде...

– Иһ, һине!... Ошо холҡоңдо!... – Ир аяҡ-үрә баҫты. – Кемгә ҡала тиһең!... Һинең менән минең туғандарыма ҡала инде!...

– Беҙҙән һуң, беләһеңме, нимә буласаҡ? – Сәриәнең күҙҙәренә йәш тығылды. – Беҙҙең ҡәҙерле туғандарыбыҙ судлашып талашып бөтәсәктәр. Бына нимә буласаҡ, Эрнст!

– Иһ, һине!... – Эрнст ишек яғына яҡынлашты, һыңар ботинкаһын ҡулына алды. – Һин ошоларҙы ҡайғыртып ҡына ауырыуға һалыштыңмы ни әле? Һиңә барыбер түгелме ни?

Алйыған ҡиәфәттә ҡатыны башын баҫып иҙәнгә сүкәйеп ултырҙы.

– Эш бит унда түгел, – ул ауыр тын алып йөрәген тотто. – Әгәр ҙә балабыҙ булған булһа... – Үҙе балаларса үкһеп үк илап ебәрҙе.

– Эйе, эйе, йөрәккәйем... эш унда түгел... – Эрнст тынысыраҡ булырға тырышып ишен ҡосаҡлап алды. – Булмаған баланы ҡайҙан алайыҡ һуң? Тәрбиәгә берәй бала алырға кәрәк булған да ул...Йәш саҡта булмағанды, хәҙер булмаҫ инде, – һүҙҙәрен көлкөгә һалырға маташты. – Миңә ҡара, үҙеңә ҡара – бәлтерәшеп бөткән әбей менән бабай.

Йылмайырға мәжбүр булған ҡатын иренә, беренсе тапҡыр күргән кеүек, һоҡланып ҡараны.

– Юҡ... Һин бөтөнләй ҡарт түгелһең...Бына, ҡара, сәстәреңдә бер ниндәй ҙә сал әҫәре юҡ... – Ябыҡ ҡулы менән иренең ике яҡ битен бер-бер артлы һыпырҙы. – Йөҙөң дә бер сирышһыҙ... Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәген ҡуҙғата торған сөм ҡара күҙҙәр... үткер ҡараш...ул һаҡал-мыйыҡ... Егеттәрҙеке кеүек кенә кәүҙә...

Сәриә ҡулы менән ауыҙын баҫып дивандағы мендәренә ҡапланды. Бер ни ҙә өндәшмәгән ире өҫтөнә ҡалын юрғанын япты. Корвалол алып стаканға тамыҙҙы: бер, ике, өс, дүрт... егерме.

– Ниндәй ир! Һәм шул ир әрәм булды! – Сәриәнең тауышына Эрнст тертләп ҡуйҙы.

Ул эсендәге, икмәк әсеткеһенән яй ғына, әммә тығыҙ булып ҡабарған ҡамыр һымаҡ күпергән асыуын баҫып, көскә йылмайҙы:

– Ни өсөн мин әрәм булайым ти?

– Юҡ... Мин икенсе төрлө әйтергә уйлағайным, – ҡатын дауам итергә һүҙ тапмай бүлмә буйлап үрле-түрле йөрөп алды. – Һинең гендарың әрәм булды... Эйе, эйе, гендарың... Әгәр ҙә гендарыңды һаҡлап нәҫелеңде дауам итеүсе балаң булһа...

Бөгөнгө төндө үткәреп, тиҙерәк икенсе көндө ҡаршы алырға ниәтләнгән һәм был һөйләшеүҙе бөтөнләй оноторға теләгән Эрнст сараһыҙҙан Сәриәһенә мыҫҡыллы ҡараш ташланы:

– Тәк-тәк... Бик ҡыҙыҡ...Йә, дауам итегеҙ...

Ҡатыны уға иғтибар итмәйенсә үҙенсә һөйләнде:

– Нисек түҙҙең һин миңә? Ни-се-ек? Түлһеҙ ҡатын менән утыҙ биш йыл йәшәп? Уты-ы-ыҙ би-и-иш йы-ы-ыл...

– Сәриә! – Ир көслө ҡулдары менән ҡатынының яурындарын тотоп һелкетте. – Балабыҙ булмағанға иң беренсе сиратта мин ғәйепле! – Күҙҙәрен сытырҙатып йомған Сәриәне үҙенән ипле генә итеп этәрҙе. – Иҫеңдә тот:мин ғәйепле.

Бүлмәне яңғыратып көлөп ебәрҙе Сәриә – йәмһеҙ итеп, ялған итеп көлдө.

– Ул ғәйепле икән!... Һа-һа! ... Үҙеңде ғәйепле тойған өсөн мине ташлап китмәнеңме ни?...Ә?...

Ул иренән ниндәй ҙә булһа яуап көттө, тегенеһе күҙҙәрен йәшерҙе.

– Әгәр ҙә берәй ҡатын һинән бала тапҡан булһа... мин уйлап та тормай һине ебәрер инем... – тине Сәриә иренең күҙҙәренә туп-тура ҡарап. – Ошо йәшемдә шул хәтле ыҙаланыуымдан, үҙемде һинең алда ғәйепле тойоуымдан рәхәтме ни миңә?

Был юлы ла өндәшмәне Эрнст. Ҡулына ниндәйҙер һарғайып бөткән гәзитте алып креслоһына ултырҙы. Пинжәге кеҫәһенән күҙлеген һәрмәп алды. Сәриә әйтмешләй «егеттәрҙеке кеүек кәүҙә» бер нисә минут эсендә бәләкәсәйеп, шиңеп ҡалды. Шыма маңлайында һырҙар барлыҡҡа килде, күҙҙәре – уйсан, һаҡал-мыйығында – тир бөрсөктәре. Һул аяғының өҫтөнә һалған уң аяғын шәп тиҙлек менән бер туҡтауһыҙ бәүелтә.

Уның шулай ҡыланыуы, бер һүҙ өндәшмәүе ҡатындың асыуын ғына ярһытты:

– Шунан? Ни яҙала-а-ар?... Бик етди ҡиәфәттә ултыраһың!...

Ир бер һүҙһеҙ кухняға сығып китте лә сынаяҡтарҙы, ҡалаҡтарҙы шалтыратырға тотондо, Һыуытҡыстың ишеген бер нисә тапҡыр асып япты, тағы ла крандан һыу аҡҡан тауыш ишетелде, сәйнүк гөжләй башланы.

– Сәриә!... – Эрнстың ҡысҡырған тауышы кухня бүлмәһен яңғыратты. – Сыҡ!... Мин һиңә бер нәмә хаҡында һөйләргә тейешмен...Сыҡ... Бының турала һинең белеүең бик мөһимдер, тип уйлайым... – Ҡапыл ғына уның тауышы икенсе тон алды. – Әммә-ләкин, тәүҙә минең сәй эскем килә! Кешесә ултырып киске аш ашағы килә, шайтан алғыры! Айыу башын кимерерҙәй булдым бит инде!

************

– Бынан егерме йыл элек булды был хәл, – тине Эрнст һуңғы ҡалаҡ ашын ҡабып. – Тәүҙә һин, асыуланмайым, тип вәғәҙә бир.

Ул йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап ҡатынының алдына тубыҡланып торҙо. Көтөлмәгәнлектән, әңгәмәнең серлелегенән Сәриә ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды.

– Юҡ. Хәҙер, ни әйтһәң дә, асыуланмайым, – һүҙҙәре ҡоро әйтелде.

– Бынан егерме йыл элек ... мин бер студент ҡыҙ менән яҡындан таныштым. Ниндәйҙер сәбәптәр табып дәрестән һуң алып ҡала торғайным, – Эрнст ҡатынының борсолғанын һиҙҙе. – Юҡ, һин уйлама... уның сафлығына ҡул һуҙырға бөтөнләй ниәтләнмәнем. Уның менән һөйләшеүе, аралашыуы ҡыҙыҡ ине, шуға ла уға өйрәндем, бәйләндем. Аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ бала...

Ҡатын ултырған урынынан тороп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Иренә моңһоу ҡараш ташланы ла уға арҡаһы менән боролоп торҙо. Эрнст белә уның ҡылығын – миңә барыбер, тигән кеүек битараф, өндәшмәй генә тыңлаған сағында шулай арҡаһын ҡуйып торорға әүәҫләнгән.

– Бер саҡ мин ҡаты итеп ауырып киттем... Өйҙә – тынлыҡ, бушлыҡ, мин – яңғыҙым. Шул хәтле ҡыйын, хатта бүреләй олоғо килә. Ә һин – үҙеңдең экспедицияңда, ҡаҙаҡ далаһында әллә ниндәй курган таптыҡ, тип шылтыратҡан инең. Тоттом да теге ҡыҙ йәшәгән ятаҡҡа шылтыраттым. Вахтала ултырған ҡатын Сәлимәне телефонға саҡырғас, уның аптеканан дарыу алып килеүен үтендем...

Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Эрнст Сәриәнең яҫы арҡаһының уртаһын тишерҙәй итеп күҙҙәре менән бырауланы. Ҡатыны тарафынан ниндәй ҙә булһа ғауға, дау көттө.

– Шунан?

– Шунан?!... Һин бер нәмә лә аңламаныңмы ни, Сәриә? Ошо көндән алып беҙ ир менән ҡатын һымаҡ осраша башланыҡ, – ир үҙ-үҙен аҡлаған кеүек өҫтәп ҡуйҙы. – Һин бит тағы өс айға тороп ҡалдың, – тауышы ҡалтырай башланы. – Ярты йыл үткәс, ул ауырға ҡалды...

– Ә ул?... Ә бала?... – Сәриә урынына кире ултырҙы.

– Мин уны ташланым... Һине үпкәләтеүҙән, кәмһетеүҙән ҡурҡтым... Үҙем өсөн дә ҡурҡтым... Авторитетыма бысраҡ тейә, тип уйланым...Ә ул... миңә оҡшап торған малай тапты. Шулай ҙа бер саҡ түҙмәнем, баланы күрергә тип барҙым. Уға ике-өс йәш тирәһе булғандыр ул саҡта. Кейемдәр, уйынсыҡтар алдым, ләкин Сәлимәнең әсәһе : «Килеп йөрөмә башҡа, ҡыҙымды бер егет кейәүгә саҡыра, араларына төшмә. Үҙең дә, аҡсаң да кәрәкмәй», – тип өйгә керетмәне. Баланы ишек алдына ғына сығарып күрһәтте. Минең уға хәтерем ҡалды, хаҡым булмаһа ла, ныҡ үпкәләнем. Башҡаса барманым да, балаға ла ярҙам итмәнем...

– Бер ҙә генә ышанғы килмәй...Нисек инде баланың тормошо менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа мөмкин?... Улай булмай... Һин бит ундай кеше түгел... Әйт, Эрнст, ниңә шымып ҡалдың?

– Мин улар тураһында Сәлимәнең әхирәтенән һораша-белешә йөрөнөм. Сәлимә алдынғы хирург булды, кейәүгә сыҡты, аҙаҡ айырылды. Үҙе – көнө-төнө дауаханаһында, әсәһе мәрхүмә булғас, улын, Илгизде, интернатҡа уҡырға бирҙе.

Эрнстың тауышы баяғынан да нығыраҡ ҡалтыраны, ул башын ҡатынының тубығына терәргә иткәйне, уныһы ирен этеп йығырҙай булып урынынан тороп китте.

– Һин бит асыуланмайым, тип вәғәҙә бирҙең. Мин бит... барыбер һине һайланым...

– Тап шуның өсөн дә асыуланам инде – улыңды, бер бөртөк балаңды, атайҙан мәхрүм иткәнең өсөн. – Сәриә иренең күҙҙәренә нәфрәт менән баҡты.

– Һуң, миңә ни эшләргә...

Ҡатын уға һүҙҙәрен әйтеп бөтөрөргә форсат бирмәне:

– Белгең килһә, теге саҡта мин бер ниндәй ҙә ҡаҙаҡ далаһында булманым, бер ниндәй ҙә курган тапманым. Мин дүрт ай буйы Черниковкала фатирҙа торҙом. Өҫтөмә яңы кейемдәр, парик, ҡара күҙлек кейеп институтҡа эшкә йөрөнөм.

Ниҙер һорарға иткән иренең ауыҙын яптырып ҡатын дауам итте:

– Һине, бахырҙы, бала табып бирерлек берәй ҡатынға әүрәп китмәҫме икән, тип уйланым. Ни тиһәң дә, һин ҡырҡтан уҙғайның бит...ғүмерең бушҡа үтә. Әсәйеңдең бер туҡтауһыҙ һуҡраныуынан, мине кәмһетеүенән дә биҙгәйнем инде...

– Ышанмайым мин һиңә!...

– Ә мин һиңә ышанмайым!... – Сәриә ҡулдарын һелтәп тирә-яғына ҡаранды. – Ҡайҙа ул Сәлимә?! Ҡайҙа ул һинең улың?! Егерме йыл буйына бер тапҡыр булһа ла кеше ауыҙынан ишетелер ине.

– Сәлимә быйыл ҡыш үлеп ҡалды... – Эрнст дауам итергәме, юҡмы, тип уйлап туҡтап ҡалды.

– Ярар, шулай икән ти... – Сәриәнең һүҙҙәре «дауам ит» тигән ишара ине.

– Бер саҡ, былтыр, Сәлимәнең аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә хәйер һорап торғанын күрҙем. Янына барҙым, иҫәнлек ҡуштым, ә ул мине таныманы, аҡса һорап алды ла араҡы артынан китте... Кем уйлаған уны ошондай хәлгә төшөр тип?

– Әлбиттә һин ғәйепле! – ошо саҡта ҡатын ирен кәмһетергә, түбәнһетергә теләй ине.

– Тәүҙә мин дә шулай уйлағайным...Танышымды, Сәлимә эшләгән дауахананың баш табибын, осратмаһам, уның эскегә һалышыуына һаман да үҙемде ғәйепләр инем... – Эрнст ҡатынының йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу әҫәрен күреп ҡыйыулана төштө. – Теге танышымдан ошоларҙы белдем: Сәлимә ауыр операциялар яһағындан һуң, бигерәк тә ауырыу кеше операцияны үткәрә алмай үлеп ҡалһа, тынысланыр өсөн бер-ике рюмка коньякмы, спиртмы эсеп алырға әүәҫләнә. Тора-бара бындай «тынысланып алыуҙар» ғәҙәти күренешкә әйләнә. Ә табиптарға был эш ғәфү ителмәй һәм ул, билдәле, эштән ҡыуыла.

– Ҡыҙыҡ...

– Нимәһе ҡыҙыҡ?

– Һин был турала нисектер тыныс ҡына һөйләйһең. Борсолмайһың да, үкенмәйһең дә.

– Иларын илап бөттөм инде. Сәлимәне магазин эргәһендә осратҡан көндән алып иланым. Шым ғына, һиңә һиҙҙертмәй генә иланым. Ә хәҙер күңелем ҡатҡан. Илгиз алдында тороп: «Мин һинең атайың», – тип әйтергә баҙнат итмәйем. Ҡурҡҡандан түгел, уға атай булырға лайыҡ түгелмен, уның яратыуына, иғтибарына хоҡуғым юҡ... Ә ул ҡатыны менән эргәлә, ике туҡталыш аша ғына, биш ҡатлы йортта йәшәй...

Бер һүҙһеҙ залға үткән Сәриә, мендәрен алып, төпкө бүлмәгә инде, ире урынынан ҡуҙғалманы.

– Ә һинең берәй ҡасан мине йәлләп илаған сағың булдымы? – Оҙайлы тынлыҡтан һуң Сәриәнең үҙ үҙенә яуап биргән тауышы ишетелде. – Юҡ, булманы, – ул илаулап үпкәләүгә күсте. – Һинең арҡала ғына балаһыҙ ҡалдым... Һин генә мине аборт яһатырға ризалаштырҙың... Һин ғәйепле... Һин генә... Һин...

Егерме йыл буйына был һүҙҙәрҙән ҡурҡҡан иргә хәҙер бөтәһе лә барыбер ине. Ошо саҡта һәм ошо урында ер йотһа, тамуҡтың төпкөлөнә төшөп ятырға ла риза. Барыһына ла риза: Сәриә ҡарғап ләғнәт уҡыһа ла, битенә төкөрөп урамға ҡыуып сығарһа ла...

Ул уйлап та өлгөрмәне, төпкө бүлмәнән ни арала килеп сыҡҡан ҡатыны һул яҡ яңағына берҙе «шап» итеп сәпәп тә ебәрҙе.

– Ишетәһеңме, тим мин һиңә!

Ир «эйе» тигәнде белдереп башын һелкте.

– Һинең миңә хыянат итергә ни хаҡың бар ине? – тип Сәриә йоҙроҡтары менән иренең күкрәген төйҙө. – Күрә алмайым мин һине! Күҙемдән юғал! Сығып кит!

Ирҙең йөҙө ағарҙы, тағы бынан ни көтөргә икән, тигәндәй таш һын булып ҡатты. Ауыҙы «а» өнөн сығарҙы ла кире ябылды. «Хәҙер ошонда ятам да үләм, йәки хыялыйға әйләнәм», тип уйлап ике ҡулы менән башын баҫып торҙо. Сикәләрендә ҡан тамырҙары бүртеп сыҡты, йөҙө ҡапыл ҡыҙғылт-күкһел төҫ алды.

– Ә баяғы һүҙ... һүҙ-ҙә-рең... – Эрнст йыш-йыш тын алды.

– Әйттем дә бөттө! Һинең тоғролоғоңдо тағы бер тапҡыр иҫбат иткем килгәйне! Үҙемде һинән йәлләткем килгәйне!

– Ну хәй-лә-кәр-һең... төл-кө-һөң...

Эрнст, баҫып торған еренән ҡуҙғалырға иткәйне, башы әйләнеп иҙәнгә ҡоланы, әммә иҫен юғалтманы.

– Эрнст!... Эрнст... – ҡобараһы осҡан Сәриә уға ташланды, башын-йөҙөн һыпырғыланы. – Йөрәгеңме, Эрнст?

– Ҡан... ба-ҫы-мы...

– Хәҙер, түҙ инде, дарыу килтерәм...

Сәриә дарыу килтерҙе лә, иренә иҙәндән торорға ярҙам итте, уның күлдәгенең төймәләрен ысҡындырҙы, тәҙрәне асып ебәрҙе.

– Эрнст... Мин бит был һүҙҙәрҙе ысын күңелдән әйтмәнем... – Ул ирен ҡосаҡлап оҙаҡ итеп иланы, рәхәтләнеп иланы.

– Һинең һөйләгәндәреңә ышанманым, мине йыуатырға тырышып алдашалыр, тип уйланым... Шуға ҡыҙҙым да киттем...

Үҙ ҡылығы өсөн үҙе оялған, иренең йонсоу ҡарашынан ҡасырға теләгән ҡатын йыуыныу бүлмәһенә кереп бикләнде. Һыуыҡ һыу менән битен йыуҙы, сикәләрен ышҡыны. Һыуҙың һалҡынлығынан бит алмалары алһыулана башлағас, туҙған сәстәрен тарап, Эрнст яғына бөтөнләй икенсе кеше булып килеп сыҡты. Оялсан йылмайыуы бүлмәне яҡтыртып ебәргәндәй булды: рәхәт, тыныс...

Ул Эрнстың тынысланыуын күреп, шкафтағы кейемдәрен ҡуптара башланы, араларында – бер тапҡыр театрға кейеп өлгөргән «Made in Italy» маркалы костюмы, Төркөстандан алып ҡайтҡан ҡыйбатлы яулығы... Костюмын, яулығын ҡулына тотоп ишенә өндәште:

–Әйҙә, тиҙ бул... кейен

Ире уның ҡайҙа саҡырыуын аңланы, шуға ла бер ни ҙә һорашып тормайынса кейендә лә, әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән бала кеүек, ҡатыны артынан ҡуҙғалды.

 

************

Аҡ, һары ҡуңғыҙҙарҙы хәтерләткән газель автомобилдары елгән, тиҫтәләгән:«Беҙ һеҙгә бәхетле тормош вәғәҙә итәбеҙ!», «Осһоҙ хаҡҡа фатир алырға теләһәгеҙ – беҙгә килегеҙ!», «Бер сәғәтлек ир», «Һеҙҙе простатит борсоһа, ҡайғырмағыҙ, беҙ һеҙгә ярҙам итәбеҙ!» тигән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яланғас боттары, түштәре, арҡалары, осалары төшөрөлгән реклама таҡталары менән сыбарланған проспект буйлап ир менән ҡатын атланы.

Юлдар киҫешкән урында светофорға туҡтаған саҡтарында Эрнст Сәриәһенә өндәште:

– Ана, юл аша, биш ҡатлы йорт күренә бит... Күрәһеңме? Ана, өсөнсө ҡатта кухня тәҙрәһендә ут яна, һулдан өсөнсө... Күрәһеңме?

– Эйе, эйе... – тине Сәриә бер ниҙә күрмәһә лә.

– Ана, бала күтәргән йәш ҡатын күренде... Күрәһеңме? Ана, ир кеше лә күренде... Күрәһеңме?

– Эйе, күрәм, күрәм... Йәшел яна, тиҙерәк юл аша сыға һалайыҡ...

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 7iA9qj1Lcq10elY_VHGlnQ5YjstzBs3N_Zru_3zoyK4yRNAgTveVB24NTl2X9P5_QqucgOqbPDwvM4lvepw6mfWG

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: