Әҙәби бит
2 Декабрь 2022, 15:50

Әсә йөрәге.(дауамы)

Юлы бик уң булып сыҡты. Район үҙәгенә килеп етеү менән автобус туҡталышында, арзан ғына хаҡҡа такси ҙә осраны.....Ҡалаға килеп еткәс, Зарифа торған урамды ла бик тиҙ тапҡайны ла бит, күпме генә ҡыңғырауға баҫһа ла, ишек асыусы кеше булманы. “Күрәһең эштәлер!”-тип уйланы ла, оло урамға атланы. Ҡала буйлап йөрөп килер ине лә, ҡулындағы нәмәләре ауыр. Аптырап, урамға килеп еткәс, кире әйләнеп, подьезд төбөндәге һикегә килеп ултырҙы.“Зарифаны белеүсе бармы икән? Кемдән һорарға?”- тигән уй менән тирә-яғына күҙ һалды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әсә йөрәге(дауамы)

Рәхимә Вәлиуллина


Гүзәлиә, таң атыу менән юлға сығырға булғас, тиҙ генә тәһәрәтен алып, иртәнге намаҙ уҡып алды. Сәй эскәндән һуң, күстәнәстәрен күтәреп урамға сыҡты. Сәбилә килене: “Иртәләп малды үҙем ҡарармын! Һыйырҙы һауып сипараттан да үткәреп алырмын! Хантимер шыйыҡ ҡаймаҡ һорай ҙа тора!”-тигәс, малы янына, һарайға инеп торманы.
Урамға сығыу менән, һары көҙҙөң иртәнге гүзәллегенә хайран ҡалып, тирә-яғына күҙ һалды.
Көҙ көндәре, һинең олоғая барыуыңды иҫкә төшөрөп, күңелгә бойоҡлоҡ һалһа ла, үҙенең төрлө – төрлө төҫтәре менән менән дә хайран ҡалдыра. Ауылдарын, усаҡ ҡаҙаны кеүек тауҙар уратып алғас, бөтөн тирә яҡтағы тауҙар ус төбөндә кеүек күренеп ята.
Яңы ғына сыға башлаған ҡояш, ағас баштарына төшөп, ут яҡтыртҡан кеүек, тирә-яҡты төрлө төҫтәргә буяй башланы. Ана бит, тау битендә, береһенән береһе уҙҙырып өҫкә үрләгән ағастарҙың ниндәйе генә юҡ!
Гүзәлиә, тирә-яҡҡа һоҡланып ҡараны ла, бейеме һөйләгәнен иҫенә төшөрҙө лә, төҫтәргә ҡарап, ҡайҙа, ниндәй ағас үҫкәнен аңларға тырышты. Уҫаҡ ағасы ҡуйы ҡыҙыл булһа, саған ағасы уҫаҡтан да уҙҙырып ҡыҙыллана.
“Ҡайынды, ҡайынды ҡара һуң! Улайҙа матур булыр икән! Ап-аҡ күлмәккә ҡара һыҙыҡтар һыҙып, һары шәлен бөркәнгән йәш киленсәк кеүек!”-тип уйлап алды ла, - “Әлдә генә Шәйәхмәт башымды әйләндереп, ҡырға алып сығып китмәгән! Ошо ерҙә йәшәп, үҙ күҙҙәрең менән гүзәллеккә һоҡланыу оло бер бәхет бит!”-тип, күкрәген киреп, иркен итеп тын алды. Алған күстәнәстәре апаруҡ ауыр булһа ла, “район үҙәгенә барған берәй машиналы кеше осрар әле!”-тигән уй менән. Ауылдан район үҙәгенә йөрөгән автобусты ла көтмәй, ауыл осона атланы...
Юлы бик уң булып сыҡты. Район үҙәгенә килеп етеү менән автобус туҡталышында, арзан ғына хаҡҡа такси ҙә осраны.....
Ҡалаға килеп еткәс, Зарифа торған урамды ла бик тиҙ тапҡайны ла бит, күпме генә ҡыңғырауға баҫһа ла, ишек асыусы кеше булманы. “Күрәһең эштәлер!”-тип уйланы ла, оло урамға атланы. Ҡала буйлап йөрөп килер ине лә, ҡулындағы нәмәләре ауыр. Аптырап, урамға килеп еткәс, кире әйләнеп, подьезд төбөндәге һикегә килеп ултырҙы.
“Зарифаны белеүсе бармы икән? Кемдән һорарға?”- тигән уй менән тирә-яғына күҙ һалды...
Оло сумка күтәреп, һикелә ултыран ҡатынға, бер кеше лә ихтибар итмәй, подьезға инә-сыға торҙо. Гүзәлиә уларҙы туҡтатып һорарға оялып, “бәлки үҙе ҡайтыр!”- тигән уй менән, янынан үткән кешеләргә текәлеп ҡарап ултыра бирҙе.
“Был Зарифа түгел, оло күренә! Ә был ҡатын мәрьйә ахыры, ә быныһы йәш!”- тип, һәр үткән ҡатынға ҡарап, уйланып оҙаҡ ҡына ултырҙы.
Көҙ -көҙ инде! Иртәнсәк ҡояш көлөп ҡараһа, төштән һуң күктең һөмөрө ҡойолоп, ямғыр һибәләй башланы. Һыуытҡыста ҡатырған ҡаҙы ла ирей башланы шикелле! Сумкаһының төбө һыуланғанын күреп ҡалды ла, әле булһа ла һыуыҡҡа бирешмәй, йәшел көйө ҡатып ҡалған үләнгә күсереп ултыртты ла, тағы үҙ-үҙенә, “ул минең йәшемдә булырға тейеш!”- тип, һөйләнә-һөйләнә һикегә ултырмай, ямғырҙан ҡасып, подьезд ишеге төбөнә килеп баҫты...
Зарифаның ҡайтыуына ышанып, ямғырҙың шыбырлап-яуа башлағанын тыңлай-тыңлай, күпме ваҡыт үткәнен дә белмәй, көн ул тиклем һыуыҡ булмаһа ла, тәне ҡалтырана башланы.
Ҡараңғы төшһә лә, Зарифа күренмәгәс, вокзалға төшөп йоҡларға уйлап, автобус туҡталышына барырға булды. Ҡаршыға килә ятҡан ҡатындан русса:
-Как мне доехать до вокзала? -тип һораны.Теге ҡатын Гүзәлиәнең ауыр сумкаһына күҙ һалып:
- Апайка, на вокзал двумя автобусами надо ехать! Я утром еще видела вас, около нашего подьезда стояли. Вы приезжая да? Кому приехали? -тип һораны.
- Я Зарифаға приехала. А ее дома нет! Домой ехать, уже автобусов нет наверное. Если вокзал открыто, там переночую. Так хотела Зарифу увидеть! - тине, көрһөнөп.
-Понятно. Я ее соседка. Приедет! Куда денется. Она ваша родственница да? -тип һораны ла, текәлеп Гүзәлиәгә ҡарап дауам итте. - Айда у меня посиди. Она может полночи приехать. Правда я ее плохо знаю. В этом доме она недавно живет. Какая -то скрытная. Иногда к ней приезжает мужчина с двумя девочками. Видимо муж. Ты башкирка да?-тип һораны ла, үҙе башҡортсаға күсеп,- хәҙер бит белмәҫһең! Ҡарап тораһың башҡорт, үҙе башҡортса белмәй! Мин һине һөйләшеүеңдән үк һиҙҙем башҡорт ҡатыны икәнеңде. Әйҙә, өшөп бөткәнһең бит! Зарифа апай ҡайтҡансы сәй эсеп, йылынып алырһың! -тигәс, Гүзәлиә һыуһауынан теле ырғағына йәбешкәнен һиҙеп, өндәшмәй генә яңы танышы артынан эйәрҙе.
Яңы танышының исеме Гүзәлиәнең исеменә оҡшаш, Гүзәл икән. Ул да ауыл ҡыҙы булып сыҡты. Университет тамамлаған. Университетты бөтөргәс тә уҡыуын дауам иткән. Шуға һаман кейәүгә лә сыға алмаған. Сәйдәхмәтте бер -нисә тапҡыр ғына күрһә лә, үҙенең бер -нисә йәшкә оло булыуына ҡарамаҫтан, күҙе төшөп ҡалған ахыр. Гүзәлиәнең улы менән бергә хеҙмәт итеүҙәрен белгәс, һораша ла һораша. Гүзәл үҙе бик асыҡ ҡыҙ булып сыҡты. ,
Бер бүлмәле фатир һатып алып, үҙе генә йәшәп ята икән. Сәйдәхмәттең фатиры менән ишектәре йәнәш кенә булғас, йыш ҡына театрҙарға барып, һөйләшеп йөрөһәләр ҙә, Гүзәлдең йөрөгән егете, Сәйдәхмәттең йөрөгән ҡыҙы булмаһа ла, бер ниндәй ҙә яҡынлыҡтары булмаған. Гүзәлдең университетта уҡытыуын белгәс, оялғандыр күрәһең....
Ә Гүзәл егет кешенең ҡасан булһа ла, уның менән асылып һөйләшеүен көткән....
Шулай, бер йыл үтеп тә киткән.
Тик бер аҙҙан Сәйдәхмәт күренмәй башлаған. Бер-нисә көндән һуң, биҙәнгән-төҙәнгән, оло булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа итәк кейгән ҡатынды күреп ҡалған.
“Йөрөгән бисәһелер әле! Ҡалай мине алдап йөрөттө! Кит, мин үҙемде оло тип йөрөгән булам! Шул һылыулығы менән үҙенән ике мәртәбә оло бисә менән йөрөмәһә!”-тигән уйҙарҙан ҡотола алмай, Сәйдәхмәткә бик ныҡ үпкәләп. Фатирына ҡайтһа һөйләшмәҫкә, уның менән бер ҡайҙа ла бармаҫҡа уйлаған. Шулай булһа ла уйынан алып ташлай алмаған! Сәйдәхмәткә ысынтылап ғашиҡ булыуын аңлағас, бигерәктә ҡыйын булған. Сәйдәхмәттең юғалыуына ай тирәһе уҙғас, ял көнө балконға кер элергә сыҡһа, оло ғына ағай кеше менән ике ҡыҙ баланың һикелә ултырып тороуын күргән. Шул саҡ, Зарифа апайҙың ҡайҙандыр ҡайтып килеүен күреп, теге ҡыҙҙар:
-Мам! А где наш братик?-тип Зарифаны ҡосаҡлап алғандар. Ошол һүҙҙәрҙән Гүзәлдең йөрәгенә шундай рәхәт булып китһә лә, Зарифаның:
Ваш брат на войну ушел!” -тигән һүҙҙәрен ишеткәс, нишләргә лә белмәй, төнө буйы илап сыҡҡан! Зарифанан һорашып, Сәйдәхмәттең адресын белергә тырышҡан. Тик Зарифа: -Ҡайҙан беләйем уның ҡайҙа хеҙмәт иткәнен? Һин күрше тороп белмәгәнеңде!”- тип яуап биргән.
-Шунан бирле беҙ уның менән яҡшылап һөйләшкәнебеҙ юҡ! Иҫәнлек-һаулыҡ һорашабыҙ ҙа, үтеп китәбеҙ. “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына!”- тейҙәр бит! Ниндәй яҡшы булды Гүзәлиә апай!-тип ҡыуанып китте Гүзәл.
-Шулай бергә йөрөгәс, телефоны ла юҡмы? -тине аптыраған Гүзәлиә.
-Бар ине, нишләп булмаһын! Күрәһең һуғышҡа киткәндә, телефонын алыштырғандыр! Хушлашманы ла бит! Ә минең үҙемдең башыма ла килмәне, “һуғышҡа киткәндер!”- тигән уй! Әйҙә әле Гүзәлиә апай, Тимербулатҡа шылтырат та, Сәйдәхмәттең телефонын һора йәме! Тик мин һорағанды әйтмә! Мин уны ғүмер буйы көтөргә әҙермен! Тик иҫән генә булһын! Ана сит журналистәре: “Хәҙерге һуғышҡа киткән егеттәр, “Пушка ите!”- тип, һөйләп ҡурҡыталар бит! Ауыл кешеләре ,һеҙ сит ил журналистәрен тыңламағас, бер нәмә лә белмәйһегеҙ! Унда бит элекке ҡырҡ беренсе йылғы һуғышҡа оҡшамаған! Спутник аша барыһында күреп торалар! Һалдаттар тейәгән вагонға бер ракета етә. Ул Украиндәргә сит ил ярҙам итә. Ҡоралдарын бирәләр. Ялланып килгән һалдаттар ҙа күп икән! Һуғыш түгел, тамуҡ унда!-тип әйтеүе булды. Йөҙө ап-аҡ булған Гүзәлиә ултырған еренән һығылып төшөп: ”Улым! Улҡайым!” -тип ҡабатланы ла, ҡайҙалыр йығыла башланы...(дауамы бар)

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас