Әҙәби бит
9 Ноября 2022, 14:55

Әсә йөрәге (дауамы)

Бер-нисә айҙан, Гүзәлиәнең тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайттылар. Шул саҡ Шәкирә апай: -Һин оҙатылып киткән көндө, Шәйәхмәт килде. Беренсе һүҙе һинең турала булды. Һинең кейәүгә сыҡҡаныңды әйткәс, әллә нишләне лә ҡуйҙы. Бер һүҙ һөйләшмәй,тәмәкеһен йомарлап бәрҙе лә, сыҡты ла китте. Әллә ысынтылап яратҡан инде ул һине? Уның бит Өфөлә йөрөгән ҡыҙы бар ине. Шуға “алданып ҡуймаһын”- тип кенә арағыҙға төшкән инем. Һиндә инде, кейәүгә сығып китә һалдың! -тигәс, Гүзәлиә шундай нәфрәт Шәкирә апайға ҡараны.-Күрә алмайым!-тине лә, йүгереп өйгә ҡайтты. Бер кем күрмәһен өсөн һарай башындағы бесәнлеккә менеп, туйғансы иланы. Бер аҙҙан йоҡлап киткәнен үҙе лә һиҙмәне...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әсә йөрәге(дауамы)

Автор: Рәхимә Вәлиуллина.


-Әллә инде һәләк булырыңды белеп, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, бала яһап йөрөгәнһең икән дә! Ә мин ышанған инем һиңә! Бер күреүҙә яратҡан инем бит! Шуға ла ҡаршы тора алмағанмындыр инде! Мине генә түгел, күпме шулай ауыл ҡыҙҙарын алдап йөрөнөң Шәйәхмәт? Һаман күҙ алдымда, һин мине оҙата сыҡҡас, Тимерйәндең дуҫты Заһир ҙа беҙҙең арттан сығып мине саҡырып алды. “Һин ышанма Шәйәхмәткә! Күп кенә ҡыҙҙарҙы алдап ҡына йөрөй ул!-тигәс, үҙ-үҙемә ышанып, көлөп кенә ҡуйғайным.
Хәҙер ҙә аңлай алмайым ул төндө нимә булғанын! Һинең ҡыҫып ҡосаҡлап, шашып үбеүең: “Ошоға тиклем бер ҡыҙҙы ла яратмай йөрөнөм. Һине күреү менән шаша яҙҙым! Һинең кеүек сибәр ҡыҙҙы осратҡаным юҡ ине! Мин һине бер кемгә лә бирмәйем!! Яратам!”-тип ҡолағыма ҡайнар шыбырлауың иҫертте. Был минуттарҙа иң бәхетле, иң сибәр ҡыҙ булыуыма тамам ышанып, иркәләп, шашып үбеүеңә ҡаршы тора алмаған инем шул! Беҙҙең ауылда, өс көн урынына ун көн йәшәп, көн һайын осрашып йөрөүебеҙҙе белгәс апайың һине ҡыуып тигәндәй ебәргәнен әле мин белмәгән инем ул ваҡыттарҙа! Һинең миңә бер һүҙ әйтмәйенсә китеп барыуың, апайыңдың ауыр һүҙҙәр яуҙырғас, йәнем көйөп, артымдан бер иле ҡалмай йөрөгән Тимерйәндән: “Ысын мине яратаһыңмы?”-тип һораным. Аптырап ҡалған Тимерйән нимә тип әйтергә белмәй:
“Эйе!”- тип кенә яуап бирҙе. Яратҡас, нишләп минең арттан кәзә тәкәһе кеүек эйәреп йөрөйһөң? Өйләндә ҡуй!-тигәйнем.
Гүзәлиә ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы ла тағы уйға батты. Эйе.
Икенсе көндө күрше ауылдан Тимерйәндең ата-әсәһенән яусы килеп төштө. Егетте тик яҡшы яҡтан ғына белгән Гүзәлиәнең ата-әсәһе ризалығын биреп, өс көндән һуң никах уҡытып, элекке башҡорт йолаһы менән ҡыҙ ҡушып, иртәгеһен ҡыҙ менән кейәүгә мунса яғып, кейәү менән киленгә ҡунаҡ күрһәтеп, ауылды гөр китереп ҡыҙыл туй яһанылар.
Тимерйән йәш ҡатынын үҙ ауылына оҙатып алып ҡайтты. Бер айҙа үтмәне, Гүзәлиә үҙенең ауырлы икәнен аңланы.
Бер-нисә айҙан, Гүзәлиәнең тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайттылар. Шул саҡ Шәкирә апай: -Һин оҙатылып киткән көндө, Шәйәхмәт килде. Беренсе һүҙе һинең турала булды. Һинең кейәүгә сыҡҡаныңды әйткәс, әллә нишләне лә ҡуйҙы. Бер һүҙ һөйләшмәй,тәмәкеһен йомарлап бәрҙе лә, сыҡты ла китте. Әллә ысынтылап яратҡан инде ул һине? Уның бит Өфөлә йөрөгән ҡыҙы бар ине. Шуға “алданып ҡуймаһын”- тип кенә арағыҙға төшкән инем. Һиндә инде, кейәүгә сығып китә һалдың! -тигәс, Гүзәлиә шундай нәфрәт Шәкирә апайға ҡараны.
-Күрә алмайым!-тине лә, йүгереп өйгә ҡайтты. Бер кем күрмәһен өсөн һарай башындағы бесәнлеккә менеп, туйғансы иланы. Бер аҙҙан йоҡлап киткәнен үҙе лә һиҙмәне.
Төшөндә, Шәйәхмәт менән ат арбаһына ултырып, тауға менәләр имеш. Тау башында Шәйәхмәт уға ниндәйҙер бүләк тотторҙо ла: “Иҫтәлек итеп һаҡла, бер кемгә лә күрһәтмә!” -тип, үҙе ҡайҙалыр, әйләнеп тә ҡарамай китте лә барҙы. Гүзәлиәгә имеш был бүләк шул тиклем ҡәҙерле икән! Ул уны йөрәгенә ҡыҙып уянып киткәйне...
“Бына хәҙер улына нисек әйтергә? Тимерйән бәлки һиҙенгәндер, ләкин үҙенең улы түгел икәнлеген бер ҡасан да белдертмәне. Ул бит Тимербулатты яратып, иркәләп үҫтерҙе. Бер ваҡытта ла миңә ауыр һүҙ әйтмәне. Ярата ине ул мине! Ышанаһыңмы? Ҡыҙ булмағас, Тимерйән минән ул төндө: “ Бер нимә лә һөйләргә теләмәйһеңме?”-тип һораны. “Һин һорама, мин әйтмәйем! Мыҫҡыллап ҡыуып сығарһаң да үпкәләмәйем!”-тигән инем. Башҡа ысынтылап һораманы. Мин уға өйрәндемме, яраттыммы? Хәҙергә тиклем үҙем дә аңламайым. Юҡ мин уға һәр саҡ үҙемде бурыслы һанап, уның ыңғайына торҙом. Килен булып төшкәс тә, ҡайным менән ҡәйнәмә хеҙмәт иттем. Тимерйәнде Себер боҙҙо. Ул мине ташлап сығып киткәс бик ауыр булды, ләкин үҙ хатамды аңлап, уға үпкәләмәнем.
Ул мине ҡасандыр ғәфү иткән кеүек, мин дә уны ғәфү иттем!
Ҡайным менән ҡәйнәмдең нигеҙен ташламай, әсә-атаһы янына ҡайтыр тип уйлаған инем дә! Ҡайтманы! Улар мине һуңғы һулыштарына тиклем үҙ балалары итеп ҡабул иттеләр. Хатта, Тимербулат Тимерйәндең улы тип ҡабул итә башлаған инем бит! Күрәһең беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәре дөрөҫ! Хәҙер нимә тип яуап бирәйем икән улыма?
Аллаһы Тәғәләм, тура юл күрһәт миңә! Нишләргә? Кемгә һөйләп, кемдән кәңәш һорайым? Эй Раббым! Рәхмәтең менән миңә бала бирҙең. Улыма күркәм тәрбиә бирер өсөн, ғүмеремдең иң ауыр саҡтарында ла, яҡшы әсәй булырға насип иттең! Тимербулатыма ҡарата йөрәгемде шәфҡәт, мәрхәмәт, миһырбанлыҡ менән тултырҙың! Инде хәҙерге көндә изге ғәмәлдәр ҡылырлык, бер ҡасан да кеше күңелдәрен рәнйетмәҫлек, әрләмәҫлек, сабырлыҡ һәм рухи көс бир! Аҡыл бир миңә, иман бир! Раббым, минең улҡайымдан һәм минән риза бул! Улымды һуғыштан иҫән-һау көтөп алырлыҡ сабырлығыңды бир!
Гүзәлиә, шулай үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ултыра бирҙе.
Кемдер кинәт кенә ишек шаҡыған кеүек булды. Гүзәлиә һиҫкәнеп, ишеккә төбәлде.
-Гүзәлиә апай! Нимә булды һеҙгә? Тимербулат әле генә миңә шылтыратты. “Әсәйем, телефонын алмай!, Зинһар барып ҡына кил әле! Әллә берәй хәл булғанмы?”- тигәс, ауырыуҙарҙы ташлап, һеҙҙең янға йүгерҙем. -тине лә, Гүзәлиәнең яуап биреүен дә көтмәй, Тимербулатҡа шылтыратты ла, телефонын Гүзәлиәгә бирҙе.
-Белмәйем, телефоным эшләмәнә лә ҡуйҙы. Зарядкаһы бөткәндер ахры!- тип әйтеп бөтөрмәне, Сәбилә, эргәһендә ятҡа телефонды алып зарядкаға тыҡты ла аптырап:
-Телефоның тулы ул! -тип һораулы ҡарашын Гүзәлиәгә борҙо. Гүзәлиә уға нисектер сәйерерәк тойолдо. Башҡа һорау бирмәҫкә булыып, Хантимерҙе һөйләй башланы.
-Һеҙҙең янға килеп йөрөй башлағаны бирле, баҡсанан сығыу менән:
-Ҡәрсәйемә барам!-ти ҙә тора. Әле үҙенең тәрбиәсеһенә: “ Ә минең матур ҡәрсәйем бар!” -тип әйтә икән. Һеҙ, уның менән бергәләп эшләгән уйынсыҡтарҙы көн һайын баҡсаға алып бара! -тип, Хантимер тураһында һөйләй башлағас, Гүзәлиә асылып киткәндәй булды. Сәбиәл икенсе аҙна бер өс көнгә ял алып, шишәмбе көн Тимербулат янына барып ҡайтырға уйлауын әйткәс, Гүзәлиә ҡыуанып:
-Мин дә һинең менән барыр инем килен! Тик, Хантимерҙе бер кемгә лә ҡалдырғым килмәй! Тик белеп ҡуй, шишәмбе көндәрендә кер йыуырға, юлға сығырға, ҡыҫҡаһы оло эш башҡарырға ярамай!-тип әйтә торған ине әсәйем мәрхүмә. Үҙеңдең ялың етер алда сыҡһаң, бәлки оҙағыраҡ та йөрөрһөң. Мин һиә бер танышымдың адресын бирермен дә уға инеп, бәлки ваҡыты булғанда Тимербулат янына барып йөрөр. Ярар, тыныслап матур итеп йөрөп ҡайт! Үҙемдең ҡулдарым менән бетеү яҙырмын. Теләктәр теләп муйнына таҡ йәме! Әсә доғалары һаҡлап йөрөтһөн балаҡайымды!- тип, уйҙарынан айнып, телефон аша улы менән һөйләшкәс, йөрәге тамам тынысланды. Әсәһен аңлаған кеек Тимербулатта башҡа Сәйдәхмәт тураһында һөйләмәне

(дауамы бар)...

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 3644f00acfe9c691cb4474c0d2530e80

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас