Әҙәби бит
5 Ноябрь 2022, 07:10

Әсә йөрәге (дауамы)

-Әсәй! Йығылып китмә! Мин һиңә хәҙер бер хәбәр һөйләйем! Кисә минең янға бер һалдат килде лә миңә-Сәйдәхмәт!-тип өндәшә. Мин аптырап:-Мин һеҙгә ниндәй Сәйдәхмәт булайым! Минең исемем Тимербулат!- тинем. Теге һалдат миңә текләп ҡараны ла:-Сәйдәхмәт менән һеҙ бер туғанмы әллә? -тип һорай.-Кем ул Сәйдәхмәт?- тип һораған инем:-Беҙҙең команда ла һиңә оҡшаған башҡорт егете бар! Әйҙә таныштырам!-тине. Командирҙән һорап, киттек теге һалдат янына. Әсәй ышанаһыңмы, юҡмы? Беҙ икебеҙ бер туған кеүек! Шул тиклем оҡшашҡанбыҙ! Танышып киттек. Ул Өфө районынан икән. Атаһы йәш кенә көйө аварияға осорап үлгән. Ышанаһыңмы әсәй! Ысынтылап әйтәм! Ул минән әҙ генә бейегерәк. Башыбыҙҙы бер яҡҡа һелтәп, сәсебеҙҙе күпертеп ебәрергә тырышыу ҙа оҡшаған! Аптырарлыҡ хәл әсәй! Шулай буламы икән ни ул? Бәлки ул клондыр?Ученьенән һуң, ял ваҡытында осрашып һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул минән ни бары өс айға ғына оло. Атаһы үлгәс тә, әсәһе Сәйдәхмәтте детдомға биргән дә, үҙе кейәүгә сығып киткән. Әсәй, әсәй нишләп өндәшмәйһең әле? Ало, ало!-тип улы телефондан ҡысҡырһа ла, Гүзәлиәнең тауышы сыҡмаҫ булды. Тиҙерәк барып, урындыҡҡа ултырҙы. Тимербулат, тағы бер аҙ:”-Ало, ало!- тип ҡысҡырҙы ла , аптырап телефонын һүндереп тә ҡуйҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әсә йөрәге(дауамы)

Автор: Рәхимә Вәлиуллина


Шулай яй ғына, Гүзәлиәнең көндәре үтә торҙо...
Тимербулат көн һайын булмаһа, көн аша әсәһенә шылтыратты. Ваҡытының тығыҙлығына һылтанып, шылтыратмаҫҡа ҡушты.
Гүзәлиә, улының һәр ваҡыттағыса кис менән шылтыратыуын белһә лә, иртән тороуға, кистең тиҙерәк төшөүен көтөп, улының тауышын ишетәһе килә.
Тәүге ваҡыттарҙа улының тауышын ишетеү менән күҙенән йәш аға башлаһа, инде мәсеткә йөрөй башлағаны бирле тыныс ҡына һөйләшергә лә өйрәнде. Шулай булмай ни, унда бит улына икеләтә ауыр! Тыуған ауылын, Сәбиләһе менән улын, әсәһен һағынып йөрәкәйҙәре өҙөләлер инде! Шуның өсөндә ныҡ булырға тырышты Гүзәлиә.
Ана бит ауылдан, Тимербулатты оҙатҡан көндө, Йомағол мулла үҙе теләп һуғышҡа ғариза яҙып ҡайтҡан. Беренсе көн киткән һалдаттарҙы илашып оҙатһалар, хәҙер шул тауыш-ғауғанан ҡурҡып ахры, белдермәй генә военкоматҡа саҡыралар ҙа, ауыл халҡы һиҙмәй ҙә ҡала, иртәләп үк, кеше йоҡоһонан уянып өлгөрмәй, һуғышҡа китә торған егеттәрҙе тауыш- тынһыҙ ғына оҙата башланылар.
Шуға Йомағол мулланың киткәнен дә, ауыл халҡы белмәй ҙә ҡалды.
Әлдә генә ауылды муллаһыҙ ҡалдырманылар. Ул китеү менән, икенсе көндө үк, уның урынына мәсеткә йәш кенә , сатанлап таяҡ менән йөрөгән Ғазинур исемле егет, мулла булып килде.
Килгән көндө үк, халыҡты мәсеткә саҡырып, вәғәз уҡыны. Күп белә, күп өйрәтә. Һуғышты ла: “Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән оло һынау! Сабыр булырға кәрәк!”-тип, ауыл халҡын сабырлыҡҡа өндәне.
Йомағол мулла үҙҙәренең ауыл кешеһе ине. Уны бер кем дә уҡытмай, атаһынан өйрәнеп ҡалған ябай ауыл кешеһе булһа ла. бик белемле, уйлап һөйләүсән аҡыллы мулла ине. Үҙенең абыстайына:
-"Урыҫ һалдаттары суҡынып һуғышҡа инәләр икән"- тип ишеттем. Беҙҙең мосолман егеттәре, намаҙ уҡыу түгел, Аллаһы Тәғәләнән кисерем дә һорай белмәйҙәр! Бер-нисә һалдатты “Бисмиллаһ менән Аллаһу әкбәр!”-гә өйрәтә алһам, мин тик бәхетле генә булырмын! Үлһәм, шаһит китермен! Бәхил бул ҡарсыҡ!-тип әйтеп киткән...
Ул китеп, икенсе көнөндә үк ауылға ошо Ғәзинур мулланы ебәрҙеләр.
Гүзәлиәгә тәүҙә өйрәнеүе ауырыраҡ булған ине лә, сөнки “Раббана”нан башҡа доға белмәй ине. Ә хәҙер йоҡларға ятыу менән доға ятлап, үҙенең йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй.
Йыш ҡына Сәбилә менән Хантимер йоҡларға киләләр. “Нишләп алданыраҡ уйланылманы икән? Сәбиләнең ауырлы икәнен ишетте бит инде! Һаман да кеше һүҙе: “Сәбилә бер юлы ике егет менән йөрөнө. Ҡайныһының балаһы икән?-тип, көлөп һөйләгәс, үҙенең нимә уйлағанын кешегә һиҙҙермәҫ өсөн: “Кемдеке булһа ла, ауыл халҡына барыбер түгелме икән? Әле Тимербулатта, Мансур кеүек, өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғалтҡаны юҡ!”-тип ысҡындырыуы булды, кеше уны ҡырҡҡа төрләндереп: “Гүзәлиә, бала кемгә оҡшар ? Тимербулатҡа оҡшаһа өйләндерәм, тип әйткән икән!" -тип бушты һөйләп сығарҙылар. Шуға ҡаршы килгән ине шул! Сәбиләгә өйләнергә теләүе тураһында Тимербулат әйтеп ҡараны ла бит, Гүзәлиә яҡында килмәне!
“Теләһәң нишлә! Тик минән ризалыҡ һорама!”-тип кенә ебәргәйне шул! Бына бит, шул саҡ, өйләндергән булһа, бәлки был хәлдә килеп сыҡмаҫ ине! Бәлки Сәбилә икенсеһен дә алып ҡайтҡан булыр ине!
Улы, килене, ейәне янында булһа ниндәй күңелле булыр ине лә бит! Тимербулат хаҡ әйткән дә бит! Хантимер ҡойоп ҡуйған атаһы! Ул да атаһы кеүек ике ҡашын өҫкә күтәреп: “Мин атайыма оҡсайым! Мин батый!”- тип Тимербулатының бәләкәй сағын хәтерләтә. Шуларҙы алдан күреп, алдан уйлаған булһа ниндәй бәхетле ҡайнана булыр ине лә бит! Гүзәлиә инде кеше һүҙенә ҡолаҡ та һалмай. Әле бер көн генә Хәлимә еңгәнең оло килене Сәғиҙә:
-Гүзәлиә апай, ышанма шул Сәбиләгә! Әле теге Мансур, магазин янында үҙе иҫерек, үҙе “Тимербулат үҙенең һөйәркәһен миңә ҡалдырҙы! Көндә Сәбиләне һаҡларға медпунктҡа барам! Һуғышҡа киткән ирҙәрҙең бисәләрен һаҡлаған өсөн миңә әле медаль бирәсәктәр!-тип, маҡтанып һөйләгән! Оятһыҙ, хәшәрәт! Теленән дә тапмай бит! -тип һөйләп китте. Гүзәлиә ундай ғәйбәттәрҙе тыңлап та тормаҫ ине. Өйгә килеп ингән кешенең ауыҙын ябып булмай шул! Шулай булһа ла:
-Һәр кем үҙе өсөн Аллаһ ҡаршында яуап бирә! -тип кенә ҡуйҙы. Сәғиҙә сығып китеү менән Тимербулаты шылтыратты. Ҡыуаныслы тауыш менән:
-Әсәй! Йығылып китмә! Мин һиңә хәҙер бер хәбәр һөйләйем! Кисә минең янға бер һалдат килде лә миңә
-Сәйдәхмәт!-тип өндәшә. Мин аптырап:
-Мин һеҙгә ниндәй Сәйдәхмәт булайым! Минең исемем Тимербулат!- тинем. Теге һалдат миңә текләп ҡараны ла:
-Сәйдәхмәт менән һеҙ бер туғанмы әллә? -тип һорай.
-Кем ул Сәйдәхмәт?- тип һораған инем:
-Беҙҙең команда ла һиңә оҡшаған башҡорт егете бар! Әйҙә таныштырам!-тине. Командирҙән һорап, киттек теге һалдат янына. Әсәй ышанаһыңмы, юҡмы? Беҙ икебеҙ бер туған кеүек! Шул тиклем оҡшашҡанбыҙ! Танышып киттек. Ул Өфө районынан икән. Атаһы йәш кенә көйө аварияға осорап үлгән. Ышанаһыңмы әсәй! Ысынтылап әйтәм! Ул минән әҙ генә бейегерәк. Башыбыҙҙы бер яҡҡа һелтәп, сәсебеҙҙе күпертеп ебәрергә тырышыу ҙа оҡшаған! Аптырарлыҡ хәл әсәй! Шулай буламы икән ни ул? Бәлки ул клондыр?
Ученьенән һуң, ял ваҡытында осрашып һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул минән ни бары өс айға ғына оло. Атаһы үлгәс тә, әсәһе Сәйдәхмәтте детдомға биргән дә, үҙе кейәүгә сығып киткән. Әсәй, әсәй нишләп өндәшмәйһең әле? Ало, ало!-тип улы телефондан ҡысҡырһа ла, Гүзәлиәнең тауышы сыҡмаҫ булды. Тиҙерәк барып, урындыҡҡа ултырҙы. Тимербулат, тағы бер аҙ:
”-Ало, ало!- тип ҡысҡырҙы ла , аптырап телефонын һүндереп тә ҡуйҙы....
Шулай күпме ултырғандыр Гүзәлиә, күҙ алдына ап-асыҡ булып Шәйәхмәт күренде. Гүзәлиәнең тынысланған йөрәге тарһылдап тибергә тотондо.

(дауамы бар)

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас