Әҙәби бит
6 Декабрь 2022, 17:30

Сажидә

Сажидә шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Сафаны берсә ҡосаҡланы, берсә ҙур күҙҙәре менән оҙаҡ итеп текләп ҡараны. Үҙен тәүге тапҡыр көсһөҙ, ҡурсалауға мохтаж  итеп тойҙо һәм ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе.  - Йә-йә, тыныслан, — тип егет ҡыҙҙы йыуатырға маташты. Уның һайын Сәжидә иланы ла иланы, күңеле бушағансы үкһене.  - Әйҙә, ҡайттыҡ, илаҡ ҡыҙыҡай! — тип Сафа уны арбаға күтәреп ултыртты. — Былай яңғыҙ йөрөү ҡурҡыныс бит, — тип атты ҡыуаланы. Улар шулай икәүләшеп ҡайтҡан яҡҡа  юлланды. Ә артта ҡарға күмелгән кәбәндәр хушлашҡандай тын ғына ултырып ҡалды. Был пар мотлаҡ йәше еткәс ҡауышыр һәм бәхетле булыр, тип юрағандай тойолдо. 

СажидәСажидә
Сажидә

Сажидә

“Йә, хоҙай, үлемем ошомо икән? Ниңә генә өйҙә ҡалманым! Хәйерсегә ел дә ҡаршы була шул,” – тип әрнене эскерт аҫтында ҡалған үҫмер ҡыҙ Сажидә. Уны был мәлдә  өйөндә аслы-туҡлы ултырған ауырыу инәһе менән бәләкәй генә һеңлеһе көтә ине. 

...Ауыр һуғыш йылдары, аслыҡ, яланғаслыҡ. Аҫыл ир-заттарҙың фронтҡа китеп бөткән мәле. Тейешенсә һуғылмаған, әммә сабып өйөп һалынған игендәрҙең араһында тулы башаҡлылары ла етерлек һаҡланып ҡалған. Ауылдың әбей-һәбейҙәре һалҡын ҡыш көндәрендә тап шул башаҡты йыйырға йүнәлә лә инде. Сос, теремек ҡыҙыҡай Сажидә лә ал-ялды белмәй, тап ошо инәйҙәргә эйәреп, башаҡ һуғырға йөрөй. Аяғында ҡайҙандыр табып алған тишелеп бөткән ҙур быйма, өҫтөндә тетелеп бөткән туҡыманан үҙе тегеп алған пальто. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан ҡул эшенә оҫта. Ә бөгөн, әллә йәлләп, оло инәйҙәр Сажидә уянмаҫ элек баҫыу ҡырына юлланды. Әммә үҙ һүҙле ҡыҙ тороп ҡала буламы? “Ярай, ҡасып киткәнһегеҙ, ти. Мин бит юлды үҙем дә беләм, барам да тиҙ генә һауытымды тултырып ҡайтып та етермен әле!” — тип ул тәүәккәл баҫып сығып та китте. Тәүге осраған эскерт аҫтын тишеп инеп тә китте. Башаҡ йыйыу менән үтә ныҡ мауыҡҡан ҡыҙ хатта ингән юлына ҡар ишелеп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хатта бит ҡысҡырыуҙан да фәтеүә юҡ, берәү ҙә ишетмәйәсәк. Ирекһеҙҙән тамған йәштәрен һөртөргә лә уйламаған ҡыҙыҡай тәүге тапҡыр йомшаҡлыҡ күрһәтеп, хәтирәләргә сумды. Әйтерһең, үҙен белә белгәндән эш тип йүгергән Сажидәгә Хоҙай уйланыр, хәтирәләргә бирелер өсөн үҙе форсат биргән. 

