Әҙәби бит
22 Ноябрь 2022, 07:35

Әсә йөрәге(дауамы)

Хәйер, бәлки насар бейем дә булмаҫ ине лә бит! Тик Гүзәлиә үҙе килен булып төшкән көндәрен берҙә генә онотмай! Тимерйән оҙатып алып ҡайтҡас, бейеме ваҡ-төйәккә лә бәйләнер ине. Сипарат айыртһа “ҡаймаҡ шыйыҡ, һыйырҙың һөтө әҙ булһа - яҡшылап ашатмағанһың, иҙәнде соҡоп, еренә еткереп йыумағанһың!..”- тигән кеүегерәк һүҙҙәрҙе табып ҡына тора ине. Кем белә? “Килен ҡәйнәнең усағынан ярала!”- тиҙәр бит. Бәлки, Сәбилә күсеп килһә, насар яҡтарын күреп, өйрәтә башлар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әсә йөрәге (дауамы)

Рәхимә Вәлиуллина

-Әллә инде һәләк булырыңды белеп, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, бала яһап йөрөгәнһең икән дә! Ә мин ышанған инем һиңә! Бер күреүҙә яратҡан инем бит! Шуға ла ҡаршы тора алмағанмындыр инде! Мине генә түгел, күпме шулай ауыл ҡыҙҙарын алдап йөрөнөң Шәйәхмәт? Һаман күҙ алдымда, һин мине оҙата сыҡҡас, Тимерйәндең дуҫты Заһир ҙа беҙҙең арттан сығып мине саҡырып алды. “Һин ышанма Шәйәхмәткә! Ҡыҙҙарҙы алдап ҡына йөрөй ул!-тигәс, үҙ-үҙемә ышанып, көлөп кенә ҡуйғайным.
Хәҙер ҙә аңлай алмайым ул төндө нимә булғанын! Һинең ҡыҫып ҡосаҡлап, шашып үбеүең: “Ошоға тиклем бер ҡыҙҙы ла яратмай йөрөнөм! Һине күреү менән шаша яҙҙым! Һинең кеүек сибәр ҡыҙҙы осратҡаным юҡ ине! Мин һине бер кемгә лә бирмәйем!! Яратам!”-тип ҡолағыма ҡайнар шыбырлауың иҫертте. Был минуттарҙа иң бәхетле, иң сибәр ҡыҙ булыуыма тамам ышанып, иркәләп, шашып үбеүеңә ҡаршы тора алмаған инем шул! Беҙҙең ауылда, өс көн урынына ун көн йәшәп, көн һайын осрашып йөрөүебеҙҙе белгәс апайың һине ҡыуып тигәндәй ебәргәнен әле мин белмәгән инем ул ваҡыттарҙа! Һинең миңә бер һүҙ әйтмәйенсә китеп барыуың, апайың ауыр һүҙҙәр яуҙырғас, йәнем көйөп, артымдан бер иле ҡалмай йөрөгән Тимерйәндән: “Ысын мине яратаһыңмы?”-тип һораным. Аптырап ҡалған Тимерйән нимә тип әйтергә белмәй:
“Эйе!”- тип кенә яуап бирҙе. Яратҡас, нишләп минең арттан кәзә тәкәһе кеүек эйәреп йөрөйһөң? Өйләндә ҡуй!-тигәйнем.
Гүзәлиә ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы ла тағы уйға батты. Эйе.
Икенсе көндө күрше ауылдан Тимерйәндең ата-әсәһенән яусы килеп төштө. Егетте тик яҡшы яҡтан ғына белгән Гүзәлиәнең ата-әсәһе ризалығын биреп, өс көндән һуң никах уҡытып, элекке башҡорт йолаһы менән ҡыҙ ҡушып, иртәгеһен ҡыҙ менән кейәүгә мунса яғып, кейәү менән киленгә ҡунаҡ күрһәтеп, ауылды гөр китереп ҡыҙыл туй яһанылар.
Тимерйән йәш ҡатынын үҙ ауылына оҙатып алып ҡайтты. Бер айҙа үтмәне, Гүзәлиә үҙенең ауырлы икәнен аңланы.
Бер-нисә айҙан, Гүзәлиәнең тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайттылар. Шул саҡ Шәкирә апай:
-Һин оҙатылып киткән көндө, Шәйәхмәт килде. Беренсе һүҙе һинең турала булды. Һинең кейәүгә сыҡҡаныңды әйткәс, әллә нишләне лә ҡуйҙы. Бер һүҙ һөйләшмәй, тәмәкеһен йомарлап бәрҙе лә, сығыпт китте. Әллә ысынтылап яратҡан инде ул һине? Уның бит Өфөлә йөрөгән ҡыҙы бар ине. Шуға “алданып ҡуймаһын!”- тип кенә арағыҙға төшкән инем. Һиндә инде, кейәүгә сығып китә һалдың! -тигәс, Гүзәлиә шундай нәфрәт Шәкирә апайға ҡараны.
-Күрә алмайым!-тине лә, йүгереп өйгә ҡайтты. Бер кем күрмәһен өсөн һарай башындағы бесәнлеккә менеп, туйғансы иланы. Бер аҙҙан йоҡлап киткәнен үҙе лә һиҙмәне.
Төшөндә, Шәйәхмәт менән ат арбаһына ултырып, тауға менәләр имеш. Тау башында Шәйәхмәт уға ниндәйҙер бүләк тотторҙо ла: “Иҫтәлек итеп һаҡла, бер кемгә лә күрһәтмә!” -тип, үҙе ҡайҙалыр, әйләнеп тә ҡарамай китте лә барҙы. Гүзәлиәгә имеш был бүләк шул тиклем ҡәҙерле икән! Ул уны йөрәгенә ҡыҫып уянып киткәйне...
“Бына хәҙер улына нисек әйтергә? Тимерйән бәлки һиҙенгәндер, тик ул баланың үҙенән түгеллеген бер ҡасан да белдертмәне. Тимербулатты яратып, иркәләп үҫтерҙе. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне. Ярата ине ул мине! Ышанаһыңмы? Ҡыҙ булмағас, Тимерйән минән ул төндө: “ Бер нимә лә һөйләргә теләмәйһеңме?”-тип һораны. “Һин һорама, мин әйтмәйем! Мыҫҡыллап ҡыуып сығарһаң да үпкәләмәйем!”-тигән инем. Башҡа ысынтылап һораманы. Мин уға өйрәндемме, яраттыммы? Хәҙергә тиклем үҙем дә аңламайым. Юҡ мин уға һәр саҡ үҙемде бурыслы һанап, уның ыңғайына торҙом. Килен булып төшкәс тә, ҡайным менән ҡәйнәмә хеҙмәт иттем. Тимерйәнде Себер генә боҙҙо. Ул мине ташлап сығып киткәс бик ауыр булды, ләкин үҙ хатамды аңлап, уға үпкәләмәнем.
Ул мине ҡасандыр ғәфү иткән кеүек, мин дә уны ғәфү иттем!
Ҡайным менән ҡәйнәмдең нигеҙен ташламай, әсә-атаһы янына ҡайтыр тип уйлаған инем дә! Ҡайтманы! Ҡайным менән ҡәйнәм мине һуңғы һулыштарына тиклем үҙ балалары итеп ҡабул иттеләр. Мин үҙем дә, "Тимербулат Тимерйәндең улылыр, яңғылышҡанмындыр!"-тигән уйҙар килә ине башыма. Хәйер миңә шулай уйлау еңелерәк ине! Күрәһең, "беҙ ҡапсыҡта ятмай"- тигәндәре дөрөҫ! Хәҙер нимә тип яуап бирәйем икән улыма?
Аллаһы Тәғәләм, тура юл күрһәт миңә! Нишләргә? Кемгә һөйләп, кемдән кәңәш һорайым? Эй Раббым! Рәхмәтең менән миңә бала бирҙең! Улыма күркәм тәрбиә бирер өсөн, ғүмеремдең иң ауыр саҡтарында ла, яҡшы әсәй булырға насип иттең! Иремә, уның ата-әсәһенә ҡарата йөрәгемде шәфҡәт, мәрхәмәт, миһырбанлыҡ менән тултырҙың! Инде хәҙерге көндә изге ғәмәлдәр ҡылырлык, бер ҡасан да кеше күңелдәрен рәнйетмәҫлек, әрләмәҫлек, сабырлыҡ һәм рухи көс бирҙең! Аҡыл менән иман бирҙең! Раббым, минең улҡайымдан һәм минән риза бул!ып, улымды һуғыштан иҫән-һау көтөп алырлыҡ сабырлығыңды ла бир! Күңел ғазаптарынан ҡотҡар! Юл күрһәт миңә!
Гүзәлиә, шулай үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ултыра бирҙе.
Кемдер кинәт кенә ишек шаҡыған кеүек булды. Гүзәлиә һиҫкәнеп, ишеккә төбәлде.
-Гүзәлиә апай! Нимә булды һеҙгә? Тимербулат әле генә миңә шылтыратты. “Әсәйем, телефонын алмай!, Зинһар барып ҡына кил әле! Әллә берәй хәл булғанмы?”- тигәс, ауырыуҙарҙы ташлап, һеҙҙең янға йүгерҙем. -тине лә, Гүзәлиәнең яуап биреүен дә көтмәй, Тимербулатҡа шылтыратты ла, телефонын Гүзәлиәгә бирҙе.
-Белмәйем, телефоным эшләмәнә лә ҡуйҙы. Зарядкаһы бөткәндер ахры!- тип әйтеп бөтөрмәне, Сәбилә, эргәһендә ятҡа телефонды алып зарядкаға тыҡты ла аптырап:
-Телефоның тулы ул! -тип һораулы ҡарашын Гүзәлиәгә борҙо. Гүзәлиә уға нисектер сәйерерәк тойолдо. Башҡа һорау бирмәҫкә булыып, Хантимерҙе һөйләй башланы.
-Һеҙҙең янға килеп йөрөй башлағаны бирле, баҡсанан сығыу менән:
"Ҡәрсәйемә барам!"-ти ҙә тора. Әле үҙенең тәрбиәсеһенә: “ Ә минең матур ҡәрсәйем бар! Ҡәрсәйем миңә оҡшаған!” -тип әйтә икән. Һеҙ, уның менән бергәләп эшләгән уйынсыҡтарҙы көн һайын баҡсаға алып бара! -тип, һөйләй башлағас, Гүзәлиә асылып киткәндәй булды. Сәбиә икенсе аҙна бер өс көнгә ял алып, шишәмбе көн Тимербулат янына барып ҡайтырға уйлауын әйткәс, Гүзәлиә ҡыуанып:
-Мин дә һинең менән барыр инем дә килен! Тик, Хантимерҙе бер кемгә лә ҡалдырғым килмәй! Тик белеп ҡуй, шишәмбе көндәрендә кер йыуырға, юлға сығырға, ҡыҫҡаһы оло эш башҡарырға ярамай!-тип әйтә торған ине әсәйем мәрхүмә. Үҙеңдең ялың етер алда сыҡһаң, бәлки оҙағыраҡ та йөрөрһөң. Мин һиңә бер танышымдың адресын бирермен дә, уға инеп, бәлки ваҡыты булғанда Тимербулат янына барып йөрөр. Ярар, тыныслап матур итеп йөрөп ҡайт! Үҙемдең ҡулдарым менән бетеү яҙырмын. Теләктәр теләп муйнына таҡ йәме! Әсә доғалары һаҡлап йөрөтһөн балаҡайымды!- тип, ауыр уйҙарынан айнып, телефон аша улы менән һөйләшкәс, йөрәге тамам тынысланды. Әсәһен аңлаған кеүек Тимербулат та, башҡа Сәйдәхмәт тураһында һөйләмәне.

Сәбилә, Тимербулат янында бер аҙна йөрөп ҡайтты.
Уның ҡайтыуын Гүзәлиә ике күҙе менән зарығып көтһә лә: “Тиҙерәк ҡайт!” -тип өндәшмәне. Хәйер нисек өндәшһен инде, улы менән килене Ҡазанда никах уҡытып, әле улай ғына түгел, үҙҙәренең полкында. туй яһап, загста ла яҙылышҡандар. Был турала Гүзәлиәгә әйтеп тә тормай, сюрприз яһанылар. Телефон шылтыраған һайын Хантимер генә:
-Әсәй, атайым менән икәүләп ҡайтығыҙ! Икегеҙҙе лә һағындым! -тип уларҙы саҡырып аптыратты. Сәбилә:
-Өс көндән ҡайтам!- тигәс Хантимер :
-Бармағың менән күрһәт!- тип көлдөрөп тә алды.
Тимербулат киткәндә, "һалдаттарға төймәле телефон ғына йөрөтөргә ҡушалар икән!"- тигәс, Тимербулат әсәһенең телефонын алып, үҙенең "айфон" телефонын ҡалдырған ине. Гүзәлиә ул телефонды ҡуллана ла белмәй, кәрәк мәйҙә! Шул төймәле телефонға өйрәнгән бит инде.! "Ҡайтҡас үҙенә кәрәк булыр әле!"- тигән уй мненән арзан ғына төймәле телефон һатып алғайны.
Ҡазанға киткәндә Сәбилә, Тимербулаттың телефонын нисек ҡулланырға өйрәтте лә, көн һайын, кис менән рәхәтләнеп, улы менән килененә ҡарап, һөйләшеп ултырҙылар.
Әле бер көндө кис менән Сәйдәхмәт менән дә һөйләште. Ул кисте бик ҡыҙыҡ иттеләр Гүзәлиәне! Сәбилә менән Сәйдәхмәт өҫтәл янына йәнәш ултырғандар ҙа:
-Шәпме әсәй!-тип өндәште Сәйдәхмәт. Тик алдап буламы ни ул әсә йөрәген! Маңлай күҙе һуҡыр булһа ла, еҫенән, тын алышынан таный балаһын! Гүзәлиә оҙаҡ ҡына өндәшмәй ҡарап ултырҙы ла:
-Оҡшашҡанһығыҙ шул!”-тип ҡуйҙы. Сәйдәхмәт бик асыҡ егет булып сыҡты.
-Ысынтылап һеҙ минең әсәйемдер ул! Мин бит йәтимдәр йортонда үҫтем. Юҡ! Көлөп кенә әйтеүем! Һеҙҙең кеүек әсәй, балаһын ташлай буламы һуң инде! Һеҙҙең турала Тимербулат ғәжәйеп матур иҫтәлектәр һөйләгәс, хатта көнләшеп тә ҡуйҙым. Бәхетле һеҙҙең улығыҙ! Әсәһе, ҡатыны, улы бар! Атаһы ла иҫән! Ә бына миңә тормошта бик күп кисерергә тура килде. Йәшем тулмаҫ борон уҡ йәтимдәр йортона биргәндәр. Үҙ-үҙемде иҫләй башлағаны бирле, әсәйемде көттөм. Ысынтылап килде ул минең яныма! Тик мине алырға түгел! "Тәрбиәселәреңде аптыратма, әсәй таптырып! Һиңә түгел, минең үҙемә лә йәшәргә урыным юҡ" -тине. Шулай тиһә лә, һирәкләп булһа ла килә ине яныма. Күп кенә балаларҙы аҫырауға алалар. Мине лә алырға теләгән ғаиләләр булды. Тик мин үҙ әсәйемдең килеп алырын көттөм. Шулай көтөп, унды тамамлап сыҡҡас, хөкүмәт миңә фатир бирҙе. Мине үҫтерергә теләмәһә лә, доньяға килтереп. тормош бүләк иткән әсәйемә фатирымды ҡалдырған инем. Ә хәҙер ҡустымды тапҡас, туй бүләге итеп, ҡустыма яҙҙырырға булған инем . Тимербулат миңә ҡарағанда ла аҡыллыраҡ булып сыҡты. “Миңә ағай бүләк иткән, Зарифа апайға меңдән- мең рәхмәт! Башҡа ул һүҙ ауыҙыңдан сыҡһа, мин һиңә үпкәләйем!”-тип яуап бирҙе. Бына шулай әсәй! Һуғыш бөткәс мин һеҙгә киләсәкмен! Беҙ, Тимербулат менән һуғышта ла айырылышмаҫҡа һүҙ бирештек! Мин унан өс айға оло булғас, ул миңә “ағай!”-тип өндәшә. Мин уға “ҡустым!”- тип өндәшәм. Һеҙгә лә “әсәй”- тип әйтермен яраймы! Так что хәҙер һеҙҙең ике улығыҙ бар! -тип әйтеп бөтөрмәне, Тимербулат Сәбилә менән Сәйдәхмәт араһына баҫып:
-Күрҙеңме әсәй! Һуғыштың да бер һәйбәт яғы бар икән! Һуғышҡа алмаһалар ғүмер буйы, ҡайҙалыр минең ағайым барлығын белмәй йөрөр инем! -тине көлөп.
Тимербулат ябығып киткән кеүек булһа ла, берҙә генә төшөнкөлөккә бирелмәй, тағы бер яңылыҡ әйтте.
-Әсәй, беҙҙе ҡотлай алаһың! Кисә Сәбилә килгәс, миңә Ҡазанға увольнительный бирҙеләр. Сәбилә менән икәүләп урамдан китеп бара инек, мәсет манараһын күреп ҡалдым да, Сәбиләне етәкләп. ювилер кибетенә алып инеп, алтын балдаҡ алдым. Унан мәсеткә инеп, никах уҡытып сыҡтыҡ! Ҡайтҡас ҙур итеп туй яһарбыҙ йәме. Аҡса ебәрмә миңә! Мин һеҙгә үҙем ебәрәм. Кисә ярты айға аҡса күсерҙеләр. Миңә бында аҡса кәрәкмәй! Ашаталар, эсертәләр. Хатта араҡыһын да ҡуялар. Тик минең ағайым уҫал булып сыҡты әле ул! Үҙе лә эсмәй, миңә лә эсергә ҡушмай! Иртәнге намаҙын уҡый, миңә лә өйрәтә!-тине бәхетле йылмайып. Гүзәлиә нисек кенә ныҡ булырға тырышһа ла, илап ебәреүенән ҡурҡып, бер һүҙ өндәшмәй, башын ҡағып ултыра бирҙе. ...
Әле бына Сәбилә ҡайтҡас, үҙенең Зарифа исемле ҡатынды күреп, үҙен борсоған һорауҙарын бирәһе килде.
Тик уға оҙаҡ ҡына ҡалаға сығырға ваҡыты булманы. Сөнки туйға бик күп кенә аҡса бүләк иткәндәр икән иптәштәре. Шуға һалҡындар төшкәнсе, ҡапҡа ҡуйҙырып, өйҙөң башын ябырға булдылар.
Рәхмәт инде ауылдаштарына! Һәр береһе һуғышҡа киткән Тимербулатҡа, ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеләре килеп, ҙур итеп өмә яһанылар ҙа, ике көн эсендә ауылда бер тигән итеп ҡапҡа яһап, өйҙәренең башын сейә төҫлө тимер менән яптылар.
Ҡалған аҡсаға, яҙ көнө һарай йүнәтергә булып, кассаға һалып ҡуйҙылар.

Тик Сәбилә генә, һаман да шул әбейенә һылтанып, Гүзәлиә янына күсеп килергә ашыҡманы. Хәйер Гүзәлиә лә уны ашыҡтырманы. “Үҙ ҡыҙың булмағас, килендең һәр етешһеҙлеге күҙгә ташлана ла тора ул!-тип әйтә торған ине бейеме мәрхүмә. Ярар үҙ теләге менән күсеп килер әле!”-тигән уй менән башҡа ул турала һүҙ күтәрмәне.
Хәйер, бәлки насар бейем дә булмаҫ ине лә бит! Тик Гүзәлиә үҙе килен булып төшкән көндәрен берҙә генә онотмай! Тимерйән оҙатып алып ҡайтҡас, бейеме ваҡ -төйәккә лә бәйләнер ине. Сипарат айыртһа, “ҡаймаҡ шыйыҡ, һыйырҙың һөтө әҙ булһа, яҡшылап ашатмағанһың, иҙәнде соҡоп, еренә еткереп йыумағанһың!”- тигән кеүегерәк, һүҙҙәрҙе табып ҡына тора ине. Кем белә? “Килен ҡайнананың усағынан ярала!”- тиҙәр бит! Бәлки Сәбилә күсеп килһә, насар яҡтарын күреп, өйрәтә башлар? ...
Шулай булһа ла, Гүзәлиә килен булып төшкәс кенә күп нәмәләргә өйрәнде. Бейеменә асыу тотмай, уның өйрәткәндәрен алырға тырышты. Барыһы ла Гүзәлиә түгел бит! Сәбиләнең үҙ холҡо! Берҙә генә йомошаҡҡа оҡшамаған! Хәйер, хәҙергә һәйбәттә ул! Ял көндәре килеп, ярҙам итергә тырыша. Картуф алырға ла, сөгөлдөрҙө ҡаҙышырға ла килде. Хатта һыйыр һауырға ла килергә уйлағайны, тик һыйырының холҡон белеп, риза булманы. “Хантимергә һөт кәрәк! Әйҙә, һөтөн эсеп рәхәтләнһендәр!”- тип, Сәбиләгә кәзәһен биреп ебәрҙе.
Бер көндө Сәбилә килеп оҙаҡ ҡына ултырҙы ла:
-Бейем, нисек итеп әйтергә белмәй аптырап ултырам әле!- тине лә тынып ҡалды.
-Йә, әйтә башлағас әйт инде!-тине түҙемлеген юғалтҡан Гүзәлиә.
- Иртәгә Тимербулаттарҙың полкын Луганскигә ебәрәләр икән. Унда бик һуғыш бармай. Шул еңеп алған ҡалаларҙы һаҡларға ебәрәләр икән. . Тимербулат үҙе әйтергә ҡурҡа һиңә! “Тик шуныһы, аҙнаға бер мәртәбә генә шылтыратып була, мин шылтыратмаһам ҡурҡып тормаһын әсәйем Кем белә, ваҡытта булмаҫ бәлки,”- тип әйтергә ҡушты, -тине лә, үҙен ғәйепле һанағандай, башын түбән эйҙе...
Ошо көндөң ҡасан булһа ла килерен белгән Гүзәлиә, йөрәге сығып китерҙәй булып һуға башланы. Сәбилә уның ағарған йөҙөн күреп, үҙе менән килтергән, тынысландыра торған дарыуҙың уколын яһай һалды. Бер аҙ шулай ултырғас Гүзәлиә телгә килеп:
-Мин тиҙ генә теләк намаҙын уҡып алайым!-тип, тәһәрәт алып, намаҙға ултырҙы. Намаҙында сәждәгә китеп, оҙаҡлап ятыуын күргән Сәбилә ҡурҡып китте лә, бейемен күтәреп торғоҙорға булып, ултырған ултырғысынан һикереп тоҙо. Сәбилә уның янына барып та өлгөрмәне. Гүзәлиә, бер ни булмағандай, тороп баҫҡанын күргәс, ҡыуанып китте. Ысынтылап та намаҙҙан һуң тынысланып ҡалған Гүзәлиә:
-Мин ул көндөң килерен белеп, ул һүҙҙе ишетергә әҙерләнгән инем, тик шул тиклем ҡыйын булыр тип уйламаған инем. Әлдә генә янымда һин булдың да, йөрәгемдә Аллаһы Тәғәләм булды! Теләгән теләктәремде ҡабул итеп Аллаһы Тәғәләм, балаҡайым иҫән-һау ҡайтып, үҙ балаһын үҙе үҫтерһен ине! “Әгәр ғүмер буйы йыйған доньяңды таратып, аҙаҡ үҙең аслыҡтан этләнеп үлһәң, шул саҡта ғына балаң ҡайтыр!”- тиһәләр, барыһына ла риза булыр инем дә бит! Юҡ инде! Хәҙер намаҙ уҡып, улымдың тере ҡайтыуын теләргә генә ҡала. Барыһында Аллаһы Тәғәлә ҡулына тапшырҙыҡ!-тип, урынынан торҙо ла һүҙен дауам итте.
- Әйҙә, тиҙ генә Ғәзинур мулла менән абыстайҙы саҡырып, улым иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына ҡөрьән уҡытып, теләк теләтәйек. Мин бәлеш бешереп, аш һалайым! Һин Ғәзинур муллаға инеп сыҡ та, ауылдың бер -нисә әбейен саҡыр!-тине лә, ҡулын тағы бер мәртәбә сайҡап, ҡамыр баҫыр өсөн он иләргә тотондо......
Шулай көндәр үтә торҙо. Аҙнаһына бер мәртәбә булһа ла, Тимербулат шылтыратып, Луганскиҙә әлегә тыныс булыуын, яҡшы ашатыуҙарын, ундаҡы халыҡтың һуғышты үҙ күҙҙәре менән күрһәләр ҙә тыныс булыуҙары, тураһында һөйләп торҙо. Ҡайһы берҙә Сәйдәхмәт менән дә һөйләштеләр. Бер көндө Сәбилә Гүзәлиә янына килгәс:
-Һин Сәйдәхмәттең адресын беләһеңме? -тип һорап ҡуйҙы.
-Юҡсы! Ҡайҙан беләйем? Ҡайһы детдомда булғанын да белмәйем әле! Нимәгә ул бейем?-тип һораны.
-Белеш әле! Үҙем һораһам әллә нисек!-тине лә, үҙенең ҡыҙарғанын һиҙеп, тиҙерәк соланға сығып китте...
Үткәнен оноторға теләп, намаҙ уҡыған һайын Аллаһы Тәғәләгә ялбарһа ла, ҡылт итеп иҫенә килә лә төшә Шәйәхмәт.
“ Күрәһең барырға кәрәктер! Аллаһы Тәғәлә шулай ҡуша миңә! Зарифа, Зарифа! Күрәһең беҙ икебеҙҙә бер мөхәббәттең ҡоло! Нишләп улыңды йәтимдәр йортона бирҙең? Яраттыңмы һуң һин Шәйәхмәтте?” -тигән һорауҙар борсоно Гүзәлиәне. Бигерәктә уның Шәйәхмәттең ахырғы көндәрен, һөйләгән һүҙҙәрен беләһе килде. Сәбилә ҡапыл нимәлер иҫенә төшөп:
- Туҡта әле, ул бит миңә адресын биргән кеүек ине, Туҡта, ҡарайым әле!-тип, ҡулында йөрөткән бәләкәй генә сумкаһын аҡтарырға тотондо. Гүзәлиә ул сумканан алтын килеп сығырҙай тойоп, шул алтын киҫәген табылыуын көттө. Оҙаҡ ҡына аҡтарынғас,( бәлки Гүзәлиәгә шулай тойолғандыр?) йомарланып, сумка төбөндә ятҡан бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген сығарып, Гүзәлиәгә һондо.
- Әллә бейем һин, Сәйдәхмәт ағайҙың атаһы Тимерйән ағай тип уйлайһыңмы? Хәйер булыр! Йыуаштан йыуан сыҡҡан тейҙәр бит! Ана кем уйлаған, Себергә китеп, әсә-атаһын, һине генә түгел, улын да ташлаған! -тигәс, Гүзәлиә ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
- Рәхмәттән башҡа, минең бер үпкәм дә юҡ Тимерйәнгә! Бәхетле булһын! Ана ниндәй матур ҡыҙҙары үҫеп килә! Әле мин ул ҡыҙҙарҙы беренсе мәртәбә, Тимербулатты оҙатҡанда күрҙем. Ҡойоп ҡуйған аталары! Ҡыҙҙарға атай кәрәк!-тип, Тимерйәнде яманларға ирек бирмәне.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Сәбилә менән Хантимерҙе тиҙерәк өйҙәренә оҙатырға тырышты. Улар сығып китеү менән юлға йыйына башланы.
Икенсе көндө үк, иртәрәк булһа ла, ҡаҙҙарын һуйып, һыуытҡыс һандығына тултырҙы. Һөтөн сипараттан үткәреп, ҡаймағын йыйып май беште. Йәш ҡорот ҡайнатты.
Юлға сыға торған көндө Сәбиләгә, Зарифа янына киткәнен Тимербулатҡа ла, ауылда ла һөйләргә ҡушманы.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 61a682467ff2224fcf85b44df155d6cc

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас