

Был ваҡытта Вилүр икенсе синыфта уҡый ине инде. Ул өйҙә өлкән бала булараҡ, атаһының беренсе ярҙамсыһы.
Бына Май байрамы етеү менән, ял көндәрендә бүлем ерен кәртәләргә,тип,атаһы менән икәүләп, көрәк, лом кеүек кәрәк нәмәләрҙе алып килеп, эшкә тотоноп киттеләр. Иң тәүҙә ерҙе үлсәнеләр ҙә, бағаналар ултыртыр өсөн, тигеҙләп бүлеп, билдәләп сыҡтылар. Атаһы шунан һуң уға тәүге бағана соҡорон ҡаҙып күрһәтте лә, үҙе бағаналар артынан урманға китте. Ер тау башында булғанлыҡтан, ҡаты һәм ташлы ине. Вилүр эшкә керешеп китте. Башта һис кенә лә эше ыраманы. Ни тиклем тырышмаһын, бала көсө менән тиҙ генә эшләнә торған эш түгел ине шул ҡаты ерҙе ҡаҙыу. Атаһы эш бейәләйҙәре биреп китһә лә, ер эшенә күнекмәгән ҡулдары бик тиҙ ҡабарып сыҡты. Бер ни тиклем көрәк менән эшләп ала ла, лом менән ҡаҙырға тотона.Тик, ҙур ломға көсө етмәгәнлектән, бәләкәй лом менән соҡорға тура килә шул. Ә уның менән бик үк эште ыратып булмай.
Атаһы күршеләренән ат һорап тороп, үткән ялда бергәләп әҙерләп ҡуйған уҫаҡ бағаналарҙы тейәп килеүгә, ул саҡ өс соҡор ғына ҡаҙырға өлгөрҙө.
Әле атаһы килтергән бағаналарын ергә бушатты ла:
-Улым, нисек, эш барамы, ыратып буламы? - тип, уның эшләгән эшен ҡарап, тикшереп сыҡҡас, баһалап, арҡаһынан ҡағып, һөйөп ҡуйҙы:
-Һәйбәт. Ярай, күнегерһең. Эш – майлы бутҡа түгел. Бар, күрше Солтангәрәй еҙнәңдең атын илтеп, туғарып ҡуй. Һуғарырға кәрәкме икәнен һорарһың. Кәрәкһә, йылғаға алып барып, һуғарып килерһең дә, тура өйгә ҡайт. Төшкө ашты ашағас, кире килеп, эште дауам итербеҙ. Мин бағаналарҙы әрсегәс, ҡайтырмын.
Вилүр арып киткән кәүҙәһен турайтып, кирелеп – кирелеп алды ла, арбаға һикереп менеп ултырҙы. Атының теҙгенен тартып, атын ҡыуаланы.
Атаһы улының эшкә йәбешеп ятҡанын күреп, уны маҡтап, күтәрмәләне, күп кенә эштәрҙе ышанып тапшырҙы. Бына әле ерҙе тирә - яҡтан кәртәләр өсөн, егерменән ашыу соҡор ҡаҙырға тура киләсәк. Атаһының эше былай ҙа етерлек. ”Башланған эш – бөткән эш”, ти бит ул.
Мәктәптән ҡайтыу менән, өй эштәрен тиҙерәк тамамлай ҙа, төҙөлөш барған ергә ашыға. Нисә соҡор икәне билдәле булғас, ул үҙенә көн дә күпме тейеш икәнен бүлеп алды, тейешле соҡорон ҡаҙып бөтмәйенсә, ҡайтып инмәҫ булды. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, тырышып – тырмашып, соҡорҙарҙы ҡаҙып бөттө Вилүр. Уның үҙаллылығын, ныҡышлығын күреп, атаһы менән әсәһе ҡыуандылар, уға ишеттермәй генә үҙ – ара һөйләшеп алырҙар ине. Үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, әйткәнде лә көтмәй, үҙаллы эшләп йөрөүе уларҙы шатландыра ине.
Эштән һуң ҡайтып инеп, ашарға ултырғанда, балаһының устары ҡабарып, сейләнеп торғанын күреп, йәлләүҙән әсәһенең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Һабынлы йылымыс һыуға тыҡтырып ултыртып ҡуйып, йомшартып, майлап, шунан йоҡларға ятҡырҙы.Ҡулының әрнеүе баҫылып, тыныслап йоҡлап китте Вилүр. Тик бер ҙә үҙенең һыҙланғанын күрһәтеп барманы. Уның түҙемлегенә, сыҙамлығына әсәһе лә аптырап ҡуйҙы: ”Эй, балаҡайғынамды, “эһ” тә тимәй бит әле ул”.
Өй, кәртә – ҡура, баҡса өсөн бүленгән ерҙе шулай, икәүләшеп, ял көндәрендә атаһы менән бергәләшеп, ә башҡа көндәре яңғыҙ үҙе генә, кәртәләп алдылар.
Инде нигеҙ ҡора башларға була. Сөнки өй бураһы йыуан – йыуан уҫаҡтарҙан буратып, урмандан килтереп ултыртылған, ул кипкән, хәҙер күтәреп ултыртырға кәрәк.
Ғәҙәттә, ҙур эште йома көндә башлап ҡуялар. Май аҙағының һуңғы йомаһы. Эштән атаһы ҡайтыуына Вилүр ҡойманың һуңғы таҡталарын ҡатып бөтөп йөрөй ине.
Бураны ултыртасаҡ ерҙе улар баштан уҡ билдәләп ҡуйғандар инде. Хәҙер нигеҙ ултыртыр өсөн ерҙе ҡаҙа башларға була. Улар икәүләшеп үлсәп сыҡтылар, буласаҡ өй нигеҙенең дүрт мөйөшөн билдәләнеләр, атаһы алдан әҙерләп ҡуйған дүрт ҡаҙыҡты мөйөштәргә ҡатып сыҡты ла, үҙҙәре менән алып килгән бауҙы тарттырып бәйләп, нигеҙҙең сиктәрен билдәләп сыҡтылар.
Өйҙәрен төҙөшөүгә ул көсөнән килгәндең барыһын да эшләне. Ҡара тырышлығы арҡаһында, уның ҡул араһына инеүе шулай бик иртә башланды. ”Ир баланың - арты күренгәнсе” тип, халыҡ юҡҡа әйтмәй шул.
Йәйге уйындар, балыҡҡа йөрөүҙәр, һыу төшөүҙәр ҙә онотолдо. Бар ғаилә тырышлығы һәм туғандар ярҙамы менән, бер йәй эсендә йортто төҙөп бөттөләр, көҙгә ҡарай, уҡыуҙар башланыуға, күсенеп сыҡтылар. Ғаилә байрамы ине был көн...
Вилүр - өйҙә иң өлкәне булғанға күрә үҙенән кеселәр өҫтөнән ҡарап, тикшереп тороу унан талап ителә. Бәләкәй саҡтан уҡ барыһы өсөн дә яуаплылыҡты үҙе өҫтөнә алған. Өй эштәрен башҡарыу, дәрес әҙерләү, мал тәрбиәләү өсөн дә ул яуаплы. Эштәрҙе үҙенән кесе туғандары араһында тигеҙ бүлеп биреп, теүәл үтәүҙәрен күҙәтеп, тикшереп барыу ҙа уның ҡарамағына тапшырылған.
Балалар мәктәптән ҡайтыу менән, әсәйҙәре әҙерләп киткән төшкө ашты ашап алалар, бына шунан инде башлана эш: кемдер өй эсендәге эштәрҙе башҡара, кемдер өйҙәренән байтаҡ алыҫта ятҡан йылғанан һыу килтерә, утын бысып – ярып, өйгә индерә, кемдер мал аҫтын ала, бесән һала. Ошо эштәр башҡарылғас ҡына, улар дәрес әҙерләргә ултыралар. Кем дәресен тиҙерәк әҙерләп бөтөп, ваҡыты ҡалһа, уйнарға мөмкин. ” Эш бөткәс, уйнарға ярай” - улар ғаиләһенең төп девизы.
Уйын саф һауала: ҡыш көндәрендә саңғы, сана шыуалар, боҙҙа сәкән һуғалар, ҡарҙан төрлө фигуралар эшләйҙәр, ҡарҙы өңөп, окоп, крепость төҙөйҙәр һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар табалар. Ғәҙәттә, ҡыш көнө аяҡтағы быйма кәңки булып, ҡулдағы бейәләй һәм өҫ кейеме боҙға әйләнеп, туңғансы өйгә инеү юҡ.
Ғәҙәттә, әгәр ата - әсәйҙәрең ҡушҡан эшең теүәл үтәлһә һәм бөтә фәндәрҙән дә дәрестәрең һәйбәт итеп эшләнгән булһа ғына бындай мауыҡтырғыс уйындар менән уйнау бәхете тейә.
Тик ҡыштың - көнө бик ҡыҫҡа булғанға күрә, ҡыйынғараҡ тура килә. Өҫтәүенә, ҡыш көнө эш тә күберәк: кәртәлә торған малды тәрбиәләргә кәрәк, мейескә утын әҙерләргә, уның өсөн көн дә яуып торған ҡарҙы көрәп, юл асып алаһың әле. Шундай уҡ тәрән ҡарҙы йырып, алыҫ йылғанан һыу ташыу үҙе байтаҡ ваҡытты ала.
Әбейҙәр дөрөҫ әйтә шул: ҡыштың аяғы - ҡыҫҡа. Эште эшләп бөтөп тә өлгөрмәйһең, тиҙ генә ҡараңғы төшә лә ҡуя.
Ҡайһы саҡта берәйһе ауырып китһәме, йә ауырыраҡ эш тура киләме – бергәләшеп, тиҙ генә эшләп бөтөрөп ҡуялар. Әгәр эш эшләнмәгән булһа, күмәгенә бергә атай – әсәйҙәре алдында яуап тоторға тура киләсәк бит. Берҙәмлектә - көс икәнен белеп үҫтеләр улар.
...Яҙғы каникул осоро ине. Көндәр йылына башлаған саҡ. Ҡар яйлап кәмеһә лә, урман ситтәрендә әле ҡалын ғына. Быйыл бигерәк күп яуҙы шул ҡар.
Был көндө әсәй менән атайҙары ҡараңғы таңдан уҡ әллә ҡайҙа ятҡан районға эш менән сығып киттеләр. Балалар өйҙә үҙҙәре генә ҡалды. Бындай саҡтар йыш ҡына ҡабатлана.
...Был көн уларҙың айырыуса иҫтәрендә ҡалды. Иртәнсәк торғас, ҡыҙыҡайҙар өйҙө йыйыштырҙылар, иҙәнде йыуып сығарҙылар, түрбашты рәтләнеләр. Малайҙар башта кәртәлә торған малды тәрбиәләнеләр, унан һуң ике яҡлы ҡул бысҡыһы менән, атайҙары алып ҡайтып ауҙарған һыу утынды быса башланылар. Ҡыҙ туғандары өй эштәрен тамамлағас, санаға бидон ултыртып алып, йылғаға һыуға барып ҡайттылар.
Бер ыңғайҙан, һыйыр малдарын да ҡыуып алып төшөп, һуғарҙылар. Яңыраҡ ҡына ҡолонлаған ерән бейә өсөн тағы бер бидон һыу кәрәк ине. Йылҡы малы һыуҙы күп эсә шул. Әлегә һыуҙы ташып эсерергә ҡушып китте атайҙары. Яңы ҡолонлаған бейәне сығармаҫҡа ҡушты.
Малайҙар утынды бысып бөткәс, ярып, өйгә мейес араһын тултырғансы ташынылар ҙа, иртәнге көн өсөн, тағы әҙерәк бысып ҡуйҙылар. Эштәрҙе тамамлағансы, аяҡтағы быймаларға боҙ, туңып ҡатты. Ҡулдағы бейәләйҙәр, кәкерәйеп ҡатып, боҙ киҫәгенә әйләнде.
Балалар уныһына күптән күнегеп бөткәндәр. Ҡулдың өшөүе бер ни ҙә түгел улар өсөн. Бергәләшеп йөрөп, мал аҫтын алдылар, алдарына бесән төшөрҙөләр, һарыҡ-кәзә бәрәстәренә, быҙауға бесәндең йомшағын, йәшелен генә бирҙеләр. Эштәрен бөтөрөп, өйгә ингәндә, ҡыҙҙар самауыр ҡайнатҡан, сәй әҙерләгән. Тамаҡ ялғап алғас, Вилүр һеңлеләренә:
-Әйҙәгеҙ, билмән бешерәбеҙ, - тип, тәҡдим яһаны, -Вилүрә, һин ҡамыр баҫ. Беҙ ҙә, Мансур менән эшләшербеҙ.
Ҡыҙҙар ҡыуанып киттеләр. Малайҙар тыштан ит индереп, турап, ит тартҡыс аша үткәрҙеләр. Һуған менән сөснөктө лә бергә ҡуштылар. Әсәйҙәре менән гел бергә эшләгәс, рәтен беләләр бит инде.
Вилүрә, үҙе белгәнсә, ҡамыр баҫты, туҡмас таҡтаһында йәйҙе. Башта ҡамыр йәбешеп аптыратты. Вилүр ағаһы күберәк онларға кәрәген әйткәс кенә, эш китте алға. Ҡалын итеп йәйгән ҡамырҙы самауыр камфаркаһы менән Вилүр ҡырҡып биреп торҙо. Бәләкәстәр тырышып – тырмашып, билмән эшләнеләр. Күмәкләгән - яу ҡайтарған , тиҙәр. Бына, тырыша торғас, билмән дә эшләнеп бөттө.
Шунан плитә аҫтына ут яғып ебәреп, ҡаҙан тултырып һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙылар.
-Был һыу күп була, - тине лә, ағалары сүмес менән яртыһын биҙрәгә бушатты. Һыу ҡайнап сығыуға, эшләгән билмәндәрен ҡаҙанға төшөрҙөләр. Бына ул ҡайнап сыҡты, тиҙҙән бешер. Өйгә тәмле ит еҫе таралды.
...Шул ваҡыт, уларға туңған быймалары менән туҡылдап, күрше малайы Батыргәрәй йүгереп килеп инде:
-Вилүр ағай, ерән бейәгеҙ, ҡолонон эйәртеп алған, Ҡарағас тауы яғына китеп бара.
Балалар, ашыға - ашыға, кемеһе нимә өҫтәренә эләктереп, бейә артынан сығып йүгерҙеләр. Өйҙә бер кем дә ҡалманы.
...Ҡар әле саҡ ирей генә башлаған. Вилүрҙең иң ҡурҡҡаны шул: яңы ғына тыуған ҡолон йомшаҡ ҡарға батһа - бөттө. Сығарып та ала алмаҫһың. Ул ҡолонсаҡты күпме көттөләр, атаһы күрше еҙнәләре менән саҡ ҡолонлатып алдылар.
Улар, күмәкләшеп, тауға ҡарай йүгерҙеләр. Ысынлап та, ҡолон уйнаҡлап барып, юлдан ситкә сыҡҡан да, ҡарға батҡан. Уны ҡурсалап, әсәһе лә, уның янында тәрән ҡарҙа, биле тәңгәленән батып тора.
Ни хәл итеп сығарырға... Ҡыуып та ҡарайҙар. Эргәһенә яҡын барып булмай, яҙғы йомшаҡ ҡар бата.
Шул саҡ, улар урамында йәшәгән күрше ағайҙары килеп сыҡмаһа, был хәл ни менән тамамланыр ине икән? Улар икәүләшеп, ҡолондо, күтәреп, ҡаты юлға сығарған ине, бейә тырышып - тырмашып, уның артынан үҙе килеп сыҡты.
Теге ағайҙар ҡолондо алмашлап күтәрешеп, кәртәгә тиклем алып килеп бирҙеләр. Бейә, ҡолононоң артынан, бышҡыра - бышҡыра, үҙе эйәреп ҡайтты.
...Өйгә ҡайтып инһәләр, аптырашҡа ҡалдылар: күршеләре Хәмиҙә әбей, ишектәрҙе шар асып ташлаған, янғын һүндереп йөрөй.
Күп итеп яғылған тимер плитә ныҡ ҡыҙып киткән дә, ҡаҙандың ағас ҡапҡасына ут тоҡанған. Ул ҡапҡасты, тотҡалар ҡуйып, бик матур итеп, атайҙары эшләгән ине. Өҫтәүенә, плитә өҫтөндә һауыты менән кер һабыны ултырған булған, шул һауыты менән ҡуша иреп йәбешкән, шуның яман еҫе таралған.
Алама еҫте һәм өйгә таралған төтөндө бөтөрөр өсөн, ишекте шар асып, елләтергә керештеләр.
Ағайҙары Вилүр һәр береһенә команда биреп, нисек эшләргә өйрәтте лә, үҙе кәртәгә сығып, ерән бейә тағы сығып ҡасмаһын, тип, нығытып бикләп инде.
Ҡалғандар, ҡулдарына нимә эләкте - шуның менән елпелдәтеп, төтөндө, уҡшытҡыс яман еҫте тышҡа табан ҡыуҙылар. Шулай итеп, көскә-көскә, өйҙәге еҫте әҙерәк бөтөрөп, ишекте яба алдылар. Шулай ҙа, тимер плитәләге көйөп йәбешкән һабын еҫе өйҙә оҙаҡ торҙо әле.
Арып - талып, ял итергә ултырғас ҡына, үҙҙәренең инде ныҡ итеп асыҡҡанын тойҙолар.Шул саҡта ҡаҙандағы билмән уларҙың иҫенә килеп төштө. Ҡараһалар - бутҡа булып, ойошоп, ҡаҙан төбөнә йәбешкән дә ҡуйған. Әллә асыҡҡанғамы, араһында ите лә булғанлыҡтандыр инде, бик тәмле булды билмәндәре...
Һис ҡасан да, ундай тәмле билмән ашағандары булмаған кеүек тойолдо балаларға. Үҙҙәре эшләгән билмән бит инде...
Ҡайһы ваҡытта, шулай, донъя үҙҙәренә генә ҡалғанда, ағайҙары ҡулы аҫтында үҙаллы көтөргә тура килде уларға.
Атаһы менән әсәйҙәре ҡайтҡас, барыһын да теҙеп, һөйләп бирҙеләр. Атайҙары:
-Ярай, бер ҡаза ла булмаған бит. Тик ундай ваҡытта өйҙә берегеҙгә тороп ҡалырға кәрәк ине , - тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
Әрләнмәй, имен генә ҡотолғандарына ҡыуанды балалар.
Йәйгеһен инде бөтөнләй икенсе донъя. Эш - мәшәҡәттәр ҙә, уйындар ҙа башҡа төрлө. Иң ауыр эштәрҙән иҫәпләнгән картуф утап-күмеү һәм бесән әҙерләү осорон иҫәпләмәгәндә, йәй - хөрриәт, йәй - ләззәт,йәй - рәхәтлек донъяһы.
Ҙур ғына ауылдары тау башында ултыра, уны тирә – яғынан урман уратҡан. Ә туғайҙа, көмөш ҡайыш кеүек, бөгөлдәр яһай-яһай, йылтырап, Йылайыр йылғаһы ағып ята.
Уның ярҙарында тал, муйыл, ерек ағастары, ҡарағат, ҡурай еләге, гөлйемеш ҡыуаҡтары үҫә.
Тирә - яҡ ялан - туғайҙарҙа еләк - емеш, һыу буйҙарында ҡарағат, ҡурай еләге уңа. Йәйгеһен ҡыҙҙар емеш - еләккә йөрөй, ә малайҙар, һыу буйынан ҡайтып та инмәйҙәр: һыу төшһөндәрме, балыҡ ҡармаҡлаһындармы, йә булмаһа, ҡыуаҡ араһында штаб төҙөп уйнаһындармы – көн оҙон, етәрлек.
Ауыл ҡаршыһында, йылға аръяғында, барлыҡ ағастарҙан да юғары булып, мөһабәт тирәктәр ирәйеп ултыралар. Улар бик күп түгел. Ауылдың ошо яҡ осонда йәшәгән балалар, һыу аръяғына сығып, иң бейек тирәк төбөндә ҡыуыш ҡороп уйнарға яраталар.
Уларҙың ошо тирәктәрҙең йыуанлығын ҡоластарын йәйеп, үлсәп ҡарағандары ла бар. Күмәкләшеп, бергә тотонғанда ла уларҙың ҡоластары етмәй.
Ошонда уҡ һаҙлыҡта ҡара ҡарағат, ҡурай еләге уңа, туғайында еләк түшәлеп ята.
Ә туғайҙы урап ятҡан Ғәлекәй күлендә, яҙ килеү менән, йылы яҡтан осоп ҡайтҡан ҡоштар ял итергә туҡтай: торна, аҡҡош, ҡыр өйрәктәре һәм хатта, был яҡта күренмәгән ҡоштар ҙа килеп төшөүе мөмкин.
Йәйге матур бер көндө Вилүр менән ҡустыһы Мансур йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға йүнәлделәр. Йылғаның өҫ яҡ ағымынан төшөп киткәндәр ине. Ошо тирәктәр тәңгәленә еткәнсе, байтаҡ ҡына эреле - ваҡлы балыҡ ҡаптырҙылар.
Унан, ғәҙәттәре буйынса, шул тирәк төбөндә туҡтап, әҙерәк уйнап алдылар. Уйнап туйғас, йылға буйлап, түбәнләберәк барып, Усман кисеүенән аша сығып, ҡайтырға булдылар.
Йылғаның был бөгөлөндә,ғәҙәттә,томбойоҡ сәскә ата. Улар шул бөгөл аша үтеп, әсәйҙәренә уның ошо яратҡан сәскәһен алып ҡайтырға һөйләштеләр.
Аръяҡлап яр буйлап килделәр ҙә, шырлыҡ аша кисеүгә төштөләр. Үләнде йырып килеп, йылғаның шул томбойоҡ сәскәһе үҫкән ҡолағына яҡынлаштылар.
Алдан Вилүр килә. Бына ул һыуҙа арҡыры ятҡан бер ағасҡа баҫып, йылғаның аръяғына һикерҙе. Был ағас шылғаяҡ булып сыҡты, саҡ тайып ҡоламаны. Уның артынан килгән Мансур ҡустыһы уға:
-Ағай, сурағай, - тип өндәште. Ул ағаһы баҫҡан ағастың ҡыбырлағанын байҡап ҡалған ине. Вилүр ҙә шәйләгән ине: ул баҫҡан нәмә ағас баҫрау түгел, ҙур бер суртан балығы булып сыҡты бит. Иғтибар менән ҡараһалар, унан арыраҡ тағы берәү ята икән. Вилүр ипләп кенә кире артына сигенде. Ул балыҡтарҙы өркөтмәҫкә тырышып, арғы ярға сыҡты, унан, Мансурға әйләнеп:
-Ҡустым, һин тауышланмай ғына ҡолаҡтың йылғаға ҡушылған ерендә тор ҙа, әгәр балыҡтар сығырға ынтылһалар, ҡыу, сығарып ебәрмә, ә мин ҡайтып, һөҙөргә бер нәмә табып алып киләм, - тип, ҡушты ла, йән - фарман йүгереп ҡайтып китте. Мансур, балыҡтар ҡасмаһын өсөн, уларҙы ҡарауыллап тороп ҡалды. Вилүр йүгереп ҡайтып инеү менән, һеңлеһеләренә:
-Һеҙ май һалып, таба ҡыҙҙыра тороғоҙ, хәҙер беҙ балыҡ алып ҡайтабыҙ, - тип, ашыға-ашыға, аш бүлмәһенең тәҙрә селтәрен ысҡындыра башланы. Һеңлеләре:
-Эйе, һине балыҡ “хәҙер мине Вилүр ағайым килеп тота” тип, көтөп ята ине, ти... - тип көлөшкән арала, ул селтәрҙе алып, кире сығып та сапты.
Һеңлеләре ары - бире иткәнсе, бер ваҡыт “ах та ух” килеп, малайҙар ҡайтып инделәр. Уларҙың икеһенең дә ҡулында ҙур суртан балығы ине.
-Ҡайҙа табағыҙ, мин һеҙгә “ҡыҙҙыра тороғоҙ” тигән инем бит? - тине Вилүр һеңлеләренә. Ҡыҙҙар аптырашып ҡалдылар...
Бына мәрәкә, ышанмаҫ ерҙән ышанырһың...
...Вилүр һыу буйына кире килеп еткәнсе, балыҡтарҙы ҡарауыллап, ҡыбырларға ла ҡурҡып, бер урында ғына баҫып торҙо. Балыҡтар тик кенә яттылар.
Ағаһы килеп етеү менән, ҡолаҡтың тар еренә теге, тәҙрәнән ысҡындырып алған селтәрҙе ҡуйҙы ла, Мансурға ҡыуырға ҡушты, ҡустыһы таяҡ алып һыуға шапылдата һуғыуы булды, ике балыҡ та, атылып барып, селтәргә инеп киттеләр, ағаһы, сос ҡына уны сырмап, эләктереп тә алды. Уйламағанда, улар шулай ҙур табышҡа юлыҡтылар.
Һеңлеләре тиҙ генә плитә аҫтына ут яғып ебәрҙеләр. Балыҡты таҙалағансы, майлы таба ҡыҙҙы. Һеңлеләре табаға һалып, балыҡты бешерергә ҡуйҙы. Ата-әсәләре эштән ҡайтыуға киске аш әҙер ине.
...Ә икенсе юлы улар бигерәк тә мул табышҡа юлыҡты.
Йәйҙең бер генә көнөн дә улар бушҡа уҙғармайҙар, көн дә балыҡҡа йөрөйҙәр. Үҙҙәре лә һиҙмәй, малайҙар ғаиләнең тамағын туйҙырыуға ҙур ғына өлөш индерәләр ине.
Бесән башланғансы һуҙыла уларҙың был яратҡан шөғөлө.
Бигерәк тә бәрҙе балығы тоторға ярата улар. Ул балыҡ тик үтә һалҡын һыуҙы ғына үҙ итә. Шуға улар уны тотор өсөн, бәләкәйерәк булған һалҡын урман йылғаһына :йә Ҡондорош, йә Ҡуһаға төшәләр. Сөнки ул йылғаларҙың һыуы эҫе көндә лә тешкә тейерлек һалҡын була.
Көн болотмо, ямғырмы - ҡарап тормайҙар. Селәү һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын кистән үк әҙерләп ҡуйып, иртә торалар ҙа сығып китәләр.
Ғәҙәттә, ҡармаҡты энәнән бөгөп, үҙҙәре эшләп алалар. Батырмысын мылтыҡ дробынан эшләйҙәр: ҡармаҡ ебе торорлоҡ итеп, игәп ҡырҡып, ҡармаҡ ебенә бәйләп ҡуялар. Ә ҡалҡыуыс ҡарағас ҡайырыһынан юнып эшләнә. Алдан уҡ, Һыу буйында йөрөгәндә, тал ағасын ҡарап йөрөйҙәр, береһенән - береһе оҙонораҡ бер нисә ҡыуал өҫтәп эшләп алалар ине. Бер нәмәне лә һатып алмайҙар, ул әйберҙәрҙең күбеһе магазиндарында юҡ та әле ул. Барыһын да атайҙары уларға үҙҙәренә эшләп алырға өйрәткән.
Ә икенсе юлы ҡара көҙ мәлендә ошондай хәл булды. Үәт, исмаһам, табыш тигәс тә табышҡа юлыҡты малайҙар...
Ял көндәренең береһендә, иртә менән тороп, ағаһы менән икәүләшеп, 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әлимсатҡа (һуғыштан һуң бөткән ауыл урыны шулай аталып йөрөтөлә) балыҡ ҡармаҡларға киттеләр. Һалҡын, таҙа һыулы, балыҡҡа мул Ҡондорош йылғаһы ошо Әлимсаттан өҫтәрәк башлана ла, оло йылғаға Йылайырға ауылға ҡаршы урында ҡушыла.
Маҡсаттары: ошо ауыл урынынан башлап төшөп китеп, ауылдарына ҡайтыуға ыңғайлай - ыңғайлай, балыҡ ҡармаҡлау. Оло юлдан түгел, тура тартып, йылға ярының бирге яғы буйлап, тау яғалап атланылар.
Көн аяҙ, әммә һалҡын ғына. Алтын көҙ үткән. Тауҙа үҫкән ҡайын, уҫаҡ ағастары япраҡтарын ҡойған. Юл буйы тулып, һап – һары ҡайын япраҡтары, йә ҡып – ҡыҙыл уҫаҡ япраҡтары түшәлгән. Кипкән япраҡ аяҡ аҫтында ҡыштырҙап ята. Оҙон булып үҫкән үлән дә күптән һуты бөтөп, кипкән. Урыны – урыны менән ҡуйы булып үҫкән селеклек һәм тубылғыны иҫәпкә алмағанда, юлһыҙ булһа ла, атлауы ауыр түгел.
Тейешле урынға етергә 3 – 4 саҡрым самаһы ҡалғас, йылға туғайҙағы асыҡлыҡ аша аға. Өҫтән,тау башынан, ул ап – асыҡ булып күренеп ята. Ағаһы артынан ҡалмай эйәреп килгән Мансурҙың күҙенә йылға буйлап ағымға ҡаршы бер йән эйәһе шыуышҡаны салынды: йылан, тиһәң, бигерәк оҙон, өҫтәүенә йыуан да.Тиҙерәк барып етергә ашығып, алдынан атлаған ағаһына өндәште:
-Ағай, Ҡондорошҡа ҡара әле: нимә йөҙөп китеп бара ул? Йыланмы әллә шулай ҙур?!
Ағаһы шып туҡтаны ла, йылғаға күҙ төшөрҙө:
- Әйҙә, төшәйек әле, яҡынданыраҡ ҡарайыҡ нимә икәнен.
Текә тауҙы ҡырынлап-ҡырынлап итәгенә төштөләр ҙә, йылғаның текә генә ярына яҡын килделәр. Бейек булып үҫкән туғай үләне аяҡҡа урала, ағаһы алдан юл ярып атлай, Мансур артынан килә. Килеп еттеләр ҙә, ынтылып, йылғаға күҙ һалдылар. Ни күҙҙәре менән күрһендәр: йылға тулып үрләгән эре бәрле көтөүе ялға туҡтаған, имеш... Йылғалағы күренеш таң ҡалмалы ине: эре – эре бәрле балыҡтарының ҡап – ҡара арҡалары ҡояшта емелдәп, йым – йым килеп, күҙҙе сағылдырып ята. Бер мәлгә генә аптырап ҡалдылар, тик был тәбиғәттең мөғжизәһенә һоҡланып, матурлыҡты ҡарап торорға ваҡыт юҡ. Вилүр ағаһы, ашыға – ашыға, арҡаһындағы кәрәк – яраҡ һалған тоғон ысҡындыра башланы:
-Ха, был бит бәрле көтөүе...Әйҙә, ҡустым, керештек ҡармаҡларға. Ауыҙыңды асып торма, аптырап торорға ваҡыт юҡ...
Ағаһы бойороғо менән, Мансур был балыҡ көтөүенең урта төшөнән, ағаһы көтөүҙең башынан төшөп китеп, керештеләр ҡармаҡларға... Ҡармаҡты һалып та өлгөрмәйҙәр, асығып килгән балыҡтар эләгеп кенә тора. Бер ҙур балығын төшөрөп ҡалдырып: ”Бәләсләнмә!” - тип, ағаһынан Мансурға эләгеп тә алды. Оҙаҡ та үтмәне, муйындарына аҫып алған киндер тоҡтар тулды. Һәләт кенә ярға сығарып бушаттылар ҙа, кире керештеләр ҡармаҡларға. Тағы тиҙ генә тулды тоҡтары, тағы бушаттырға тура килде.Ҡармаҡты һалып тораһың - алып ҡына өлгөр: тулды тоҡтары. Хәҙер ярҙа балыҡ ята өйөлөп, тау кеүек: нишләргә... Башҡа һалыр урын да юҡ... Аптырап ҡалманы Вилүр ағаһы: талдан өс метр тирәһеләй шеш ҡырҡып алды ла, икәүе ике яғынан шул шешкә тотҡан балыҡтарын теҙә башланылар. Ә һыуҙағы балыҡ кәмемәне лә: көтөү яйлап ҡына үҙ юлын дауам итте.
Малайҙар балыҡ ҡармаҡлау менән мауығып,кис еткәнен дә һиҙмәй ҡалғандар. Балыҡ тулы тоҡтарын арҡаларына артмаҡлап, оҙон шештең ике яғынан тотоп, ҡайтыуға сыҡҡанда, ҡояш байыуға яҡынайғайны. Уларҙың бөгөн уйламаҫтан тап булған табышҡа юлығыуҙары сәбәпле, күңелдәре айырыуса күтәренке һәм үҙҙәре лә шат. Ҡанатланып, дәртләнеп атлап, ҡайтып еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Уларҙың табышын күреп, өйҙәгеләр хайран ҡалды: был тиклем эре лэ,күп тә балыҡты тәүгә тотоуҙары ине ...
Таңһылыу Йәнтурина.