Ринат Шәйбәков
Йондоҙ атылғанда...
Хикәйә
...Ут һүндереп түгел, ут ҡабыҙып
Китһәм ине фани донъянан.
(Г.Ситдиҡова
“Йондоҙ атылғандағы шиғыр”).
Ауыл зыяратындағы мәрмәр плитәгә хәрби формалағы ир фотоһы ҡуйылған ҡәбер янына урта йәштәрҙәге хәрби килеп туҡтаны.
- Һаумы атай! Бына тағы килдем яныңа! Әсәйем: “Ғәзиз! Улым, үҙең генә бар бөгөн, мин уның янына яңғыҙ ғына килергә яратам,” – тигәс, яңғыҙым ғына килдем.
Олатай ҙа беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте, яныңа ерләнек. Уны, һуғыш ветеранын, ҙур хөрмәт күрһәтеп оҙатты ауыл халҡы, өләсәй ҙә уның янында....
Мин, һине тере сағыңда күрмәһәм дә, һин минең өсөн һәр саҡ өлгө булдың, атай. Элек килгәндәремдә әйткәйнем - мин дә һинең һымаҡ хәрби. Киленең менән ул үҫтерәбеҙ. Илдус, олатай менән һинең һымаҡ, мин дә командир булам, тип үҫте. Ул шул тиклем һиңә оҡшаған, быйыл мин уҡып сыҡҡан хәрби училищены тамамлай!
Атай! Һин бында тыныс ят, беҙҙең барыһы ла һәйбәт, һинең рухың рәнйерлек түгел беҙҙең тормошобоҙ.
Әсәйем һинең турала күп һөйләне миңә. Һеҙҙең аяныслы мөхәббәт тарихын да беләм...
...
Хәниф әрме хеҙмәтен тултырғандан һуң, үҙ ротаһында старшина булып, мөҙҙәттән тыш хеҙмәткә тороп ҡалды.
Яңы саҡырылыш килгәнсе, рота бер айлыҡ гарнизон хеҙмәтенә күсте, ә Хәнифкә рота командиры өйгә ҡайтып, туғандарын күреп килер өсөн отпуск бирҙе. Ата-әсәһе менән хәрби хеҙмәтен дауам итәсәге тураһында алдан кәңәшләшкәйне, улар уны үҙ яйына ҡуйҙы. Әле лә атаһы:
- Беҙҙең олатайҙар заманында Парижға барып еткән, бер олатай Урыҫ-төрөк һуғышында миҙал алған, мин үҙем дә немецты ҡыуып Берлинға ике саҡрым ҡалғас һуғыш бөттө. Инде тыныс тормош улым, шулай ҙа хәрби хеҙмәт хәрби хеҙмәт инде ул, уның ҡатмарлыҡтары етерлек. Иң мөһиме ғәҙел командир булырға тырыш! – тип улының һайлауын хуплағанын белдерҙе.
Бер ай буйы һағыныуҙарын баҫып, ҡунаҡ булып, ата-әсәһенә ярҙам итеп килде. Түҙемһеҙлек менән көтөп алған һөйөклөһө Вәкилә менән һағынышып осраштылар. Әле көҙгө каникул мәле, көн дә кис етерен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Йылға буйына тәүге осрашҡан ергә киләләр, аҙаҡ ауыл урамдарын гиҙәләр, таңға тиклем һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Киләсәккә бергәләп пландар ҡоралар.
Отпускыһы бөтөргә күп тә ҡалманы, бер кистә Хәниф:
- Вәкиләм, ата-әсәйеңдәр беҙгә фатихаларын бирерҙәрме икән? Һин бит оҙаҡламай уҡып бөтәһең, шунан һуң беҙ бер ҡасан да бер-беребеҙҙән айырылмаясаҡбыҙ! Мин хеҙмәт иткән ер ябыҡ ҡалала урынлашҡан, әле никахлашһаҡ, тейешле документтарҙы ебәреп, һиңә унда йәшәргә рөхсәт килгәнсе уҡыуыңды ла тамамларһың, - тип һөйгәненә төбәлде. Яуап көттөрмәне:
- Мин әллә ҡасан риза, һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем Хәниф! Был һүҙҙәреңде күпме көттөм мин!
- Иртәгә кисен һеҙгә керәм, атай-әсәйеңдән фатиха һорайыҡ! Минекеләрҙең риза икәнен тойоп йөрөйөм, улар менән кәңәшләшәм дә, кискә көтөгөҙ!
Ике яҡ та йәштәрҙең бергә булыуына ҡаршы килмәне. Ҡыҙ өйөндә никах уҡыттылар. Хәрби кешенең ваҡыты самалы булыуын иҫәпкә алып, ауыл советында ла, тәғәйен билдәләнгән ваҡыттың үткәнен көтмәйенсә, уларҙың никахын теркәнеләр. Матур итеп никах туйы үткәргәндән һуң, Хәнифте хеҙмәт иткән еренә күмәкләп оҙаттылар. Ә Вәкилә Хәнифте тимер юл станцияһына тиклем килеп оҙатып ҡалды...
Отпускынан килгәс тә ротный менән часть командирына керҙеләр, торлаҡ мәсьәләһен еңел хәл иттеләр - Хәнифкә Объект ятаҡханаһынан бер бүлмә бүлделәр. Шунда уҡ Вәкиләгә рөхсәт юллап, Мәскәүгә тейешле документтарҙы ла оҙаттылар.
- Был бүлмә әле кәләшеңде алып килгәс тә йәшәп торорлоҡ, беҙгә йәш саҡта бындай хорома әләкһә. Аҙаҡ фатиры ла булыр. Беҙгә фельдшерҙар кәрәк, кәләшең уҡыуын тамамлап, дипломын ҡулға алыу менән алып килерһең дә, санчастә эшләй башлар, - тип тә вәғәҙә бирҙе ротный.
Хәниф хеҙмәт иткән часть дәүләт әһәмиәтендәге бик мөһим объектты һаҡлау бурысын үтәй. Уларҙан башҡа был ябыҡ ҡалала уҡсы, тағы Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре полктары, бер нисә төҙөлөш батальоны бар. Ҡала бик бөхтә, халҡы ла тәртипле, мәҙәниәт кимәле лә юғары. Тәьминәт яҡшы, рота командиры бында “московское обеспечение”, тип шапырып та ҡуйҙы. Эш хаҡы ла башҡа ерҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки бик мөһим объект булғас, эшселәргә лә, хәрбиҙәргә лә юғары коэффициент менән түләйҙәр...
Хеҙмәте оҡшай, роталағы һалдаттар - яңы килгәндәрҙән тыш, ярты йылдан алып йыл ярымға тиклем бергә һалдат бутҡаһы һоҫҡандар. Ошоға тиклем дә өлкән сержант дәрәжәһендә взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткәс, тәжрибәһе етерлек, һалдаттар ҙа тыңлайҙар, улай ғына түгел, ихтирам да итәләр... Хәниф үҙе лә, ҡайһы бер ҡупырым офицерҙар һымаҡ, һалдаттарға ҡысҡырып, юҡ-барға бәйләнеп тә бармай. Әммә ғәҙел талапсанлығы бар. Ә һалдат ундай командирҙарҙы, киреһенсә, ихтирам итә.
Уға тиклемге старшинаны аҙыҡ-түлек складына күсерҙеләр. Прапорщик Войцеховский менән электән һәйбәт мөнәсәбәттә инеләр, хәҙер ул Хәнифте тағы ла нығыраҡ үҙенә тарта - үҙ ротаһы, үҙенең урынын уға ҡалдырып киткән - вазифаһының бөтә нескәлектәрен дә аңлатырға тырыша.
Һәр саҡ шат, йыуантыҡ прапорщиктың үҙен дә барыһы ла ярата, ихтирам итә. Бер саҡ ҡала театры артистары хәрби частең клубында концерт ҡуйҙы. Конферансье концертты бик оҫта алып бара, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп эсте ҡатыра. Бына ул сәхнәгә йүгереп килеп сыҡты, кире сығып китте, тағы хәле бөтөп килеп керҙе, тағы кире сығам тигәйне, икенсе берәү менән маңлайға-маңлай төкөштөләр ҙә ҡуйҙылар. ”Нимәгә былай тегендә-бында сабаһың?”- тип һорағанға, теге: “ Әй, унда прапорщик Войцеховский картуф күп ашап эсе күпкән!”, -тип яуаплағайны, клуб дер һелкенде. Иң ныҡ көлгәне прапорщик үҙе булды.
Рота писаре Салауат - яҡташы, уның менән электән дуҫ ине, әле уның уң ҡулы. Ярты йылдан ҡайта, үҙенә алмаш әҙерләй башлаған:
- Отпускыға ҡайтарыр булғастар, бик һайланмай ғына был малайҙы ҡалдырып торғайным, әле үкенәм, урыҫ булһа ла хаталы яҙа, йүнһеҙ, - тип әрләй алмашсыһын.
Хәниф уға яуаплай:
- Нисауа, тағы ярты йыл ваҡыты бар, өйрәнер, айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр. Ротный, һин писарь булғас, рәхәткә сыҡты, уның өсөн дә бөтә пландарын яҙаң да. Ҡайтып китһәң, был “ҡылтүбә” менән ауырыраҡ булыр инде уға... Миңә ни, бөхтәлеге, таҙалыҡ тота алыуы оҡшай, ҡалғаны командирға кәрәк!
Икәүләп каптеркала “Альпинист” радиоалғысынан Өфөнән барған көндөҙгө концертты тыңларға ғәҙәтләнеп киттеләр. Тыуған яҡ тураһында һөйләшәләр. Хәниф ауылын, туғандарын яратып һөйләй. Бигерәк тә Әбүс тигән, Салауат ишеткәне лә булмаған шағирҙың ошо юлдарын ҡабатларға ярата:
Ауыл ҡосағына ҡайтып инһәм,
Иҫерәм мин, ярты үләм мин!
Йәмле йәй ҡырының һәр ҡоласын
Мең ожмахтан артыҡ күрәм мин...
Ҡайһы берҙә улар янына яҡташтары Степан да кергеләй. Мордва милләтенән булһа ла башҡорт йырҙарын ныҡ оҡшата:
- Иртән ошо йырҙар менән уянабыҙ бит өйҙә, һағындыра егеттәр. Эх, ҡайтыу менән өйләнәм, - тип хыялға сума. Унан, ҡапыл күҙҙәрендә шаян осҡондар уянатып:
- Әйҙә Салауат, беҙгә ҡайтабыҙ тәүҙә, һиңә лә табабыҙ “девку неотеленную!” - тип яурынына һуғып ала. Хәниф шелтәләй:
- Ҡыҙҙарҙы шулай тимәйҙәр инде, Степан, улар һиңә мал түгел дә.
Ә Салауат көлә генә:
- Юҡ, рәхмәт дуҫ, үҙемде оҙатып ҡалғаны, Хоҙай ҡушһа, көтөр әле...
- Эх, егеттәр, беҙ Вәкилә менән никах туйы үткәрҙек бит, ул ярты йылдан уҡыуын бөтәсәк, унан ҡайтып бында алып киләсәкмен!
Егеттәр Хәнифте ихлас ҡотланылар.
Бер тәүлек часть биләмәһендә, бер тәүлек объектта булалар. Ҡарауыл хеҙмәтен ойоштороу яуаплы бурыс булһа ла взвод командиры ярҙамсыһы булған сағынан уҡ был эш Хәнифкә таныш, әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ә ротаның бар хәстәрен Салауат, тағы каптерщик Шеглов менән яйға һалып алған. Шеглов һәр сылғау, аҡ яғалыҡ йыртыш, төймә, вакса, һәр мунса өсөн алмаш эске кейем, башҡа ваҡ төйәк өсөн яуаплы, бурысын яҡшы белә. Войцеховский урынлаштырған тәртип боҙолмай ғына казармалағы тормош үҙ яйына бара.
Вәкиләһенән хаттар көн дә тиерлек килә, үҙе лә һөйгәненә оҙон-оҙон һағынышлы хаттар оҙата, икеһе лә бергә булыр көндәрен һанайҙар. Иң көтөлмәгәне, ныҡ шатландырғаны Вәкиләнең бер хатында уларҙың сабыйы буласағы тураһында яҙғаны ине.
Ғәҙәти хәрби тормошто ҡайһы ваҡыт берәй ваҡиға төрләндертеп алғылай.
Хәниф яңы вазифала хеҙмәтен башлаған ғына сағында, хәрби ант та ҡабул итеп өлгөрмәгән, бер грузин ҡасты. Өс көндән саҡ табып алып килделәр. Ниңә ҡасҡанын һорағас, грузинға ҡыҙыл погон тағыу килешмәй, шуға ҡастым, тип яуап бирҙе. Присяга ҡабул итеп өлгөрмәгәс, хөкөмгә тарттырып торманылар, икенсе ергә ебәрҙеләр. Ҡыҙыл погон тигәндән, гражданкала ҡыҙыл погонлы һалдаттарҙы бик өнәп бөтмәгәндәр йыш осрай шул. Тик эске ғәскәрҙәрҙең, тотҡондарҙы һаҡлаған частәренән башҡа, Хәнифтәрҙеке кеүек үтә мөһим дәүләт объекттарын һаҡлай торған, махсустары булғанын береһе лә белмәй. Ул турала ауыҙ асып әйтергә ярамағанлығы тураһында бик ҡаты иҫкәртеү яһайҙар бында. Хаттарҙы ла тикшереп кенә торалар. Ротанан бер яңы килгән һалдат адресын күрһәткәндә часть номерын, ротаһының һанын, өсөнсө взводтың икенсе отделениеһы, тип тәфсирләп яҙғаны өсөн, рота командиры бөтәһен теҙеп, тегене алға сығарып ҡуйып, “беште”:
- Һин бит дәүләт серен асҡанһың, ҡала исемен, часть структураһын тотош асып һалғанһың, ярай әле нисәнсе ҡарауыл, нисәнсе майҙанда хәрби поста торғаныңды яҙмағанһың, - тип кәрәген бирҙе генә һалдаттың.
- Ленкомнаталағы “Болтун-находка для шпиона!” тигән стенд бушҡа ҡуйылған, тип уйлайһығыҙмы? Хәҙер расписание буйынса политуҡыу, өсөнсө взвод марш ленкомнатаға! Бөгөнгө дәрес темаһы шул стендтағыса. Сержант Семенов, барыһын да таныштыра тор ундағы мәғлүмәттәр менән. Иптәш офицерҙар, хәҙер барығыҙ ҙа минең бүлмәгә!
Командирҙарға ныҡ ҡына эләкте: “ Һалдаттарҙың ҡайҙа хеҙмәт иткәне менән ғорурланыуы насар түгел, әммә, бер нисек тә дәүләт серенә ҡағылышлы мәғлүмәтттәр ситкә сығырға тейеш түгел”, - тип оҙаҡ нотоҡ уҡыны ротный. Частәре Берлинды штурмлаған полктың данлыҡлы капитаны командалыҡ иткән батальоны нигеҙендә төҙөлгән. Данлы үткәне тураһында Хәниф взвод командиры ярҙамсыһы ваҡытында күп уҡығайны, белә.
Вәкиләһенән уларҙың тиҙҙән балалары буласағын яҙған хат килеп Хәниф шатлығы эсенә һыймаған көндәрҙә ҡаланы аяҡҡа баҫтырған хәл килеп сыҡты. Ике көн буйына, ҡала радиоселтәре аша алты йәшлек ҡыҙсыҡтың юғалыуы тураһында хәбәр тапшырҙылар, өсөнсө көнөндә хәрби частәрҙән, ойошмаларҙан ярҙам һоранылар.
Хәнифтәр төкөмөнә һаҙмырт урынлы йүнәлеш эләкте. Был һаҙлыҡтар ары Таватуй тигән тиҫтәләгән саҡрымдарға һуҙылған күлгә тоташа. Икенсе төркөмдәр менән араны ике яҡлап өҙмәй, яй ғына баралар:
- Әгәр ҙә бындай урынға барып сыҡһа, баланың табылырына өмөт аҙ инде. Ағас фәләнгә эләгеп кенә тормаһа... Иң мөһиме - үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ !- тип рота командиры алдан ҡат-ҡат иҫкәртте һалдаттарын. Үҙенең дә атай буласағы, тыуасаҡ балаһы тураһындағы уйҙар менән йөрөгән Хәнифтең юғалған баланың ата-әсәһе ғәзиз балаларының табылырын ниндәй ҙур өмөт менән көтөүҙәрен күҙ алдына килтерҙе. Был туралағы уйҙарын ул һалдаттарына ла еткерҙе, һәр береһенә ҡолғалар ҡырҡып бирҙе. Һаҙлыҡ урындар ныҡ хәтәр бында, күтерле ерҙәре йыш осрай. Көнө буйына һыуланып, өшөп, һыуһап, асығып бөтөүҙәренә ҡарамай береһе лә мыжыманы, бәлә һалманы. Улар кискә ҡарай бер ауылға килеп сыҡтылар. Үҙҙәре менән алған флягаларындағы һыуҙарын әллә ҡасан эсеп бөткәйнеләр. Һаҙлы ерҙә һыу эсергә рөхсәт тә юҡ, шуға ла ефрейтор Степан Драгин бер ҡапҡаны шаҡыны. Йөҙө һис ҡасан да йылмайыу әҫәре күрмәгәнгә оҡшаған, һөмһөрө ҡойолған, ҡап-ҡара кейемле ҡарсыҡ, бер һүҙ әйтмәй генә, иҫке биҙрә менән һыу сығарҙы. Һыу эсеп бөтөп, рәхмәттәр әйтеп биҙрәне кире һондолар. Ҡарсыҡ өндәшмәй генә биҙрәне алып, әллә ҡайҙа һаҙлыҡҡа быраҡтырҙы ла ҡапҡаны япты. Арҡыры кәртәһен тартып, эстән бик һалғаны ишетелде.
- Иптәш прапорщик, былар бит кержактар, улар сит кешеләр тотонған әйбергә ҡабат ҡағылмайҙар... - Себерҙән булған сержант Чебурашка (Чебуржеков) шулай бышылданы.
- Староверҙар, тип әйтергә уйлайһыңмы? – тип аныҡлай ефрейтор Муля (Мулялин).
- Ну, шулар инде.
Хәниф бындағы халыҡтар тураһында уҡығайны, һалдаттарға аңлатыу кәрәк тип тапты:
- Кержактар - рустарҙың иҫке дин тотоусылары, хәйер, хәҙер бар староверҙарҙы ла кержак, ти ҙә ҡуялар. Былары, Нижегород губернаһындағы Керженец тигән йылға буйынан, диндә икегә бүленеү барлыҡҡа килгәс, Уралға ҡасҡан төркөм. Аҙаҡ Себергә лә таралған улар. Сәғәт ун икегә тиклем генә йыуыналар, кешенән алған һауыттарҙы суҡындырғас ҡына ҡулына алалар, мунсалағы тастарын, йыуынып бөткәс, әйләндереп ҡуялар, юғиһә ен эйәләй, тиҙәр. Тағы әллә ниндәй йолалары бихисап уларҙың. Был ҡарсыҡ беҙҙең арала төрлө милләт кешеләре барлығын күрә лә инде, шуға һауыт “бысранды”, тип ҡабат ҡулланмаҫлыҡ биҙрәһе менән беҙгә һыу эсерҙе лә ырғытты.
“Уларға тиклем был ерҙәр борондан башҡорттарҙыҡы булған, заводтар өсөн дә ерҙәрен һатып алғандар. Ана Табатуй күленең атамаһы уҡ шуны әйтеп тора,” - тип Хәниф Салауатҡа ла һөйләп алды.
Шул саҡ рациянан баланың табылыуын әйттеләр, хәдән тайған баланы икенсе бер төркөм тауҙан ҡуйы ҡарағайлыҡтан табып алып ҡайтҡан...
Ҡала кинотеатрына, ҡарауылдан азат роталарҙы киноға алып барҙылар. Заманса кинотеатрҙа, киң экранлы залда тәүге тапҡыр иҫ китмәле фильм ҡаранылар. Төп геройын Василий Шукшин уйнаған “Калина красная” ине ул. Бындай фильмды бығаса күбеһенең күргәне булмағас һалдаттар оҙаҡ ваҡыт уның тәьҫирендә йөрөнөләр. Каптеркала фильм тураһында һөйләшеп ултырғанда:
- Ниндәй үкенесле үлем, ниндәй шәп кешене әрәм иттеләр, эйе бит?- тип әйтеп ҡуйҙы Хәниф Салауатҡа.
Инде Хәниф һөйгәне менән осрашыу көнөн һанай, түҙемһеҙлек менән хаттарын көтөп ала, яуап яҙа.
Майҙың һуңғы көндәренең береһендә ул сәйер төш күреп уянды. Имеш, Хәниф Вәкиләһе менән осрашыуға ашҡына, тик ниңәлер тәүге осрашҡан ерҙәрен таба алмай, шулай килә торғас ҡайҙалыр упҡынға осто. Артынан Вәкиләһенең йән өҙгөс тауышы ишетелә: ”Хәниф, йәнем!”
Уянды ла, ниндәй төш булды һуң был, аптырап тороп ултырҙы, нимәгә юрарға ла белмәне. Ятаҡхана бүлмәһенең ишеген дөбөрләтеү уның был сәйер төшө тураһындағы уйҙарынан арынырға мәжбүр итте. Ишекте асыуға часть вестовойы тора: “Иптәш старшина, тревога! Машина көтә, тиҙ булығыҙ!” - тип саҡырҙы. Үҙе һымаҡ ятаҡханала торған офицерҙарҙы ултыртып машина часткә елдерҙе. Улар барып етеүгә частең ҡарауыл хеҙмәтендә булмаған өлөшө плацта теҙелгән ине. Һәр береһе үҙ ротаһы яныны ашыҡты. Полк командиры хәрби бурыс ҡуйҙы:
- Быға тиклем булған хәрби тревогалар өйрәнеү өсөн генә ине. Бөгөнгөһөнең сәбәбе бик етди! Төнъяҡтағы бер төрмәнән дүрт рецидивист ҡасҡан. Ҡораллылар, һаҡсыларҙы үлтереп ҡасҡандар. Һеҙҙең һәр берегеҙгә, уландар, боевой патрондар биреләсәк. Бирелгән квадратты “тетеп” сығыу бурысы ҡуйыла һеҙгә. Иң мөһиме алға сыҡмаҫҡа, бер-береңде күрә барырға, автоматығыҙҙың предохранителен командаһыҙ ысҡындырмаҫҡа - шуны мейегеҙгә һеңдерегеҙ!
Үҙҙәре өсөн тәғәйенләнгән квадратҡа машиналарҙа килеп төшкәс, ун биш минутлыҡ әҙерлек иғлан ителде. Тәмәке тартып алырға рөхсәт булғас, Хәниф янында торған Салауатҡа:
- Яҡташ, Вәкиләнән кисә хат алдым, дәүләт имтихандарын бик һәйбәт тамамлаған, киләһе аҙна диплом тапшырасаҡтар. Унан һуң бында юлланасаҡ. Их, һағындырҙы, беләһеңме, беҙҙең бит улыбыҙ буласаҡ, улыбыҙ..., - тип шатлығы менән уртаҡлашты. Үҙенә тынғы бирмәгән төшө тураһында ла һөйләргә уйлағайны, ниңәлер тыйылды. Салауат дуҫы өсөн ихлас шатланды. Белә бит, дуҫының һөйгәнен нисек түҙемһеҙлек менән көткәнен.
Сылбырға теҙелә башланылар. Хәниф етәкләгән төркөмдә Салауат, Степан Драгин, Володя Мулялин, һымаҡ тәжрибәле һалдаттар менән бергә яңы килгәндәр ҙә эләкте. Хәниф уларҙы сынығыу алған һалдаттар менән аралаштырып ҡуйҙы. Үҙ янына, күҙҙәрен тирә-яҡҡа алаҡанлатып торған, ныҡ ҡурҡҡаны һиҙелгән, Урта Азиянан килгән яңы саҡырылыш һалдатын ҡуйҙы. Хәниф, тәүҙә, быны әллә машина янында ғына ҡалдырырғамы, тип икеләнеп ҡуйғайны ла, ярар, һалдат шулай өйрәнергә тейеш, тип кире уйланы.
Тағы ла бер тапҡыр бурысты аңлатҡандан һуң ҡуҙғалдылар. Береһе лә өндәшмәй, бик һаҡ баралар. Хәниф төркөмдең тигеҙ атлауын күҙәтеп бара, береһен дә артта ҡалдырмаҫҡа, алға сығармаҫҡа тырыша, һәр ҡыуаҡ төбөн, киҫкәләрҙе, соҡор-саҡырҙарҙы тикшереп барыуҙарын талап итә. Шулай байтаҡ атланылар. Инде картанан самалағанда үҙҙәренә бирелгән тәүге квадраттың сигенә етергә лә тейештәр. Шунда туҡтап ял итергә килешелгән.
Ҡапыл Хәнифтең аяҡ аҫтынан ҙур бер һуйыр осоп сыҡты, янындараҡ килгән йәш һалдат ҡото осоп ҡысҡырып ебәргәне, артынан уҡ тиерлек автомат тауышы ла ишетелде. Шул ыңғай Хәнифтең эсен нимәлер телеп үтте, ул яй ғына ергә сүгәләне. Атыу тауышы ишетелгәс барыһы ла шул яҡҡа йүгерҙе. Ул арала үҙенең хатаһын аңлаған, аҡылдан яҙыу сигенә еткән Сатболдиев, автоматын ырғытып, үҙен-үҙе белмәй, үҙ телендә аҡыра башланы:
- Ортаҡ старшина, ортаҡ старшина-а-а-а! Ай, нима гилдим, нима гилдииим ...
Хәнифтең яраһын бәйләй һалып, плащ-палатканан носилка эщләп, санинструктор машинаһына алып киттеләр. Хәнифтең хәле күҙ алдында насарлана. Салауат уның ҡулынан тотоп:
- Түҙ, иптәш прапорщик, түҙ, йәме, Хәниф, хәҙер вертолет килеп етәсәк, түҙ, һин йәшәргә тейеш! - тип инәлә.
- Вәкилә, Вәкиләм, улымды күрә алманым, йәл... Үҙенең күҙҙәре тоноҡлана бара.
Ҡотҡара алманылар, машина туҡтаған асыҡлыҡҡа килеп еткәндә Хәниф күҙҙәрен мәңгегә йомған ине...
Часть буйынса траур иғлан ителде. Хәнифте һуңғы юлға оҙатыу өсөн ярҙам ойошторҙолар. Рота һалдаттары үҙҙәре теләп һәр береһе берәр һум аҡса йыйҙы, башҡа рота һалдаттары ла шулай иттеләр. Офицерҙар ҙа үҙҙәре араһында йыйыу ойошторған. Был ярҙамға яҡын-тирә частәр ҙә ҡушылған тинеләр.
Рота командиры мәрхүмдең яҡташтарын - Салауат менән Степанды үҙе менән бергә алды. Ябыҡ машинала, бер тәүлек тигәндә, Хәнифтең ауылына барып еттеләр...
Хәрби комиссариат вәкилдәре менән берлектә ойошторолған мәтам митингыһында рота командиры:
- Беҙ бөгөн иптәшебеҙҙе, иң шәп командирҙарыбыҙҙың береһен һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ата-әсәһе, яҡындары, ауылдаштары алдында ышандырам – Хәниф, беҙ һине онотмабыҙ, һин ғорурланырлыҡ, өлгө алырлыҡ командир булдың. Тыуған илде, тормошто шул тиклем яраттың, ваҡытһыҙ һәләк булып беҙҙе ташлап китеүең шул тиклем үкенесле, тыныс йоҡла! – тип телмәр тотто. Хәрби хөрмәт күрһәтеп, автоматтарҙан залп биреп оҙатҡандан һуң, тотош ауыл йыйылған зыяратта йондоҙло мәрмәр ташлы ҡәбер янында иң һуңында өсәү тороп ҡалды. Улар Салауат, Степан, Вәкилә ине...
Эсе һиҙелерлек беленә башлаған Вәкиләне ни тиклем, зыяратҡа ебәрмәҫкә тырышып ҡараһалар ҙа, тыңламаны, килде. Әле лә “яңғыҙым тороп ҡалам, ҡалдырығыҙ!” - тип илаған йәш ҡатынды Салауат яурындарынан ҡосаҡлап:
- Вәкилә! Ул һине шул тиклем яратты, һуңғы һулышына тиклем һине саҡырҙы, тағы... улым, - тип тә бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Ул был донъяны мәңгелеккә ташлап китһә лә, уның дауамы һиндә, тыуасаҡ улың - уның дауамы. Бел, Хәниф артынан бушлыҡ ҡалдырып китмәне. Ул ҡабыҙған утты һүндермәү өсөн йәшәргә кәрәк! Ныҡ бул Вәкилә, йәме!..
...Ихтыяр көсө лә булған икән үҙендә, бирешмәне, һынманы. Ябыҡ ҡалаға килергә рөхсәт булһа ла, уҡыуын тамамлаған Вәкилә, тыуған ауылына эшкә ҡайтты. Ваҡыты еткәс туптай бала тапты. Ике яҡтың да уртаҡ йыуанысы булып үҫте Ғәзизе!
Ваҡыт яйлап күңел яраларын уңалта икән. Вәкилә лә тормошҡа сыҡты, Ғәзиз ағаларына иш булып, хәҙер бәләкәс Гүзәлдәре, Хәмиттәре үҫә...
...Һалҡын һуғыш осоро һалдаты Хәнифтең улы Ғәзиз дә һалдат хеҙмәтен үткәндән һуң хәрби училищегә уҡырға керҙе. Хәҙер ул да атаһының ике ғүмерен йәшәгән ир уртаһы осорона етеп килә. Туҡһанынсы йылдар аҙағындағы илебеҙҙәге ҡыҙыу нөктәләрҙә лә хеҙмәт итергә тура килде, отставка йәшенә лә күп ҡалмаған. Илебеҙ быйыл туғандаш халыҡ саҡырыуы буйынса махсус хәрби операция иғлан иткәндән һуң унда уның хеҙмәт иткән часе лә йәлеп ителде. Ауыр һуғыштарҙан һуң ротация буйынса уларҙы алмаштырғас әле бына тыуған яғында ҡыҫҡа ялда. Улы Илдустың училище тамамлау тантанаһына оса иртәгә. Унан хәрби хеҙмәт дауам итәсәк...
... Ауыл зыяратында Хәниф ҡәбере янында яңы ҡәбер ҡалҡып сыҡты. Хәрби комиссар:
- Ғәзиз Хәниф улы иҫ киткес ҙур батырлыҡ күрһәтте, ҡамауға эләккән взводын имен-һау үҙебеҙҙеккеләргә сығара алды, теүәл координаталарҙы ебәреп ҡаршы яҡ төркөмөн тулыһынса юҡ итергә ярҙам итте. Тик үҙенең алған яралары ғына төҙәлмәҫлек булып сыҡты. Йәл, беҙ һинең батырлығыңды мәңге онотмабыҙ! Тыныс йоҡлағыҙ ҡаһармандар!- тип телмәр тотто...
Мәтам митингыһы тамамланғандан һуң зыяратта лейтенант Илдус Абдрахманов өләсәһе, уның бабайы, Хәмит ағаһы, әсәһе менән тороп ҡалды. Ҡатындар ҡартолатаһы, олатаһы һәм атаһы менән күңеле менән һөйләшкән, иртәгә үҙ теләге менән махсус хәрби операция үтәр өсөн юлланасаҡ Илдус алдында күҙ йәштәрен күрһәтмәйҙәр. Башҡорт ҡатындары яуға яҡындарын илап оҙатмаған...
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1-7mbuhpcjjui6ndnmbrxevtgfwe