Миҙалдың икенсе яғы.
(тормоштан алынған ысын - барлыҡ. - 1булек )
Ергә йәмле яҙ тыуған мәл ине.
Эй, ярата Айым ошо мәлде!
Марттың сағыу ҡояшы ҡарҙы селтәрләтә башлаған.
Ҡоштар ҙа дәртле сырҡылдаша.
Һауала яҙ еҫе!
Был көн дә ҡәҙимгесә башланған ине.
Иртәнге сәй табыны әҙерләп йөрөгән Айымды иренең ҡолаҡҡа яҡмаған һүҙе тертләтте..
Һүҙ артынан һүҙ сығып оло талаш сыҡты.
Ниңәлер берәй ҙур эш башлар алдынан ире гел оло ғауға ҡуптарҙы..
Ҡатындың уй - фекере иҫәпкә алынманы..
Үҙенең һүҙен һүҙ итергә өйрәнеп алған иргә йөҙ ҡат исбатлаһаң да аҡты ҡара тейәсәк...
Айым шул анлашылмаҫ, сетерекле хәлдәр тотҡононда оҙаҡ йәшәне.
Бынан биш йыл элек тарҡалған ғаиләне кире тергеҙеп ҡараны ла бит...
Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә ти...
Әйтерен әйтеп, йөрәк яралар һүҙҙәрен яуҙырып, ишекте шарт итеп ябып сығып китте Фаяз.
Тағы нисек булырға тейеш һуң ҡатын - ҡыҙ?
Нимә етмәй уға?
Өҫтө таҙа, тамағы туҡ.
Эш юҡ бит, икебеҙ ҙә эшһеҙ шул ҡайҙа беҙҙең аҡса булһын тип килештереп һөйләргә оҫта ине ире.
Ул урамда, башҡаларҙың эшен бер ярты, бер тәмәкегә башҡарған ваҡытта Айым утынын да ярҙы, малын да ҡараны, дебет - йөнөн дә иләне.
Мин мал тотам, башҡаларҙың малы ла юҡ әле тип күкрәк һуғып йөрөһә йөрөнө, ҡайҙан комбикорма, бесән эшләтергә аҡса, ризыҡ килеүен уйлап та бирмәне..
Электр уты өсөн түләнгән, буфеттар ризыҡ менән тулған, балалар ашатылган, мал ҡаралған...
Бер ниндәй яуаплылыҡ тотмай йәшәй бирҙе Фаяз.
Был аҡсаны нисек таба, еткерә Айым, ул турала уйларға ла башына еткән тиһеңме ни?
Ҡатын бер ваҡытта ла зарланманы.
Ҡулынан ни килә шуны эшләп кәсеп итте.
Ауылдан бер кем баҙар йөрөмәгәндә, Айым сумка - сумка һөт ризыҡтары эшкәртеп, район үҙәгенә алып барып һатты...
Ҡыҙҙары һәр саҡ зауыҡлы кейенде.
Кейем зиннәтле, килешле булһын, кеше араһында кәм- хур булып йөрөмәһендәр тип тырышты әсә кеше...
Кейемде өҫтө өҫтөнә алманы, әҙ булды , берәгәйле, сифатлы кейем - һалым алырға тырышты.
Бер ваҡыт Рабига апай әйтеп ҡуйҙы :"Бынау кейемдәрҙе үҙең алдыңмы ул?
Ә беҙгә Себерҙә йәшәгән туғандар алып ҡайтты ҡыҙыбыҙға."
Үҙем алдым Мораҡтан тип йылмайҙы Айым. 5 кило май һаттым да...
Нисек аҡса еткерә икән ул, дүрт бала,ире эшләмәй?!
Төрлө уйҙырма хәбәрҙәр ишетелеп торҙо..
"Һөйәркәһе бар ти бит ярҙам иткән..
Был хәбәрҙе түкмәй сәсмәй ҡыҙҙарына һөйләне. Әсенеп һөйләне.
Әсәләре нисек тырышып донъя көткәнен күреп белгән ҡыҙҙары, улы әлбиттә ялған мәғлүмәткә ышанмай ҙа.
Әсәй һин уларға әйт, эйе бар шул һөйәркәм , 5 мең түгел 50 мең бирә әле тиң...
Нахаҡ һүҙҙәрҙе оҙаҡ йотоп йәшәй әсә.
Уҡыуҙар тамамланыу менән икенсе уҡыу йылына әҙерләнә башлар ине Айым.
Йәшелсә үҫентеһе һата. Инкубатор ҡуя.
Май, ҡорот, эремсек, ҡаймаҡ, һөтөнә хәтлем йөрөтөп һатыр ине.
Дебет шәл, косынка, нәски - бейәләй, тэпешкәләр бәйләр ине...
Шулай бер заман бер йәшник ваҡ нәскиҙәр бәйләп һалған ваҡытта Бибинур апай килеп инә.
"Уй аллам, быларҙы нисек бәйләнең, әллә машинка һуҡтымы?
Ваҡ нәски бәйләү бигерәк ауыр бит ул! ????
Хитырый кеше икән заказчигың ти апай...
Апаруҡ аҡса алып бик бәрәкәтле тотонған ине, ҡыҙҙарына йылы колготкиҙар, шапкалар алды.
Картуфҡа кейем һалым алыштырырҙар ине...
Ул ярмаһын, шыйыҡ майын, бойҙай - арпа, он, шәкәрен дә картуфҡа алыштырып ҡыш буйы кинәнеп тотонорҙар ине..
Фаяз урамда йөрөһә йөрөнө картуфты утау түгел, ҡаҙышмаҫ та ине...
Мәңге күңелдә уйылып ҡалған бер ваҡиға һаман да йөрәкте өшөтөп иҫкә төшә...
Яңы өйгә сыккандың икенсеме, өсөнсөмө йылы ине.
Ҡатын - ҡыҙҙар байрамы 8 март ине.
Иртүк байрамсылап алған ире ҡайҙалыр сығып олаҡҡан.
Мал ҡарау 5-6 йәшлек улы менән ҡатынға ҡалды.
Етмәһә үс иткәндәй ҡойоп ямғыр яуа башланы.
Мартта ямғыр яуһын әле!?
Айымдың атаһы хәстәрләп килтереп, күтәреп ултыртҡан һарай бураһының башы юҡ ине ул ваҡытта.
Ямғыр үтәнән-үтә яуып һарай эсе тиреҫле боламыкка әйләнде...
Шул мәл лаяҡын иҫерек ир ҡайтып инде.
Айныҡ сағында ауыҙынан һүҙен саҡ тартып алған әҙәмдең, был юлы теле һөйәкһеҙ ине..
Ҡыҙҙарына, бейеменә байрам табыны әҙерләп йөрөгән ҡатынын, ҡыҙҙарын ҡотлар урынға, әшәке. һүҙҙәрен яуҙырып өйгә килеп инде...
-Нимә ҡарап ултыраһың, берәүҙең байрамы икән, бар ана һарай эсендәге һыуҙы тугегеҙ.
Хәҙер өҫтәлде башыңа ҡаплайым..
Малды ҡарағыҙ, миңә генә тигәнме ул, әәә тип йэшелле - кукле тауыштар менән ҡысҡырҙы ғына...
Өҫтәлдәге ризыҡты вата - емерә, түгә - сәсә ашаны ла диванға ауҙы...
Өс ҡыҙы, улы менән һарай эсендәге шыйыҡ тиҙәкте түгергә сығып киттеләр.
Балалары өсөн йөрәге һыҙлаһа ла, малдарҙы ла йәлләп һарай эсен күнәкләп һөҙөп түкмәйсә сара юҡ ине.
Сәскә бүләк алып, ҡыуанып ултырыр мәлдә, күңел болғандыргыс шыйыҡлыҡты бөтөн картуф. баҡсаһына. ташып. түк инде..
Арҡалары лыс һыу булған ҡыҙҙарына ҡарап, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып йөрөгән әсәй Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙы :
"Эй, Аллаһы Тәғәләм, зинһар балаларымды бындай тормоштан арала.
Ҡыҙҙарыма Ир бәхете, улыма ҡатын - ҡыҙ ихтирамы бир
Бер ваҡытта ла мохтажлыҡ кисермәһендәр
Һәр саҡ тулы ғаилә булып, татыу тормошта йәшәһендәр
Ямғырҙа өшөп, күшегеп ингән балаларҙы әсә кеше тауышланмай ғына ашарға ҡушып, байрамса өҫтәлде боҙоп, йәмен бөтөргән атайҙы эстән генә әрләп, табынға саҡырҙы...
8 марттың бүләген Аллаһы Тәғәлә шул көҙөнә бирҙе.
Ауыл халҡын ғына түгел, тирә - яҡтар аптырарлыҡ картуф ишелеп уңды.
Ғаилә дуҫтары ярҙамға килеп, иҫ китмәле был уңыштың кеше ышанмаҫлыҡ эре картуфтарын күршеләренә алып ҡайтып күрһәттеләр.
Ул йылды, бар нәмәне хәстәрләп өйрәнгән Айым, был ғәләмәт картуфты Ырымбур яҡтарында һаттырып өйгә өп - өр яңы мебель алды.
Өйҙө уртаға булерлек стенка, аш бүлмәһе шкафтары, ултырғыстар...
Унлап тоҡ он, май, сәй, ашлыҡ, хатта посуда ла һатып алынды.
Аҡсаға ла һатты,вағы нейе менән меңләгән күнәк ине шул был "бүләк" картуф!
Тормошо гел шулай аҡлы - ҡаралы һыҙаттар менән барған өсөн дә түҙгәндер ул Айым яҙмышына күнгәндер...
Бер мәл , ул ваҡытта инде бишенсе балалары Нурзаниә лә бар ине, ире эскән башы менән кис ҡырын ат егә башланы.
-Ҡайҙа бараһың төн еткәс?
-Мираска барып, бер пиво эсеп ҡайтам.
-Мал ыҙалап йөрөмә, йәйәү бар, йәки өйгә генә ҡайтып эс, кеше аптыратып йөрөмә..
-Торма әле, йәнемде көйҙөрөп, үҙем беләм!!!
Иҫерһәм Машка мине алып ҡайта ул ивет.?
Оло бейәнең башына һуғып алды Фаяз.
Былай ҙа арыу ғына " тейәгән" ирен эсе бошоп оҙатып ҡалды Айым...
Өйгә инеп бәләкәй ҡыҙын йоклатты, малдарҙы һарайға индереп япты.
Этенә ашарға биреп, иртәнге мейескә утын индереп ҡуяйым тип утынлыҡҡа инде.
Киске тынлыҡта, яңы ҡарҙа шәп итеп ат юртҡаны, иренең йән көсөнә әйҙәләп ҡыуалағаны ишетелде.
Әә, тыңлаған әле булды беренсе уйы.
Бәлки Мирасы өйҙә юҡтыр, ә бәлки Рәмзиә апай пиво бирмәгән инде...
Төрлө уйҙар килһә лә башына, кис кәртәгә инеп, ваҡытында туғарыласаҡ малды уйлап ҡайғыртты.
Ҡайһы берҙә бит күрше ауылдарға :Һатлыҡ, Хвалын, Төпсән, Бикбулаты ҡалмай төн тип тормай сығып китә.
Бейә үҙе өйгә алып ҡайта.
Барыһы ла йоҡлаған мәл дә һөйләшерлек рәте булмаған ир инеп ауа.
Бейә таңға тиклем туғарылмай өшөп, тире боҙ булып ҡатып тора бахырҡай.
Тәмле йоҡоһон бүлеп, ҡайһы берҙә кейенеп сығып туғарып ҡуя ине Айым.
Иртән похмелгә килгән дуҫтарына :
-Ә мин һин дә мин ҡайтып ятҡанмынсы, ат туғарылған, бесән һалынған..
Айым түҙмәй көлөп ебәрә..
-Яман ныҡ туғарҙың шул.. Курткаң да хатта үҙе туғарылып диван эргәһендә ята ине.
-Әйтәм, ызбурыйҙар мин ҡуйған урында түгел шул, тип ризалашҡан була...
.... Бейә арманһыҙ булып юртып ишек алдына килеп инде лә егелгән килеш тупһа алдына ауҙы ла ҡуйҙы.
Аһ тип ҡысҡырып ебәрҙе Айым
-Нимә булдыыы?
-Белмәйем әле, бар тиҙ бул Хәйҙәр ағайға барығыҙ, алып килегеҙ, ҡорһағы йыртылды ахыры... Тегер кәрәк.
12-13 йәшлек улдары йән фарманға йүгереп, тиҙ арала ветврач Хәйҙәр ағайҙы алып килде..
Башын ергә һалып, ауыр тын алған бейәне, матурлап ҡарап сыҡҡандан һуң, тәжрибәле мал табибы :
-Салығыҙ үлмәҫ борон, көсәнгән һайын эсәге нығыраҡ сыға, етмәһә һыуыҡ.
Был осло нәмә үтә сыҡҡан булырға кәрәк...
- Нимә ҡарап тораһың сал тим, тьфү ирлегеңде әйтеп бирәйем. Туғарып һал атыңды тип әрләргә кереште.
Шаңғыған иҫерек ирҙе этә - төртә үҙе лә йүгән - дилбегәне, ҡамыт - ыңғырсаҡты һүтешеп - туғарырға ярҙам итте....
Төндә лә спиртлы эсемлек һатҡан магазиндан һыра алғас Мирас дуҫына тура китә ире.
Иҫерек кешегә дингеҙ тубыҡтан. Көрт кистереп баҡса артынан инеп, кәбәндәр тирәһенә ҡуяйым атты тип уйлай ул.
Бесәне әҙ ҡалған кәбән төбөн соҡоп, һарай башына тултырып ҡуйған була дуҫы.
Тик туң бесәнде соҡоп, ҡуптарған ломын алырға онота.
Юртып барған ыңғайы ҡараңғыла соҡорҙо абайламаған бейә ана шул осло лом өҫтөнә килеп менә.
Юғары тиҙлектә, ауыр кәүҙә үҙ эшен эшләй - лом үтәгән үтә сыға...
Башҡа саҡ бик шәп булып ҡыланған ире, өҫтөн дә сисмәй мышнап илап кемгә шылтыратырға инде, һуйышырға тигәндә лә бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала Айым.
Тиҙ генә ҡустыларына шылтырата.
Улары йәйәү 3 км ҙы ярты сәғәттә үтеп килеп тә етә.
Ауылдан 3-4 ирҙе йыйып ала ҡустылары...
Кеше эҙләйем тип сығып киткән еҙнәләре тағы ла нығыраҡ иҫереп ҡайта...
Тупһа алдында, кеше һымаҡ ауыр көрһөнөп, күҙҙәренән йәше тупырлап ятҡан Машканы йәлләп үкһеп, әсенеп илай Айым.
Әсәһен йыуатып, арҡаһынан ҡағып ҡуйған була улы.
Ул да түҙмәй өйгә инеп, үҙ карауатына ҡапланып илай...
Төнгө 12-се ярты.. Айым мунса тоҡандырып ебәрә.
Һыу эҫетә, эсәк аралар кәрәк тә һуң... Бик һуңлап китһәләр иртәгә берәйһенә әйтеп эсәген эшкәртер..
Төн шул тиклем һыуыҡ.
Бейәне һуйышырға килгән ир - аттар алмашлап ҡулдарын йылытып ала - ала эштәрен дауам итәләр...
Һаман да айныга алмаған иренән бер файҙа юҡ.
Салауат тигән ағай :
-Ҡуй килен, ызаланма, иртәгә берәйһенә иртүк әйт тә, матурлап әйләндерерһегеҙ тине.
Шулай итте лә Айым.
Көс еткеһеҙ эсәк - ҡарынды йылы мунсаға индерешеп һалды егеттәр...
Итте урынлаштырып элеп, йылы өйгә инеп ашап - эскәндә төнгө 3-сө ине..
Иртән иртүк күрше ауылда, Айымдың тыуған ауылында йәшәгән, бергә үҫкән, бергә балалар бағып, ҡатышып йәшәгән әхирәтенә шылтыратты..
Рәғиҙә бар эшен ташлап ярҙамға ашыҡты.
Төн уртаһында ярҙамға килер дуҫтары, яҡындары булыуына ҡыуана ине Айым.
Әхирәтенең мал - тыуары ла иҫәпһеҙ һанһыҙ.
Ире ҡырҙа эшләй. Ауыл аша ярҙамға килгән Рәғиҙә лә донъя ауырлығын күп күргән ҡатын.
Ауыр мәлдәр менән уңышлы, күңелле ваҡиғаларҙы тормош сиратлап биргәнен ул да аңлай...
Бергә - бергә йәшәгәндә генә тормош көтөүе еңел.
Урынына еткереп, таҙа итеп, ҡарта - эсәктәр йыуылды.
Һимеҙ бейә ҡаҙылығын Айым ике көн тултырҙы.
Тоҙлап, борослап, күп кенә һарымһаҡ ҡушып эшләнгән был ҡаҙыны кем генә ауыҙ итмәне...
Арыу ғына ите лә һатылды, ҡаҙыны ла йөрөтөп һатты Айым.
Балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөгән иренә былай тине.
-Әйҙә йыйылған аҡсаға ҡолон алайыҡ. Әсәһенән тороп ҡалған Йондоҙға ла иптәш булыр.
Бесән бар, һоло алырбыҙ...
Шулайтып ул йылды ике ҡолон алып та ҡуйҙылар.
Береһен әлеге Мирас дуҫынан һарыҡҡа алыштырып, икенсеһен аҡса йыйыштырып туғандары менән уртаҡҡа алдылар...
Алдағы көҙөнә ике тай һуйҙылар.
Ә йәш ярымдан уҙған Йондоҙ оҙаҡ йылдар кәртә йәме, ғаилә туйҙырыусы булыр өсөн ҡалдырылған бейә малы ине.
Алдағы яҙ уның малай ҡолоно тыуҙы...
Автор: Айгөл Иҙрисова.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 296b718482463841fddc3a41b68c24cf