Әҙәби бит
17 Ноябрь 2022, 12:15

Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән...

А.С. Пушкин зазвучал на башкирском языке. У лукоморья - дуб зеленый... Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән,Алтын сылбыр тағып ҡуйыулы,Сылбыр буйлап уҡымышлы бесәйКөн-төн йөрөй, һалып үҙ юлын...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

А.С. ПУШКИН
Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән,
Алтын сылбыр тағып ҡуйыулы,
Сылбыр буйлап уҡымышлы бесәй
Көн-төн йөрөй, һалып үҙ юлын.

Уңға китһә - йырҙар йырлап бара,
Әкиәттәр һөйләй һул яҡтан,
Мөғжизә ер: шүрәлеләр йөрөй,
Һыуһылыу ҙа ҡарай ағастан.

Күҙ күрмәгән серле һуҡмаҡтарҙа
Әллә ниндәй кейек эҙҙәре.
Тауыҡ тәпәйендә бер өй тора -
Ишекһеҙ ҙә үҙе, тәҙрәһеҙ.

Үҙән-урман сихриәткә тулы;
Ә таңында аулаҡ ярға тулып
Ҡомдо йыуа тулҡын ҡайнашып,
Килеп сыға унан бер-бер артлы,
Ҡараштары шундай нурлы, яҡты
Утыҙ өс тә батыр һәм башлыҡ

Ҡатил батша юл ыңғайы ғына
Әсир төшә король улына,
Ә сихырсы урман-диңгеҙ аша
Ғәм алдында болоттарға аша
Бер батырҙы тотоп ҡулына.

Батша ҡыҙы һыҡтай зинданында,
Күк бүреһе тоғро гел янында;
Убыр ҡарсыҡ менеп алған киле
Йөрөп ята шунда тиле-миле.
Кащей батша, кибеп, алтын һаҡлай.
Рәсәй рухы, халҡы рухы аңҡый!
Булдым унда мин дә, эстем балын,
Йәшел имән төбөндә ултырҙым,
Зирәк бесәй янында мин торҙом
Әкиәтен тыңлап, тылсымланып.

Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: vaS3tpviy3s

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас