Әҙәби бит
29 Декабрь 2022, 14:00

ШЫРШЫҒА БАРЫУ МАЖАРАҺЫ

Дәрестән ҡайтҡас, ат егеп урмандан шыршы (дөрөҫө – ҡарағай инде, әммә Яңы йылдың төп биҙәген, өйрәнгәнсә, шыршы ти ҙә ҡуябыҙ) алып ҡайтырға булдыҡ. Өс әхирәт – мин, Нурзилә, Земфира, ҡустым Ишморат, Инсурҙың санаһына тейәлә һалып, сығып та киттек Һарғая яғына. Ул мәлдә техника әҙ ине әле. Урманда сана эҙенән башҡа юл да юҡ, ә көрт − муйындан... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Зөлфиә Муллағолова
ШЫРШЫҒА БАРЫУ МАЖАРАҺЫ

Үәт, рәхәт хәҙер! Байрам етә башлаһа, ҡатырға ҡумтаға тиреп һалып ҡуйған яһалма шыршыны тиҙ генә сығарып ҡораһың да магазиндың ялтырауыҡ тәтәйҙәре менән биҙәһәң – шуның менән эш тә бөтә. Ағас артынан урманға китәһе лә түгел, ҡағыҙҙарҙы төрлө төҫкә буяп, елка уйынсыҡтары, гирляндалар ҙа эшләп маташмайһың. Улдарым менән мәж килеп шыршы биҙәгәндә бынан 25 йыл тирәһе элек булып үткән Яңы йыл мажараһын әле булһа һағынып та, көлөп тә иҫләп алам.
Ә хәл былай булды. 8-9-сы класта уҡығанбыҙҙыр. Дәрестән ҡайтҡас, ат егеп урмандан шыршы (дөрөҫө – ҡарағай инде, әммә Яңы йылдың төп биҙәген, өйрәнгәнсә, шыршы ти ҙә ҡуябыҙ) алып ҡайтырға булдыҡ. Өс әхирәт – мин, Нурзилә, Земфира, ҡустым Ишморат, Инсурҙың санаһына тейәлә һалып, сығып та киттек Һарғая яғына. Ул мәлдә техника әҙ ине әле. Урманда сана эҙенән башҡа юл да юҡ, ә көрт − муйындан. Бараһы ергә еткәс, ҡарға бата-сума йөрөп, ҡупшы ғына ағастарҙы һайлап алып, санаға тейәнек. Уның араһында шаярабыҙ, көләбеҙ, бер-беребеҙҙе көрткә батырабыҙ... Кейем һыуланыуҙа ла, һыуланғас, өшөгәндә лә эш юҡ. Күңелленең аръяғы! Ҡышҡы урмандың матурлығы бит әле, Хоҙайым! Һоҡланып туйырлыҡ түгел! Урман яңғыратып йырлай-йырлай ҡайтыу яғына елдерә инек, ҡапыл атыбыҙ нимәнәндер өркөп, сығынланы ла китте бит, әй! Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй саба башламаһынмы?! Сананың табаны ергә тейгәндә тейә, теймәгәндә – юҡ. Осабыҙ ғына! Берәм-берәм шыршылар ҙа, үҙебеҙ ҙә тәгәрәп төшөп ҡала барабыҙ... Сос кеше, Нурзилә генә, нисектер дилбегәне эләктереп алған да санала ялпылдығы сығып алға елә. Хәҙер бар өмөт – унда ғына. Ҡарҙа сатай-ботай аунап ятып ҡалған ерҙән: “Нурзилә, Нурзилә, дилбегәне ысҡындырма! Нығыраҡ тарт та туҡтат!” – тип кемуҙарҙан һөрәнләйбеҙ. Бына бер заман ул да сананан ҡолап төштө, тик төшһә лә, дилбегәгә йәбешеп, көрт эсенән арыу ғына һөйрәлеп барҙы әле. Ә тайҙы туҡтатырһың туҡтатмай ҙа!? Шулай итеп, Нурзиләбеҙ ҙә ятып ҡалды. Ул арала тай бөтөнләй күҙҙән юғалды. Атаһының аты берәй яҡҡа китеп олағып ҡуйһа тип, Инсурҙың ҡото осто. Улар Ишморат менән юл буйлап алға йүгерҙеләр. Ә беҙ, өс әхирәт, теге тәгәрәшеп ҡалған ҡарағайҙарыбыҙҙы үҙебеҙ йөкмәп, ҡарға бата-сума ауылға туранан һыпырттыҡ. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та, етмәһә, ауылға шыршы йөкмәп барып инеүе оят бит әле?! Зыярат тауын барып төшһәк, ни күрәбеҙ: урамда кешеләр йыйылып киткән. Атай-әсәйҙәр беҙҙе эҙләргә сыҡҡан икән. Балалар менән берәй насар хәл булғандыр тип, ҡоттары осҡан уларҙың. Аҡ күбеккә батҡан, күҙе аларған тай беҙҙән алда ҡайтып, ҡапҡа алдында алаҡандап торһонсо әле?! Әйтмәй киткән өсөн күмәкләп быжым ҡатаһы кейҙерҙеләр генә... Йүгәндең нимә икәнен яңы ғына белә башлаған тайҙы урлап еккән өсөн Инсурға ла Йәғәфәр апамдан да нишауа ғына эләкте, буғай. Бына шулай булды беҙҙең шыршыға барыу мажараһы. Хәҙер булһа, был хәл яҡындарыбыҙҙың быжғыртыуы менән менән генә тамамланмаҫ ине, әлбиттә. Һорауһыҙ ағас ҡырҡҡандар тип, әллә нимә эшләтерҙәр ине, тәүбә, тәүбә! Алла һаҡлаһын! Эх, булған бит күңелле бала саҡтар! Урманға үҙебеҙ хужа саҡтар...

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1648946232_2-vsegda-pomnim-com-p-yelochka-v-lesu-zimoi-foto-2

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас