Әҙәби бит
14 Ноябрь 2022, 07:40

ӘСӘ НӘСИХӘТЕ

Туйҙа ҡыҙға әйтә торған нәсихәт: Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,Бүтән йортҡа- мәмләкәткә бараһың.Ул дәүләттең булыр, балам, үҙ заңы,Ҡайһылары булыр һиңә өр-яңы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ӘСӘ НӘСИХӘТЕ
(Фазу Әлиева шиғыры )

Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Бүтән йортҡа- мәмләкәткә бараһың.
Ул дәүләттең булыр, балам, үҙ заңы,
Ҡайһылары булыр һиңә өр-яңы

Башың эйеп, һин уларҙы ҡабул ит,
Барын һаҡла, булмағанға сабыр ит,
Яңыһына һин дә өйрән, үҙең ҡыл,
Һуҡыр булһа, күрмәмеш бул, күҙең ҡыҫ

Йөрәк утың менән ҡабыҙ усағың,
Ғүмерлеккә йылы етер шул сағын
Йыбанмайса, ҡылып торһаң хәрәкәт,
Йортҡа - йәмең, ризығыңа бәрәкәт

Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Заттан-затҡа затлы күпер һалаһың,
Был күперҙә аҙымыңды үлсәп баҫ,
Һүҙең булһа - ауыҙыңды үлсәп ас.

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тел, балам,
Һөйҙөргөсөң үҙең менән, бел, балам,
Асыу тотма, асыу - яман ағыу ул,
Йота белһәң - иң шифалы дарыу ул.

Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Үҙең һайлап төшкән йортҡа бараһың,
Яҡын була тыуған йорттан төшкән йорт,
Ауыҙыңа бал-май булһын, йәнгә - ҡот.

Йыйырылмаҫ булһын, балам, йөҙ-ҡашың.
Ҡаҡлығыр ҙа кире ҡайтыр һәр ташың
Һыуға һал да ирет үпкәң тоҙ итеп,
Йөрәгеңдә йөрөтмә һис боҙ итеп.

Бәғеремде ярып сыҡҡан һин - ҡыҙым,
Күңелемде нурлап торған йондоҙом,
Иҫеңдә тот, баһаларҙар аҙымың,
Миңә килеп ҡағылыр гел яҙығың.

Бер йән, бер тән булып йәшә иреңә
Ғүмергә тип һайлап барған йәреңә,
Бер ҡойроҡ та, ике ҡанат - икегеҙ,
Именлектә тигеҙ ғүмер итегеҙ.

© Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1638826544_47-uhd-name-p-mama-s-dochkoi-nevestoi-krasivie-foto-51

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас