Атаһы улын саҡырған да:
- Улым, мин үләм инде, һиңә бер васыят әйтеп ҡалдырам, шуны үтәһәң, бик бәхетле булырһың, - тигән. - Кешеләргә сәләм бирмә, кешеләр үҙҙәре һиңә сәләм бирһен!
Атаһы үлгәс, улы бер кешегә лә сәләм бирмәй, моронон сөйөп йөрөр булған. Егеттең былай йөрөүенә ҡарттарҙың эсе боша башлаған, үҙ-ара: “Ниндәй аҡыллы егет ине, атаһы үлгәс, бик әҙәпһеҙләнде, маһая башланы”, - тип һөйләшә кәңәш ҡорған.
Бер көндө егет урамда китеп барғанда ҡарттар уны туҡтатып һораған:
- Был ниндәй әҙәпһеҙлек, нишләп сәләм дә бирмәй үтеп китәһең?
Егет аптырап ҡалған. Шулай ҙа ҡарттарға дөрөҫөн һөйләп бирергә булған:
- Һеҙ теләһәгеҙ нишләтегеҙ, әммә мин атайымдың васыятын боҙа алмайым, - тигән. - Ул миңә: “Улым, кешегә сәләм бирмә, кешеләр үҙе һиңә сәләм бирһен”, - тип әйтте үлер алдынан.
Ҡарттар бер-береһенә ҡарап көлөшкән дә, уның мәғәнәһен төшөндөрөп биргәндәр:
- Атайың һиңә: “Эшкә иртә бар, улар һинең эшләгәнде күреп, яныңдан уҙғанда, һине ҙурлап, сәләм биреп китһен”, - тигән бит. Әгәр һуңға ҡалһаң, ул ваҡытта һинән элек барған кешеләргә үҙең сәләм бирергә тейеш булаһың, - тип аңлатҡандар.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1-7mbuhpcjjui6ndnmbrxevtgfwe