

Йәйге каникулдар үтеп, уҡыуҙар башланыу менән, өй мәшәҡәттәренә мәктәптәге йәмғиәт эштәре һәм уҡыу өҫтәлде. Балалар башкөлләй эшкә сумдылар. Бер генә буш ваҡыттары ҡалмай ине хәҙер.
Вилүрҙең бишенсе синыфта уҡып йөрөгән сағы. Әсәйҙәре һәр саҡ мәктәптә, атайҙары эштә булғанлыҡтан, барлыҡ эш уға йөкмәтелгән. Өйҙәге эштәрҙе үҙенең һеңлеләре һәм бәләкәй ҡустыһына бүлеп биреү, уларҙың эште теүәл үтәү-үтәмәүҙәрен тикшереп тороу күп ваҡытын ала, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, барыһына ла өлгөрөргә тырыша уңған бала.
Өйҙәге эштәрҙә ярҙам итеүҙән тыш, ул нисек итеп аҡса эшләргә икән, тип тә баш вата ине.
Берҙән – бер көндө ҡышҡы каникул осоронда атаһы менән әсәһе һөйләшеүенән ишетеп ҡалды: балалар баҡсаһына һыу ташыусы кәрәк икән.
Күп уйлап торманы, балалар баҡсаһы мөдире Венераның кабинетына барып инде лә үҙенең һыу ташырға теләге барлығын белдерҙе:
-Һаумыһығыҙ, Венера апай, – тине Вилүр, ишектән килеп ингәс тә.
-Һаубыҙ әле,Вилүр, үт, яҡыныраҡ кил. Ни йомош? –тине мөдир малайға, уның буштан ғына килеп инмәгәнен күреп тора бит инде.
Малай уңайһыҙланып торманы, тура ярҙы:
-Апай, мин һеҙгә һыу ташыусы кәрәк икән, тип ишеткән инем, - тине.
-Шунан? – тип, уға аптырап ҡараны мөдир.
-Шул, мин һеҙгә һыу ташыйым, тип уйлағайным, - тине малай, еңе менән танауын һөртә-һөртә.
Венера уға ҡарап, аптырап ҡалды. Йәштәштәренән үҙенең теремеклеге, тырышлығы менән айырылып торған был малайҙы белә ул. Тик һыу ташыу балалар эшләй торған эш түгел. Нимә тип әйтергә был балаға?
-Вилүр туғанҡайым, ул - ауыр эш бит. Балалар эшләй торған эш түгел, –тине уның бәләкәй генә кәүҙәһенә ҡарап.
Һыуҙы байтаҡ ситтә урынлашҡан йылғанан йәйгеһен көйәнтәләп, ҡышҡыһын ат егеп, санаһына бидон ултыртып ташыйҙар. Ғәҙәттә, балалар баҡсаһына һыуҙы үҙенең атын егеп, санаһына өс-дүрт бидон ултыртып алып, телһеҙ Ғәни бабай килтерә торған ине. Әле ул ауырып киткән саҡ.
-Эйе, һыу ташыусы кәрәк. Тик балалар эшләй торған эш түгел ул, – тине малайға ҡаты ҡағылмаҫҡа тырышып. Вилүр аптырап торманы:
-Апай, улай булғас, мин һеҙгә атайым менән бергә киләйемме? – тип һораны. Был ныҡыш малайға нимә тип яуап бирергә белмәй:
-Ярай һуң, килегеҙ, - тип яуап бирҙе мөдир.
Малай ҡырт боролоп, сығып китте. Мөдир, уның ныҡышыуына аптырап, башын сайҡап ултырып ҡалды. Моғайын, атаһы бала ыңғайына йөрөмәҫ, тип уйланы. Бигерәк бәләкәй бит әле. Әгәр ул өлкән синыфта уҡып йөрөгән булһа, эш башҡа.
Балалар хеҙмәте закон тарафынан тыйыла. Шуға күрә мөдир, әлбиттә, Вилүрҙең атаһы Зиннәт менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәген аңлай ине. Бер сәғәт тә үтмәй, рөхсәт һорап, ишек ҡаҡҡан тауыш ишетелә.
-Инегеҙ! - тип яуап бирҙе мөдир. Ишектән инеп килгән Вилүр менән атаһын күргәс, ул аптырап ҡалды. Вилүрҙең атаһы:
-Венера килен, инергә рөхсәтме? - тип һораны. Ул:
-Үтегеҙ, үтеп ултырығыҙ! – тигәс ул, ҡышҡы бүреген сисеп, ҡулына тотҡан килеш, өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа килеп ултырҙы. Вилүр ишек төбөндә баҫып, тороп ҡалды. Атаһы:
-Венера килен, бына улымдың үтенесе буйынса килдем әле һеҙгә, - тине.
-Эйе, беләм, ул минән эш һорап килгән. Эшләргә, йәше етмәгән бит әле уның. Аптырағас, һеҙҙең менән кәңәшләшәйем, тигәйнем, - аптыраулы ҡарашын уға текләне.
Малайҙың атаһы:
-Мин дә шулай тием дә бит. Ә ул өҙмәй ҙә ҡуймай. Эшләйем, һыу ташыйым, тип ныҡыша, - тине, башын баҫып, уларҙың ҡарарын шым ғына көтөп торған улына ҡарап. Мөдир малайға ҡараны:
-Йә, Вилүр, яҡыныраҡ кил! Һинең бит ундай ауыр эш эшләргә йәшең дә етмәгән. Атайың да ҡаршы бит, - тине. Атаһы ҡарашын мөдиргә күсерҙе лә һәләт кенә:
-Мин ҡаршы түгел дә ул. Эшләйем, тип алдына алғас, ҡуймай ул. Әгәр ҙә, һеҙ уға эшләргә рөхсәт итһәгеҙ, мин үҙем дә ярҙам итермен. Ерән бейәне егеп, үҙебеҙгә гел һыу ташый бит ул, -тине. Вилүр, Венера апаһының күҙҙәренә тура ҡарап:
-Атайым менән һөйләштек беҙ ул турала. Мин эшләй алам, - тине. -Хәҙер каникул осоро, минең буш ваҡытым етәрлек. Өйҙәге эштәремде бөткәс, күпме кәрәк- шул тиклем һыу ташырмын, - тине. Был ике ныҡыш кешеләрҙән еңел генә ҡотола алмаҫын белгән Венера:
-Зиннәт ағай, һеҙ үҙегеҙ бергәләшеп эшләһәгеҙ генә, мин рөхсәт итәм. Тик һыу ташыусы йүнәлеп сыҡҡансы ғына инде, - тине - Балалар баҡсаһына көнөнә дүрт-биш бидон һыу кәрәк була. Төшкә тиклем һыу килтерелгән булырға тейеш...
Мөдирҙең һүҙҙәрен ишетеп, Зиннәт, уны тынысландырырға ашыҡты:
-Ярай, беҙ улым менән бергәләшеп эшләрбеҙ. Балалар баҡсаһына һыу ваҡытында килтерелер, - тине. Ул үҙенең балаһын белгәнлектән, уға ышана ине. Улар, Венераға рәхмәттәрен әйтеп, сығыр яҡҡа йүнәлделәр.
Икенсе көнө Вилүр, уны уятҡандарын да көтмәй, иртә тороп сыҡты. Кәртәгә барып, малдарҙы асты. Кәртә башынан бесән төшөрөп, һәр береһенә айырым һалып сыҡты. Быҙау менән бәрәстәргә, тип айырым әҙерләнгән йәшел бесәнде кәртә башынан төшөрөп алып, улар торған көркәгә (быҙау һәм бәрәстәр өсөн ергә өңөп эшләнгән оя ) төшөрҙө лә, бер ыңғайы, уларҙың аҫтын көрәп сығарып, өлкән малдарҙан тороп ҡалған ҡалдыҡ бесәнде уларҙың аҫтына түшәне. Шулай итеп , иртәнге мал тәрбиәләү әлегә тамам булды.
Шунан, ул Ерән бейәне ялан кәртәгә сығарып алып, ат санаһына егә башлауға, атаһы үҙенең эштәрен рәтләп, цехта эшләп йөрөгән еренән ҡайтып инде. Улының малдарҙы тәрбиәләп бөткәнен күреп:
-Уңған улым бар минең. Мин ҡайтҡансы, эшләп тә бөткән, маладис, - тип, уны яурынынан ҡағып яратты. Атаһынан маҡтау һүҙҙәре гел эләкмәй, шуғамылыр, Вилүрҙең күңеле күтәрелеп китте.
Улар, бергәләшеп йөрөп, атты ектеләр. Балалар баҡсаһына барып, арт яғында урынлашҡан ашхана дүрт һыу бидонын сығарып, санаға ултыртып алдылар. Унан һуң ауылдан байтаҡ ситтә, тау аҫтында урынлашҡан йылғаға һыуға киттеләр.
Улар барыуға әле бер кем дә килмәгән, төнөн туңып ҡапланған мәке асылмаған ине. Шулай булырын белгән атаһы үҙҙәре менән боҙ сабыр өсөн алама балта, лом, көрәк кеүек кәрәк нәмәләрҙе һалып алған. Иң алда һәйбәт итеп мәке уйҙылар. Шунан һуң Вилүр мәкенән биҙрә менән һыу алып биреп торҙо, атаһы һауыттарға ҡойоп торҙо. Шулай, бергәләшеп, һәләт кенә тултырҙылар. Унан атаһы әйтте:
-Тауҙан күтәрелгән саҡта, бидондар аумаһын өсөн, бына ошо арҡан менән нығытып, санаға бәйләргә кәрәк. Мин һиңә нисек бәйләргә өйрәтәм, башҡа саҡта һин, үҙең генә килһәң, ошолайтып бәйләрһең! -тип уға өйрәтә- өйрәтә, бәйләп ултыртты. Унан һуң улар ҡайтырға сыҡтылар.
Шулай, тәүге көндө атаһы менән бергәләп һыу килтерҙеләр. Ә ҡайһы саҡ, атаһының эштән бушамағанында, уға яңғыҙ үҙенә һыуға барырға тура килә. Ә күп ваҡытта, иртә менән, малдарҙы тәрбиәләп, Ерән бейәне егеп ҡуйыуға ғына, атаһы, эшенән бушап, ҡайтып инә.
Шулай итеп, ҡышҡы каникулдар бөтөп, уҡыуҙар башланғансы, һәр көндө балалар баҡсаһын үҙ ваҡытында, етерлек күләмдә, һыу менән тәьмин иттеләр. Ә бер көн мөдир Венера Вилүрҙең һыу алып килеп торғанын тап итеп:
-Афарин, Вилүр, ҡалай үҙ һүҙендә тора белгән егет булып сыҡтың, - тип, уны арҡаһынан һөйөп, дәртләндереп китте.
Каникулының тамамланыуын да һиҙмәй ҡалды, уҡыуҙар башланып китте. Уға тиклем, һыу ташыусы бабай ҙа һауығып эшенә сыҡты.
Берҙән-бер көндө, атаһы төшкө ашҡа ҡайтҡан, бөтә ғаилә йыйылышып, аш өҫтәлендә ултырған саҡ. Вилүр дәрестән ҡайтып инеп, кейемен алмаштырып йөрөй ине. Атаһы:
-Улым, кил әле яныма, - тине. Вилүр уның эргәһенә килеп баҫыуға, атаһы:
-Бына, улым, һинең тәүге эш хаҡың, - тип, өҫтәлгә арыу уҡ ҡына ҡағыҙ аҡсалар сығарып һалды. Вилүр:
-У-у-у, ысынлап та был аҡсалар миңәме, атай? - тип һораны, үҙ күҙҙәренә ышанмайынса. Атаһы:
-Әлбиттә, һиңә! Һин эшләнең бит: үҙең барып һөйләштең, көн дә һыу ташының. Бына - эшеңдең һөҙөмтәһе, тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, - тине уға. Әсәйҙәре йылмайып, улына баҡты:
-Афарин, балаҡайым. Һәр саҡ шулай ныҡыш бул. Әйткәнһең икән - эшлә. Ир-егеттең һүҙе бер булыр! - тине.
Вилүрҙең ауыҙы ҡолағына етте. Шулай булмай, ул бындай аҡсаны үҙ ғүмерендә тотоп ҡарағаны ла булманы. Бына һиңә, мә. Тик торғанда күпме аҡса...
Атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәре уның күңеленә мәңгелеккә уйылып ҡалды: “ир-егеттең һүҙе бер булыр”, “тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” .
Шулай итеп, Вилүр бишенсе синыфта уҡығанда тәүге эш хаҡы ала. Кесе туғандары, уның ҡыуанысын уртаҡлашып, ҡыуаныштылар. Һеңлеһе Вилүрә:
-Ағай, нимә алаһың инде ул тиклем аҡсаңа? - тип һораны унан. Вилүрҙең күңеле төпкөлөндә күптән йөрөгән хыялы бар ине:
-Атай, саңғы алһам буламы был аҡсаға? - тип һораны. Атаһы, уның шулай алдан уйлап эш итеүенә, аптырап китте:
-Эйе, улым, аҡсаны эшләй белеү генә етмәй, уны дөрөҫ ҡуллана ла белеү кәрәк, - тине, уны хуплап. - Етә, улым, етә. Бөгөн үк барып ҡарарбыҙ, һинең алырға уйлаған саңғы бармы икән магазинда? -тине. Улы уға ҡарап:
-Бар, атай, мин күптән бирле бер саңғыны алырға хыялланып йөрөйөм. Ул ҙур саңғы, ботинкалар менән, шуға бик ҡиммәт тора, -тине.
Улдарының шулай төптән уйлап фекер йөрөтөүенә ҡыуанды ата менән әсә: “Ҙур саңғы”, - ти, бит әле. Күрәһең, киләсәген уйлап эш итә бала. Эш сыға был баланан. Улар төшкө ашты ашап алдылар ҙа, атаһы менән магазинға киттеләр.
Унда барып инеү менән, Вилүр төпкә, саңғылар торған ергә үтте. Һатыусы Хөрмәт уларҙы көлөмһөрәп ҡаршыланы. Ул был малайҙың магазинға бик йыш килеп, ошо саңғыға оҙаҡ - оҙаҡ ҡарап тороп сығып киткәнен бер нисә мәртәбә күргәйне. Улар килеп ингәс тә, аңланы:
-Нимә, улым, атайыңа күрһәтергә булдыңмы саңғыны? Тора ул, бер кем дә алманы, - тине. Вилүр шат тауыш менән:
-Эйе, олатай, беҙ уны атайым менән һатып алырға, тип килдек,-тине уға ғорур ҡарап. Һатыусы уға ышанмайыраҡ ҡараны:
-Күптәр килеп ҡараны уны, тик береһе лә алманы. ”Ҡиммәт”, - тиҙәр ҙә китәләр. Ул - күн ботинкалы, сифатлы саңғы бит, шуға ла ҡыйбат тора, -тине уларға. -Зиннәт ағай, алып бир улыңа, һәйбәт саңғы ул. Размеры ла уныҡы - бына ҡарағыҙ, - тине.
-Әлбиттә, алабыҙ. Ҡиммәт булһа ни, улым үҙе эшләгән аҡсаһына ала бит, - тине ғорур тауыш менән атаһы.
-Ай-һай, үҙе эшләгән аҡсаһына ала тиген? Ошо йәшендә генә, үҙе аҡса эшләй алғас, шәп малай икән, - тине һатыусы .
Шулай итеп,бына уның күптән хыял иткән ботинкалы саңғыһы ҡулында. Артып ҡалған аҡсаһына бер йәшник хәлүә лә һатып алдылар. Вилүрҙең ҡыуанысы эсенә һыймай, ҙур ғорурлыҡ менән саңғыһын тотоп ҡайтты.
Өйҙәренә ҡайтып инеү менән, быймаларын сисеп ташлап, саңғы ботинкаларын кейеп алды. Унан һуң, саңғыларын эләктереп, эргәләрендәге Ҡарағаслы морон тауына йөрөргә сығып та китте.
Үҙе эшләгән аҡсаһына һатып алды! Уның шатлығы ташып тора, эсенә һыймай ине.
Ул үҙ көсөң менән эшләп алған әйберҙең ни дәрәжәлә ҡиммәт икәнен әле генә аңланы. Саңғыһын иң ҡәҙерле нәмәләй, йәлләп кенә баҫып, ипле генә йөрөргә тырышты. Атаһының ағастан юнып эшләнгән ҡалын да, ауыр ҙа саңғыһы менән быны сағыштырып та булмай ине. Үҙе йоҡа, үҙе еңел генә. Аяҡта бары ла беленмәй. Ел кеүек осто Вилүр тауға...
Дуҫтары уның аяҡтарындағы яңы саңғыһын шунда уҡ күрҙеләр. Улар алдында уның абруйы бермә-бер күтәрелде. Һәр береһенең яңы саңғыла шыуғыһы килә ине. Тотоп та, һыйпап та ҡаранылар. Тел шартлатып маҡтанылар.
Был Вилүрҙең үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр үҙ ҡулдары менән эшләп алған әйбере ине.
Ауыл мәктәбенең һигеҙенсе синыфын уңышлы итеп тамамлағас, йәйге каникул осоронда, улар һеңлеһе Вилүрә менән, Һаҡмар йылғаһы буйына урынлашҡан пионер лагерына ял итергә барҙылар. Унда район мәктәптәренең гел генә алдынғы уҡыусылары йыйылған. Ял һәм хеҙмәт лагерының начальнигы булып, район интернат-мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы эшләй ине.
Ҙур ғына йылға буйында, тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан был лагерь. Йылғаны тал, ҙур–ҙур тирәктәр, муйыллыҡ уратып алған. Әҙ генә ситтәрәк оло-оло тирәктәр тора. Йылғаға әлморон, ҡарағат, ваҡ ҡына башҡа ҡыуаҡлыҡтар аша яҡынларлыҡ та түгел, шырлыҡ баҫҡан. Лагерҙан йылғаға тар ғына һуҡмаҡ һалынған.
Йылғала ниндәй генә балыҡ юҡ. Буш ваҡытта балыҡ ҡармаҡларға ла мөмкин. Бына иң ҡыҙыҡтырғаны Вилүрҙе шул инде. Улар ауылы эргәһенән аҡҡан йылғанан байтаҡҡа ҙур һәм тәрән Һаҡмар. Шуға уның балығы ла үҙенең төрлөлөгө һәм эрелеге менән айырыла. Шунлыҡтан, ҡыуана-ҡыуана килде ул бында. Лагер режимына яраҡлашыу уға ҡыйын булманы. Ғәҙәттә, үҙенең бурысын тиҙ һәм еренә еткереп башҡара ла, саҡ ҡына ваҡыты булһа, йылғаға йүгерә. Тотҡан балығын лагерь ашханаһына алып барып тапшыра.
Балалар ял итеү менән бергә йәшелсә баҡсаһында ла эшләнеләр. Ҙур ғына был баҡсала интернат-мәктәптә тәрбиәләнеүселәр өсөн картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер, шалҡан, һуған, редиска һәм башҡа бик күп йәшелсәләр үҫтерелә.
Балалар иртәнге ҡояш менән бергә торалар. Йылғаға төшөп, һалҡын һыу менән йыуынып сыҡҡандан һуң, физрук Рафаэль ағайҙары етәкселегендә гимнастика яһайҙар, күмәкләшеп йүгереп киләләр. Унан һуң баҡсала эшкә керешәләр: һәр бер бригадаға бүлеп бирелгән өлөштө утарға, күмергә, һыу һибергә тотоналар.
Унан һуң, Һаҡмар йылғаһын бер итеп, һыу сәсрәтеп уйнап, туйғансы йөҙөп, һыу төшөп алалар. Төшкө аштан һуң төрлө спорт уйындары, ярыштар үткәрелә. Вилүр менән Вилүрә эштә лә, спорт ярыштарында ла, башҡа төрлө сараларҙа ла гел алдынғылар рәтендә булдылар.
Бында улар үҙҙәренә бик күп дуҫтар таптылар. Коллективта йәшәргә, булған нәмәләре менән бүлешергә, дуҫ һәм татыу йәшәргә өйрәнделәр.
”Берәү - бөтәһе, бөтәһе - берәү өсөн,”- был пионер лагерының төп девизы ине.
Уҡыуҙар башланыу менән, уларҙың икеһен дә район үҙәгендә урынлашҡан интернатҡа уҡырға саҡырып алдылар. Атай-әсәйҙәре ҡыуанып ҡаршы алды был яңылыҡты.
Бында уҡыу һәр кемгә эләкмәй ине. Унда тик етешһеҙ йәшәгән күмәк ғаиләнән, йә булмаһа, етемдәрҙе генә уҡырға алалар. Мәктәп-интернат төплө белем биреүе менән яҡшыларҙан һанала. Балалар өсөн белемдәрен артабан дауам итер өсөн яҡшы нигеҙ ине был.
Бында улар үҙҙәренең өлгөлө тәртибе, эштә актив ҡатнашыуҙары, спортта күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре һәм яҡшы уҡыуҙары арҡаһында ғына килеп эләктеләр. Юғиһә,етеш һәм тулы ғаиләнән бик һирәктәр генә бында килеп эләгә. Өҫтәүенә, интернат–мәктәптең директоры Юнир Самат улы уларҙың әсәйҙәренең уҡыусыһы икән.
Бында уҡыу ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ талап итте. Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, һынатманы улар икеһе лә, мәктәптең иң яҡшы уҡыусылары иҫәбендә булдылар. Мәктәптәге йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға өлгөрҙөләр. Мәктәптең бейеү ансамблендә оҫта бейеүселәр иҫәбендәләр ине. Шулай уҡ спорт секцияларында ныҡышмалы рәүештә , системалы шөғөлләнделәр.
Улар икеһе лә мәктәптә генә түгел, район кимәлендә: саңғы, волейбол, баскетбол, биатлон, теннис һәм еңел атлетика буйынса ал бирмәҫ чемпиондар булып иҫәпләнделәр. Район намыҫын республика кимәлендә яҡлап, күп тапҡырҙар призлы урындар яуланылар. Шулай тырышлыҡтары арҡаһында спорт ярыштарының барлыҡ төрө буйынса ла интернат-мәктәптең данын күтәрҙеләр.
Уларҙың район кимәлендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарындағы күрһәткестәре һәр саҡ иң юғарыһы булды.
Интернат-мәктәпте уңышлы тамамланылар. Уҡыу йылы тамамланыу менән, улар юғары уҡыу йортона имтихан бирергә әҙерләнә башланылар. Йәйге ялдары әҙерлек менән үтеп китте.
Был йыл мәғариф системаһында үҙгәрештәр индерелде. Мәктәптәрҙә раҫланған яңы программа буйынса, уҡыу ун йыллыҡҡа ҡалдырылды. Шуға күрә, уларҙың икеһенә лә мәктәпте бер йылда тамамлап сығырға тура килде...
Ағалы-һеңлеле уларҙың тормош юлдары, ошоға тиклем, һәр саҡ бергә үрелеп барҙы. Хатта, уҡыуҙы ла бергә тамамларға тура килде. Артабан үҙ яҙмыштарын спорт менән бәйләргә ҡарар иттеләр: Стәрле ҡалаһындағы педагогия институтының физкультура факультетына имтихан тапшырыр өсөн документтарын әҙерләй башланылар.
Тик ҡаршылыҡ уйламаған яҡтан килеп сыҡты: әсәйҙәре Вилүрәнең үҙенең киләсәген спорт менән бәйләүенә һис тә риза түгел ине.
-Ҡыҙым, спорт - ҡатын-ҡыҙ өсөн түгел. Аңла шуны, һин - буласаҡ әсә, ир ҡатыны. Минең һис тә генә ризалығым юҡ, - тип, үҙенең талабын уға еткерҙе. Әммә Вилүрә тиҙ генә үҙ һүҙенән кире ҡайта торғандарҙан түгел ине.
...Бына, улар ағаһы Вилүр менән алыҫ юлға сығырға, тип,әҙерләнеп бөттөләр.
Төштән һуң, күрше ауылдағы автобус туҡталышына тиклем, машина менән барырға тейештәр. Атайҙары Зиннәт ауылдағы берҙән - бер машинаның шоферы, ике туған ҡустыһы Миңнеғәле менән һөйләшеп - килешеп ҡуйған ине.
Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Һауа бөркөү. Балалар иртәнсәктән алып, баҡсала картуф күмгән инеләр. Әсәйҙәре өҫтәлгә сәй әҙерләп ҡалды. Балалар, күмәкләшеп, таҙарынып - йыуынып, һыу төшөп ҡайтырға, тип, ҡаршылағы туғайҙа йәйрәп ағып ятҡан йылға буйына йүгерешеп төшөп киттеләр.
Һәр ваҡыттағы ғәҙәттәре буйынса, йылғаға етәрәк, сисенә-сисенә барҙылар ҙа, кейемдәрен яр буйына ташлап, бейек ярҙан тура һыуға һикерергә әҙерләнделәр. Бына - өлгөрөм Вилүрә, иң беренсе йүгереп килеп, һыу төшкән ерҙәге бейек ярға нығытып ҡуйылған таҡтаға баҫып, һыуға һикерҙе...
...Уның әсе тауыш менән ҡысҡырыуы, артынса һикерергә әҙерләнгән туғандарын шып туҡтатты - ниҙер булған...
Ҡараһалар, аптырап ҡалдылар: ул йылға төбөнә кемдер ярып ташлаған шешә төбөнә баҫҡан. Ауыртыуға түҙә алмай, аяғына саҡ баҫып, сатанлай -сатанлай килеп сығып килгән Вилүрәне күрҙеләр. Уның аяғының үксәһенә ярыҡ шешә төбө ҡаҙалып тора ине. Балаларҙа һыу төшөү ҡайғыһы китте. Өйгә тиклем ағаһы уны күтәреп алып ҡайтты. Яулығы менән яраһын бәйләһәләр ҙә, юл буйына аяғынан ҡан ағыуҙан туҡтаманы.
-Эй, ҡыҙым – ҡыҙым, әсәйҙе тыңламаһаң, шулай була шул. ”Оло һүҙен тыңламаған - оролған да бәрелгән” тип, юҡҡа әйтмәгән бит ололар, - тине, әсәһе уны күргәс.
Вилүрәнең хыялына ошо ерҙә нөктә ҡуйылды. Ысынлап та, әсәйенең һүҙен тыңламай, ул бит һаман үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышты. Бына нимәгә алып килде тыңламау...
Уның яраһы етди ине, артабан юлға сығыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Әсә фатихаһының нимә икәнен бына шунда ғына аңланы балалар.
Һәр саҡ бергә йөрөгән һеңлеһе бармағас, Вилүр ҙә быйылға уҡырға инер өсөн, имтихандар тапшырып тормаҫҡа булды. Ауыл уҡытыусыларын армияға алырға ашыҡмайҙар. Барырҙар әле алдағы йылда бергәләшеп. Быйылға эшкә төшөргә ҡарар ҡабул иттеләр. Әсәйҙәре кәңәше буйынса, имтихандарға ныҡлабыраҡ, икенсе факультетҡа әҙерләнерҙәр.
...Шулай итеп, теләмәһәләр ҙә, уларҙың юлдары шулай айырылды: икеһенә райондың ҡапма - ҡаршы яғында урынлашҡан ауыл мәктәптәренә эшкә төшөргә тура килде.
Вилүрҙе райондың урман төпкөлөндә урынлашҡан Ишей мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнеләр. Был ауыл тураһында ошоға тиклем ишеткәне булһа ла, унда бер ҙә булырға тура килмәгән ине. Ауылдың үҙҙәренең ауылы кеүек урман эсендә урынлашыуы уның күңеленә яҡын. Килеп төшөү менән тура мәктәпкә килде. Уны ҡарт ҡына урыҫ директор ҡаршы алды. Мәктәбе лә үҙе кеүек иҫке генә ине. Иҙән йыуыусы ҡатынды саҡырып алып, яңғыҙы ғына ғүмер кисергән Асия исемле инәйгә фатирға алып барып урынлаштырырға ҡушты.
Шулай уның тәүге хеҙмәт дәфтәре асылды. Һомғол буйлы, кешегә һынсыл тура ҡарашлы, сәстәрен артҡа тарап ебәргән, ыҫпай кейенгән был уҡытыусы егет уҡыусылары күңеленә тәү ҡарауҙан хуш килде. Хатта уҡыусы ҡыҙҙар араһында уға ғашиҡ булыусылар ҙа булды.
Синыфтарҙа балалар һаны байтаҡ ҡына, параллель рус синыфтары ла бар. Тәүге көндәрҙән үк физкультура буйынса ниндәй кәрәк - яраҡтар бар, һәр береһен рәтләп алды, дәрестәрҙе мәктәптә булған барлыҡ спорт кәрәк – яраҡтарын ҡулланып, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышты. Тик ҡыш килеп еткәс, мәктәптә саңғылар юҡ кимәлендә булыуы ныҡ ҡамасау тыуҙырҙы.
Берҙән - бер көндө ул дәрестәренән һуң, директор янына барып инде. Дәрестәрҙе тейешле кимәлдә үткәрер өсөн саңғы етешмәүенә зарланды,яңы саңғылар алып булмаҫмы икән,тип, белеште. Башта уны иғтибарһыҙ ғына тыңланы етәксеһе. Уның эшкә йәшенә ҡарағанда, байтаҡ етди ҡарауы уны аптыратты, һүҙен һүҙ итмәйенсә туҡтамаясағын аңланы ул. Артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә йәшәп ятҡанда, башына бәлә генә булды был, тип, уйланы. Үҙҙәренең профсоюз ойошмаһы аша күпмелер кимәлдә аҡса табып, район бүлексәһенән ярҙам һорап, байтаҡ ҡына яңы спорт инвентарҙары һәм саңғы алдырыуға иреште Вилүр. Ул дәрестәрҙән тыш төрлө спорт секциялары ла эшләтеп ебәрҙе. Балалар спорт менән бик әүҙем шөғөлләнә башланылар. Кискеһен клубта шахмат - шашка түңәрәгенә йәлеп итте йәштәрҙе. Шулай уҡ волейбол менән баскетбол уйнай башланылар. Балалар үҙҙәренән әҙгә генә оло уҡытыусылары менән шаярырға, уның иғтибарын үҙҙәренә йәлеп итергә тырыштылар.
Уның фатирынан бер нисә өй аша урынлашҡан өйҙә һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Сәмәрә исемле ҡыҙ йәшәй. Йыш ҡына ул ҡыҙҙың ата-әсәһе шәмбе кис күрше ауылдағы туғандарына ҡунаҡҡа китәләр. Ғәҙәттә, ҡыҙыҡай төнгөлөккә иптәш ҡыҙҙарын үҙенә ҡунырға саҡыра.
Бер ваҡыт ошолай аулаҡ кистәрҙең береһендә Сәмәрә, әхирәттәре Алһыу, Нурия, Рәсимә менән уҡытыусы ағаларын шаяртырға булалар. Барлыҡ өйҙәрҙә ут һүнеп, кеше аяғы һил булғас, күмәкләшеп, ул йәшәгән Асия инәйҙең йортона табан йүнәләләр. Урам яҡ баҡсаһының ҡапҡаһын асып инәләр. Баҡса яғындағы тәҙрәләр ул йоҡлаған бүлмәнеке булырға тейеш. Алдан һөйләшкәнсә, шып - шым ғына йөрөп, Сәмәрә таш бәйләнгән энәне тәҙрәгә беркетә, уның оҙон ебен рәшәткә аша Алһыуға тоттора. Уныһы, килешкәнсә, оҙаҡ көтөп тормай, бауҙан тартып, тәҙрәне туҡылдата, ул да булмай, өй ишеге асылып – ябылған тауыш ишетелә.
...Әллә ағайҙарын кемдер иҫкәртеп өлгөргән, әллә үҙе шулай йылғыр, шул ике арала урам ҡапҡаһынан килеп тә сыҡты. Ҡараңғынан файҙаланып, ҡыҙҙар төрлөһө – төрлө яҡҡа һибелде. Йылғырыраҡ ҡыҙҙар кемеһе - ҡайҙа ҡасып өлгөрҙө. Ә Сәмәрә урам буйлап ҡасып барып, күршеләрҙең ишек алдынан йүгереп үтеп, кәртәләренә инеп китте. Нишләптер, уның артынан төштө бит ағайҙары. Ул кәртәләге бесән һала торған атлыҡсаға төшөп, йәшеренеп тә өлгөрмәне, ағаһы уны эләктереп тә алды. Бына, ҡараңғыны ярып, фонарик яҡтыһы Сәмәрәнең йөҙөн яҡтыртты. Уның ҡурҡынған күҙҙәрен генә күреп ҡалды ағалары, ул оялышынан,нишләргә лә белмәй, ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Ҡыҙыҡай, ни тип әйтергә лә белмәй, торған урынында тапанды.
-Сәмәрә һылыу, һинән быны көтмәгәйнем. Нишләп улай төндә йөрөйһөгөҙ ул? Ата-әсәйең нишләп төндә йөрөргә рөхсәт итә? – тип, һорау артынан һорау яуҙырҙы ағалары. Ҡыҙыҡай бер ни тип тә өндәшмәй, ер тишеге булһа, инеп китерҙәй булып, тик торҙо. - Әйҙә, ҡайтығыҙ бар тура өйөгөҙгә. Башҡаса төндә йөрөгәнегеҙҙе күрмәйем.
Ул юлды яҡтыртты ла, Сәмәрәне алдынан төшөрөп,үҙе уның артынан эйәрҙе. Ҡыҙға сикһеҙ оят ине. ”Эх, шул ҡыҙҙарҙы юҡҡа ғына ҡотортоп, ошолай әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдым бит инде... “. Эстән генә үҙенә башҡаса һис ҡасан эйәрмәҫткә ант итте ул. Әхирәттәрен дә башҡаса былай шаяртмаҫҡа өндәне. Уларының да ҡоттары бот төбөнә төшкәйне, аҡыл булды, башҡаса улай шаярып йөрөмәнеләр. Ярай, ағалары мәктәптә уҡытыусылар араһына сығарып, йә ата-әсәләренә белдереп йөрөмәне, эш шым ғына шуның менән бөттө.
Дауамы бар.