Кеше ниңә ике йөҙлө икән,
Ике йәшәгәндәй донъяла?!
Бер ҡараһаң, эстәреңә инә,
Бер ҡараһаң, арттан ут һала...
Кәрәк булһаң, алдарыңда бейей,
Юҡ-бар хәбәр теҙә, юхалай...
Теләгәнен алғас, эстән үсәп,
Һинән алыҫҡараҡ юрғалай...
Ярҙам һорап, өндәшәһе булма –
Ҡырҡ һылтауын табыр, баш тартыр...
Көрсөгөңә терәлгән мәлеңдә
Ҡулын һонмаҫ, бары таш атыр...
Барлы-юҡлы ғүмер юлдарымда
Күптәр менән булдым әшнәләш.
Күргән-кисергәнем баштан ашты...
Шунан сығып, һеҙгә бер кәңәш:
Һөйкөмлө йән булам, тиһәң әгәр,
Власлы бул, булһын мәмәйең!
Ҡырын эшеңә лә күҙ йоморҙар,
Бер кем алмаҫ һинең өрәйең!
Ышанмағыҙ татлы теллеләргә,
Алданмағыҙ сөсө һүҙҙәргә!
Йөҙҙән берәү генә ысын дуҫ ул,
Баш эймәгеҙ берүк меңдәргә!
Мотал Рәмов.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1b5e231bcd1f75043a6ac99c05bc7957