Ашығыуҙар һәләкәткә илтә
Гөлнур Сафиуллина
Күрше әбейем килеп инде. “Һеңлемдең тыуған көнө етә. Радионан бүләккә йыр тапшырғым килә. Хат яҙып бир әле”, - ти.
Тағы ла барыһы ла иҫкә төштө.
... Ул йәйҙә Әминә апай ҙа радионан йыр тапшырыуҙы һорап, хат яҙырға үтенеп ингәйне. Тыуған көнө лә, бер ниндәй юбилейы ла түгел ине уның. Кемделер ҡотларға ла теләмәй ине ул. “Нимә тип яҙайым һуң?”, - тип аптырап һораным тыныс ҡына.
Үҙең берәй нәмә уйлап яҙ инде. Яратам бит шул йырҙы. Бер тыңлайһым килә, - тине. - Зөфәр Билалов башҡарыуында тип яҙырһың йәме.
Нурия Измайлова һүҙҙәренә Илһам Хисмәтуллин яҙған был йырҙы белмәгән кеше һирәктер. “Аҙаштым” тип атала ул.
Ашығыуҙар яңылышыуға булы,
Ашығырға никетер яраттым.
Ашығыуҙар – урман,
Яңылышыуҙарым – буран.
Йүгерә-йүгерә кереп аҙаштым.
Ашҡыныуҙар үкенескә була,
Юҡтыр шул минең сабыр ҡанатым.
Үкенестәр – урман,
Урмандарҙа – буран,
Көлә-көлә кереп аҙаштым...
Хатты мин яҙманым. Әллә ниңә һуҙҙым да, һуҙҙым. Хәҙер инде ниңә яҙмауымдың сәбәбен дә белмәйем.
Оло кешенең ашығыр ере юҡ, бер яҙырмын әле, тип уйланым микән һуң?! Көткәнен дә белә инем бит. Һәм... һуңланым...
Шул көҙҙө ул үҙ-үҙенә ҡул һалды. Һикһәндең теге яғына сыҡҡан ап-аҡ сәсле әбей... Аҡ яулыҡлы ҡарсыҡ... Уны элмәктә, тип күҙ алдыма килтерһәм, бөгөн дә күңелемә һалҡынлыҡ йүгерә...
Йыназаһы өҫтөндә күршеләре:
- Балаларының үҙен сиратҡа һалыуҙарын күтәрә алманы, - тип һөйләнде. Һыйманы бит, бишеһенең береһенә һыйманы...
Мин үҙемде лә күпмелер ғәйепле һананым ул саҡта. Хәйер, хәҙер ҙә шулай һанайым. Әминә апайҙың: “Бер кемгә лә кәрәкмәйем”, - тип эстән үртәләнгән саҡтары булған икән. Нимәгәлер үкенгән. Минең яҡтан бер бәләкәй генә иғтибар, бер йылы һүҙ кеүек булыр ине ул йыр. Ауыр түгел ине бит һуң радиоға хат яҙыуы...
Өс улы, ике ҡыҙы үкенәме икән, белмәйем. Әммә тороп-тороп иҫкә төшәлер. Тормош бит ул, теләмәһәң дә иҫкә төшөрә.
Әминә апайҙың оло улы ике йыл элек вафат булды. Ҡатыны ла ҡапыл ғына ауырып, баҡыйлыҡҡа күскән ине. Бер ул үҫтерҙеләр. Шул берҙән-бер улдары, әсәһенең вафатынан һуң, атаһын ҡыуып сығарған. Шәүҡәт бабай һеңлеләренең баҡсаһындағы өйөндә торған. Тәрбиәһеҙ, ҡәҙерһеҙ булып...Һуңғы юлға ла уны улы түгел, һеңлеләре оҙатҡан...
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1c8b0721c43cc3c90206077cfb39b26e