Әсә йөрәге
Автор: Рәхимә Вәлиуллина
-Балаҡайым!!! Балам, ҡолонсағым, күҙ нурым!
Гүзәлиә был һүҙҙәрҙе, әҙ генә телен тибрәндереп ҡабатлай ҙа ҡабатлай.
Шулай булмай ни, төндәр йоҡламай үҫтергән балаҡайын һуғышҡа алдылар бит! Йөрәкәйҙәре янғанын кемгә әйтеп, кемгә һөйләргә? Кем менән бүлешһә лә аңламаҫтар кеүек! Аңлаһалар ҙа, нисек кенә итеп ярҙам итһендәр инде! Башына ла килмәгән ине бит, шулай берҙән берен алып китерҙәр тип!...
Гүзәлиә ҡалтырана -ҡалтырана ҡапҡаға һөйәлде. Кинәт кенә ҡапҡа төбөнә ҡағылған, ап-аҡ булып айырылып торған ағас сөйгә күҙе төштө. Әле кисә генә бит улҡайғынаһы:
-Әсәй ҡара әле, ҡапҡа ҡыйшая башлаған икән, мин бит шуны ла күрмәнем! Әллә ҡасан төҙәтеп ҡуяһы булған икән! Ярар мин ҡайтҡансы түҙер әле!”-тип, ҡапҡа бағанаһына терәтеп, имән ағасынан сөй яһап, ҡағып ҡуйҙы. Гүзәлиә ғәжәпләнеп:
-Ҡайҙа китергә йыйындың?-тип һорап ҡуйҙы.
-Ауылда эш юҡ бит әсәй! Кеше кеүек матур итеп семәрләп өй һалаһым килә. Ғата олатайымдыҡы кеүек ҡапҡа ла яһап ҡуйғы килә. Өй һалыу өсөн беләһеңме күпме аҡса кәрәк?
-Беләм инде беләм! Ҡайһы берҙә йәнем көйөп китә! Шул һаманда аҡса етмәүселек! Атайың да аҡса эшләйем тигән булып, Себер сығып китте лә, шунда бумала башын тапты! Хәҙергә тиклем үкенәм, артынан эйәреп китһәм дә була ине! Шул бейем менән ҡайнымды ҡартайғандар тип, ташлап китә алманым. Күрәһеләрем булғандыр инде! Ул бумала баш, Ләйсәнде әйтәм, әллә атайыңдан, әллә башҡанан, “һинең ҡыҙҙарың!”- тигән булып, ике игеҙәк ҡыҙ тапты ла, үҙенә бәйләне лә ҡуйҙы. Атайың бит, мөхәббәт тип алйырап, ҡайным менән бейемде лә уйламаны! Шулай итеп, матур итеп йәшәгән ғаиләбеҙ боҙолдо ла ҡуйҙы! Ләйсәнде әйтәм, атайыңды аҙҙырып, бәхетлеме икән? Атайың да Себергә, шул аҡса кәрәк тип сығып киткәйне. Ҡуй, эшләп кем байыған? Ҡартайың менән ҡәрсәйең ҡара таңдан, ҡара төнгә тиклем совхоздың иң ауыр эштәрендә эшләп йөрөгәндәр. Совхоз, колхоз бөткәс, пенсияның иң кәмен тәғәйенләгәндәр. Уларҙың бит эш кенәжкәһен дә асмаған булғандар. Әле ҡартайың аяғынан йөрөй алмай башлағас, күпме инвалидлыҡ юлланыҡ! Бирмәнеләр! “Ҡуй балам һаулығыңды бөтөрөп йөрөмә! Астан үлмәйбеҙ әле!”-тип кенә ҡуйҙы ҡайным мәрхүм! Шул совхоз фермаһының тиҙәген тапап, һаулыҡтарын бөтөрөп, иртә киттеләр яҡты доньянан! Юҡ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Йәшең уҙып бара! Өйлән! Балалы булһа ла Сәбиләңде алып ҡайт! Ҡаршы килмәйем!-тигәс, өндәшмәй генә әсәһен тыңлаған Тимербулат йылмайып:
-Әсәй, Хантимер минең улым!- тип әйттем бит инде! Үәт ышанмаған кеше! Бына бит улымды үҫтерергә лә аҡса кәрәк!
-Белмәйем, белмәйем! Ул йөрөмтәл Сәбиләңде миңә һөйләп ултырма әле! Төҫкә-башҡа менә тигән егетһең, ҡырҡ ирҙән ҡалған Сәбиләңде “алам” тип аптыраттың!
-Сәбилә үҙе лә килмәй ул! Кеше һүҙенә ышанып, минең дә уны рәнйеткән ваҡыттарым булды. Ярар, яратһа көтөр, һинең яныңа килер!
-Әллә нимә һөйләйһең улым! Себергә мәңгелеккә китмәйһеңдер бит?-тип һораулы ҡарашын улына борҙо. Тимербулат әсәһенең һорауына яуап бирергә ашыҡманы. Гүзәлиә:
-Хәйер, бына тигән ауылдың егеттәре, эш юҡлыҡтан, барыһы ла Себер китеп эшләйҙәр! Ҡуй инде, элекке заманда Себергә һөргөнгә ебәргәндәр! Ә хәҙерге ирҙәр үҙе теләп шул һөргөнгә китә! -тип һөйләнә-һөйләнә ҡан баҫымы күтәрелгәнен һиҙеп, шкафтан алып, дарыу ҡапты. Бер йыл элек, анау әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан коронавирус ауырыуынан һуң, саҡ тере ҡалып, һаман шуның зәхмәтелер инде, һаулыҡҡа туймай. Ҡан баҫымы күтәрелеп, йөрәге һуға башлай. Шуның өсөндә, Тимербулаты әллә ҡасан Себергә эшкә китәһе килһә лә, әсәһен ташлап китә алмай. Нишләптер, бөгөн Гүзәлиәгә улы әллә нисек сәйерерәк тойолдо.
Кис етеү менән, урамға сығыр алдынан, кәртәләге малды ҡарап инә лә, ашарға ла һорап тормай, сығып тая торғайны. Бөгөн, малды ҡарап инде лә, сығып китергә лә уйламай, һаман хәбәрен һөйләй.
Эй рәхәт икән ул, шулай улың менән донья тураһында һөйләшеп ултырыуы!
–Әсәй, этләнеп һыйыр аҫырап ятма! Ана кәзәң бар, шуның һөтө етер әле бер үҙеңә! Һыйырҙы, һуйып һатаһыңмы, шул көйө һатып ебәрәһеңме, уныһын үҙең ҡарарһың!
-Юҡ улым! Ҡайҙа ул һыйырҙы бөтөрөү! Аяҡ -ҡулым йөрөп тора, аҫырармын әле. Ярар, Себергә китһәң дә, ҡайтып торорһоң әле! Яратмайым шул Себер тигән яҡты! Атайың да шул Себергә китеп боҙолдо. Һәйбәт ирҙәрҙе ҡарап ҡына торалар аҙғын бисәләр! Шулай булһа ла, өйләнмәҫ борон барһаң, барып эшләп ҡайтырһың! Әллә ҡасандан бирле һөйләйһең, “Себер китәм!”- тип. Бер -ике йыл туй яһарлыҡ эшләп ҡайтһаң, аҙаҡ йөрөмәҫһең!-тиһә лә, берҙә генә улын ебәргеһе килмәй, йөрәгенең ҡайһы ерелер сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Бигерәк ауырлыҡ менән үҫтерҙе шул улын! Фермала һыйыр һауып йөрөгәндә үҙе лә йыш ауырыны. Шуға эшен ташларға тура килде. “Аҡса эшләп, өй һалам!”-тигән Тимерйәне лә, Себергә бергә йөрөгән Ләйсән исемле ҡатынға күҙе төшөп, ҡарт ата-әсәһен дә уйламай, уларҙы ташлап сығып китте.
-Әйҙә, итле туҡмас бешергәйнем, ашап алайыҡ! Урамға сығырға уйламайһыңмы әллә? Тимербулат:
-Юҡ , бөгөн сыҡмайым әсәй! -тине лә, өй ишегенән өйгә, ниҙер һөйләнеп килеп ингән күрше ҡыҙын, төрткөләп тигәндәй соланға алып сығып китте. Гүзәлиә, соланда уларҙың нимә тураһындалыр. шыбырлашып һөйләшкәндәрен бер аҙ тыңлап торһа ла, бер нимәлә аңлай алмағас, ауыҙ эсенән генә көйләп, өҫтәл әҙерләргә тотондо.....
Тимербулат иртәләп иртә торҙо. Ара-бире йыуынды ла:
-Хәҙер ҡайтам!-тип, өйҙән сығып китте. Гүзәлиә, һыйырын һауғас, кетеү ҡыуып сәй әҙерләүгә, улы ла ҡайтып етте. Тимербулаттың нимәлер әйтәһе килгәнен һиҙгән Гүзәлиә:
-Улым берәй хәл булмағандыр бит? -тип һораны. Тимербулат бер һүҙҙә өндәшмәй сәйен һемереүен дауам итте.
Сәй эсеп бөтөүгә, нишләптер уларҙың ҡапҡа төбөнә күршеләре, йәштәр йыйыла башлауын күреп аптыраған Гүзәлиә:
-Ай-һай, күңелем кисәнән бирле борсола! Юҡҡа түгелдер! Әллә берәйһе үлгәнме хоҙайым? Нишләп беҙҙең ҡапҡа төбөнә йыйылалар әле ул? -тип улына текәлде. Тимербулат, бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла, тыныс ҡына:
-Әсәй, миңә военкоматтан кисә саҡырыу ҡағыҙы килгәйне. Һин минең ары-бире кейемдәремде йый әле. Бәлки алып ҡалырҙар!
- Ҡайҙа алып ҡалырҙар?- тип, һаман да яман уй уйларға ҡурҡҡан Гүзәлиә, ҡапыл башына тимер менән һуҡҡандай, телевезорҙан, радионан гел һөйләп торған һуғыш ғәләмәттәре иҫенә төшөп, - юҡ, юҡ улым! Нишләп бушты һөйләйһең! Һин бит минең берҙән берем!-тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тимербулат:
-Мине алмай, кемде алһындар инде! Мин бит армия сафында артиллерияла хеҙмәт иттем! -тип, һаман тыныс ҡына, һуғышҡа түгел, район үҙәгенә йыйынған кеүегерәк сәйен һемереүен дауам итте. Гүзәлиәнең күҙ алдары ҡараңғыланды. Йығылмаҫ өсөн, стенаға һөйәлде. Тимербулат сыныяғын өҫтәлгә ҡуйҙы ла, әсәһен ҡосаҡлап:
-Әсәй тыңла мине! Ил саҡыра бит! Нишләйем һуң? “Бармайым”- тип, мин дә баш тартһам, башҡалар ҙа шул һүҙҙе ҡабатлаһа, кем ярҙам итер Донбасҡа? Ил саҡырған икән, мин китергә тейешмен! Тик һин Сәбилә менән уртаҡ тел табып, Хантимерҙе тәрбиәләргә ярҙам ит йәме. Ул минең улым әсәй!-тип, бала кеүек әсәһенең арҡаһынан һөйҙө. Гүзәлиәнең тамағына ниҙер тыҡлығып, бер һүҙ әйтә алмай, йәшле күҙҙәрен улына терәп, ниҙер әйтергә теләне, тик тауышы сыҡманы.
Бер аҙҙан, ауыл халҡы өйгә тула башланы. Сәбилә лә килеп етте.
-Илама Гүзәлиә апай! Тимербулатҡа китеүе ауыр буласаҡ! Мин уның иҫән-һау ҡайтыуына ышанам! Һуғыш оҙаҡҡа бармаясаҡ! Күрерһең, Украина сигенә барып та етмәйәсәк! Һуғыш бөтәсәк!-тип ышандырып әйткәс, Гүзәлиәнең күҙе асылғандай булһа ла, район үҙәгенә барып, китәсәк һалдаттарҙы оҙатҡанда, әле улының бер үҙе генә китмәйәсәген күреп, тыныслағандай булды. Район үҙәгенең хужаһы ҡайнар телмәр һөйләгәндә лә, Гүзәлиә бер һүҙ ишетмәй: “Балаҡайым, улҡайым!”-тип ҡабатланы. Оҙатырға килгән ире Тимерйәнде күргәс, уның янында торған ҡатынына ла ихтибар итмәй, Тимерйәнде ҡосалап:
-Ҡотҡар улымды! Ебәрмә! Уның урынына үҙең кит! Ул бит күҙемдең ҡараһы кеүек бер генә бөртөк улым!
-Йә, улай бөтөрөнмә Гүзәлиә! Миңә лә ауыр! Ул бит минең дә улым! Тыныслан зинһар! -тип Гүзәлиәне тынысландырырға тырышты.
Һалдаттар тейәлгән автобус ҡуҙғалғанда, “Улым, мин дә һинең менән китәм! Үҙең менән ал!”-тип кипкән ирендәре менән шыбырлаған Гүзәлиәнең һушы китеп, һығылып төшә башланы. Уның янында илап торған Сәбилә, Гүзәлиәне ҡосаҡлап юлдан ситкәрәк күтәреп тигәндәй алып сыҡты ла, яҡында ғына торған тиҙ ярҙам машинаһына ҡул болғап, яндарына саҡырҙы.
Сәбилә, әле бер генә мәртәбә лә Тимербулаттарҙың өйөндә булғаны юҡ ине. Берҙә генә уйламаған ине, Тимербулатһыҙ был ишекте асып инермен тип. Һәр бер нәмә , хатта ишек төбөндә элеүле торған иҫке эш кейеме лә Тимербулатты хәтерләтте.. Үргә үтә алмай, Тимербулаттың кейемдәрен ҡосаҡланы. Гүзәлиә түрбаш яғына үтеп:
-Кисә аш бешергән инем, йылытырға ҡуйайыҡ әле ҡыҙым! Сәй ҙә эсеп алайыҡ! -тип өндәште .
- Ярар!-тине лә, Сәбилә бер аҙға тынып ҡалды. Бер аҙ уйланып торғас:
-Һеҙ минең әсәйем менән атайымдан күпкә йәшһегеҙ! Шулай булғас, һылыу тип кенә өндәшһәгеҙ ҙә була! Ә Хантимер ысынтылап Тимербулаттың улы Гүзәлиә апай! Зинһар, кеше һүҙенә ышанмағыҙ! Һеҙҙең ауылға эшкә килгәне бирле артымдан Мансур йүгерҙе.
Ят ауылға килгәстен кәрәк ине бит, кем менән булһа ла яҡынданыраҡ танышып, аралашырға. Етмәһә, уларҙың күршеһендә йәшәгән Йәмилә инәйгә фатирға урынлаштым. Йәмилә инәй: “Насар егет, уның менән бәйләнеп ҡуйма!”-тип әйткәйне лә, был ауылда бер танышым да булмағас, уның менән һөйләшеп йөрөй башланым. Тик беҙҙең арала бер ниндәй ҙә яҡынлыҡ булманы. Яратманым мин уны! Тимербулатты беренсе күреүҙән үк тәндәрем буйлап ток һуҡҡан кеүек булды. Күңелемә ятты. Уның менән йөрөй башлағас, арабыҙға тағы шул Мансур инде. Беҙҙең ауылға барып, минең турала һорашып йөрөгән. ”Һәйбәтлеген һәйбәт ҡыҙ ҙа ул, тик атаһы менән йоҡлаған!”- тип әйткән кемдер. Гүзәлиә апай, ышанаһығыҙмы шуға? Атай үгәй булһа ла, шул тиклем һәйбәт кеше. Әле кисә генә телефон аша атайҙың, әсәйемдән ҡасып, һуғышҡа китергә ғариза яҙғанын әйтте һылыуым. Әсәйем эсә шул. Төҫөнә әйләнеп ҡарамаҫ инем, ике һылыуым бар. Атай күпме тырышты уны эскелектән туҡтатырға! Лечениегә лә алып барып ҡараны. ике ай эсмәй йөрөнө! Тағы эсә башланы. Атай ,беҙҙе: балаларын йәлләп, әсәйемде ташлап китә алмай!
Һигеҙенсе класста уҡығанда культпоходҡа барған инек. Шунда йығылып, ҡулымды һындырып ҡайттым. Ул көндө әсәй, балалар аҡсаһын алып, үҙе кеүек бисәләр менән эсеп йөрөгән. Беләһегеҙме, миңә шул тиклем классташтарым алдында оят ине. Ҡайһы берҙә килеп, “әсәйең иҫереп йығылып ята!”-тип әйтәләр.. Илай-илай барып алам.
Ҡулымды һындырған көндөң иртәгеһенә атай аш бүлмәһендә минең сәсемде тарап, үрә. Төпкө өйҙән похмелдан шешенеп бөткән әсәйем килеп сыҡты ла, өҫтәлдә торған таба менән минең башыма тондорҙо. Башым китте ҡанап! Атайым: “Сволочь һин әсәй түгел! Йыртҡыс та балаһын һөйә, ярата! Нимә эшләнең? Баланы үтерәһең бит!” -тип табаны тартып алып ,әсәйемде аш бүлмәһенән төрткөләп сығарып ебәрҙе. Маңлайымдан аҡҡан ҡанды саҡ туҡтатты. Әсәйем икенсе бүлмәнән: “Йә признавайся, атайың менән йоҡлап йөрөйһөңмө?”-тип ҡысҡыра башланы. Әле минең һаман аңыма һеңмәй уның әйткәне! Атайҙың асыуы сығып: “Һин нимә һөйләйһең? Минең үҙемдең ҡыҙым кеүек үҫтергән Сәбилә менән йоҡларға башыма тай типкәнме? Үҙ ҡыҙҙарым үҫә! Уларҙы айырмаҫ өсөн, үгәй булмаҫ өсөн, барыһына ла бер тигеҙ атай булырға тырышам!”-тип ҡысҡырҙы.Уларҙың талашҡанына әсәйемдең әйткән нахаҡ һүҙҙәренән, башымма һуҡҡан кеүек, нимә әйтергә белмәй, өйҙән тиҙерәк сығып ҡастым. Ғәрлегемдән үлгем килгән ине. Келәттән инеп, бау алдым да, һарайға индем...
Бауҙы ҡосаҡлап оҙаҡ ҡына ултырҙым. Аҙаҡ, бер ҡарарға килеп, бау менән өйгә индем. Күрәһең атай, әсәйемә һуҡҡан! Күҙе күгәреп сыҡҡан! Карауатта илап ултыра. Әлдә һылыуҙарымды ҡәрсәй( атайҙың әсәһе) алып ҡайтып киткән ине. Килеп инеү менән, бауҙы әсәйемә бәреп: “ Кәрәкмәгән бала тапҡанһың икән, быуып үлтер мине! -тип ырғыттым. Атай: “Булды Сәбилә! Һин дә әсәйең кеүек алйотланма инде! Һуҡманым мин уға! Бысаҡ тотоп миңә ынтылған ине. Төртөп ебәрҙем. Ишек яңағына бәрелде.Тағы сығып китмәксе! Нишләтергә һуң уны? Балаларҙы алып ҡайтып китһәм, тамам юғаласаҡ! Әле бына дарыу биргән инем, “Дарыу бирмә, похмелдән араҡы бир!"- тип илап ултыра. Күҙенең күгәргәнен дә һиҙмәй ул! Шул бауың менән аҫылынып үлһә үҙегеҙ илайһығыҙ бит! Ярар, һин быйыл уҡып бөтәһең! Һылыуҙарың бәләкәй бит!"- тип, көсһөҙлөктән, әсәйем янына ултырып, һеңкелдәп иларға тотондо.
Мин ул көндө мәктәпкә барманым. Әсәйемә дарыуҙар биреп, саҡ айнытып алдыҡ. Аҙаҡ ғәфү үтенде лә бит, эсеп алһа шул уҡ һүҙҙе ҡабатланы. Шуға тиҙерәк өйҙән сығып китәһем килде. Һигеҙҙе бөтөү менән училищегә уҡырға инеп, бына һеҙҙең ауылға эшкә килдем....
Военкоматтан ҡағыҙ килгәнен, иң беренсе миңә әйтте Тимербулат. Һеҙгә генә әйтергә ҡурҡты. “Әсәйемде ташлама!” -тине ул миңә...
Бына минең турала беләһегеҙ! Инде һеҙҙең эш, кемгә ышанырға!”-тине лә, башын эйеп, тағы иларға тотондо. Гүзәлиә йәш ҡатынды ҡосаҡлап:
-Һис шикһеҙ ҡайтыр Тимербулат балаҡайым! Хантимер менән миңә күсеп килегеҙ! Тимербулаттың бүлмәһендә йәшәрһегеҙ! -тигәс, Сәбилә:
-Йәмилә инәйҙе ташлап сығып китә алмайым шул! Йәйгә, бәлки балалары алып китһә, күсермен. Миңә ауыр саҡтарҙа ла, үҙенең кәңәшен биреп, ҡыҙы кеүек күрә ул мине. Хантимерҙе лә ҡарарға ярҙам итә. Әле бына бөгөн баҡсанан ул барып алды!-тип, Гүзәлиәгә ашарға әҙерләргә ярҙам итә башланы.....
Ашарға ултырһалар ҙа, икеһе лә Тимербулатты уйлап, тамаҡтарына аш үтмәне. Бер-ике сынаяҡ сәй эскәндән һуң Сәбилә:
- Ҡайтайым инде. Хантимер көтәлер! Уның менән килербеҙ һеҙгә!-тип, ашығып ҡайтырға сыҡҡанда, Гүзәлиә йөрәге өҙөлөрҙәй булып шул ҡапҡаға барып һөйәлгәйне лә инде. Өйгә ингеһе килмәй, ҡапҡа төбөндәге һикегә ултырҙы.
(дауамы бар)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 845ab528723468210d0876088898dfe2