Әҙәби бит
10 Ноябрь 2022, 13:50

Күҙгә шап итеп епшек ҡар килеп эләкте...

- Атааааай, Илһам миңә ҡар таштаны... - тип ошаҡларға керештем физкультура уҡытыусыһына. Илһам ырғып килеп торҙо ла: - Мин яңылыш ҡына, яңылыш ҡына, ысын әйтәм, - тип үҙен яҡларға ашыҡты. 

Күҙгә шап итеп епшек ҡар килеп эләкте...Күҙгә шап итеп епшек ҡар килеп эләкте...
Күҙгә шап итеп епшек ҡар килеп эләкте...

Рәлиә Королек
Күҙгә шап итеп епшек ҡар килеп эләкте...

Сәрелдәп илай башланым.
- Атааааай, Илһам миңә ҡар таштаны... - тип ошаҡларға керештем физкультура уҡытыусыһына.

Илһам ырғып килеп торҙо ла:
- Мин яңылыш ҡына, яңылыш ҡына, ысын әйтәм, - тип үҙен яҡларға ашыҡты.

Атайым уны әрләмәне, бер-ике ҡаты һүҙ әйтте, шулай ҙа ул йомшаҡ күңелле кеше ул, ныҡ көймәне.

Шуны файҙаланыпмы дәрес һайын күҙ йәштәре менән үҙемде йәлләтеп бәлә һалып илай торғайным. Ып-ысын, һәр физкультура дәресе минең күҙ йәштәре менән үтте. "Илаҡ" тип бушҡа үсекләмәгәндәр инде. Ана хатта бахырҡай Гөлнур ҙа "сәүек" тип миңә көн бирмәне.

Күҙ аҫты күге менән шулай Яңы йыл ҡаршыланым. Матур ғына ине ул. Ул тиклем ныҡ әһәмиәт тә бирмәнем. Әммә ләкин ул булды. Күргән һәр ҙур йәштәге ағаймы, апаймы:
- Нимә кейәү һуҡтымы? - тип көлөргә генә тырыштылар.

Шул көнө беренсе һәм һуңғы тапҡыр күҙ аҫтында күк алып йөрөнөм. Тик 25 йыл үткәс кенә үҙемдең кесе улым телефон тондорор тип уйламаған инем. Бер ай йөрөнө ул күк.

Оят булдымы? Юҡ. Ауырттымы? Саҡ ҡына.

Яңыраҡ бер әхирәтемдең дә эйәген ҡыҙы түңәрәк Миң менән биҙәгән. Уңайһыҙ, тине ул. Үҙемдең баласаҡ, улым ултыртҡан күк иҫкә килеп төштө. Тәүгеһендә уны нисектер тап һымаҡ та ҡабул итмәнем, ә икенсеһендә хатта буяуҙар менән йәшермәнем. Нисек бармын, шулай мине яратығыҙ тигән кеүек.

Ә һеҙ күҙ аҫтында күк йөрөткәнегеҙ булдымы? Оялдығыҙмы?

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас