Әҙәби бит
10 Ноябрь 2022, 18:05

ҠАЛҠАН

Күк төптәре ҡапыл сарпылды ла, Минең менән илай бөтә ғәләм. Йәнә күҙ йәшенә ҡойондорҙо Таҙарынһын, тиеп, Хаҡ Тәғәләм...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Күк төптәре ҡапыл сарпылды ла,
Минең менән илай бөтә ғаләм.
Йәнә күҙ йәшенә ҡойондорҙо
Таҙарынһын, тиеп, Хаҡ Тәғәләм.

Мең һөңгөлө яуҙай - ҡара ямғыр
Ағартам тип, үтте йәнгә, лысма.
Сәскә тиклем ағарышып ҡалғас -
Аҡлыҡ гел шатлыҡ тип яңылышмам...

Баҫып килгән хәсрәт атының да
Дағалары ҡубыр бер сиратта...
Сабырлыҡты көмөш ҡалҡан итеп
Күкрәгемә баҫтым зарураттан.

(Гөлнара Хәлфетдинова)

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:scale_1200

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас