Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
9 Декабрь 2022, 19:25

Бәпес тауышы һаман сыңлай ҡолағымда...

Улын табыуға өс көн тирәһе үткәс, коридорҙан килгән сеңләп илаған сабый тауышын ишетеп аптырай Земфира. Бала илауы тынмағас, коридорға уҡ сығып тыңлай башлай, әллә әсәһе ауыр хәлдә булып, сабый ҡарауһыҙ ҡалдымы икән тип, яйлап ҡына тауыш килгән яҡҡа атлай. Бала табыу йортонда бөтә балалар ҙа бер иш илаған кеүек тойолһа ла, һәр бер әсәй үҙ балаһының тауышын таный. “Ни күңел менән балаһының тауышын ишетмәй ята икән әсәһе, балаһын ярһытасы,”- тип әрләй-әрләй бала тауышына түҙмәй, бәпесте эҙләп китә ҡатын. Тауыш уны бала табыу бүлмәһенә алып килә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бала табыу йорттарында яңы тыуған сабыйҙарын ташлап китеүсе кәкүк әсәйҙәр тураһында йыш ҡына уҡырға тура килә. Үҙемдең дә хәтеремә бер нисә йыл элек таныш ҡатындың һөйләгәндәре ҡылт итеп килеп төштө.
Был хәл 2000 йылдың баштарында булған. Бишенсе бәпәйен табырға йөрөгән Земфира (исеме үҙгәртелде) ваҡытынан алдараҡ ауырып китеп, бала табыу бүлегенә килә. Сабыйының тыуырына бер ай самаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡатынды тулғаҡ тота башлай. Ярты көнләп ваҡыт үткәс Земфираның улы донъяға ауаз һала. Малай сибек кенә булып тыуа. Шуға ла ҡатынға бала табыу бүлегендә оҙаҡ ятырға тура килә.Шул ваҡыт эсендә ошонда булған шаҡ ҡатырғыс хәлдең шаһиты булырмын тип уйланымы икән йөклө ҡатын дауаханаға килгәндә? Юҡтыр. Әле һаман да ваҡыты-ваҡыты менән йәш сабый илаған тауыш ишетһәм, тертләп китәм, тигәйне миңә ошо серҙе асҡан сағында әңгәмәсем.

Улын табыуға өс көн тирәһе үткәс, коридорҙан килгән сеңләп илаған сабый тауышын ишетеп аптырай Земфира. Бала илауы тынмағас, коридорға уҡ сығып тыңлай башлай, әллә әсәһе ауыр хәлдә булып, сабый ҡарауһыҙ ҡалдымы икән тип, яйлап ҡына тауыш килгән яҡҡа атлай. Бала табыу йортонда бөтә балалар ҙа бер иш илаған кеүек тойолһа ла, һәр бер әсәй үҙ балаһының тауышын таный. “Ни күңел менән балаһының тауышын ишетмәй ята икән әсәһе, балаһын ярһытасы,”- тип әрләй-әрләй бала тауышына түҙмәй, бәпесте эҙләп китә ҡатын. Тауыш уны бала табыу бүлмәһенә алып килә. Яйлап ҡына ябылып етмәгән ишекте асып ебәрә лә, родзалдың бер мөйөшөндә эмаль тас эсендә ятҡан баланы күреп күҙҙәремә күренәме тип байтаҡ ҡына ышанмай тора ҡатынҡай. Шул арала шәфҡәт туташы күреп ҡалып: “Алсынова, бар бүлмәңә, үҙеңдең балаңды ҡара!”, тип шелтәләп палатаға ҡыуып ебәрә. Ә шундай йәлләүес тауыш менән илаған бәпес тынырға уйламай, кискеһен дә ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән илауын дауам итә. Сабыйҙың йәлләүес илауы бала табыу бүлмәһенең кафель йәбештерелгән стеналары ҡаҡлығып тағыла яңғырабыраҡ ишетелә. Был төндө бәпестең илауына был бүлектә ятыусы ҡатындар керпек тә ҡаҡмай үткәрә. Һуңғараҡ, яҙа-йоҙа ишетеп ҡалыуынса был ҡарап тороуға һап-һау, әммә ваҡытынан алда тулғаҡ тотоу өсөн уколдар яһап таптырылған малай бер кемгә лә кәрәк булмаған. 17 йәшлек кенә әсәһе бәпесләргә ике ай тирәһе ҡалғас, уны яһалма таптырыу юлы менән табырға ҡарар итә. Был сабый йәшлек хатаһы булғанмы ла, ни өсөн ундай ҙур срокка тиклем йөрөгәндер инде ул ҡатын? Һорауҙар яуапһыҙ ҡала…

Земфира һөйләүенсә ике тәүлек илағандан һуң сабыйҙың тауышы тына. Санитаркалар аша бәпестең йән биреүе тураһында ишеткәндәр. Артабан бахыр бәпестең бәләкәй генә кәүҙәһен ҡайҙа иткәндәрҙер, билдәһеҙ. Бахырҡайҙы ерләнеләрме икән? Ә теге әсәй тигән әҙәм төндәрен яҡшы йоҡлай микән? Бәлки хәҙер тормошталыр. Балалары ла барҙыр. Тик тәүге сабыйының сеңләп илаған тауышын, Земфира һымаҡ ваҡыты-ваҡыты менән ишетмәйме икән?
Земфира һөйләгәндәргә оҡшаш хәлдәр булғылап тора. Ул буласаҡ әсәйҙәрҙең ата-әсәләре нимә ҡарай икән? Боронғоларҙың эсемә һыйған балам, тышыма ла һыйыр, тигән әйтемен ишеткәндәре юҡмы икән ни? Күмәкләшеп Хоҙай биргән сабыйҙы үҫтермәҫ, кеше итмәҫ инегеҙме, тип йән әсеп китә. Күпме ҡатын-ҡыҙ әсә булыу бәхетенән мәхрүм, ә һеҙ бына-бына тыуам тигән сабыйығыҙҙың йәнен ҡыйыуҙы ла гонаһҡа һанамайһығыҙ. Тәүбә-тәүбә, Аллам һаҡлаһын балаларымды яҙыҡ юлдан, барыһына ла бәхетле ата-әсәй булырға насип итһен Хоҙайым! Һәр бер бәпес үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуһын!
Зәлиә Байғусҡарова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:newborn-м-а-енец-спать-на-руках-матери-51146013

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: