+24 °С
Ямғыр
Китәһеңме?.. Ярай, һау бул, барыҫ,
Үпкәләргә һиңә хаҡлымы беҙ?
Һин килгәйнең ергә бәхет юрап,
Кешеләрҙән мәрхәмәтлек һорап,
Үкенестән генә һалдыңмы эҙ?
Зарға тулған Ерҙән ваз кистеңме?
Уҙғаныңа шөкөр итәһеңме?
Ҡылыр мәлдә изге ғибәҙәттәр,
Ҡотора тип Ерҙә енәйәттәр,
Күңелкәйең ҡалып китәһеңме?
Ә шулай ҙа һин алып кит әле
Алыҫҡараҡ, Ерҙән ҡазаларҙы,
Кешелеккә бәтлек ҡылғандарҙан,
Изге ҡиблаһынан яҙғандарҙан
Азат итеп ауыл-ҡалаларҙы.
...Ә кешеләр Ерҙә, килер йылдан
Изге хәбәр, бәрәкәттәр көтөр.
Бағлар өмөт Аллаһ шәфҡәтенә,
Ирешер ҙә Уның рәхмәтенә,
Зар илатҡан һуғыш-хәүеф бөтөр.
Амин...
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: -WbiXx_6htE