Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ - башҡорт теле. Ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Бына ошо телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм уның матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары (класс етәксеһе Әнисә Әғзәм ҡыҙы), балалар баҡсаһы кескәйҙәре (тәрбиәселәре Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы), "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы) һәм китапханасы (Әлиә Хәмитйән ҡыҙы) "Туған телем- башҡорт теле!" исемле сара ойошторҙоҡ. Бик ҙур һәм күркәм байрам булды. Бергәдәп башҡорт теле көнөн билдәләнек. Сания Әхмәтзыя ҡыҙы балаларға телдең көсө, ҡеүәте һәм ҡөҙрәте тураһында һөйләне. Уҡыусы балалар "Бер тигәс тә ни яман?" әйтешен һөйләп ишеттерҙеләр. Бөтә ҡатнашыусылар башҡарыуында "Ерем, илем, телем" йыры яңғыраны.
- Салауат һәм Рәми теле миндә
Илем бөтмәҫ, бөтмәһә телем!- Ошо шиғыр юлдары аша төҙөлгән китап күргәҙмәһе менән таныштыҡ.