Әҙәби бит
22 Ноябрь 2022, 06:40

Кейек ҡаҙ юлдары

Бөгөн - Улдар көнө. Күптәребеҙҙең улдары, ағай-ҡустылары, атайҙары хәрби операцияла ҡатнаша. Мобилизацияланыусыларҙың гимнына әйләнгән "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын яңғыратып, тағы ла берҙе тыңлап алайыҡ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтыуығыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ, уландар! Йәнем моңдар тулы, Әйтер һүҙем ҡалды. Бер мәлде барыһы Юғалды, юғалды. Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа, Бөгөн һин ҡайҙарҙа?.. Ҡайҙан эҙләйем һине, Ҡояшта, айҙарҙа?..Йырҙың һүҙҙәренең тулы тексы беҙҙең сайтта.

Кейек ҡаҙ юлдары
Гөлфиә Шәкирова һүҙҙәре, Гүзәлиә көйө.

Йәнем моңдар тулы,
Әйтер һүҙем ҡалды.
Бер мәлде барыһы
Юғалды, юғалды.
Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,
Бөгөн һин ҡайҙарҙа?..
Ҡайҙан эҙләйем һине ,
Ҡояшта, айҙарҙа?

Кейек ҡаҙ юлдары,
Юғары, юғары.
Исемең кабатлап,
Һанайым йондоҙҙары.

Үткәндән яуапты ,
Беләмен, эҙләйһең.
Күп нәмә үҙгәрҙе ,
Ник шуны һиҙмәйһең ?
Мин башҡа , һин башҡа,
Теймә һин яҙмышҡа .
Күңелдәр оҡшаған
Яралы аҡҡошҡа.

Кейек ҡаҙ юлдары,
Юғары, юғары.
Исемең кабатлап,
Һанайым йондоҙҙары.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 6sGRCU8Hfd4

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас