

Вәсилә тәҙрә аша тышта тын ғына яуған ҡарҙы күҙәтте. Алдында тарих китабы, дәфтәре, ҡулындағы ручкаһын ауыҙына ҡапҡан да бөтә донъяһын онотоп хыялдар донъяһына сумған. Ябалаҡлап яуған ҡар, йомшаҡ мамыҡтай ергә түшәлә, ә Вәсилә ҡар батшаһының ҡыҙы, ошо ҡар бөртөктәренең хужабикәһе. Өҫтөндә иҫ киткес матур күлдәк, туйҙа кейгән кәләштәрҙеке шикелле, башында көмөш таж, сәстәренә лә көмөш таҫмалар үрелгән. Ҡулында тылсымлы таяҡ, бер генә һелтәһәң, нимә теләйһең шул пәйҙә була... Ул йәшәгән көмөш һарай эсендә, уның айырым бүлмәһе бар. Бүлмә ҙур, иркен, тәҙрәләрендә бай ҡормалар, йоҡлаған карауаты өҫтән селтәр менән ҡапланған, хас та кинолағы һымаҡ. Ә күлдәктәренең, түфлиҙарының күплеге... Ҡыҙыл күлдәккә ҡыҙыл түфли, зәңгәренә ― зәңгәр...
-Вәсилә дәресеңде эшләп бөттөңме? Күпме ултырыға була? Эш күп, - әсәһенең сәрелдәгән тауышына ҡыҙ терт итеп ҡалды.
-Бөттөм...
Әллә әсәһе тағы эсеп алған инде, яңы ғына сығып киткән ине, күршеләрҙә йомош бар тип.
-Бар малды эсер, һыйыр баҡырып тора, минең йомош уңманы, Мәрйәм апайың һиңә яраҡлыҡ аяҡ кейеме юҡ тей, үрге ос Фатималарға барып киләм, уның тыуған -тыумасаһы ҡалала күп йәшәй бәлки алып ҡайтып бәрәләрҙер ваҡ- төйәк аяҡ кейеме...
-Әсәй, зинһар барма уларға, Дилара минең классташым, иртәгә минән бөтөн класс көләсәк.
Вәсилә ҡапыл һикереп торҙо ла, күҙенә тығылған йәштәрен саҡ тыйып, әсәһенең ҡулына йәбеште.
-Кит йүнһеҙ, һинән һорарға онотҡанмын, кемгә барырға, кемгә юҡ тип. Ауыҙынан сыҡҡан араҡы еҫе борх итеп ҡалды.
-Аяғыңа нимә кейеп бармаҡсы булаһың, шул президент шыршыһына, эрзинкә калушмы, яңы итек алырға минең аҡса юҡ, ишетһен ҡолағың. Эсер малды, мин тиҙ ҡайтам...
Әсәһе сығып киткәс Вәсилә рәхәтләнеп ятып иланы. Кем аңлаһын да, кем йыуатһын инде 12 йәшлек ҡыҙ баланы, улар әсәһе менән икәү генә йәшәй шул. Атаһы бала бәләкәй саҡта уҡ икенсе ҡатынға әүрәп ғәиләһен ҡалдырып сығып киткән. Өләсәһе менән олатаһы гүр эйәләре, ошо ауылдыҡылар, атаһы яғынан туғандары менән әсәһе ҡатышмай, улар ҡырҙа йәшәй. Етмәһә һуңғы арала әсәһе йыш эсә башланы. Эше юҡ түгел бар, ауылдағы оло инәйҙәргә иҙән йыуа, социаль хеҙмәткәр икенсе төрлө. Тик ул ғына эш хаҡын еткереүҙәре бик ауыр хәҙерге ваҡытта, осон-осҡа саҡ ялғайҙар Вәсиләләр. Вәсилә 6-сы синыфта уҡый, бик тырыша тик 4- ле, 5-ле билдәләренә генә өлгәшә. Спорт менән дә ихлас шөғөлләнә, саңғы ярыштарында, хатта республика кимәлендә лә призлы урындар яулағаны бар. Уҡытыусылар ҙа ҡыҙҙың бөтә фәндәрҙән дә әүәҫлеген күреп олимпиадаларға әҙерләргә тырышалар. Былтыр башҡорт теленән еңеү яуланы Вәсилә, тиҫтерҙәре араһында. Шуға президент тарафынан ойошторолған балалар шыршыһына Вәсиләне лә ебәрергә ҡарар итте уҡытыусылары. Әлбиттә, ҡыҙсыҡ шатлыҡтың етенсе ҡатында осоп ҡайтып инде өйҙәренә.
-Әсәй,әсәй...ул соландан уҡ һөрән һалды. Ишекте асып өйгә ингәс, баланың ҡанаттары әйтерһең дә һалынып төштө. Әсәһе бер нәмә белмәй, иҙән уртаһында, сәсе-башы туҙып, аунап йоҡлап ята ине. Былай ҙа ҡараңғы бәләкәй генә өйҙәрендә бер ҡот юҡ. Иҫке һыланып, аҡланған ике яҡлы өй олатай, өләсәһенән ҡалған моң заманғы инде, ауылдың бер яҡ осонда тыш яҡтан да йәмһеҙ, Вәсиләнең йәнен көйҙөрә. Эстән дә күпме аҡлап, буяһаң да, нигеҙҙәре сереп, стеналары ауаша башлағанлыҡтан, ташландыҡҡа оҡшаған.
Юҡ,әсәһе гел эсмәне ҡыҙҙың, үҙенсә тырышты, үҙен белгәндән бирле Вәсилә, һыйырҙары булды. Ҡайҙа шәл бәйләп, ҡайҙа һөт, май һатып та аҡса тапты. Һоратып килгәндәрҙең береһен кире бороп торҙо йәш ҡатын: "Баламды күҙле-башлы итмәйенсә иргә бармайым",- тип кенә яуап ҡайтарҙы.
Ваҡыт үтә торҙо нахаҡ һүҙҙәрҙе күп ишетепме, донъяның ғәҙелһеҙлегенә әрнепме илаған саҡтары булды, ә һуңғы арала шешә менән дуҫлаша башланы. Классташтары араһында ла уңайһыҙ ине Вәсиләгә, яҡшы уҡыһа ла кейгән кейеменә ҡарап, унан йыш көлдөләр, ситләттеләр ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа. Дәрес күсерергә кәрәккәндә генә исеме менән хатта инәлеп өндәштеләр, ә кәрәкмәгәндә :
-Вәскә,Вәскә-
Төҫө уңған сәскә, - тип кенә үсекләр булдылар.
Мәктәптә үткәрелгән кисәләргә бик барғыһы килһә лә, һирәк-һаяҡ ҡына йөрөнө, сөнки кейеп барырлыҡ матур күлдәктәре лә юҡ ине ҡыҙыҡайҙың.
Президент шыршыһына барасағын белгәс, балаһының шатлығын уртаҡлашып, ҡыуаныр урынына, әсәһенең беренсе һорауы:
-Ә нимә кейҙерәм мин һиңә, ҡайҙан аҡса алам арыу кейемгә?- ине. - Барып тормаҫың ...кисәге байрамдан һуң башы сатнап ауыртҡан ҡатын, иҙән уртаһында ятҡанын абайлап, ҡыҙы япҡан юрғанды өҫтөнән алып ташланы.
-Һыу бир ,тамаҡ ҡатҡан.
Вәсилә түрҙә ултырған күнәктән сынаяҡ менән һирпеп һыу алды ла, әсәһенә бирҙе.
-Эй,ошо бер тамсы һыуға, һыуһынды ҡандырып булалыр шул, әпир сүмес менән. Башы әйләнеп, күңеле болғанған ҡатын түңкәреп иҙәнгә ҡоҫоп һалды.
-Уй Аллам, тас китер, нимә таш кеүек ҡатып тораһың, иҙәнде һөртөп ал. Вәсилә ҡулйыуғыс аҫтында торған тасты алып әсәһе эргәһенә ҡуйҙы.Кәртәләүҙә элеүле торған иҙән йыуғысын керетеп, иҙәндәге ҡоҫҡоно йыуырға кереште. Шул саҡ уҡшып үҙе ҡоҫа яҙҙы. Шулай ҙа арыуланып, ҡайҙандыр баш йүнәтеп ҡайтҡан әсәһе байрамға барырға рөхсәт бирҙе ул көн.
-Ярай берәй әмәлен табырмын, һатып алмаһаҡ ней, һорап торорбоҙ кейем-һалымын кешенән. Хәҙер кейем күп, кеше элекке һымаҡ туҙҙырғансы кеймәй. Яңы кейем алырбыҙ бәлки, тигән өмөтө аҡланмаһа ла Вәсилә шат ине. Ул башҡаларҙың шыршы байрамына барып, күргәндәрен, бер оло мажара итеп һөйләгәндәрен ишеткәне бар. Әлбиттә уның да барғыһы килә. Шул шыршы байрамындағы Ҡыш бабай ҙа ысындыр бәлки? "12 йәшкә етеп ҡыш бабай барлығына ышанып ултыра, бынау төҫө уңған сәскә", - тип йығылып ятып көлөр ине классташтары, нимә уйлағанын белһәләр, ә ул барыбер ышана тылсымға ла, Ҡыш бабайға ла. Уның ҡыш бабайға бер генә үтенесе бар, әсәһе башҡа эсмәһен ине. Ҡимәтле кейем, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр ҙә кәрәкмәй Вәсиләгә, тик һәр ваҡыт айныҡ әсәһе кәрәк.
Уҡытыусылары, ауылдаштары ярҙамы менән матур күлдәк, итек алып ҡыҙыҡай Президент шыршыһына барып ҡайтты. Иң ҙур, иң матур шыршыны ла, Ҡыш бабайҙы ла күрҙе. Балалар күп булғанлыҡтан Ҡыш бабайҙың эргәһенә барып теләген әйтә алманы, ә шулай ҙа бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгенә яҙып, шыршыға элеп китте. Ҡыш бабай һис юғында барыһы ла ҡайтып бөткәс, Вәсиләнең яҙғанын табып уҡыр ҙа, хыялын тормошҡа ашырыр, тип ышанды. Һәм хыялы тормошҡа ашты ла... Әсәһе уйламағанда бәләгә тарып, иман юлына баҫты.
Яңы йыл төнөндә үҙе шикелле эскән әхирәтенә ҡунаҡҡа барып, ниндәйҙер бәхәс сыға. Төрмәннән сыҡҡан бер ир Вәсиләнең әсәһенә бысаҡ сәнсә. Ҡаты йәрәхәттәр алып, ҡанын күп юғалтып, айҙан артыҡ дауаханала ятып, йәш ҡатын саҡ терелеп сыға. Шунан башлап ул эсеүен ташлай һәм мәсеткә йөрөй башлай. Шунда үҙенән күпкә олораҡ ағайҙы осратып, кейәүгә сыға. Мулла ағай Вәсилә менән тиҙ уртаҡ тел таба, атаһы булмаһа ла ҡыҙыҡайҙы ярата, үҙ балаһылай ҡабул итә. Икенсе ауылға, үҙ донъяһына күсереп алып ҡайта. Ә Вәсилә Ҡыш бабай шыршыһына бара алмай ҡалһам, минең хыялым тормошҡа ашыр инеме икән, тип һаман уйланып ала, сөнки ул мөғжизә генә уның тормошон үҙгәртте тип ышана...