Әҙәби бит
2 Декабрь 2022, 17:15

ӘБЕЙҘӘРГӘ ӘКИӘТ

Әжәлдең шул күршеңә “ғашиҡ” булғанын белгәс, Ҡартлыҡ уның елкәһенә ултырырға маташып ҡараны ла бит. Ҡайҙан! Ауылдың йәшерәк ҡатындарын эйәртеп, скандинав йөрөшөнә сыҡҡан күршең, Ҡартлыҡты шул скандинав таяҡтарына эләктереп алып, әллә ҡайҙа осора ташлап китте...

ӘБЕЙҘӘРГӘ ӘКИӘТӘБЕЙҘӘРГӘ ӘКИӘТ
ӘБЕЙҘӘРГӘ ӘКИӘТ

уйынлы -ысынлы

Нисә йәштә әбей булаһың? Кемдер үҙен һикһәндә лә әбей итеп танымай, бәғзеләр алтмышҡа етмәҫ элек “ҡартайҙым” тип уфтана. Шуға күрә Ҡартлыҡ ғәли йәнәптәре үҙен ошо мәлгә еттем тигәндәргә генә килә. Шуның өсөн дә Ҡартлыҡ бит ул – уның үҙенең дә хәле юҡ. Аяҡтарын саҡ һөйрәп, көскә атлап йөрөй. Ә инде кемдеңдер “ҡартайҙым” тип илап ултырғанын йә уфтанғанын ишетеү менән шул йортҡа үҙенсә “шәп” итеп атлап инеп китә. Шәп тиһә лә, аяҡтары саҡ ҡыймылдап, ҡыҫылған күҙҙәре аша юлды саҡ күреп бара инде. Шул мәлдә ҡартайҙым тип карауатына һуҙылып төшөп ятҡан әбейҙәрҙең елкәһенә үк менеп ултыра ул. Шулайтмай ни – хәле юҡ бит, ә бында әҙер уңайлы елкә.

Ҡартлыҡ, бар аҡсаһын балаларына биреп, үҙе тиҫтә йылдар элек һатып алған иҫке кейемдә йөрөгән әбейҙәрҙе айырыуса ярата. Һыуытҡысында тәмле-тәмле йогурттар, ҡатыҡтар, тәмлекәстәр ултырмаһа, өҫтәле лә буп-буш булһа, Ҡартлыҡ бигерәк тә һөйөнә. Шулай булмай ни! Ҡартлыҡ бит ашарға ла йыбана. Йәнәһе лә хәле юҡ. Артынан Әжәл ғали йәнәптәренең эйәреп йөрөгәнен дә белә. Шуға күрә карауатта ятҡан әбейҙәрҙең елкәһенә ултырып алып: “Кәфенлегең бар бит, торма ла ҡуй карауаттан. Мин һине Әжәлгә тапшырып икенсе йортҡа китәйем. Унда ла мине көтәләр”,-тип бышылдай башлай.

Ә һинән ун аҙымда йәшәгән һинең күршеңә бер ҙә бармай Ҡартлыҡ. Сөнки һәр саҡ кеткелдәп көлөп, радиоһынан аҡҡан көйгә ҡушылып йырлап, бейеү көйҙәренә тыпырҙатып бейеп алған күршеңдән ҡурҡа. Һуң шул күршеңдең ейәнсәре менән бейек тауҙан санаға ултырып шыуып төшкәнен бар ауылығыҙ менән “аһ” тип ҡарап торҙоғоҙ бит. Сана – бер яҡҡа, күршең бер яҡҡа тәкмәсләп барып төшһә лә, бер кем иламаны, һин ҡартайып бөткәнмен тип уйламай, ҡайһылай ҡыланған була, ыстырам!” тип әрләгән күршеңдең кеткелдәгән тауышы ғына бар ауылға таралды бит.

Әжәлдең шул күршеңә “ғашиҡ” булғанын белгәс, Ҡартлыҡ уның елкәһенә ултырырға маташып ҡараны ла бит. Ҡайҙан! Ауылдың йәшерәк ҡатындарын эйәртеп, скандинав йөрөшөнә сыҡҡан күршең, Ҡартлыҡты шул скандинав таяҡтарына эләктереп алып, әллә ҡайҙа осора ташлап китте. Хәлһеҙ Ҡартлыҡ шунан һуң аҫҡап та йөрөй әле. Күршеңде һүкһә лә, уға яҡынларға ҡурҡа.

Ә һине яратты инде ул Ҡартлыҡ, үҙ итте...

Хәйер, ҡайҙа-ҡайҙа, һин дә шәп булып сыҡтың бит! Ана карауатыңдан тороп ултырып, ҡыҙың алып килгән өр-яңы халатыңды кейеп, улың бүләк иткән сағыу суҡлы шәлде бәйләп ебәргәс, Ҡартлыҡ елкәңдән шыуып төштө лә китте бит! Ә инде мәтрүшкә сәйен ҡуйы итеп яһап алып, һөтләп-тәмләп сәй эскәндә, “Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр” тип һуҙып йырлап ебәреүең булды, Ҡартлыҡ абына-һөрлөгә арғы урамға сығып китте. Дөрөҫ, бирешмә, иртә әле һиңә Ҡартлыҡты елкәңә ултыртырға! Йөрөһөн әйҙә урамда, кеше тапмай...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

P/S Бабайҙар: “Беҙҙең әкиәт ҡайҙа?” тип үпкәләп ҡуймаһын. Һеҙгә лә бар әкиәт, уныһын икенсе төндә һөйләрмен.

Әкиәтем – ары, үҙем бире киттем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас