Әҙәби бит
10 Ноябрь 2022, 02:30

Хәйерле иртә!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа. Ел ниндәй иркә! Йылмайығыҙ яҡты таңға: Хәйерле иртә! Уңһын өсөн һәр эшебеҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
Хәйерле иртә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә!

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә
Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!

Фирүзә Абдуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1582091869_23-p-solntse-v-derevyakh-48

Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас