Әсә йөрәге (дауамы)
Автор: Рәхимә Вәлиуллина.
Гүзәлиә тирә-яҡҡа күҙ һалды. Элек гөрләп торған ауыл һүнеп барған ташландыҡ усаҡҡа оҡшап ҡалған. Әле коронавирус тигән зәхмәт сыҡҡанда ла, ауыл ул тиклем үк һүнмәгәйне. Барыбер, уларҙың йәшлегендәге кеүек гөрләп тормаһа ла, ары -бире йәштәрҙең һыу буйында усаҡ яғып, көлөшкән тауыштары, гармун урынына, гитара ҡылдарына һуҡҡандары ишетелеп ҡала. Ауыл халҡы күберәк короновирустан түгел, эскелек әфәтенән ҡырыла ине. Шул ҡәһәр һуҡҡан эскелек арҡаһында күпме йәштәр айырылышты, оло йәштәгеләр генә түгел, күпме йәштәр теге доньяға киттеләр! Әле ул зәхмәт- яман ауырыу сыҡҡас, тәүге осорҙа ауыл халҡы ышанмай, клубтарға сығып, йыйылышырға рөхсәт бирмәһәләр ҙә, бер-береһенә йөрөштөләр. Саҡырыштылар. Осрашҡан саҡтарында,элекке кеүек, мал, бесән, ауыл күренештәре тураһында һөйләшмәй, кем -ҡайҙа шул яман ауырыуҙан үлгән, кем тере ҡалған, кемдеңдер үпкәһе етмеш пронцентҡа етеп, аппарат аҫтында ятып, тере ҡалыуы тураһында һөйләштеләр. Шундай ваҡыттарҙа ла, ауылды был яман зәхмәт урап үтер кеүек ине. Ысынтылап, урап үтте шикелле. Аллаға шөкөр, шәкәр менән ауырыған бер ҡатындан башҡа, ул зәхмәттән ауылда үлеүсе булманы. Ауырыған хәлдә лә, тырышып-тырмашып терелеп сыҡтылар. Тәүге осорҙараҡ йөткөрә башлау менән дауаханаға йүгерә, тикшереләләр ине. Аҙаҡ ихтибар бирмәй, маскаларҙы ла сисеп ырғыта башланылар. Инде тыныс ҡына йәшәй башланыҡ тигәндә, ҡайҙан ғына килеп сыҡты һуң был һуғыш тигән ғәләмәт? Теге зәхмәттән ауырып үлһәң дә, Аллаһы Тәғәлә биргән үлем тип ҡабул итер инең! Ә был һуғыш тигән ғәләмәт, бер-береңде үлтереү, Аллаһы Тәғәләнең ерен бүлешеү түгелме? Ауыл халҡына ул ерҙәр кәрәкме? Әйҙә һуғышһындар үҙҙәре байлыҡ бүлешеүсе бәндәләр! Ауыл кешеһенә үҙ ере еткән! Берҙә генә үҙҙәре бармай, һаман шул ауыл халҡына ауырлығы төшә!
-Аллаһы Тәғәләм, бер мин генә өҙгәләнмәйемдер бит? Күпме әсәләр, етем ҡалған балалар, тол ҡалған ҡатындарҙың ҡарғыштары кемгә төшөргә тейеш һуң?-тип, һөйләнә-һөйләнә зыңғыр иткән телефонына баҫты.
"Әсәй беҙ юлда! Оҙаҡламай Өфөгә килеп етәбеҙ. Юлда тәмле итеп ашаттылар. Барып етеү менән кейем дә бирәләр икән! Минең менән эләккән егеттәр бик һәйбәттәр! Гел генә үҙебеҙҙең ауылдан сыҡҡан башҡорт егеттәре! Әсәй, ҡайғырма йәме! Әле бит беҙҙе алып китеү менән һуғышға инәбеҙ тип әйтеү түгел! Бер ай ярым тирәһе Ҡазан ҡалаһындағы полигонда өйрәтәләр икән! Бәлки беҙ өйрәнеп бөтөүгә һуғышта тамамланыр! Тик әсәй үҙеңде һаҡла йәме! Әле мин Сәбиләгә шылтыратҡан инем, беҙҙе урынлаштырыу менән, “Ҡазанға киләм!”-тине. Һин Хантимерҙе алып ҡалырһың йәме! -тип, әсәһенең илағанын ишетһә, үҙенә ауыр буласағын аңлаған Тимербулат әсәһенә һүҙ әйтергә бирмәй, хәбәрен һөйләне лә һөйләне. Сөнки белә: әсәһенең күҙ йәше яҡын йөрөгәнен! Улы менән һөйләшкән арала, күршеләре лә килеп етеп, барыһы ла Тимербулатҡа сәләм әйтергә ҡуштылар. Ҡаршыла ғына йәшәгән Хәлимә еңгәһе:
-Бик бөтөрөнмә әле Гүзәлиә! Иртәгә йома көндө мәсеткә хәйер алып барып бир ҙә, Йомағол мулла менән һөйләшеп ҡайт. Илгә килгән афәт бит, түҙергә кәрәк!-тип, кәңәшендә биргәс, Гүзәлиәгә еңел булып ҡалғандай булды. ...
Шулай булһа ла, өйгә инеп, түшәгенә ятҡас, Тимербулатының беренсе тәпәй йөрөп киткәнен, теле асылғанда, “Р” хәрефен, башҡа үҙе әйтә алған хәрефтәрҙе ҡуйып һаҡаулап һөйләшкәнен, батыр һүҙен: “Мин батый булам әсәй!" Ҡара һүҙен, "ҡая әсәй! Мин яман көслө!”-тип, беләген күтәреп күрһәткәндәре, барыһы ла иҫенә төшөп, тағы мендәрен күҙ йәше менән йыуырға тотондо.
Әле бит әле ул ошоға тиклем ялғыҙ булмаған! Улы армияға киткәс тә, һағынып илаһа ла, оҙаҡламай ҡайтырын белә ине!
-Зинһар улым, минең бәхетемә иҫән ҡал йәме!-тип, әҙ генә ирендәрен ҡыбырлатып һөйләнгәс, бер аҙ уйланып ятт ла, һикереп торҙо.
Тиҙ-тиҙ генә әсәһе өйрәткәнсе тәһәрәт алып, әсәһенән ҡалған ҡөрьәнде ҡулына алды ла, йөрөгенә ҡыҫып: “Аллаһы Тәғәләм һиңә генә һыйынып, улыма ғүмер теләйем! Һинән башҡа ярҙамсым ҡалманы! Тик улымдың ғүмерен өҙмә! Әле бит ул йәшәргә лә өлгөрмәне! Үҙемдең ғүмеремде ал! Тик балаҡайым иҫән ҡалһын! Йә Аллам өҙгөләнгән йөрәгемә сабырлыҡ бир! Иртәгенән башлап ҡөрьән серҙәренә өйрәнә башлайым! Һинең ҡанундарыңды өйрәнергә һүҙ бирәм! Тик берҙән-беремә ғүмер бир!”-тип белгән аяттарын уҡыны. Ысынтылап та еңеләйеп ҡалған кеүек булды. Үҙелә һиҙмәй, ауыр йоҡоға талды......
“Ҡасан килеп эләкте һуң әле был ҡапҡанға? Гүзәлиә атларға тырышты, тик ҡапҡан уны һис кенә лә ебәрмәне. Аяғының ауыртыуынан ыңғырашып ҡуйҙы. Йөрөй алмаһа ла, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Аҫта ҡап-ҡара упҡын! Етмәһә ерҙә күсеп йөрөй түгелме? Иҫке Урал тауҙарында ер тетрәү мөмкин түгел тигәндәр ине бит! Ер, диңгеҙ дулҡыны кеүек дулҡынлана, шомлана! Хатта ауырлыҡтан, гөрһөлдәп ыңғырашып ала.
Ауыл кешеләре ҡайҙалыр йүгерәләр. Ҡайһылары ҡайҙалыр йәшенергә тырышалар. Тау мәмерйәләренә инеп китәләр. Тик Гүзәлиә генә шул ҡапҡанға эләгеп, ҡуҙғала алмай, бер урында тик тора. Тау аҫтында, ер тетрәгән ерҙә, Тимербулаты әсәһенең ҡапҡанға эләккәнен күрмәй, ауыл ирҙәре менән ерҙең тетрәгәнен туҡтатырға тырышып,әллә өй төҙөйҙәр шунда, белмәҫһең! Шулай, иҫтәре китмәй, нимәлер эшләйҙәр. Гүзәлиә һис кенә лә аңлай алмай!
-Улым, улым! Барма һин унда! Ер аҫтында ҡалаһың бит! Әйҙә өҫкә күтәрел! -тип, өҙгөләнеп күпме ҡысҡырырға тырышһа ла, Тимербулат уны ишетмәй. Туҡта, улын ниндәйҙер ҡатын етәкләгән түгелме? Тимербулат, инде ҡап-ҡара һыу баҫып, упҡынға һөйрәп алып төшөп китте тигәндә,теге ҡатын уны ҡулынан тотоп һөйрәп, алып ҡалды. Туҡта! Был йәш ҡатынды белә бит, Гүзәлиә! Кем әле һуң? Ул уны күргәне бар бит! Шул ҡатын Тимербулатын етәкләп мәхшәрҙән алып сыға түгелме?
-Минең янға күтәрелегеҙ! Бында ҡурҡыныс түгел! Күрәһегеҙме? Һеҙҙе ер аҫтынан сыҡҡан һыу баҫырға йөрөй бит! Өҫкә, өҫкә үрләгеҙ!
Гүзәлиә күпме генә ҡысҡырһа ла, уны бер кем ишетмәй.
Шул саҡ, ҡайҙандыр уның янына, беренсе йәшлек мөхәббәте Шәйәхмәт, йәп -йәш көйө имеш, Гүзәлиәне алып китергә килгән түгелме? Шәйәхмәт шул тиклем сибәрләнгән!
-Мин бит һаман яратам! Онота алмайым! -тип, Гүзәлиәне ҡосаҡламаҡсы була. Гүзәлиә уға үпкәләп:
-Иҫеңдәме, һин мине оҙатырға килгән инең! Мин бит һине бер күреүҙән яратҡан инем! Беҙ һинең менән һарай башына күтәрелгәс, үҙебеҙҙә аңламай, кәрәкмәгән эште башҡарҙыҡ! Шул төндө беҙ бит һинең менән минең ҡолонсағым, Тимербулатға ғүмер биргәнбеҙ! Һинең бит улың бар, Шәйәхмәт! Тимерйәнгә сыҡҡанда мин үҙемдең әле ауырлы икәнемде лә белмәнем. Һинең апайың миңә: “Һин беҙҙең Шәйәхмәткә тиң түгел! Ул ҙур кеше буласаҡ! Ә һин кем? Һыйыр тиҙәген тибеүсе!”-тип мине әрләне. Һин, нишләптер, минең менән хушлашмайынса китеп барҙың. Шуға, һинең апайың әрләгәнгә генә, үс итеп, артымдан йөрөгән Тимерйәнгә кейәүгә сыҡтым. Ғүмер буйы алдыҡ менән йәшәйем мин Шәйәхмәт! Ошо гонаһтарым өсөн Аллаһы Тәғәлә мин ғазаптарға дусар итте! Үҙең менән алып кит мине! Мин бит һине шул тиклем яратам!-Шәйәхмәт Гүзәлиәнең ҡулдарынан һыйпап:
-Юҡ Гүзәлиә, өлгөрөрһөң минең янға килергә! Әле һинең эшләнмәгән эштәрең бар! -тине.
— Шәйәхмәтем минең! Тағы ла мине ҡалдырып китәһеңме? Алып кит зинһар үҙең менән! Туҡта инде! Туҡтааа!.........
Гүзәлиә үҙенең тауышынан ҡапыл уянып китте. Әле үҙенең ҡайҙа ятҡанын да аңламай, улын етәкләгән ҡатын тураһында уйлай башланы. Тик һис кенә лә иҫенә төшөрә алманы. “Миңә ул ҡатындың йөҙө шул тиклем таныш, мин бит уны күргәнем дә бар, тик әйтә генә алмайым, уның кем икәнен!”-тип уйланы ла, Шәйәхмәт иҫенә төшөп, кемдер уның уйҙарын ишеткән кеүек битенең яныуын һиҙҙе.
Һикереп тороп, тәҙерәгә күҙ һалды. Алыҫта офоҡ буйлап таң һыҙыла башлағанын күреп, әсәһенең иртәләп тороп,ошо ваҡыттарҙа намаҙ уҡыуын иҫкә төшөрөп, әсәһенән намаҙ өйрәнмәгәненә үкенде. Бына хәҙер намаҙ уҡый белһә, еңелерәк булыр ине. Шулай булһа ла, урамға сығып тәһәрәт алды ла, әсәһенең намаҙлығын түшәп, намаҙлыҡҡа баҫып белгән доғаларын уҡый башланы.
Гүзәлиәнең күҙенә башҡа йоҡо инмәне. Һарайға сығып һыйырын һауып алды ла, малына ашарға бирҙе. Һыйырын иркәләп кенә һөйөп алды.
-Алаҡай үпкәләмә инде! Улым әйткәнде эшләмәйенсә булдыра алмайым шул. Нисә йылдар һөтөңдө эсеп, ҡаймағыңды ашап, һин быҙаулаған тана, үгеҙҙәрҙе һуйып ашаһаҡ та, һине һуйҙырырға ҡулым бармай! Һатып ҡына ебәрәйем. Һөтөңдө һауып эсерҙәр. Миңә һине аҫырарға бер үҙемә ауыр буласаҡ. Мал аҫырап: донья көтөргә күңелем дә төшмәй! Улым һуғыштан ҡайтҡас һыйырын да, һарығын да, атын да тоторбоҙ! Кәртәм тулы малым булыр, ейән-ейәнсәрҙәрем йүгереп йөрөр! Тик иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын балаҡайым! Хәҙергә миңә бер нәмәлә кәрәкмәй! Бәлки Тимербулатҡа һуғышта аҡса кәрәк булыр! Кәртечкәһенә лә күсереп кенә ҡуйырмын!-тип һөйләнә һөйләнә һарайы эсен таҙартып эше бөткәс, өйгә инде.
-Ах сәй ҡуя һалайым әле! Хәҙер Тимербулатым йоҡоһонан торор!-тине лә, газ тоҡандырып, тиҙ генә сәй ҡуя һалды.
-Туҡта илереп барам ахры! Кисә генә улымды һуғышҡа оҙаттым бит! Нисек кенә итеп көндәремде үткәрермен икән? -тине лә, тағы күҙ йәшенә күмелде...
Тышта, кемдеңдер аяҡ тауышын ишетеп күҙ йәштәрен һөртә һалды. Ишектән күрше Зәлиәнең оло ҡыҙы Ғәлиәнең башы күренде.
-Гүзәлиә апай, һыйырыңды һауғас та, әсәйем һине сәй эсергә инһен тине. Ә мин мәктәпкә йүгерҙем!-тине лә, Гүзәлиәнең һүҙ әйткәнен дә көтмәйенсә, сығып тайҙы.
“Инмәһәм, Зәлиә көтөр ҙә ултырыр!”-тигән уй менән, газда геүләп ҡайнап ултырған сәйнүген һүндерҙе лә, берҙә генә тамағына аш үтмәҫтәй булһа ла инеп сығырға булды...
Зәлиәнең өйө тәмле ҡоймаҡ еҫе менән тулған! Гүзәлиә килеп инеү менән:
-Илдар эшкә тип, сығып китте. Бер рәхәтләнеп, сәй эсеп алайыҡ әле! Ошо арала элекке кеүек һөйләшеп, серләшеп ултырғаныбыҙҙа юҡ! Әллә нимә менән көн үтә лә китә! Эш тә, эш! Гүзәлиә апай, был ауыл эше ҡасан булһа ла бөтөрмө икән? -тине лә үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе. Һүҙен дауам итеп: -Юҡ инде, бөтмәһен эше лә, уйламаған ерҙән сығып ҡына торһон! Һаулыҡ ҡына булһын! Был ҡәһәр һуҡҡыр, һуғышы ғына оҙаҡҡа бармаһын! -тип, Гүзәлиәнең ауыртҡан еренә тейеп тә алды. Үҙенең нимә әйткәнен аңлап, Гүзәлиәне тынысландырыу өсөн: -Гүзәлиә апай! Ул һинең генә ҡайғы түгел! Ул бит илебеҙ эсенә килгән ҡайғы! Әле бына ҡурҡып торам, Илдарҙы алып китмәһендәр! Балалар менән мин ҡайҙа барырмын да, ҡайҙа һыйырмын! Етмәһә өй һалғанда кридет алған инек. Уны алып китһәләр мин уны нисек түләрмен! Әле ярай, балалар аҡсаһын күсереп торабыҙ! Бурыслы булһаҡ булайыҡ, кәрәкмәй, һуғышта ҡан ҡойоп алған хәрәм аҡсалары! Ауылда эшкингән эше лә юҡ бит әле! Бына үҙең беләһең, Илдар Себергә барып алты ай йөрөп ҡайтты. Тәүҙә яҡшы ғына түләһәләр ҙә, аҙаҡҡы айының аҡсаһы һаман юҡ! Алданылар ахры! “Һуғышҡа ғариза яҙып китәм, һеҙҙе аҡсаға этләтмәйем!”-тине, әле сығып киткәндә.
-Һуң эшкә тейһең бит? Шуға, “ниндәй эшкә урынлашты икән?”- тип аптырап киттем. Ауылда эше бармыни әле ул? Ике балалы ирҙәрҙе алалар һуғышҡа, өс балаһы булһа алмайҙар икән!-тип ишеттем, Зәлиә! Һиңә тиҙерәк ауырға ҡалырға кәрәк. Шул ваҡытта бәлки Илдарыңды алмаҫтар! Эш өсөн ҡайғырма! Ниндәй эшең бар, әйт үҙемә! Ярҙам итермен! Балаларыңды ла ҡарашырмын! -тип, Гүзәлиә үҙ ҡайғыһын онотоп, күршеһен йыуатырға тырышты.
-Эй апай, өстө түгел биште лә алып ҡайтыр инем, Аллаһы Тәғәлә бирмәй бит! Бәләкәйемде имеҙгәс, йылы һөткә ҡалмайымдыр инде! Әллә ташлатайыммы икән? Йәлләйем, килеп иртә һөйләшә башланы Яныма килә лә, “әсәкәйем, йоҡом килә!-тип итәгемдән тарта ла тора! Ятыу менән эмей эҙләй. Был ҡыҙымды ла леченьеләрен алып, саҡ алып ҡайттым. Ҡырҡҡа етеп киләм бит!- тип, һөйләшә-һөйләшә, эҫе ҡоймаҡ менән сәй эскәс, Гүзәлиәнең бер аҙ күңеле күтәрелгәндәй булып ҡалды. Зәлиә өҫтәлен йыйған арала, үҙен-үҙе эстән генә әрләргә тотондо. “Иҫһеҙ, әле улым китһә лә, нишләп әле мин уны тереләй күмеп, шул тиклем ҡайғырам! Әле ул унда бер үҙе түгел, ил менән! Тиҙ генә мәсеткә барып, юл хәйере лә, төш хәйере лә бирәйем. Һыйырымды һатҡас та, тауыҡтарымды Зәлиәгә бирермен дә, район үҙәгенә барып, ҡайҙа булһа ла эшкә урынлашырға кәрәк!”-тигән уй менән тиҙ генә:
-Бараһы ерем бар!-тип, Зәлиә бер аҙ ултырырға көсләһә лә, тиҙерәк өйөнә ҡайтып китте. Аҡса алды ла, әсәһенең мәсеткә тәһәрәт алмайынса инергә ярамай тип әйткәнен иҫенә төшөрөп, үҙе белгәнсе генә йыуынды ла, мәсеткә йүнәлде....
Мәсеткә килеп инеү менән күңеле тамам тынысланды. Ишек төбөнә галушын сисеп, намаҙ уҡый торған яҡҡа үтте. Ҡөрьән уҡыған тауышты ишетеп, туҡтап ҡалды.
Яңы ғына, Ҡазан университеты тамамлап ҡайтҡан Ғәзинур мулла мәсетте генә түгел, зыяратты ла тәртипкә индерҙе. Әле бер-нисә кешегә дин дәрестәре лә бирә. Гүзәлиәнең уҡырға теләге барлығын белгәс, ҡыуанып:
- Иншалла! Аллаһы Тәғәлә үҙе кисерһен инде! Ҡатын -ҡыҙҙы, ҡатын кеше уҡытырға тейеш тә бит! Ҡайҙан алаһың уҡымышлы мөғәллимәне? Үҙем уҡытырмын. Төшөң дә һәйбәт! Улыңдың иҫән ҡалыуын белдергән! Уҡырға теләгең булғас, әйҙә иптәшкә берәй ҡатынды эйәртеп кил дә, мин һеҙгә дәрес бирә башлармын. Намаҙға ла, ҡөрьән уҡырға ла өйрәнерһең. Күңел тыныслығы ла табырһың! Иншалла!-тип, Ғәзинур мулла уны мәсет ҡапҡаһына тиклем оҙатып ҡалды. Гүзәлиә тамам тынысланып, кире өйөнә атланы.
Юлда тағы, күргән төшөн уйлап, эстән генә, “ ҡуй инде, Шәйәхмәтте "юл мажараһына осорап, мәрхүм булған икән"- тип ишеткән инем! Белмәй ҡалды шул малайың тыуғанын да! Улым ҡайтмайынса мин һинең менән китәсәгем юҡ! Башҡа төшөмә инеп аптыратма!”-тип әрләп, онотолоп, ҡысҡырып тигәндәй:
-Һиңә бағышлап хәйер ҙә бирә алмайым бит! Ошо гонаһымды оноттормай, төштәремә инеп күпме йонсоторһоң икән? -тине лә, тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы. -Әлдә генә кеше күренмәй, алйотланып барам шикелле!-тине лә, шәп-шәп атлап, Сәбиләләр яғына боролдо.
(дауамы бар)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 845ab528723468210d0876088898dfe2