Әҙәби бит
25 Декабрь 2022, 07:50

Хазина

Ҡарт бер игенсе ғүмеренең һуңғы көндәрендә балаларын эргәһенә саҡырып алып: - Балаларым! Баҫыуыбыҙ эсендә бер хазина бар. Әммә ҡайһы еренә күмелгәнен белә алманым. Мин үлгәндән һуң ваҡытты заяға уҙғармай, баҫыуға барығыҙ. Һәр ерен яҡшылап ҡаҙып, аҡтарығыҙ. Әгәр тапһағыҙ, ул хазина ғүмерегеҙ буйына тотонһағыҙ ҙа бөтмәҫ һәм берегеҙ ҙә мохтажлыҡ кисермәҫ. Атанан балаға мираҫ булып ҡала килгән был баҫыуҙы һата күрмәгеҙ. Сөнки, берҙән, киләсәктәге балаларығыҙға хыянат итерһегеҙ, икенсенән, эсендәге хазина ҡулығыҙҙан ысҡыныр. Ҡарт игенсе вафат булған. Ике ҡәрҙәш кемуҙарҙан баҫыуға йүгергән...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хазина (Хикмәтле хикәйә)

Ҡарт бер игенсе ғүмеренең һуңғы көндәрендә балаларын эргәһенә саҡырып алып:

- Балаларым! Баҫыуыбыҙ эсендә бер хазина бар. Әммә ҡайһы еренә күмелгәнен белә алманым. Мин үлгәндән һуң ваҡытты заяға уҙғармай, баҫыуға барығыҙ. Һәр ерен яҡшылап ҡаҙып, аҡтарығыҙ. Әгәр тапһағыҙ, ул хазина ғүмерегеҙ буйына тотонһағыҙ ҙа бөтмәҫ һәм берегеҙ ҙә мохтажлыҡ кисермәҫ. Атанан балаға мираҫ булып ҡала килгән был баҫыуҙы һата күрмәгеҙ. Сөнки, берҙән, киләсәктәге балаларығыҙға хыянат итерһегеҙ, икенсенән, эсендәге хазина ҡулығыҙҙан ысҡыныр.

Ҡарт игенсе вафат булған. Ике ҡәрҙәш кемуҙарҙан баҫыуға йүгергән. Ҡаҙылмаған ер, соҡолмаған урын ҡалмаған. Аҡтарғандар ерҙе, эҙләгәндәр – ләкин хазина табылмаған. Бик ҡайғырғандар.

Баҫыу тотош ҡаҙылған, тупраҡтар теткеләнгән, ти. Ике ҡәрҙәш был ҡәҙәр тырышлыҡ бушҡа китмәһен өсөн, бойҙай сәскән.

Көндәр үткән. Иген бешкән. Быларҙың игене башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булып үҫкән. Ураҡ урылған, уңыш йыйып алынған. Ырҙын табағындағы өйөм-өйөм игенде күреп, ике бер туған аталары әйткән хазинаның нимә булғанын аңлаған.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: ae077fe2db00d2b0b7fa769348ad9151

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас