+24 °С
Ямғыр
ҒӘЗИЗ ТЕЛЕМ
«Әсәй», «атай», «икмәк» менән
Асылған минең телем.
Бишек йырына бәүелтеп
Үҫтергән ғәзиз ерем.
Илем, телем ҡанат бирҙе,
Асты офоҡ-юлдарҙы.
Халҡым рухына ышанам,
Яҡынлатмаҫ сит ҡулдарҙы!
Төрлө сүп-сар, дошман һүҙе
Бысратмаһын башҡорт телен.
Килер быуын маңҡорт булһа,
Шик-шөбһәләр бәғер телер...
Аҡ өмөткә юрап тел яҙмышын,
Күңелемдә бәпләп урайым.
Гөлдәй наҙлы, баллы телебеҙгә
Һаҡсыл булһын ҡыҙым, уланым!
Лилиә Ғәниева.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: