

Сирень Яҡупова
Мин ир-атһыҙ йортта үҫтем. Эйе, ирһеҙ ҙә, атһыҙ ҙа. Әсәйемдең ире, атайым, бик иртә донъя ҡуйған, ә атыбыҙ... Ирһеҙ йортта ҡайҙан булһын ти ул?! Ҡатын-ҡыҙ ат аҫыраймыни?! Ғөмүмән, уларҙы йәнәшә ҡуйыу ҙа сәйер. Ҡайһы бер ауылдаштарым шунда уҡ ҡаршы төшәләр. «Ә бригадир Вәсимә апа?!» Ысынлап та, ул «Васька апа»ны мин гел тарантаста йәки арбала ултырған килеш кенә хәтерләйем. Шуныһы бар: ғүметенең күп өлөшөн яҡшы айғырҙарҙа ғына елдергән әлеге апайыбыҙ ҡустыһы ғаиләһендә йәшәне. Тимәк, барыбер ирле йортта булып сыға. Атын
егеүсе, туғарыусы, һуғарыусы, дағалаусы, тышаусы ир булған йортта...
Ә мин ир-атһыҙ йортта үҫтем, тинем... Атайлыларға ситтән генә ҡыҙығып, атлыларҙан ситтән генә көнләшеп. Төшөмдә йыш ҡына үҙемде ат өҫтөндә йөрөгәнемде күрә инем. Юҡ, ҡайҙа йөрөү ти, саба инем, оса инем мин ат ялына йәбешеп! Ул хыялый ат ап-аҡ була торған ине, ялдары оҙон, йомшаҡ... Әллә һуң ул болот ҡына инеме икән? Кем белһен... Өнөмдә иһә атты ағайымдан ҡалған иҫке «сәпид» алыштырҙы. Оялсан ғына, сабыр ғына ҡыҙ баланы шул «велик» танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә лә ҡуя ине, биллаһи. Ул саҡта икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған һикәлтәле болон юлы, иркенлек булып тойолған һикәлтәле болон юлы, иркенлек, ҡаршы иҫкән йәйге ел — шунан да рәхәт миҙгелдең булыуы мөмкин түгелдер кеүек ине миңә!
Үҙем хәтерләгән беренсе китабым да ат тураһында булды. Юҡ, «Алмасыуар» түгел, һуңыраҡ уны ла уҡыным. Ә бына иң тәүгеһе «Ҡанатлы ат» ине.
Һуҡыр лампа яҡтыһында һандыҡ өҫтөндә аяғын бөкләп ултырып, әле етеһе лә тулмаған ҡыҙсыҡтың әсәһенә шиғри әкиәт уҡығанын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Уҡыу ғынамы, тылсым эсендә йәшәү ине ул! Шулай булмаһа, ҡаһарман егет, батша әмерен үтәп, ҡайнап торған һөтлө ҡаҙанға сумырға тейешле урынға еткәс, күҙ йәштәренә быуылып:
— Ҡалғанын уҡымайым! Уҡымайым! Ул хәҙер бешеп үләсәк бит! — тип илап ебәрмәҫ инем бит инде.
Әсәйем иларға ла, көлөргә лә белмәй:
— Тыныслан, ҡыҙым... Үлмәй ул егет, ҡанатлы аты ҡоттҡара, — тип бик озаҡ өгөтләгәс кенә, йәнә китапты асып уҡыуымды дауам итә алдым. Ҡоткарҙы бит тәки хужаһын ҡанатлы ат!
Әкиәттә генә түгел, ысын тормышта ла ат кеүек тоғро, сыҙам йән эйәһе бармы икән һуң ул?
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: аттарҙан бер аҙ шөрләй ҙә инем. Бәләкәй саҡтан атты һәр саҡ ситтән генә күҙәтеүҙе хуп күрҙем. Тыҡрыҡтамы, йә берәй ерҙә ат осраһа, ҡоймаға һыйынып, тын да алмай аттың үтеп киткәнен көтә инем. Үҫә төшкәс тә әле, атлылар арҡаһында, йылдың бер көнө минең өсөн урамға бөтөнләй сыҡмай торған көнгә әйләнә ине. Ул да булһа — Һабантуйға бүләк-һөлгөләр йыйған көн. Беҙҙең ауылда был боронғо матур йола яҙғы сәсеүгә сыҡҡансы, ер кипкәнсе башҡарыла ине. Көнө билдәләнгәс, ямғыр яуһынмы, аяҡ аҫты батҡаҡ булһынмы ― барыбер, ауылда күпме шәп ат бар, һәммәһен егет-малайҙар эйәрләй. Ауылыбыҙ ҙур, илле-алтмыш һыбайлы йыйыла. Аттары бейеп тора, ҡойроҡтары төйнәлгән, егеттәрҙең ҡулдарында сыбыртҡы, урам тулып гөрләп киләләр. Иҫ киткес тамаша! Тиҙҙән, әле түбәндәге урамда, әле өҫтәгеһендә, теге оста, был оста йыр аралаш: «Рәхмәт! Рәхмәт!» —тигән шатлыҡлы ауаздар яңғырай башлай. Көн уртаһына инде һөлгө-яулыҡтар бәйләгән ҡолғаны күтәрерлек түгел. Шул арала һыбайлылар төркемендәге егеттәрҙең берәм-берәм бер аҙға юғалып тороуы ла һиҙелә. Улар, бер-береһенә һиҙҙермәҫкә тырышып, дуҫ булып, күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙарҙың ҡапҡа төптәренә әйләнеп килә.
Билдәле инде, төркөмгә ҡабат ҡушылғанда, ат йүгәненә әллә күпме сиккән ҡулъяулыҡ елберләй. Ҡулъяулыҡ һаны буйынса егеттең ҡыҙҙар алдында тотҡан абруйы билдәләнгәнгә, ул көндө яңғыҙ атлыны осратмай күршегә лә инеү ауырлаша ине. Ҡапҡаны асыуың була, ер аҫтынан үҫеп сыҡҡандай, һыбайлы егет пәйҙә була. Ат өҫтөндә хан малайы ҡиәфәтендә ултырыусы, ауыҙы ҡолағына еткүн егеттең һүҙе бер генә:
— Ҡулъяулыҡ сиктеңме? Һөйөндөр мине лә, атымды ла!
Шул саҡ һин йә кеҫәңдән сығарып яулыҡ һуҙаһың, йә тиҙерәк өйөңә ҡасып инәһең инде. Һуңғыһы йышыраҡ була ине. Бөтәһенә лә ҡайҙан сигеп бөтөрәһең дә, ҡайҙан бүләк еткерәһең? Һыбайлының ғана түгел, аттың да һөмрөһө ҡойолғандай тойолһа ла, сер биреп торош юҡ, ике урамды бер итеп, ары китеп баралар.
Һинән булманы, башҡаларҙа табылыр, йәнәһе...
***
— Апай, нисек һуң Һабантуй? Күңелле булдымы? Һуңғы йылдарҙа ҡайта алмаған инегеҙ...
— Күңеллеһен күңелле лә... Әсәйең әйтмешләй, машина туйы быйыл. Етмәһә, минең дә аяҡтар... Ғүмеремдә беренсе тапҡыр машинала төштөм. Һиңә нисек?
— И-и, йыл һайын шул бит... Барыбер көтөлә инде. Рәмил ағайым молодец, эйеме! Герҙарҙы уйнатты ғына. Көс үҙендә! Бүләге лә шәп —микроволновка!
— Эйе, булдырҙы энекәш! Хөббәт бабабыҙ тирә-яҡҡа бер батыр булған, тиҙәр. Атайың да йәш сағында бил бирмәҫ егет ине. Һин дә, бер аҙ үҫкәс, көсөңдө һынап ҡарарһың әле, шулаймы?
— Белмәйем...
— Дөрөҫ әйтәһең, Айҙар, алға килмәй белеп булмай. Бына бөгөн дә... Кем уйлаған... кем уйлаған беҙҙең мишәр ирҙәрен бөтөн мир алдында көйәнтә-биҙрә менән йүгерер заман етер, тип.
— Ҡыҙыҡ бит!
— Һеҙгә шул ҡыҙыҡ ҡына булһын! Ә ысынында оят! Ер тишегенә инеп китерлек оят... Һыулы биҙрәләрен мөлдөрәмә тултырып, йәшел хәтфә үләнде йырып, ҡыҙҙар, йәш килендәр ярышырға тейеш... Ирҙәрҙең урыны — көрәш майҙаны, егеттәрҙең...
— Теге яңғыҙ ат вәт йәл булды, эйеме, апай?
— Ат түгел, үҙебеҙ йәл, ҡустым. Шундай ҙур ауылдан ни бары бер ат, тиң, ә?
— Ат хужаһы бүләкте былай ғына алырға тәки риза булманы...
— Шулай... Ҡасандыр үҙе лә сабыштарҙа беренселекте бирмәгән Зәкир ағайҙың эйәргә ултырған егеткә әйткән һүҙҙәрен үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем.
«Бүстрәй шишмәһенә тиклем барып ет, кире ҡайтҡанда, атты бар көсөнә ҡыу! Алданылар тип рәнйемәһен. Һабантуйҙы көтөп алды Ерәнкәй...» Ҡысҡырып илағы килде.
— Меҫкен ат, сабып килгәс, майҙанға ла инмәне бит...
— Бүләктәрҙе, яулыҡтарҙы хужаның үҙенә генә тотторҙолар. Бер әбей һуңғы килгән атҡа тип ярты тоҡ һолоһона тиклем алып сыҡҡан...
— Зато, бер үҙе булғас, бөтә приз Ерәнгә эләкте! Шатлыҡтанмы икән, ергә ятып, оҙаҡ ҡына аунаны ла әле ул!
— Ергә ятып илауы булғандыр уның, ҡустым... Хужаһы артынан башын эйеп атлаған аттың, рәт-рәт теҙелгән «иномаркалар» араһынан көскә үтеп, ҡайтыу юлына боролғанын күреп, күптәрҙең йөрәге әрнегәндер. Бәлки... Күреүсе лә булмағандыр. Әртистәр йырлай ине...
***
Мин ир-атһыҙ йортта үҫтем. Ир-атһыҙ илдә үҫкәндәр ҡыҙғаныс...