

Һүҙем республикала тәүгеләрҙән булып, дөйөм илебеҙ кимәлендә берҙән–бер уникаль шәхси предприятие асыусы һәм милләтем, халҡым, тип, янып-көйөп, осраған ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаған, бер ниндәй кәртәләр, ауырлыҡтар ҙа рухын һындыра алмаған ғәжәп ир-азамат – Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улы тураһында булыр. Беренсенән, уның ойошмаһы эшләгәнде бер генә дәүләт предприятиеһы ла башҡара алмай; икенсенән, уларҙың шөғөлө кешеләргә ләззәт, һоҡланыу – иң изге хис–тойғолар бүләк итә; өсөнсөнән, үҙенең хеҙмәт емеше менән милләтенең милли аңын асып, өр-яңы юҫыҡта балҡытып, уны бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрҙе.
Тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн, Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улы 2000 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Уны республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә алдынғы етәксе булараҡ беләләр. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм социаль яуаплы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн, 2004 йылдың 15 ноябрендә уға Мәскәүҙең Кремль һарайында иң яҡшы эшҡыуарҙар менән бер рәттән Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының Дипломы тапшырылыуы тотош Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә ваҡиға булғайны. Был юғары награда менән бүләкләнеүсе иң эре бизнесмендар – миллиардлаған һум аҡса менән эш иткән “Билайн”, ”Вимм–Биль–Данн” корпорациялары, гигант алюмин заводтары, тау–металлургия комбинаты етәкселәре араһында бәләкәй генә Баймаҡ ҡалаһының “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге директоры ла булыуы үҙе үк күп нәмә һөйләй торғандыр.
Был ҡаҙаныштарға ирешеү юлында ниндәй көрәштәр, алыштар булғанлығы тик төп геройҙың үҙенә һәм яҡындарына ғына билдәле. Шул ваҡыттағы кисерештәр һөҙөмтәһендә һаулығын юғалтып, аяҡтарынан яҙып, беренсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмаған, яратҡан эшен дауам итергә үҙендә көс тапҡан ҡорос ихтыярлы кеше тураһында был әҫәр. Ә ҡоростоң нисек сынығыуы тураһында уҡып, үҙ баһағыҙҙы биреү һеҙҙең ихтыярҙа, хөрмәтле уҡыусыларым!
Автор.
...Теләгем ҙур үҙем өсөн йәшәү,
Ләкин улай йәшәп булманы...
Минме икән әллә ерҙең тотҡаһы?..
В.З.Рәхимғолов.
...Барлыҡ донъя яҡты нурға сумған. Күңел күтәренкелеге уның йәненә шундай рәхәтлек бирә. Ул иркен бер залда өйөрөлөп-өйөрөлөп бейей. Бөтә тирә-йүн уның менән бергә әйләнә... әйләнә... әйләнә...
...Ҡайҙандыр килгән яҡты, иҫ китмәле йомшаҡ, йылы нур уның бар булмышын солғаған. Күңеле шундай тыныс...
Йәненең рәхәтлектәге торошонан уның тәне тыныс бер һиллектә ойой. Ул һуңғы ваҡытта бер ҡасан да тоймаған сихри тулҡында тирбәлә. Әйтерһең, ҡайҙалыр, бейеккә осоп китеп бара. Үҙен күккә олғашҡан халәттә тойоп, уянып китте.
Бер ни тиклем ваҡыт, үҙен әкиәт донъяһында осоп йөрөгәндәй хис итте. Шунан айырылғыһы килмәне, күҙҙәрен асырға ҡурҡып ятты...
Ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтып, күҙҙәрен асып ебәргәс тә әле, тәненендә иҫ китмәле еңеллек һиҙҙе. Ниндәйҙер бик матур көйгә тирбәлеү хисе дауам итә ине...
Йәне менән тәненең бер торошта булған сағын ул хәҙер иҫләмәй ҙә инде. Бындай тойғо уға ят. Күптән, бик күптән, булғандыр берәй ваҡыт...
Күпме йылдар инде, бигерәк тә, һуңғы ваҡытта, уның барлыҡ ваҡыты ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар менән үтә. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ул үҙенең был хәлен бер кемгә, хатта яҡындарына ла, белдерергә тейеш түгел.
Үҙендә булған ихтыяр көсөн туплап, үҙен эшкә көйләп алыу бер ни тиклем ваҡытын һәм көсөн ала. Тик ниндәй торошта ғына булмаһын, ул үҙендә һәр көн эшкә тороп китергә көс таба.
Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Сөнки, уны һәр көн иртән унда йөҙҙән ашыу эшсеһе көтә. Бары эшендә ул онотола, ауыртыныу - һыҙланыуҙары бер ни тиклем ваҡыт артҡа сигенә. Һәр көнөн ул, һуңғы көнөләй, көтөп ала. Шунлыҡтандыр ҙа инде, көн тыуыу менән, тиҙерәк офисына ашыға. Уны унда балаһылай күреп яратҡан, бар булмышын һәм көсөн һалып, үҙе барлыҡҡа килтергән эше көтә.
Эше генә лә түгел, уға яҡшы танышмы, әллә яҡын таныш та түгелме, урамдан үтеп барған һәр кем уның офисына инеп, хәлен белеп үтергә ғәҙәт иткән. Ул - кәрәкле кешеме, туғанымы, әллә берәй асарбаҡмы, уның өсөн ул – кеше. Уға ингән икән - юҡҡа түгел. Күрәһең, ул кәрәккә ингән. Шулай булғас, ваҡыты бармы - юҡмы, һәр береһен тыңларға, уның зарын йә кәңәшен ишетергә, йә уның берәй йомошон үтәргә тейеш, тип, өйрәнгән инде ул. Уға ингән кешеләрҙең күбеһе уның ниндәй халәттә ултырғанын да белмәҫкә мөмкин. Ул һәр саҡ өҫтәле артында ултыра, ингән берәүҙе иғтибар менән тыңлай, үҙенең хәленән килгән тиклем, ҡулы менән дә, теле менән дә ярҙам итә.
Уларҙың кемеһелер, ысынлап та, ярҙамға мохтаж. Ундайҙарына уның бер ҡарауы етә.
Уның хәл–торошон яҡындан белгәндәр, ундайҙар ҙа һирәкләп табыла, уның хәлен аңлап, нисек булһа ла, уға ярҙам итергә тырышыу теләге менән инә.
Ә бәғзеләренең күҙҙәрендә байлыҡҡа сумып китеп ултырған кешегә нисек ҡарайҙар – шундай ҡараш булғанын күреп, эс тартып ҡуя. Уларының күҙҙәрендә зәһәр көнләшеү уты сағыла. Телендә лә ошо сағылыш үҙен һиҙҙермәйсә ҡалмай.
Ҡайһыларының бушты бушҡа бушатырға,”эш тапмаған - эш тапҡан, ыштанынан бет тапҡан” , тигәндәй, эшһеҙлектән, ваҡыт үткәрер өсөн килеп ингәнен күреп, эсе бошоп китә. Ул бит бында өлгөрә алмай, ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып ултыра...
Нисек кенә булмаһын - һыҙланып ултырамы, эше күпме, кәйефе самалымы - бер кемгә лә битараф ҡалмай. Һәр береһен иғтибар менән тыңлай, ярҙам итергә мөмкинселек табырға тырыша. Уның янынан ризаһыҙлыҡ менән сыҡҡан бер генә кешене лә күрмәҫһең. Янында булып сыҡҡан һәр береһенең йөҙөндә ҡәнәғәтлек, күҙҙәрендә нур булыр. Нисек шулай һәр береһенә йылы өләшәлер, ғәжәп...
Шуға ҡатыны Вәсилә лә йыш ҡына аптырап ҡуя:
-Нимәгә шуларға юҡ ваҡытыңды - бар итеп, әрәм итеп ултыраһың инде, һис тә аңламайым мин һине, - тип, үпкәләп, әйткәне булыр. - Бөтәһенә ярҙам итергә тырышаһың, кем һинең үҙеңә ярҙам итер? Һин бит үҙең кеше көнлө, - тиер йыш ҡына.
Бына шулай тигәнен һис тә оҡшатмай Вилүр. Бына шуға күрә үҙенең эсендә ҡайнаған хис - тойғоларын тышҡа сығарып бармай.
-Ҡуйсәле, кәләшкәй, һин төптө дөрөҫ уйламайһың. Миңә барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Кемде шулай ҡулда күтәреп кенә йөрөтәләр - мине! Ана, үҙең беләһең, хатта, юғарыла ултырған етәкселәр ҙә минең ярҙамға мохтаж. Ә башҡаларын әйтә торған да түгел, миңә инәләр икән, тимәк, мин кәрәк уларҙың бөтәһенә лә. Бер ҙә бит юғарыла ултырған хужаларға бармайҙар...
Юҡ, уға һис тә аңлатып булмай. Йән киҫәгенең үҙ туҡһаны ғына – туҡһан. Шуға, күп ваҡытта, уға ҡул ғына һелтәп ҡуя ҡатыны. Ул бер ҡасан да уның зарланғанын, шыңшығанын ишетмәҫ.
...Ә бына һуңғы ваҡытта йоҡлағанында ыңғырашҡан саҡтары бик йыш.
Бына бөгөн дә, иртәнсәк торғас:
-Һин төнө буйына ыңғырашып сыҡтың, һыҙландыңмы әллә? - тип һораны унан, төпкә батып киткән йонсоу күҙҙәренә ҡарап:
-Һаташҡанмындыр, - тиеү менән сикләнде ире, ғәҙәтенсә.
Уның тура, төҙ, һомғол буйлы саҡтарын һағынып иҫләргә генә ҡалды. Һуңғы осорҙа йонсоп, кәүҙәһе лә йоҡарып, кесерәйеп киткәндәй.
Әммә һис ҡасан уның бошоноп, күңелһеҙләнеп ултырғанын күрмәҫһең. Йоҡа ғына кәүҙәһенә ҡараһаң, ҡайҙа тора икән уның эсендәге көсө - йыш ҡына шуға аптырап ҡуя ҡатыны.
Ғүмер буйы спорт менән шөғөлләнеүе, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүенәндер инде, күрәһең, уның рух ныҡлығы...
Һуғыштың башынан аҙағына тиклем юл үткән атаһы, тылдағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған әсәһе лә бит бер ҡасан да тормоштарынан зарланманылар. Ошо ҡаты тоҡом затынан бит инде ул. Барыһы ла уның булмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әлбиттә...
Ниндәй һау, йүгереп кенә йөрөгән яҡын кешеһенең ошондай хәлгә төшкәнен күреп, йөрәге һыҙлай Вәсиләнең, тик бер нисек тә ярҙам итә алмай шул. Табиптарға йөрөп ҡаранылар, һис тә файҙаһы теймәне. Киреһенсә, ауырыуы көсәйә генә. Шуға күрә лә ул дауаханаға бөтөнләй йөрөмәҫ булды. Бер мәртәбә ҡаты ауырып китеп, оҙаҡ ҡына дауаланып ятҡандан һуң:
-Юҡ, кәләш, ҡабат бармайым да, йөрөмәйем дә. Уларҙың дауалауҙарынан һуң, мин бер ниндәй ҙә еңеллек тоймайым, киреһенсә, миңә ҡыйыныраҡ. Ярай, күпме йәшәргә ҡалған - шунса йәшәрмен. Миңә һеҙҙән, эшемдән айырылып ситтә йөрөү - үҙе үлемгә тиң. Мин үҙемдең эшемдә, өйөмдә генә йәшәйем. Сит мөхиттә һыуҙан сығарып ташланған балыҡ бит мин, -тигәс, ҡатыны ҡабат ул турала һөйләшеүҙе кәрәккә һанаманы.
Ни тиклем рухының көслө булғанына һоҡланырға ғына ҡала. Ошо халәтендә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, күпме кешегә эш биреп, барлыҡ туған - тумасаларын эргәһендә туплап, йәшәй алыуына иҫең китер. Ҡайҙан көс табалыр...Улай ғына ла түгел, көн дә уның башында яңы уйҙар, яңынан - яңы идеялар тыуа тора. Күбеһен, бер ниндәй нигеҙһеҙгә һанап, ҡатыны кире дүндерергә тырыша. Әммә,барыһы ла бушҡа ғына. Барыбер, ул үҙенсә эшләй.
Эйе, уның бит йәшәү маҡсаты асыҡ: кешенән яҡты эҙ ҡалырға тейеш...
Уның бала сағы татыу, тулы ғаиләлә үтте. Ул ваҡытта дүрт баланың иң өлкәне булған Вилүргә 9 йәш ине.
Заманына күрә уҡымышлы ине ата - әсәләре. Икеһе лә заманының алдынғы ҡарашлы кешеләре. Улар балаларына үҙҙәренең эше, тәртибе, тирә - йүнгә мөнәсәбәте аша тәрбиә биргәндәр.
Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан бала булғанға күрә, үҙенең ата-әсәһенең үткән тормош юлы, уларҙың йәшәү рәүеше, быуындан-быуынға күсеп килеүсе шөғөлдәре тураһында һорашырға яратты Вилүр. Атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да ҡартатай-ҡартәсәй, олатай-өләсәй менән бергә йәшәү эләкмәне уға. Ҡыҙғанысҡа күрә, ике яҡлап та, төрлө сәбәптәр арҡаһында, улар оҙаҡ йәшәмәгән.
Атаһы эш араһында, һунарға, йә балыҡҡа барғанда улына һөйләр ине: “Беҙҙең ата-олатайҙар ғүмер буйы малсылыҡ, урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Урманда күмер яҡҡан, йүкә һуйып, һалабаш төшөргән, йүкәнән хужалыҡ өсөн тормош кәрәк - яраҡтары әҙерләгән.
Ҡартатайың заманына күрә уҡымышлы дини ғаиләнән ине. Минең атайым – һинең ҡартатайың Әбелхәйер - ауылыбыҙҙың имамы булып торҙо. Беҙҙең хужалыҡ ҙур ғына: йылҡы, һыйыр малы, ваҡ мал да күп. Шунлыҡтан, етеш, мул йәшәнек. Малдар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесәнде бөтә ауыл кешеләре менән сығып, өмәләп эшләр инек. Ауылда башҡаларҙыҡына ҡарағанда, өйөбөҙ ҙә ҙур, ике яҡлы булды. Минең өс ағайым, ике апайым булды. Мин балалар араһынан иң бәләкәсе - кинйәләре инем. Нимәһе ҡыҙыҡ, иң бәләкәйе булғанғалыр, күрәһең, – мине әсәйем 9 йәшемә тиклем имеҙеп үҫтерҙе. Һинең йәшеңдә мин ҡартәсәйең ҡыҙҙар уҡытҡан өйгә инәм дә, әсәйемде имеп – имеп, кире уйнарға сығып йүгерә торғайным.
Атайым үҙҙәренең өйөнөң оло яғында мәҙрәсә асып, ауылдың малайҙарына “әлеп-би” өйрәтте. Хәҙергесә, “Әлифба” була инде. Тик ул - иҫке әлиф. Хәҙерге яңы яҙыу түгел. Әҙме –күпме белеме булған әсәйем, ауылыбыҙҙың абыстайы, ишек алдындағы иҫке аласыҡта ҡыҙҙарға һабаҡ - “Һәфтиәк” өйрәтер ине. Балаларҙы уҡытҡан өсөн уларҙың икеһе лә бер ниндәй ҙә түләү алманылар, тик уларҙың ата - әсәләре, балаларына белем биргән өсөн, рәхмәт йөҙөнән, кемеһе – он, кем – йомортҡа, май - ҡоротмо – нимә лә булһа бер нәмә биреп ебәрерҙәр ине.
Тик заман бер көйө генә тормай шул. Илдә колхоздар төҙөлөп, барлыҡ мал - тыуарҙы дөйөмләштереү башланғас, беҙҙең малдарыбыҙҙы, өйөбөҙҙө лә колхозға алып, ашхана асып ебәрҙеләр. Аслыҡ ваҡытында ауыл ярлыларына шунда ашау ойошторҙолар. Ул ашау миңә лә эләкте. Миңә иң оҡшағаны – алманан бешерелгән кеҫәл була торғайны. Үҙемдән артҡанын мине гел көтөп ултырған ағайҙарыма һәм апайҙарыма алып ҡайтып бирәм,” - тип иҫләп, һөйләр ине.
Атаһы яғынан ағай - энеләренең күбеһе хәрби һөнәрҙе үҙ итәләр. Бер туған апаһы Нәбирәнең улы Миңнеғәле, бер туған ағаһы Ғиниәтулланың улы Әнүәр үҙҙәренең ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай.
Әсәйҙәре Рәхимғолова (Абдрахманова) Камал Минһаж ҡыҙы, 1921 йылдың 20 авгусында Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында тимерсе Минһаж ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә.
...1921 йыл. Был йыл тарихҡа үтә ныҡ ҡоролоҡ булыуы менән инеп ҡалған. Шул арҡала сәсеү кампанияһы бик ҡыйынлыҡ менән үтә. Бөтә йәшеллек янып – көйөп бөтә. Аслыҡ башлана. Халыҡ араһында холера, тиф кеүек йоғошло сирҙәр ныҡ тарала. Аслыҡ һәм ауырыуҙар Юлыҡ ауылының иҫәпһеҙ -һанһыҙ кешеләренең ғүмерен өҙә.
”Мин ошо ҡаты аслыҡ йылында, етлекмәй, 7 айлыҡ ғына булып, етеле шәм ҙурлығында ғына тыуғанмын. Мине туғыҙ айым тулғансы, йылы кәпәс эсендә - ҡараңғыла аҫырайҙар. Беҙҙең өсөн был йылдарҙың ауырлығы, аслығы артыҡ һиҙелмәгән. Ни өсөн тигәндә, атайыбыҙ - ауылдың оҫта тимерсеһе. Эшкә бөтмөр кеше була: уның ҡулынан килмәгән эш булмай. Кәртәләге мал, һыйыр арҡаһында, аслыҡ артыҡ беҙгә ҡағылмаған,” – тип, хәтерләп һөйләр ине ул балаларына.
Етлекмәй тыуһа ла, теремек, тырыш, уңған була. Бала сағынан уҡ, кеше аптыратып, үҙенән ҙур булған ботлоҡ биҙрә менән еләккә йөрөй. Күршеләре гел генә уны әрләй - әрләй, биҙрәһен күтәрешеп, алып ҡайта торған булалар. Күршеләрендә Баян исемле уҫал бер әбей була. Ул бөтә еләклектәрҙе белә, тик берәүҙе лә эйәртеп йөрөргә яратмай. Шул әбейҙең артынан ҡаса - боҫа эйәреп барып, еләклектәрҙе табып ала торған була. Уның ошолай емеш - еләк йыйыуға тилберлеге өлкән улы Вилүргә һәм барлыҡ балаларына күсә. Улар ҙа бәләкәйҙән генә емешкә йөрөргә яраталар.
Үҙҙәренең ауылында мәктәптәренең емерек хәлендә булыуы сәбәпле, ауыл уҡыусылары башланғыс белемде алыр өсөн, ун биш саҡрымда ятҡан күрше Беренсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбенә йәйәү йөрөп, уҡырға мәжбүр булалар.
Ете йәше тулғас, Камал Минһаж ҡыҙына ла Беренсе Этҡолға йөрөп уҡырға тура килә. Ул уҡыуға ла бик зирәк була. ”Үҙе алдан уҡырға өйрәнеп алып, башҡаларҙы өйрәтешеп ултыра торғайны”, - тип, хәтерләйҙәр ине бергә уҡыған синыфташтары. ”Ул тыуғанда уҡ уҡытыусы булып тыуған“, - тиҙәр ине уның тураһында. Барлыҡ фәндәрҙән дә гел генә “биш” билдәһенә уҡый. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, елме - ямғырмы, ажғыр буранмы – дәрестәрен ҡалдырмаҫҡа тырыша. Үҙе барыһынан да бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, күрше – тирә балаларын йыйып алып, уҡыуға алып сығып китә торған була.
1937 йылда, Беренсе Этҡол мәктәбен тик яҡшыға ғына тамамлай. Ул йылдарҙа халҡыбыҙҙың “мәғрифәт Ҡәғбәһе” ролен үтәгән, ауылдарынан 90 саҡырым алыҫлығында ятҡан - Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ауылдан уның менән бергә бер – нисә бала уҡырға инә: Бәхтиев Тәүфиҡ Абдулла улы, Зәйнәғәбдинов Фәрит Шәрифйән улы. Тыуған ауылдарына аҙна һайын йәйәүләп, ҡайтып йөрөргә тура килә: сөнки алып килгән аҙыҡтары бер аҙнаға етерлек була. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла, көҙгө ажғыр ел – ямғырҙарҙа ла, яҙғы ташҡындарҙа ла йәйәү йөрөргә тура килә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ул 1941 йылдың июнь айында уҡыуҙы гел генә “биш” билдәһенә тамамлай. Шулай уҡ училищеның иң актив уҡыусыһы булараҡ, заманына күрә бик ҙур бүләккә лайыҡ була: гел ”биш” - ле диплом һәм күлдәклек зәп – зәңгәр ебәк туҡыма менән бүләкләнә.
Үкенескә күрә, ошо бүләккә алған туҡыманан тегеп алған матур күлдәген үҙенә кейеп туҙҙырырға насип булмай. 1943 йыл һуғыш осоронда көслө аслыҡ була. Аслыҡ һәр ғаиләлә үҙен һиҙҙерә, күпләп кешеләр аслыҡтан үләләр. Уларҙың да яҙ килеп етеүгә, сәсер өсөн картуф орлоғо ла ҡалмай. Шул сәбәпле, ауылдарынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Урыҫ Ҡолалатына йәйәүләп барып, бер бот картуфҡа алмаштырып алып ҡайта. Алып ҡайтҡан картуфты берәр күҙ генә ҡалдырып ҡырҡып, баҡса тултырып ултырталар: шул ултыртҡан картуф ныҡ уңа. Ҡыш буйына етерлек ризыҡ була, өҫтәүенә, алдағы яҙына сәсерлек орлоҡ та ҡала.
Уҡыу йортон улар менән бергә 18 егет тамамлай. Улар менән бергә ауылдашы Бәхтиев Тәүфиҡ Абдулла улы ла диплом ала. Ҡулдарына уҡытыусы дипломы алған көн - 22 июнь көнө - егеттәр барыһы ла тура фронтҡа оҙатыла. Улар өсөн диплом алған көн шатлыҡ булып түгел, ҡайғы көнө булып иҫтәрендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Сығарылыш кисәһе лә үтмәй ҡала. Фронтҡа киткән курсташ егеттәренең һанаулыһы ғына кире әйләнеп ҡайта ала. Ә ауылдашы Бәхтиев 1942 йылдың 29 июлендә Смоленск өлкәһе ерендә батырҙарса һәләк була.
Әсәйҙәре хеҙмәт юлын Йолалы руднигында балалар уҡытыуҙан башлап ебәрә.Шунда эшләп йөрөгән мәлендә, өйҙә балиғ булмаған ике һеңлеһе ҡалған була: кесеһе Хәлиҙәгә – 7, өлкәне Гөлнисаға - 9 йәш кенә була. Башта атаһы, унан әсәһе мәрхүм булыу сәбәпле, Йолалы руднигын ҡалдырып, тыуған ауылына яҡыныраҡ булған Ныяҙғол башланғыс мәктәбенә эшкә ҡайта. 10 саҡрым алыҫлығында ятҡан был ауылға атта һыбай йөрөп, балалар уҡыта башлай. Бында ике йыл эшләгәндән һуң, тағы ла алыҫыраҡ урынлашҡан Бөрйән – Йылға ауылының башланғыс мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ул ауылдарынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була. Юлһыҙ урман төпкөлөндә ятҡан был ауылға һыбай, йәки йәйәү генә үтеү мөмкин була.
Фронт юлдарын үтеп, үҙенең 9 йыл ғүмерен иленә хеҙмәт итеүгә бағышлаған ошо ауыл егете Зиннәтулла тыуған яҡтарына ҡайтыу менән, үҙҙәренең ауылында уҡытыусы булып эшләп йөрөгән йәш ҡыҙ Камал менән үҙенең яҙмышын ғүмерлеккә бәйләй.
Ҡыҙ кейәүгә сығырҙан алда уның алдына шундай шарт ҡуя: ”Әгәр балиғ булмаған һеңлеләремде рәнйетмәй көтөргә риза булһаң ғына - мин һиңә кейәүгә сығырға риза!” – ти. Зиннәтулла риза була.Балдыҙҙарын үҙ балалары кеүек ҡарап үҫтерешеп, матур итеп туйҙар үткәреп, кейәүгә оҙатыша. Улар ғүмерҙәре буйы уға рәхмәтле булалар. ”Еҙнәйебеҙ беҙҙең өсөн өҙөлөп торҙо, беҙҙе яратып тәрбиәләште!“ – тиҙәр ине.
Тормош юлын улар Юлыҡ ауылында нигеҙ ҡороуҙан башлап ебәргән инеләр. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тормош дауам итә. Һуғыштан һау ҡайтҡан ир-егеттәр юҡ, тиерлек. Йәндәре һәм тәндәре яралы ҡайтҡан яугирҙәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әсәйҙәренең бәхетенә күрә, ошо балаларына ғүмер бирер өсөн, тере ҡайтҡандыр инде атайҙары Зиннәтулла. Уларҙың тормошо матур ғына башланып китә. Ғаиләлә бер-бер артлы алты бала тыуа. Уларҙың өсөнсөһө– Мөнирә исемле ҡыҙ бала ике йәше лә тулмай, ҡыҙылсанан ауырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Ә иң бәләкәстәре – Флүрә, тыуыу менән, ожмах ҡошона әйләнә. Атайҙары – почта начальнигы, әсәйҙәре мәктәптә – уҡытыусы. Улар һәр саҡ эштәләр.
Баш баланың малай булып тыуыуына, әлбиттә, атайҙары ныҡ ҡыуана. Оҙаҡ ҡына исем эҙләгәндән һуң, Совет власына мөкиббән ике коммунист ата менән әсә “Вилюр” тигән исемгә туҡтала. “Владимир Ильич Ленин - юный революционер” тигәндең баш хәрефтәренән алынған.
Шундай бөйөк кеше булып үҫер, тип, киләсәккә өмөт менән ҡарап ҡушыла ла инде был исем. Ниндәйҙер кимәлдә, ысынлап та, үҙ заманында илдәге яңылыҡтарҙың башлап йөрөүсеһе була ла инде Вилүр. Уларҙың өмөтө аҡлана - быны тормош үҙе раҫлай.
...Тормош бит ул, төрлө саҡтар була. Балаларҙы башта әсәйҙәренең һеңлеләре Гөлниса һәм Хәлиҙә ҡараша. Уларҙы - атаһы менән әсәһе донъя ҡуйғандан һуң, береһе - ете, икенсеһе - туғыҙ йәштә етем ҡалған һеңлеләрен, үҙе тәрбиәләп үҫтергән була.
Гөлниса апайҙары ул саҡтарҙы онотмай, әле лә һөйләп ала: ”Тәтәм (Камал апаһын улар шулай атап йөрөттөләр) мәңге лә өйҙә торманы. Йә мәктәптә, унан ҡалһа, колхоз яланында. Баш балаһы Вилүрҙең яңы имгәкләй генә башлаған ваҡыты ине. Беҙ ҙә колхоз эшендә йөрөйбөҙ. Баланы кемебеҙ бушай, шул ҡараша: йә - Хәлиҙә, йә – мин. Берҙән–бер көндө, тәтәм менән еҙнәм эштә саҡта, улар ҡайтыуға ашарға әҙерләп йөрөйөм. Ҡапҡасын асып ҡуйҙым да, картуф алырға, тип, баҙға төштөм. Баҙ бик тәрән, бейек кенә баҫҡыстан төшөргә тура килә. Биҙрәгә картуф тултыра ғына башлаған инем, иҙәндә имгәкләп йөрөп ятҡан бала минең өҫтөмә ҡолап килеп төштө. Нисек итһәм, шулай итеп, саҡ сығарып алдым. Вилүр илай - тәҡәт тапмай. Телен ҡырҡа тешләгән икән, уныһы ҡанап китте, һис тә тымыҙырмын, тимә. Тәтәм ҡайтҡансы, ҡанауын саҡ туҡтаттым. Ул ас балаһын имеҙә алмай аптырай: ”Был балаға ни булған, имсәк алмайсы...”. Мин уның әрләүенән ҡурҡам,өндәшмәйем бит инде...
Ул саҡтарҙа, ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙа, һыйыр быҙаулаһа ла, һарыҡтар бәрәсләһә лә - беҙҙең менән бергә өйҙә йәшәйҙәр. Уларҙы бер мөйөшкә ҡамап, көркә - оя эшләп, шунда бикләп ҡуялар. Тәтәм иртәле-кисле һыйырҙы өйгә индерә лә, быҙауын имеҙеп, һауып ала торғайны.
Вилүр, ҡолап төшөп, бер нисә көн үткәндән һуң, мин тағы картуф алырға, тип, баҙға төшөп киттем. Был юлы баҙға өйҙә уйнаҡлап йөрөгән йәш быҙау ҡолап килеп төштө. Тәтәм мине әрләй, көйә. Мин, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, әйт тә һал:
-Быҙауыңа ни булһын...анау көнө Вилүрең ҡолап төштө – үлмәне әле бер ҙә...
Ул миңә яман итеп ҡарап ҡуйҙы, тик бер ни тип тә өндәшмәне...”
Һеңлеһе Вилүрә тыуғас, күп ваҡыт бәләкәй һеңлеһен ҡарау Вилүргә төшә, ул уны ныҡ ярата: ”Минең туғаным,” - тип, ҡайҙа ғына барһа ла, етәкләп, үҙенән ҡалдырмай, бергә алып йөрөтә. Урам буйлап, икәү етәкләшеп алып, аҙашып та йөрөйҙәр. Кешеләрҙән: ”Ҡайҙа икән беҙҙең ап-аҡ ҡына өйөбөҙ?” - тип, өйҙәрен юғалтып, эҙләп йөрөгән саҡтары ла була.
...Бер саҡ шундай хәл була: урамда уйнап йөрөгән был ике бәләкәй бала әллә ҡайҙа юҡ була ла ҡуялар. Әсәйҙәре эштән ҡайтҡас, урам араһынан эҙләп тә таба алмай. Шунан, улар һыу буйына киткәндәр, күрәһең, тип уйлап, ауыл эргәһендәге тирмән быуаһына эҙләп китә.
Уның балаларын шулай эҙләп йөрөүенә ауылдашы уҡытыусы Фидай шаһит була.
... Аҙаҡтан, шул турала ул былай тип һөйләй:
”Бер саҡ урманға һунарға барҙым. Көнө буйы йөрөп, табыш артмаҡлап ҡайтып киләм. Ныҡ ҡына арығанмын.
Ҡояш күптән байыған, күктә тулы ай балҡып тора. Бына бер саҡ Тирмән быуаһы ярына килеп еттем. Быуа өҫтөнә томан төшкән, бер нәмә лә күренмәй.
Шул ваҡытта кемдеңдер йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырғанын ишетәм. Ай яҡтыһында күреп ҡалдым: бер ҡатын, бил тиңенән, һыу кисеп йөрөй. Ҡатындың - оҙон сәстәре ялбырап бөткән, үҙе лысма һыу. Үҙенең ни эшләгәнен дә белмәй, аҡылдан шашҡан кеүек, тегеләй ҙә былай һыуға сума, нимәлер эҙләй. Минең йөрәккә шом төштө:
”Был-һыу инәһелер... Былай һуңға ҡалып, башҡа кем ай яҡтыһында һыу төшөп йөрөһөн инде...” Мылтыҡты ҡорҙом да, ағастар араһынан, ипләп кенә, шул яҡҡа ыңғайлайым. Ул бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булғас, яҙа атып ҡуйыуҙан ҡурҡам. Алыҫтаныраҡ, уңайлы урын эҙләп, мылтыҡты төҙәйем - юҡ, булмай төҙәп – һыу инәһе сәбәләнепме – сәбәләнә, ара алыҫ ҡына, ныҡлап яҡынламайынса, атмаҫҡа булдым. Яйлап ҡына, ағастарға ышыҡлана -ышыҡлана яҡынлайым. Байтаҡ яҡынлағас, ҡараһам, бер ниндәй ҙә һыу инәһе түгел – уҡытыусыбыҙ Камал апай, имеш...
Балаларын саҡырып, яу һала: “Ви-и-л ү-үр!Вил-ү-р-ә-ә!”
Ярай, танып ҡалдым... Йә инде, ата инем бит... Башым етте бит яҡыныраҡ барырға!!!”-тип, иҫенә төшөргән һайын, шул хәлде ауылдаштарына һөйләп ала.
Ә балалар, әсәйҙәре эҙләп йөрөгән саҡта, күршеләренең кәртә артында уйнап йөрөп ҡалған булғандар.
Балаларҙы, күп ваҡыт, икеһен генә өйҙә бикләп ҡалдырып китергә мәжбүрҙәр. Ҡайһы бер ваҡытта, ҡайтып инһәләр, бысранып, буялып бөткәндәр, икеһе лә тупһаға баштарын һалып, йоҡлап киткән булалар...
Тимерсе Минһаж ҡартаталары тимерҙән, бәләкәй карауат эсенә элеп ҡуймалы итеп, сәңгелдәк эшләгән була. Балалар бер-бер артлы шул сәңгелдәктә үҫәләр.
...Бәләкәй сағында Вил бер төндә ҡурҡып, илап уяна:
-Баҡбашы, баҡбашы...- тип ҡысҡыра. Бөтәһе лә уяналар. Ҡарайҙар, бер нәмә лә күренмәй.
-Ана! Ана!- ти, һаман Вил, төртөп күрһәтеп. Ҡараһалар, шул тимер карауаттың башында әсәйҙәренең мәктәпкә алып йөрөгән сумкаһы эленеп торған була, шуның ҡаптырмаһы тәҙрәнән төшкән тулы ай яҡтыһында ялтырап күренә икән... Шул уға ҡурҡыныс «баҡбашы» ның ялтырап торған күҙе булып күренгән. Шунан алып, ғаиләлә “баҡбашы“ һүҙе барлыҡҡа килә. Берәйһен ҡурҡытырға кәрәк булһа, ”баҡбашы”- тиһәң – етә...
Ул һүҙ шулай барлыҡҡа килгән була: бер көндө һарыҡ һуялар ҙа башын тупһаға һалып ҡуйған булалар. Бәләкәй Вил атаһынан:
-Атай, был нимә ул?- тип һорай. Атаһы:
-Һарыҡ башы, - тип яуап бирә. Бала уны
-Баҡбашы, - тип аңлай...
Ата–әсәйҙәре эштә ваҡытта, балалар дүртәүһе генә гел өйҙә ултыралар. Бер көн әсәйҙәре, мәктәптән ҡайтып инһә, бөтәһе бергә бер мөйөшкә һырынғандар ҙа, илап - буҫығышып бөткәндәр.
-Нимә булды? - тип һорай әсәйҙәре. Тегеләр, кемуҙарҙан, өҫкә - мөйөшкә күрһәтәләр: ”Ана, ана!!! Баҡбашы!!!” Ул ҡараһа - мөйөштә бер ҙур үрмәкес, ау үргән дә, шунда йәбешеп тора. Үрмәкесте, ауы менән бергә тотоп алып, тышҡа сығарып ташлағас ҡына, балалар тыныслана.
Уҡытыусы - һәр саҡ ауылдың һәм колхоздың йәмәғәт эшен алып барыусы. Мәктәптә, иртәнге рәттә, балалар уҡытыу менән генә уҡытыусының эше бөтмәй ине. Ул – колхозда актив агитаторҙарының береһе. Яҙғы сәсеү башланһынмы, йәй колхоз малдарына бесән әҙерләү, көҙөн уңыш йыйыу осоромо – уҡытыусы һәр ҡайҙа колхозсылар менән бергә ҡайнай.
Агитатор булараҡ, бергә эшләп ҡалмай, һәр ерҙә социалистик ярышты ойоштора, уның барышын күҙәтә. Яланда, конторала, клубта эленеп торған стена газеталарында эш һөҙөмтәләрен яҡтырта. Был эш даими бара. Бер көн дә яҡтыртылмай ҡалмай.
Унан ҡалһа, башҡа күрше ауылдарҙағы колхоз бригадалары менән ярыш ойоштороп, уларҙың эштәре менән үҙҙәренең эштәренең барышын да сағыштырып, яҡтыртып барыу бурысы йөкмәтелгән агитаторға. Ярыш һөҙөмтәләре район агитация бүлегенә тапшырыла.
Эш барышында, агитбригадалар араһында төрлө концерт номерҙары әҙерләп, үҙ-ара осрашыуҙар ҙа үткәрелә. Быларҙы башлап ойоштороусы ла - уҡытыусы.
Ауылда үткәрелгән бөтә саралар, ғәҙәттә, кискеһен ауыл клубында шәм яҡтыһында үткәрелә.
Клуб уларҙың өйөнә яҡын урынлашҡан ине. Олоһо ла, йәше лә кисен ауыл йәштәре тарафынан әҙерләнгән концерттар ҡарарға, осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, йә райондан килгән уполномоченныйҙар тарафынан үткәрелгән сходҡа йыш ҡына клубҡа йыйылалар. Бындай йыйылыштар ҡара төнгә тиклем һуҙылыуы ихтимал. Өйҙәре яҡында урынлашҡас, күп кенә осраҡта, уларға төрлө йомоштары төшә. Тамашаға йыйылыусылар, ғәҙәттә, һыуһап китһәләр, уларға инеп, һыу эсеп сығалар. Йыш ҡына иҫтәренә төшөрөп, көлөшөп алалар: ”Ҡайһы саҡта, иртәнсәк торһаң, малға, тип, биҙрәгә әҙерләп ултыртып ҡуйған ашлы һыу ҙа ҡалмаған була. Ғәҙәттә, кәрәсинде йәлләп, кисен һуҡыр шәм генә яндырып ҡуйыла бит инде. Ҡараңғыла нимә эскәндәрен дә белмәй торған инеләр,” - тип.
Шулай, колхоздың комсомол эше лә уҡытыусы Камал апай иңенә һалынған. Ул үҙенә ышанып тапшырылған һәр эште урынына еткереп, теүәл үтәргә күнеккән. Уның, өйҙә ашарға көтөп ултырған бәләкәй балалары булыуы, кәртәһендә мал-тыуары баҡырып тороуы бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай.
Ауылда уҡытыусы - бөтә эштәрҙе лә башлап ойоштороусы һәм агитатор. Шулай тейеш, тип, ҡабул ителгән.
Юлыҡ ауылы - районда берҙән – бер татар ауылы булып иҫәпләнә. Ошо ауылда инде йыл һайын был төбәктә йәшәгән бөтә халыҡҡа билдәле Юлыҡ йәрминкәләре шаулап – гөрләп үткән. Йәрминкәгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән: Ырымбурҙан, Тройцкиҙан, Орскиҙан, Ҡаҙағстандан, Хатта Урта Азиянан да төрлө тауарҙар алып килеп һатыу иткәндәр. Алып - һатыулашыуҙан ауыл аҙна буйы гөрләп торған. Көҙгө йәрминкәләр ноябрҙа, яҙғыһы март аҙаҡтарында үткән.
Юлыҡ ауылына килеп ултырыусыларҙың күбеһе сауҙа эше менән шөғөлләнәләр, һәр аҙна шишәмбе ошонда баҙарға йыйыла торған булалар.
Әсәйҙәренең атаһы Минһаж бабай ауылда тимерлек тотоп тора. Тимерлеге менән ошо йәрминкәләргә сығып, үҙе эшләгән хужалыҡта кәрәк булған төрлө донъя кәрәк – яраҡтары, һауыт - һаба һата,йә боҙолғандарын йәбештерә, яңынан йән өрә. Ат тояҡтары өсөн даға, менге өсөн тимер, өҙәңге сынйыры, эйәр һәм башҡа кәрәк – яраҡтар эшләп алып сыға. Йә булмаһа, ат дағалай торған булған. Уның тимерҙән эшләгән барлыҡ көнкүреш әйберҙәре үҙ ауылдарында ғына түгел, бар тирә-яҡта ҙур һорау менән ҡулланылыш таба, ни өсөн тигәндә, ул һәр эшләгән әйберен ҙур зауыҡ менән, күңел һалып башҡара. Ябай ғына көнкүрештә ҡулланылған әйберҙе матурлап, биҙәп, һырлап эшләй торған була.
Унан тыш, ул ниндәйҙер хикмәтле, көслө гипноз һәләтенә эйә кеше булған. Һәр баҙарҙа тиерлек, бар халыҡты хайран итеп, тамаша күрһәткән. Ғәҙәттә, ундай кешене, ”кеше күҙе бәйләй”, тиҙәр. Уның кәмиттәре төрлөсә үҙгәреп торор була. Тимерлегендә эшләп торған ерҙә, ҡып - ҡыҙыл итеп, тимер ҡыҙҙырып ала ла, шаж да шож килтереп, шул тимерҙе ялай.
Ә бер баҙарҙа, ниндәйҙер сәбәп менән, ул сыҡмай ҡала. Халыҡҡа ҡыҙыҡ тамаша кәрәк бит инде: уның бер туған ҡустыһын тотоп алалар ҙа:
-Ана, һинең ағайың ҡыҙған тимерҙе ялай, бер ни ҙә булмай бит. Әйҙә, һин дә яла! – тип, көсләп, ҡыҙҙырылған тимер ялаталар. Теге бахырҙың теле шешеп китеп, ауыҙына ла һыймай, бик оҙаҡ ыҙалап йөрөй.
Йыш ҡына булған шундай хәлде ололар әле булһа, хәтерләп һөйләйҙәр ине. Берҙән бер көндө йәрминкәгә Йылайырҙан килгән бер урыҫ Минһаж бабайға:
-Һине кешеләр “хикмәтле кеше” , тип әйтәләр.Әгәр мине ышандыра алһаң, ошо һатырға тип, алып килгән ун алты бот игенемде һиңә бирәм, – ти.
Минһаж бабай уға һынап ҡарап тора ла :
-Үкенмәҫһеңме аҙаҡ? – тип һорай.
-Юҡ – юҡ, мә - “биш”те, - тип, ҡулын бирә теге бөтә халыҡ алдында. Ҡыҙыҡ күрергә өйрәнгән халыҡ йыйылып китә. Минһаж бабай баҙар ҡапҡаһынан сыға ла, ҡапҡа эргәһендә ятҡан эре - эре бүрәнәләргә күрһәтеп, уға әйтә:
-Ярай,улай булһа. Хәҙер бына бөтәгеҙ ҙә ҡарап тороғоҙ: мин хәҙер ошо бүрәнәнән үтә сығам, - ти ҙә, үҙе бүрәнәнең бер яҡ осона килеп баҫа. Кешеләр уның бүрәнә эсенә инеп киткәнен генә күреп ҡалалар. Ҡараһалар: ул уның эсенән үтеп, икенсе яҡ осонан килеп тә сыҡҡан.
Шунан һуң, юлдан баҙар ҡапҡаһына яҡынлап килә ятҡан йөклө аттарға күрһәтә лә әйтә:
-Хәҙер анау килгән аттар ҙа ошо бүрәнә эсенән үтәләр! - ти.
...Ысынлап та, ҙур-ҙур йөк тейәгән арбалы аттар, теҙелешеп киләләр – киләләр ҙә, шунда ятҡан бүрәнәләрҙең бер башынан инеп китәләр, икенсе яҡ осонан килеп сығалар, ти.
Шунда уҡ, баҙарға килә ятыусы бер төркөм күрше урыҫ ауылының Крепостной мәрйәләренә ҡаршы сыға ла, уларға ҡарап әйтә:
-Яҙ килде, яҙ. Ана - ана, ярҙарынан сығып, йылға ташты, Төгән ташты! - ти. Мәрйәләр, ысынлап та, йылға аша сығабыҙ, тип уйлап, аяҡтарындағы сабаталарын сисеп, күлдәктәрен билдәренә тиклем күтәреп, йылға аша сығалар, имеш. Ә бит, бер ниндәй ҙә йылға ла, ташҡын да юҡ бында. Йәйге селлә ваҡыты...
Халыҡ шау - гөр килеп көлә. Теге урыҫ та шуны күреп тора бит инде. Ул ғәжәпкә ҡала һәм ун алты бот игенен Минһаж бабайға ҡалдырырға мәжбүр була.
Минһаж бабайҙың әбейе Бибикамал колхоз баҡсаһында йәшелсәләр үҫтереүсе була. Ҡыҙҙары Гөлниса хәтерләүҙәренән:
-Көн һайын кискеһен баҡса бригадиры Нәби бабай беҙҙең яндан үтә һәм тәҙрә аша ҡысҡырып һорай:
-Бибикамал апай, һора әле Минһаж бабайҙан, бөгөн баҡсаны ябырғамы икән: ҡырау төшәме – юҡмы?
“Төшә” тиһә - ябалар, “төшмәй” тиһә - япмайҙар. Бер көн дә яңылышмай торған була.
Колхоз баҡсаһының бригадиры оҫта баҡса үҫтереүсе Тимербулатов Нәби була. Баҡсала төрлө йәшелсәләр, емеш – емеш гөрләп үҫә. 1939 йылда бөтә республика кимәлендә өлгәшкән уңыштары өсөн колхоз Мәскәүҙә үткәрелгән ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Хөкүмәт етәкселеге тарафынан уларҙың колхозы “газик” автомашинаһы менән бүләкләнә. Был уңышта Минһаж бабайҙың да өлөшө була.
...Кешеләр ауыр хәлгә ҡалғанда ла, ул ҡапыл, ер аҫтынан килеп сыҡҡан кеүек, килеп сыға ла, кәрәкле ярҙамды күрһәтеп, юҡ була ла ҡуя торғайны, тиҙәр. Ул - йәтеш кенә кәүҙәле, ап – аҡ бәләкәй генә һаҡаллы бабай була. Үҙе һәр саҡ аҡтан ғына кейенеп йөрөй. Былар береһе лә уйҙырма түгел, ә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалғаны. Бына шундай мөғжизәгә эйә кеше була Минһаж бабай.
Улай ғына ла түгел, Минһаж бабай кешеләрҙәге яман шештәрҙе дауалау һәләтенә лә эйә була.
Юлыҡ ауылынан 1921 йылғы Фәйзуллина Шәмсинур шулай хәтерләй:
-Мин алты-ете йәштәрҙә инем. Әнием Маһираның ҡулына яман шеш сығып, уға оҙаҡ ҡына район дауаханаһында ятырға тура килде. “Башҡаса дауалап булмай, гангрена китте, ҡулыңды ҡырҡырға тура килә”, - тиҙәр врачтар. Әнием ҡулын ҡырҡтырырға ризалашмайынса, дауахананан сығып, ҡайтып китә. Ауылдаштары:
“Ҡулыңды йүнәтһә, шул Минһаж бабай ғына йүнәтә ала инде”, – тип, уға кәңәш бирәләр.Ҡайтыу менән, ул мине эйәртеп алды ла, Минһаж бабайҙың тимерлегенә киттек. Беҙ барғанда, бабай тимерлегендә эшләп тора ине. Әнием уға ҡулын күрһәтеп, хәлен аңлатты. Бабай уның ҡулын тотоп:
-Ҡана, ҡарайыҡ әле, – тине лә, ниндәйҙер доғалар уҡып, шәшке кеүек эскә өңөлөп инеп киткән шешкә ҡып – ҡыҙыл итеп ҡыҙҙырылған тимерҙе тығып ебәрҙе. Алты рәт баҫҡан саҡта, уның ҡулы бер ни ҙә һиҙмәне.Етенсе ҡат баҫҡас:
“Ай!” - тип, ҡысҡырып, артына ҡоланы ла китте. Мин уны үлгән икән, тип уйлап, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Бабай: “Илама, ҡыҙым, бар әтиеңде алып кил дә, алып ҡайтығыҙ, тиҙҙән йүнәлер,” – тине. Уны алып ҡайтып, карауатҡа һалып ҡуйҙыҡ. Ул бер нәмә лә белмәй, иҫһеҙ ине. Бер нисә көн рәттән, көн – төн йоҡланы. Шунан, бер ни ҙә булмағандай, килеп торҙо ла, эшләп алды ла китте. Бер ҡасан да ҡулы һыҙламаны. 90 йәште үткәнсе йәшәне, зарланманы. Гел генә Минһаж бабайға рәхмәттәрен уҡыны. Бына шулай әниемде ҡуллы итте бабай...
Тик Минһаж бабайҙың үлеме бик үкенесле була: һуғыш башланған йәй үҙенең тимерлегендә эшләп торғанда, йәшен атып үлтерә.
Әсәһе Бибикамалды ла ике мәртәбә йәшен ата. Тәүгеһендә, ул өйҙәрендә мейес алдында табала майға икмәк бешереп торған була. Өйҙә ике ҡыҙы: Гөлниса менән Хәлиҙә була. Тәҙрәнең ярығынан үтеп ингән йәшен шары уны атып, мейес ауыҙынан үтеп, мөрйә аша сығып китә. Ҡоттары осҡан балалары күршеләрен саҡырып индерәләр, улар солан таҡталарын асып ташлап, ҡоро ергә күмеп, әсәйҙәрен шулай ҡотҡарып алып ҡалалар. Икенсе юлы ул Мағаш йылғаһы буйында кер йыуып йөрөгәндә йәшен утына эләгә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы уның эргәһендә ярҙам итерлек бер кем дә булмай шул.
Әсәйҙәре мәктәптә уңған, талапсан етәксе. Өҫтәүенә, атайҙары менән бергәләшеп ғаиләләрендә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауыл тарихында тәүгеләрҙән булып, дүрт балаға бер юлы юғары белем бирергә өлгәшәләр. Балаларҙың барыһы ла әсәйҙәре юлын һайлай: уҡытыусы һөнәренә эйә булалар һәм хеҙмәт юлдарын Ишбирҙе мәктәбенән башлап ебәрәләр.
Үҙенең күп йыллыҡ мәктәптә эшләү дәүерендә ауыл халҡының олоһон да, кесеһен дә уҡытып сығарған. Унан тыш леспромхоз партия ячейкаһының парторгы эшен дә алып барған кеше булараҡ, аҡыллы кәңәштәренә барлыҡ ауыл халҡы ла мохтаж була. Уның әйткән һүҙе һәр кем тарафынан һис шикһеҙ дөрөҫ итеп ҡабул ителә. Һәр кем уға мөрәжәғәт итер һәм үҙенә әйтелгәндәрҙе мотлаҡ үтәр. Ул һәр саҡ һәр кем өсөн үҙен яуаплы итеп тойор. Бер ҡасан да ярҙамынан ташламаҫ.
Математика һәм физика уҡытыусыһы Камал Минһаж ҡыҙы 41 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Шуның 16 йыл хеҙмәт юлы Юлыҡ мәктәбендә үтә. Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте өсөн республиканың һәм райондың бик күп маҡтау грамоталарына эйә булды. Уның район етәкселәре алдында ла абруйы бик ҙур ине. Райком партияһы конференцияларына күп тапҡырҙар делегат итеп һайлана, һайлаусылары тарафынан ҡат-ҡат ауыл һәм район Советына депутат итеп күрһәтелә.
Камал Минһаж ҡыҙының хеҙмәте ауылдаштары һәм район халҡы тарафынан лайыҡлы баһалана: исемен мәңгеләштереп, йәшәгән урамына уның исемен бирәләр.
Ауыл халҡы, уҡыусылары, балалары, ейән - ейәнсәрҙәре уның исеменә тап төшөрмәй, лайыҡлы йәшәйҙәр һәм хеҙмәт итәләр, уны һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә алалар.
Һәр ғаиләнең үҙ тәртибе була. Улар ғаиләһенең төп тәрбиә нигеҙенә “ир - баш, ҡатын - муйын”, тигән әйтем тура килә. Атайҙары Зиннәт баш булһа ла, әсәйҙәренең аҡыллы уйлап, эштәрҙе дөрөҫ хәл итә белеүе - ғаиләнең төп асылын тәшкил иткәндер.
Нисек кенә тимә, ғаиләлә”атай” һүҙе һәр саҡ алда йөрөй.
-Атайығыҙ ни әйтер, ул нисек ҡарар? - тип, балаларын ата кешегә оло хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте әсәйҙәре.
Атайҙары һәр саҡ мәктәптә эштә булған әсәйҙәренә өйҙә һәр эштә лә ярҙам итер, хатта әсәйҙәре өлгөрә алмаһа, ойоҡ-бейәләй ҙә бәйләшер ине. Һәр нәмәгә ҡулы оҫта булды.
Балалар, төндә ҡасан уянып китһәләр ҙә, һәр ваҡыт уҡытыусы әсәйҙәре кәрәсин шәме яҡтыһында мәктәп балаларының дәфтәрҙәрен тикшереп ултыра. Ә атайҙары, йә быйма табанлай, йәки ойоҡ - бейәләй ямай, бәйләй, ә эргәләрендә иркә бесәй мырылдап ятыр ине.
Балалары өсөн барлыҡ уңайлыҡты бергәләп тыуҙырҙылар улар. Матур, татыу, етеш донъя көттөләр
Атайҙары ҡурайҙа оҫта уйнаны.Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен моңло тауышы менән һуҙып, күҙҙәрен йомоп ебәреп тороп, ихлас күңел менән йырлап ебәрер ине. Ә ҡышҡы оҙон кистәрен йыш ҡына һуғым ашынамы, башҡа төрлө сәбәптәр менәнме, ҡунаҡ йыйған саҡтарында, бик оҫта, аяҡ остарында еңел генә баҫып, осоп-ҡунып бейер ине.
Буш ваҡытында әҙәби китап, газета - журналдар уҡый. Кисен шәм яҡтыһында төрлө сит ил әҙәбиәтен балаларына ҡысҡырып уҡып, башҡортсаға тәржемә итә. Шунлыҡтан, ҡышҡы оҙон кистәрҙе балалары көтөп алалар.
Ул кешеләргә ихтирамлы, ярҙамсыл. Күрше – тирәнән ярҙам һорап инһәләр, бер ҡасан да баш тартмаҫ, хәленән килгән тиклем ярҙам итер. Һәр саҡ атайҙары улдарын эргәһендә алып йөрөнө, бәләкәйҙән эшкә өйрәтте.
Үҙе ҡул эшенә оҫта, һәр нәмәне тәртиптә тота. Өй эсендәге кәрәкле мебелдәр барыһы ла атай ҡулы менән эшләнгән, ул мебелдәр бер нәмәһе менән дә фабрика мебеленән айырылмай. Улдарын да үҙ һөнәренә өйрәтте. Үҙе менән бергә уларҙы ҡырағай ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә һунарға алып йөрөнө. Ҡуян, төлкө, тейен, һуйыр, ҡор һәм селгә һунарлыҡ итеү серҙәренә өйрәтеүсе лә атайҙары булды. Шулай уҡ балыҡ ҡармаҡлау нескәлектәрен дә ул өйрәтте.
Әсәйҙәре бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаны. Ни тиклем генә мәктәптәге эше мәшәҡәтле булһа ла, ул ғаиләһендә өлгөр хужабикә, хәстәрлекле әсәй, яҡшы ир ҡатыны ине. Ул үҙенең балаларын һәр саҡ бөхтә, тәрбиәле йөрөттө.
Мәктәптә директорҙың уҡыу - уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары эшен алып барғанлыҡтан, уның күп ваҡыты мәктәптә үтә.
Өйҙә саҡта балалары уны, ҡара таңда ла, кисен дә, һәр саҡ ҡыуыҡлы кәрәсин шәмен ҡыҫып ҡына ҡуйып (балаларына яҡтылыҡ төшөп тормаһын өсөн) , өҫтәл артында дәфтәрҙәр тикшереп, йә булмаһа, дәрес пландары төҙөп ултырған хәлдә күреп өйрәнгән. Ҡасан йоҡлап алалыр, уларға билдәһеҙ. Әммә һәр саҡ өй йылы, өҫтәлдә тәмле булып мейестә бешкән икмәк, мейес төбөндәге сүлмәктә быҡтырып бешерелгән бутҡа, йә итле кәбеҫтә ашы. Балаларҙың өҫ - башы таҙа, йыуылған, ямаулы, аяҡтарында йөндән бәйләнгән ап - аҡ йөн ойоҡтар. Бер ҡасан да ас булманылар, өшөп тә йөрөмәнеләр...
Улар үҙҙәренең балаларына ҡарата һәр саҡ талапсан булдылар, ярҙамсыл, эшкә тилбер, тырыш итеп тәрбиәләнеләр. Олоно - оло, кесене - кесе итеп күрергә өйрәттеләр. Уларҙы тәртипкә күндерҙеләр, һәр саҡ эшкә яуаплы ҡарарға ғәҙәтләндерҙеләр.
Урман эсендә урынлашҡан был ауылға уларҙың ғаиләһе күсенеүенең үҙенә күрә сәбәбе бар ине: әсәйҙәрен район белем биреү бүлегенән ауылдың ете йыллыҡ мәктәбенә директорҙың уҡыу - уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләгән инеләр. Күсенеп килеү менән, атайҙары Зиннәтулла ауылдың ағас эшкәртеү заводына эшсе булып урынлашты.Тик әлегә был ауылға күсеп килгән йылы уларҙың йәшәр өсөн үҙ мөйөштәре булманы. Шунлыҡтан, яңғыҙ үҙе йәшәгән Хәҙисә исемле инәйҙә бер ҡыш өйҙәш булып йәшәргә тура килде.
Яҙ етеү менән, атайҙары үҙҙәренә өй төҙөр өсөн, лесхоздан ағас яҙҙырып алды. Уны ҡырҡтыртып, өмәләп буратты. Оҙаҡҡа һуҙмай, өй төҙөргә йыйынды. Уның өсөн урынды ауылдың “Яңауыл” тип йөрөтөлгән яҡ осонан, мәктәпкә яҡын ерҙән алдылар.
Ял көндәренең береһендә атаһы урманға барырға йыйынды, ҡул араһына инә башлаған улы Вилүрҙе лә үҙе менән бергә алды.
Өй төҙөр өсөн бүлеп бирелгән ерҙе кәртәләр өсөн, һайғау әҙерләргә кәрәк була. Кистән үк атаһы әйберҙәрҙе әҙерләп ҡуйҙы. Үҙе эшләп йөрөгән ағас әҙерләү артеленән ат һорап алып торҙо. Ул ат егеп алып ҡайтҡанда, әле яҡшылап яҡтырып та етмәгән ине әле. Ҡайтып инеү менән, улын уятты. Әсәйҙәре әҙерләгән иртәнге сәйҙе һәләт кенә эсеп алдылар ҙа, урманға ҡарай ҡуҙғалдылар.
Арбаға сығып ултырып,ҡапҡа төбөнән ҡуҙғалыу менән, атаһы ишетелер – ишетелмәҫ кенә итеп йыр һуҙып ебәрҙе. Тауышы моңло. Үҙенең яратҡан йыры - башҡорт халыҡ йыры “Уйыл” ине. Был йыр - ҡартатаһының яратҡан йыры булған икәнен белә Вилүр. Атаһының ул турала балаларына һөйләгәне лә бар. Атаһының йырлағанын тыңларға ярата ул. Ул ҡурайҙа ла оҫта уйнай. “Ҡурайҙа уйнау борон – борондан, быуындан быуынға килә. Ҡурайҙа уйнамаған кеше башҡорт түгел инде,” – тип ҡабатларға ярата атаһы һәр ваҡыт. Атаһының ағайҙары ла ҡурайҙа уйнау оҫталыҡтары менән тирә - йүнгә танылған булған. Әле Вилүр ҙә тырышып – тырмашып, ҡурайҙа һыҙғыртырға өйрәнеп йөрөй. Килеп сыға былай.
Бына ауыл урамын үттеләр ҙә, юл текә тау башынан аҫҡа табан йүнәлде. Һарҡыуға табан атаһы аттың теҙгенен тартып тотоп, артыҡ ныҡ сабырға юл ҡуймай, шәп кенә итеп, туғайға килеп төштөләр. Туғайҙы үткәс, Ҡуһа исемле бәләкәй генә йылғаны аша сыҡтылар. Йыр тыңлап килеп, һыу буйына килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды ул.
Был йылға тураһында атаһы һөйләгән ине уға.”Ҡуһа” тигән бер үлән була икән. Ул тик торғон һыу ятҡан ерҙә үҫә. Элек уның һабағынан төрлө кәрәк – яраҡ үреп эшләгәндәр. Бик матур килеп сыға икән. Ошо йылға үҙәнендә шул үлән күп үҫкәнлектән, шул исем менән был йылғаны атағандар ҙа инде. Үтә күренеп, сылтырап ағып ятҡан һай ғына Ҡуһа кисеүен буйраҡландырып, шаптыр ҙа шоптор кисеп үттеләр. Йылғаны сыҡҡас та, ағымдың аҫҡы яғында Йәрмәт шишмәһе йылғаға килеп ҡушыла. Ошо тамаҡтан әҙ генә өҫтә бәләкәйерәк кенә бер уба бар. Атаһы улына шул түбәсеккә эйәге менән күрһәтеп(ғәҙәттә, зыяратҡа бармаҡ менән төртөп түгел, эйәк менән күрһәтәләр бит):
-Улым, ошо бәләкәй убаны хәтереңдә тот. Был тирәгә килергә тура килһә, яҡын барма, ул – ҡәберлек. 1921 йылғы аслыҡ осоронда ауыл халҡы аслыҡ арҡаһында күпләп үлгән. Үҙе лә аслыҡтан хәлһеҙләнгән ауыл халҡы, кешеләрҙе күмеп өлгөрә алмағас, ҡыш буйы бер һарайҙа йыйғандар. Яҙ етеп, ер ирегәс, барыһын бергә ошонда ерләгәндәр.
Малайға ҡапыл ғына шомло булып, тәне буйлап ҡурҡыу ҡатыш дерелдәү үтеп китте һәм ул атаһына шылып, яҡынлабыраҡ күсеп ултырҙы.
Урман тын, әле ҡоштар уянып бөтмәгәндәр. Ағастар яңы бөрөгә тулыша башлаған. Япраҡ ярмағанлыҡтан, әле урман шыҡһыҙ, ҡара шаршау кеүек булып күренә. Тау яғалап үткән ат юлынан шишмә буйлап өҫкә күтәрелделәр. Килгән юлдан улар артыҡ тапалмаған урман юлына боролоп, әлеге шишмә кисеүенә төштөләр. Арба тәгәрмәсе яртылаш тигәндәй, батҡаҡҡа батты. Атаһы:
-Мә, теҙген, ныҡ тот, төшмә, ныҡ ултыр, – тип, үҙе етеҙ генә арбанан арғы ярға һикереп сыҡты ла ауыҙлығынан тотоп, әйҙүкләп, атты дәртләндерҙе. Ерәнсәй еңеләйеп ҡалған арбаһын бер-ике ынтылыуҙа һөйрәп сығарҙы.
-Дәәә, улым, кире ҡайтҡанда был юлдан йөк менән сығып булмаҫмы икән? Ярай, берәй нәмә уйлап табырға тура килер. Башҡа юл юҡ бит инде был деләнкәгә.
Артабан урмандағы берләм юлдан ҡуйы урман аша тауға күтәрелделәр. Атаһы, юлһыҙ ерҙән йәнәш, арбаға тотоноп атланы.
-Беләһеңме, улым, барлыҡ ҡоштарҙы урманда “ҡурпысыҡ” исемле ҡош уята бит. Уны “урман әтәсе”, тип, йөрөтә халыҡ. Ул барлыҡ ҡоштарҙан да, йәнлектәрҙән дә алда иң иртә тора һәм иң һуңғы булып төнәй. Шундай уңған ҡош ул. Беҙҙең әсәйебеҙ кеүек. Ул да бит алда тора, иң аҙаҡ ҡына йоҡларға ята.
“Ысынлап та, шулай шул,” - тип уйланы эстән генә Вилүр.
-Атай, һин уны күргәнең бармы? Ниндәйерәк ул ҡош?
- Бар. Бик матур ҡош. Уның башында таж кеүек, төрлө төҫтәге өрпәкәйе лә бар. Үҙенең ҡаурыйҙары ла төрлө төҫтә. Турғайҙан ҙурыраҡ, күгәрсендән бәләкәйерәк ҡош ул.
- Эх, күрергә ине шул ҡошто... - тине улы.
- Ул ояһын урманда, ағас ҡыуышлығында ҡора. Ауыл тирәһендә һирәк кенә осрай. Һунарҙа йөрөгәндә осратҡан инем мин уны. Тпрррууу! Бына килеп тә еттек. Әйҙә, улым, мин һиңә һайғауҙы нисек ҡырҡырға өйрәтәм. Ғәҙәттә, ошолай урмандың ҡуйы үҫкән еренән, һайлап ҡына, һирәкләтеп, кәрәкле йыуанлыҡта, оҙонлоҡта ҡырҡырға кәрәк.
Ул атты бороп, юлһыҙ ерҙә тау яғалап, ҡуйы булып үҫкән ваҡ ҡарағайлыҡҡа туҡтатты. Атаһы атының ауыҙлығын ысҡындырып, теҙгененән бер йыуан ағасҡа бәйләне лә үләнгә ҡушты. Ат ынтылып – ынтылып, йәш үләнде ҡыртылдатып, ашарға тотондо.
Атаһы арбанан балтаһын алды.
- Улым, һин ҡул бысҡыһын ал. Мин йәш ҡарағайҙарға балта менән билдә ҡуйып барам, һин шул билдә һалған ағастарҙы быса башла. Өс бағана араһын тоташтырыуға етергә тейеш һайғауҙың оҙонлоғо, - тип, ағастарҙы һайлап, билдә һала башланы. Бөтәһе нисә һайғау кәрәген Вилүр иҫәпләп сыҡҡан ине.
Улар эш башланылар. Атаһы һайлап, ағастарға билдә һала - һала, урман араһына инеп китте. Уны күҙҙән юғалтмаҫҡа тырышып, малай тәүге ағасты быса башланы. Ҡарағай бейек кенә. Бик үк еңел эш түгел икән дә баһа! Әйтеүе генә анһат – быс! Эйелеп, ағасты мөмкин тиклем ергә яҡын ерҙән бысырға кәрәк. Уның төп яғы ҡәҙимге генә йыуан килеп сыға. Бына берәүҙе бысып бөттө лә ҡолатырға тырышты, тик уныһы ҡоларға ашыҡманы. Ни өсөн тигәндә, уны аҙағына тиклем бысып бөтә алманы: бысҡы ҡыҫылды, уны тартып алып булмай, ни бысып булмай, ни ағасты этеп тә ҡолатып булмай: бына аптыраҡ. Шулай байтаҡ аҙапланғас, ул икенсе балта барын иҫенә төшөрөп, арбанан барып алды ла, бысып бөтөлмәгән өлөштө тумыра башланы. “Тырышҡан – тапҡан,ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан,” ти бит әсәһе һәр саҡ. Тырыша торғас, йыҡты бит тәүге ағасын.
Артабан эштең яйына төшөнә башланы. Ағасын бысҡыһы ҡыҫылғансы еткермәй, тығыҙлана башлаһа, икенсе ситенән быса. Шулайтып уратып ситенән бысып сыға ла, этеп ауҙара. Атаһы эргәһенә килгәнсе бер – нисә ағас йығып өлгөрҙө. Атаһы балта менән ботаҡтарын ботап, һайғауҙарҙы бер ергә өйә башланы. Ул килеү менән эш йылдам ғына ырап китте. Байтаҡ ҡына эшләгәс, атаһы улын тамаҡ ялғап алырға саҡырҙы. Арбанан ҡырға йөрөтә торған сумканан алып, әсәйҙәре һалып ебәргән шешәгә һалынған һөттө икмәккә ҡушып, ашап алдылар. Ифрат тәмле булды был “тамаҡ ялғау” тигәне атаһының.
Тамаҡ ялғаған ваҡытта Вилүр атаһынан үҙенең күптән түгел клубта ҡараған һуғыш осоро тураһындағы “Өс танкист” киноһын ҡарауы тураһында һөйләне лә:
-Атай, һин дә һуғышта булғанһың. Нимесләр ысынлап та, шулай ҡурҡыныс кешеләр инеме? - тип һорап ҡуйҙы. Балалары күпме һораһа ла, ул һуғыш тураһында бер ҙә һөйләмәй. ”Күрмәгәнгә – күрһәтмәһен, күргәнгә – түҙем бирһен!” тип ҡабатлар ҙа ҡуйыр ине. Әле нисектер, әллә тырышып эшләп йөрөгән улын йәлләп киттеме:
-Эй, улым, һуғышты кинола ғына ҡарарға тура килһен инде, беҙҙең быуын кешеләренең үҙәгенә үтте бит ул. Үҙең дә беләһең: ошо ауылдан 100 - ҙән ашыу кеше китеп, яртыһынан күбе ятып ҡалды яу ҡырында, ә ҡайтҡандарҙың бит күбеһе йә сатан да йә сулаҡ, һаулыҡтары юғалған, зәғиф. Мин 1937 йылда Совет Армияһына саҡырылдым. Ҡорҙаштарым Теләүсин Мөхәммәт, Тулыбаев Фәйзрахман менән киттек. Бергәләшеп, Заполярьела хеҙмәт иттек. Унда сикте һаҡларға тура килде.
Германия менән һуғыш башланғас, беҙҙе - тулы хәрби әҙерлек үткән һалдаттарҙы, фронтҡа ташланылар. Миңә һуғыштың башынан аҙағына тиклем НКВД – ның кавалерия сафтарында һуғыш юлын үтергә тура килде.
9 йыл үткәндән һуң ғына, 1946 йылда тыуған яҡтарыма әйләнеп ҡайтырға насип булды.
Һөйләгәндәренән бер-ике эпизод ҡына ла Вилүрҙең хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы:
-Беҙҙең быуын күргәнде бер кемгә лә, бер ҡасан да күрергә яҙмаһын, - тине ул. - Фашистар менән ҡаты – ҡаты бәрелештәр булып тора. Фронт һыҙығының ике яғында дошман менән ҡапма – ҡаршы ятабыҙ. Һыуға ҡытлыҡ. Улар ҙа, беҙ ҙә бер ҡоҙоҡтан һыу алып эсәбеҙ. Дошман күп ваҡыт һыуға беҙҙе яҡын да ебәрмәй. Йә булмаһа, һыуға ағыу ташлап китә. Беҙ һыу ағыулымы – түгелме икәнен белер өсөн, аттарға эсереп ҡарайбыҙ. Ағыулы булһа, улар эсмәй торған ине.
Бер көндө, байтаҡ һыуһыҙ интеккәс, биш яугир киттек һыуға, барһаҡ тегендә ете дошман һалдаты һыу алып тора. Беҙгә һыуһыҙ ҡайтырға ярамай. Улар күпселек булһа ла, аттарыбыҙҙы йығып һалып (улар шулай өйрәтелгәндәр ине), арттарына ышыҡланып ятып, тегеләргә ата башланыҡ. Иң һуңғыһын мин аттым. Ул бик ҙур кәүҙәле, оҙон бер немец ине. Үлгәндә лә һаман винтовкаһына ҡулын һүҙып, ынтылып ятып үлде. Беҙ, заданиены уңышлы үтәп, часҡа барыбыҙ ҙа теүәл ҡайтып индек.
...Икенсе юлы урманда урынлашҡан дошман базаһын баҫып алдыҡ. Беҙҙең ҡорал бик шәптән түгел. Уларҙың танк, минометтары, өс орудиеһы бар. Базаны баҫып алдыҡ алыуын. Минең менән бергә йәш кенә грузин һалдаты ла бар ине. Блиндаждарына төшһәк, өҫтәлдә түңәрәк ҡара икмәк ята. Инеү менән, теге грузин һалдаты икмәкте тотоп алды. Мин уға:
- Теймә, ярамай... – тинем. Сөнки беҙгә дошманды баҫып алған ерҙә бер нәмәгә лә тейергә ҡушмайҙар. Шулай уҡ ырым да бар: дошман әйберен алыу яҡшыға килтермәй.
Беҙ бынан артабан киттек. Блиндаждан сығып, алыҫ та китмәнек, беҙҙең артыбыҙҙан минометтан ут яуҙыра башланылар.
Артыма әйләнеп ҡарағанда, теге һалдат, ҡулына икмәген тотҡан килеш, йүгереп килә ине. Икенсегә әйләнеп ҡараһам, ҡулынан икмәге төштө лә алдынан тәгәрәп китте, уның артынса башы тәгәрәй. Аптырап, уға ҡараным: тегенең башы юҡ... Бер - нисә аҙым йүгереп барҙы ла ҡоланы... Шул һалдат гел күҙ алдымда тик тора...
Әллә нисек был юлы һөйләне әле. Әҙ булһа ла ял итһен, тинеме икән...
-Ярай, улым, “күп һүҙ – юҡ һүҙ” ти торғайны Әбелхәйер ҡартатайың, әйҙә, эш менән булайыҡ. Ҡараңғы төшмәҫ элек, ҡайтып етеп, атты тапшырырға кәрәк артелгә. Етмәһә, кисеүҙе рәтләмәйенсә, үтеп булмаҫ. Уға ла ваҡыт кәрәк бит.
...Шулай эш барышында атаһы күп кенә нәмәләр тураһында һөйләр, йә эштең рәтен яйлап аңлатыр булды. Вилүр үҙе лә ҡыҙыҡһынып, һорауҙар бирергә ярата, һәр нәмәне төпсөп һорап, төбөнә төшмәйенсә туҡтамай.
Артабан, шым ғына йөрөп, һәр кем үҙ эше менән булды. Вилүр ҙә тора-бара, оһолланып алды. Бысҡыһы ла хәҙер ҡыҫылып аптыратмай, атаһы нисек эшләргә - эштең яйын күрһәтеп биргәнлектән, икәүләшеп, бик тиҙ эшләнеләр. Ҡырҡҡан һайғауҙарын тейәгәндәр ине, ул бер йөк булды. Унда ултырып ҡайтыу мөмкин түгел.
Арыһалар ҙа, йәйәүләп ҡайтырға сыҡтылар. Теге шишмә кисеүенә ҡолаған серек ағастар ташып һалып, арба тәгәрмәстәре батмаҫлыҡ итеп күпер эшләнеләр. Ысынлап та, байтаҡ ҡына ваҡытты алды был эш. Улар өйҙәренә күҙ бәйләнеүгә генә ҡайтып инделәр.
Тик был һайғауҙар ғына етмәне. Уларға тағы ла бер – нисә тапҡыр килергә тура килде. Бағаналарҙы ла ошо ерҙән әҙерләп алдылар. Бергә йөрөп эшләгәндә, Вилүр атаһынан бик күп кенә нәмәләр тураһында һорашты. Эшкә лә өйрәнде. Һәр бер эштең үҙ яйы, рәте була икәнен белде. Бер нәмә лә ябай ғына түгел икән шул. Ул шуны аңланы: кеше тырышһа, бар нәмәгә лә өйрәнә ала икән.
Дауамы бар....