...Бар ине уның да бәхетле, балдай татлы мәлдәре. Башта әсәһе, унан атаһы күҙ алдына килеп баҫты. Әсәһе йомшаҡ күңелле, йыуаш ҡына була торғайны. Тормош юлдашы Мәхмүтдине нахаҡһыҙға рәнйетһә, сыңлап илар ине. Ә бына ҡыҙҙары – күҙ нурҙары өсөн йән атып торҙо. Уларҙы ҡосағына алыуы була, бар әрнеүе, хәсрәте юҡҡа сыға. Ә күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары сәсрәп китә. Атаһы, киреһенсә, ҡырыҫыраҡ холоҡло, уҫал ине. Шулай ҙа Сажидә, кесе булыуына ҡарамаҫтан, уны йәлләй ҙә, уға ҡарап көйә лә ине. Инәһе (атаһының бер туған апаһы) һүҙенә ҡарап, әсәһен йыш ҡайғырта ине. Күңелендә һарыуы ҡайнаһа ла, тәрбиә ғәләмәтеме, инәһенә ҡаршы һүҙ ҡатманы, ни бары эстән генә әсәһен йәлләп бер булды. Инәй кеше әле лә улар менән йәшәй. Тик ҡәҙерлеләре генә хәҙер инде юҡ, күптән баҡыйлыҡҡа күскән. 

...Бар ине уның да бәхетле, балдай татлы мәлдәре. Ауылдағы иң ҙур йорт, иң татлы ризыҡ, күҙҙең яуын алыр кейемдәр тик уларҙа ғына. Ауыл муллаһы Мәхмүтдин дә хөрмәтле кеше. Ауылдағы бер табын да, бер эш тә унһыҙ башҡарылмай. Шартына тап килтереп, бер түгел өс бисә алып тора. Балалар ҙа һәр ҡайһыһын “әсәй”, тип йөрөтәләр. Кемеһелер “оло әсәй”, “уртансы әсәй”, “кесе әсәй” йәғни Камила әсәй (быныһы йәш кәләш була инде). Шулай ҙа был өйҙә “әсәйҙәрҙең” береһенең дә хужалығы юҡ. Мәхмүтдиндең кейәүгә сыҡмаған апаһының ғына һүҙе һүҙ булып тора. Йылдар менән бергә балалар ҙа үҫте. Ҡыҙҙарын хөрмәтләп кейәүгә оҙатты, улдарына кәләш алып бирҙе. Тормош һәр ваҡыт ошолай дауам итер төҫлө тойолдо. Тик... бынау “репрессия” тигән нәмә генә бар донъяны селпәрәмә килтерҙе. Муллалыҡтан баш тартырға теләмәгән Мәхмүтдин тәүгеләрҙән булып ҡулға алынды. Аҫыл йорттарын, матур-матур күлдәктәрен, биҙәнеү әйберҙәрен – барыһын да тартып алдылар, үҙҙәрен ҡыуып сығарҙылар. Кемдер йәлләп, йәш ҡатынды яғылмай торған мунсаһына индерә. 

“Аллаһ юҡ!” - тип күпме генә тыҡыһалар ҙа, Уға ышанғандарға язаһын биреп торһалар ҙа, халыҡ араһында Аллаһы-тәғәләне бар тип белгән, уның әмеренән ҡурҡҡандар һәр саҡ булған. Ҡарауылда торған һалдат Мәхмүтдиндең элекке шәкерте булып сыға. “Мулла ағай, Һеҙ ҡасығыҙ. Тотолғандарға яза ҡаты була, тиҙәр. Шуға ла ҡайтып еткәнсе аяҡҡа баҫмағыҙ, тәгәрәп ҡайтығыҙ, тип кәңәш бирә лә йоҙаҡтарҙы аса. Шуны ғына көткәндәй, Мәхмүтдин ҡайтыр яҡҡа юллана. Тик атлап түгел, шәкерте өйрәткәнсә тәгәрәп ҡайта ул. Ҡайта ла йәш кәләше Камила менән ике ҡыҙы Маһинур һәм Сажидәне, оло апаһы Гөлйыһанды ат арбаһына ултыртып юлға сыға. Ниндәйҙер бер мөғжизә менән һаҡлап ҡалған мөлкәтен дә тейәп алырға онотмай. 

Оҙаҡ барҙылар. Юлда бер-нисә тапҡыр туҡтап ял итеп, ашап та алдылар. Бына ҡаршыла бер ауыл күренде. “Был – Кейәүеште булыр. Ҡышты беҙ бында сығырбыҙ. Ағас күп, тиҙ арала аласыҡ булһа ла әтмәләп алырбыҙ. Мин көтөүсе булып эшкә төшөрмөн, ә ҡыҙҙарым миңә ярҙам итер, тип уйлайым,” — тине Мәхмүтдин бер аҙ уйланып ултырғандан һуң. Эйе, был указлы мулланың ҡулы эш белә, оҫталығы бар. Бергәләшеп улар тиҙ арала бәләкәй генә аласыҡ ҡороп ултырттылар. Ә мейесте талдан ишеп  яһаны. Янып китмәһен өсөн эсен балсыҡ менән һыланы һәм яҡындарын: 

- Мейес менән һаҡ ҡыланығыҙ. Янғын-фәлән сығып ҡуймаһын, — тип иҫкәртте. Фермаға барып эш һораны, уға һарыҡ көтөүен тәҡдим иттеләр. 

Һайланып торор саҡ түгел ине шул, тиҙ генә ризалашты. Тормош бер аҙ яйға һалынған кеүек. Алда йоҡоһоҙ төндәр, һалҡын буранлы ҡыш көтә. Мәхмүтдиндең бар өмөтө – оло ҡыҙы Сажидә. Бәләкәсе – Маһинур бигерәк иркә, үҙе илағыраҡ. Мәхмүтдин ҡара көҙгә тиклем көтөүлектән ҡайтып инмәне. Ҡайһы саҡ Сажидәһен дә үҙе менән ала ине. Бөгөн ул Маһинурын да бергә алды. “Күңеллерәк булыр. Тик теге ваҡыт кеүек бүреләр генә ҡаршы сыҡмаһын инде. Ҡыҙҙарымды былай ҙа ҡурҡытып бөттөләр,” — тип  уйланы ул. 

- Ҡыҙҙарым! Бөгөн ярҙамға икәүләшеп бараһығыҙ. Күңеллерәк булыр! — тип фарман бирҙе. 

- Атай, бармайыҡ, унда бүреләр бар бит. Мине йәлләмәһәң дә, Маһинурҙы ҡыҙған. Өйҙә ҡалдыр беҙҙе, — тип Сажидә атаһына ҡаршы сығып ҡараны. Атайҙы еңеп буламы ул, теләр-теләмәҫ кенә артынан эйәрҙе ҡыҙҙар. Маһинур юл буйы үкһеп барҙы, Сажидә теш ҡыҫып түҙҙе, атаһына һеңлеһен ыҙалатып ҡуша алған өсөн асыуы килде. Эш менән үткән көн тиҙ үтте. Бына, ниһайәт, кис етте. Ҡыҙҙар йылы өйгә ҡайтып, иҙрәп кенә йоҡларға хыялланды. Ана, алда йорттары ла күренде. Баҙыҡ ҡына шәм яҡтыһы күҙгә салынды. Тик өйҙә генә эс бошорғос тынлыҡ биләп алған. Ниҙер һиҙенгән Сажидә: 

- Әсәй! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Ҡайҙа минең әсәйем? Ҡайҙа иттегеҙ уны? Мин һеҙҙе... мин, — тип үкһегән Сажидәне инәһе тынысландырырға тырышып: 

- Әсәйең ҡапыл ғына мәрхүм булды. Беҙҙең барыбыҙ ҙа ҡасан да булһа шунда барасаҡбыҙ. Тыныслан, һин бит ҙур ҡыҙһың, — тине. Бының һайын ярһыған ҡыҙ теш аҫтынан: 

- Һин... һин генә үлтерҙең уны. Тереләй көйө ер аҫтына оҙатҡанһың, — тине ҡаты итеп. Был минутта уның бер кемде лә күргеһе лә, ишеткеһе лә килмәй ине. Был күңел  әрнеүе уны ғүмере буйына оҙатып йәшәр, хатта үҫеп етеп, олоғайһа ла, сәстәренә сал төшһә лә был мәлде ул әрнеп хәтеренә төшөрөр, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә  һөйләгән саҡта ирекһеҙҙән тамған күҙ йәштәрен һөртөп аласаҡ әле. 

Көндәр, айҙар уҙҙы. Ауыр ҡыштар етте. Ҡапыл ғына ауырып киткән атаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәһенән ҡалған ҡомартҡыларын бәләкәй санаға тейәп, Ишей ауылы  урыҫтарына тәҡдим итте. Уның хаҡы – бер сеүәтә картуф. 

“Баш һау булһын, ҡалғаны табылыр,” — тип уйланы ул. Шулай бер мәл ул бүреләргә юлыҡты. Яҡты донъялар менән хушлашып, үлемем ошолор инде тип санаһына ултырып, тын да алмай ҡатып ҡалды. Бәхетенә бүреләр Сәжидә янында туҡтамай, юлын артабан дауам итте. “Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү... Тамам. Рәхмәт һиңә  Аллаҡайым, ғүмер бүләк итеүеңә мең рәхмәт!” — тип күккә төбәлде. Тағы бер аҙҙан һушына килгәс, ҡайтыр яҡҡа йүгерҙе. 

Барыһын да атаһына түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. 

— Ғүмерең бар икән, балам. Был беҙҙең бәхеткәлер инде, — тип атаһы ҡыҙын ҡосаҡлап илап уҡ ебәрҙе. 

— Апайым, апаҡайым, — тип Маһинур ҙа илай-илай апаһына һыйынды. “Әсәй үлгәндән һуң бигерәк етемһерәп ҡалды шул,” — тип уйға ҡалды Сажидә... 

Бер урында оҙаҡ йәшәргә ярамай, тигән ҡағиҙәгә таянып йәшәгән атаһы яҙ етеү менән тағы юлға әҙерләнә башланы. Был юлы улар Ҡуяндар ауылына барып төбәкләнделәр. Сәжидә был ауылды бигерәк оҡшатты. Кешеләре лә алсаҡ, көләс кеүек тойолдо. Бер ҡулы бөтөнләй эшләмәһә лә балта оҫтаһы Мәхмүтдин тағы бер аласыҡ ҡороп сыҡты. Барыһы ла яҡшы, тормош яйлана барған кеүек, әммә ҡыҙҙарының әсәләрен һағынып өҙгөләнеүе генә эсен бошорҙо. Һаулығы ла көндән-көн насарая барҙы. Ахыр килеп яманһыу көҙ көнө йәнен дә бирҙе. 

“Ни өсөн?” — тигән уй һүҙгә йор Сажидәне уйсан итте. Уйлап сығарған дәртле таҡмаҡтары моңһоу йырҙарға әүерелде. Уҙған көҙ әсәһен алып китеп яманһыу итһә, был көҙ аталарын тартып алып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғылар менән сорнаны. Ауыр ҡышты улар нисек тә булһа өсәүләп үткәрҙеләр. Бына яҙ етте. Ауылдаштар күмәкләшеп ситкә китә башланы. Сажидә атаһынан ҡалған атты егеп, арбаһына булған ғына әйберҙәрен тултырҙы. Яҡында ғына урынлашҡан Һаҡмар ауылына юл тоторға ҡарар итте. Бында уның тракторсы апаһы йәшәй ине. “Һеҙгә барактан бүлмә белештем, совхоз етем балаларҙы ситкә типмәҫ”, — тине. Йыйынып бөткәс, Сажидә тағы бер тапҡыр арбаға күҙ һалды. Бындағы әйберҙәрҙең күбеһе дини боронғо китаптар ине. “Атайымдың ҡомартҡыһын күҙ ҡараһылай һаҡлармын”, — тип үҙенә ант итте. Кеше күҙенән йәшереп, ҡаралды менән ҡаплап ҡуйҙы. Йылға аша сыҡҡанда, иң тәүҙә шуларҙы сығарҙы, аҙаҡ башҡа әйберҙәргә сират етте. Апаһы күрһәткән бүлмәгә инде. Тәү сиратта теге китаптарҙы баҙға йәшереп ҡуйҙы. Бүлмәләге берҙән-бер урындыҡҡа урын йәйҙе. Апаһы биргән аҙыҡ менән сәй өҫтәле әҙерләне. Көн дауамында асығып та киткән ине. Шул саҡ ҡулына  шап итеп һуғып ебәрҙеләр. Был инәһе ине: 

- Оят түгелме, оло кешенән алда ризыҡҡа үрелеүе? 

- Ғәфү ит инәй, уйланып киткәнмен, башҡаса улай итмәм, — тине. Был мәлдә ул үҙе ни әйткәнен аңлап та етмәне шикелле. Сажидәнең күңеле ҡырылды. Ни өсөндөр, ул  ошо әсәһенең үлемендә ғәйепле булған кешене үҙенә йөк итеп алып йөрөй бирә. Ризыҡты ла бит ул түгел, ә үҫмер ҡыҙ үҙе таба. Һеңлеһен дә, инәһен дә ашатыусы ла, туйындырыусы ла ул. Тик ҡәҙере генә юҡ. Ҡаршы сығып бер һүҙ өндәшмәне. Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ултырып тамаҡ ялғап алдылар. Нисек кенә булмаһын тормош дауам итә. Эйәртеп килгән һыйырҙарын һауҙы. Әммә һөттө тәмләп ҡарарға ла хоҡуғы юҡ ине. Янында инәһе таяҡ тотоп ҡарап тора. Тиҙҙән быларҙың бәләкәй генә бүлмәһенә тағы бер-нисә ғаиләне күсерҙеләр. Улар ҙа  үҙҙәренә яраҡлы урындыҡ һалып сыҡты. Көҙгө һыуыҡтар башланғас, тар ғына бүлмәгә тағы бер ғаилә килеп ҡушылды. Мейес  артында ҡалған бәләкәй генә урынға ҡунаҡланылар. Үҙҙәренең ҡаралдылары ла юҡ ине. Бәләкәс кенә ҡыҙҙарын урындыҡҡа һалалар, ир кеше ултырып, ҡатыны уның  тубыҡтарына башын һалып йоҡлай. 

...Сажидә ҡара таңдан тороп, йыйған башаҡтарын ҡыҙҙыра башланы. Әле өйҙәгеләрҙең барыһы ла тәрән йоҡола. Ҡул тирмәне лә буш. Ҡыҙҙырған бойҙайын үткәреп, көлсә бешереп таҫтамалға төрөп һалды ла бер аҙ ятып торорға ҡарар итте. Ҡаты йоҡлап ятҡан ҡыҙҙы уятмаған шул оло инәйҙәр, “батырға ла ял кәрәк”. Башаҡ йыйырға үҙҙәре генә юлландылар. Әммә “ҡара тырыштан” ҡасып ҡотолоп буламы һуң! Юҡ шул, тороу менән арттарынан йүгерҙе. Бына бит, шул арҡала эскерт аҫтында ҡалып ултыра. Әллә көсһөҙлөгөнән ғәрләнеп, әллә тормошҡа зарланып, тәүге тапҡыр үкһеп илап ебәрҙе. 

- Ила, Сажидә, ила! Һине бында бер кем дә ишетмәйәсәк. Нығыраҡ ила, — тип ҡысҡырып һамаҡлай үҙе. 

- Сажидә! Һин бындамы? Тауыш бир! — тип кемдер ҡысҡырып ебәрҙе. “Кем был? Минең ҡотҡарыусым!” — шатлығынан күңеле тағы ла нығыраҡ тулышты. 

- Сажидә! Сажидә! Һин ҡайҙа? — тауыш дауам итте. 

- Мин... мин бында. Эскерт аҫтында ҡалдым, — китеп бармаһын тигәндәй, тулҡынланыуынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. 

Өҫтәге кеше ҡарҙы йыра башланы. Сажидәне “тотҡондан” ҡотҡарыусыһы күрше урамда йәшәгән үҫмер егет Сафа ине. 

- Һинең эскертте тишеп инеп киткәнеңде күҙәтеп торҙом тороуын, тик күҙҙән юғалттым. Ҡыйын булып китте, эҙләй башланым. Әйҙә, тиҙерәк сыға һал! — тине ул ҡыҙҙы  ашыҡтырып. 

Сажидә шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Сафаны берсә ҡосаҡланы, берсә ҙур күҙҙәре менән оҙаҡ итеп текләп ҡараны. Үҙен тәүге тапҡыр көсһөҙ, ҡурсалауға мохтаж  итеп тойҙо һәм ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе. 

- Йә-йә, тыныслан, — тип егет ҡыҙҙы йыуатырға маташты. Уның һайын Сәжидә иланы ла иланы, күңеле бушағансы үкһене. 

- Әйҙә, ҡайттыҡ, илаҡ ҡыҙыҡай! — тип Сафа уны арбаға күтәреп ултыртты. — Былай яңғыҙ йөрөү ҡурҡыныс бит, — тип атты ҡыуаланы. Улар шулай икәүләшеп ҡайтҡан яҡҡа  юлланды. Ә артта ҡарға күмелгән кәбәндәр хушлашҡандай тын ғына ултырып ҡалды. Был пар мотлаҡ йәше еткәс ҡауышыр һәм бәхетле булыр, тип юрағандай тойолдо. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас