Әҙәби бит
30 Октябрь 2022, 05:10

Көт мине

Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,Көт, өмөт өҙмә,Һары һағыш ямғыр булыпЯуһа ла көҙҙә,Көт бурандар ыжғырғанда,Көт селлә саҡта,Башҡалар онотҡанда лаЫшаныс һаҡла...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Көт мине
(К. Симоновтан)


Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Көт, өмөт өҙмә,
Һары һағыш ямғыр булып
Яуһа ла көҙҙә,
Көт бурандар ыжғырғанда,
Көт селлә саҡта,
Башҡалар онотҡанда ла
Ышаныс һаҡла

Көт, минең алыҫ юлымдан
Килмәһә хаттар
Япа-яңғыҙың ҡалдырып
Төңөлһә яттар.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Ҡайтырмын, көтһәң,
Онот тиеп торһалар ҙа
Яныңда күптәр.
Әсәм, улым күнгәндә лә
Минең юҡлыҡҡа,
Дуҫ-иштәр йыйылып алып
Беҙҙең утлыҡҡа,
Минең рухыма бағышлап
Эскәндә шарап,
Һин ҡатышма. Ҡайтмаҫ, тимә,
Уларға ҡарап.

Көт мине, ҡайтып төшөрмөн
Үлемдән көлөп,
- Даланлы, - тип, көтмәгәндәр
Тешләрҙәр телен.
Аңлай беләме ни улар,
Даланым - ул һин,
Һинең теләк уттан алыр,
Сигенер үлем.
Белербеҙ икәү, мин нисек
Үлемде еңдем -
Бер кемдә лә булмағанса
Һин көтә белдең

© Гүзәл Ситдиҡова

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:IMG_20200719_091619

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас