Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
25 Октябрь 2022, 12:10

ТӘҘРӘ ТӨБӨНДӘГЕ ТАБИКМӘК (Хикмәтле хикәйә)

Бер ярлы ҡатын көн һайын ике табикмәк бешергән. Береһен ғаиләһе ашаған, ә икенсеһен ул үтеп барыусылар алһын өсөн тәҙрә төбөнә һалған. Тәҙрә төбөнә икмәк һалған һайын ул яҡшы тормош эҙләп китеп юҡ булған улының һаулығына доға ҡылған.Әсә һуңғы көндәрҙә шуны аңғарған: табикмәкте бер бөкөрө әҙәм килеп ала һәм рәхмәт әйтәһе урынға аңлайышһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!" Ҡатындың был рәхмәтһеҙ кешегә ныҡ асыуы килә башлай. Бер көн әсә был имәнес бөкөрөнән ҡотолорға ҡарар итә һәм икенсе табикмәгенә ағыу һала...Тулыраҡ беҙҙең сайтта

ТӘҘРӘ ТӨБӨНДӘГЕ ТАБИКМӘК

Бер ярлы ҡатын көн һайын ике табикмәк бешергән. Береһен ғаиләһе ашаған, ә икенсеһен ул үтеп барыусылар алһын өсөн тәҙрә төбөнә һалған. Тәҙрә төбөнә икмәк һалған һайын ул яҡшы тормош эҙләп китеп юҡ булған улының һаулығына доға ҡылған.

Әсә һуңғы көндәрҙә шуны аңғарған: табикмәкте бер бөкөрө әҙәм килеп ала һәм рәхмәт әйтәһе урынға аңлайышһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!" Ҡатындың был рәхмәтһеҙ кешегә ныҡ асыуы килә башлай.

Бер көн әсә был имәнес бөкөрөнән ҡотолорға ҡарар итә һәм икенсе табикмәгенә ағыу һала. Тәҙрә төбөнә ҡуйған ваҡытта ул аҡылына килеп, ризыҡты дөрләп янған усаҡҡа ырғыта һәм яңыһын бешереп һала. "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!" - тигән һүҙҙәрен ҡабатлап теге бөкөрө табикмәкте алып китеп тә бара.

Шул көндө быларҙың өйөн шаҡыйҙар. Ҡатын ишекте асһа, унда улы аяғында саҡ баҫып тора. Шундай ябыҡ, хәлһеҙ, алам-һолам кейемдә...

- Әсәй, минең ҡайтып етеүем үҙе бер мөғжизә, - тей ул. - Минең күптән ауыҙыма бер тәғәм ризыҡ ҡапҡаным юҡ ине. Өйгә бер саҡрымдай ҡалғас, хәлем бөтөп, иҫемде юйып ергә ауҙым. Шул мәлдә эргәмдән үтеп барған бер бөкөрө ҡарт бөп-бөтөн табикмәген миңә һондо. Үҙем көнө буйы бер табикмәккә ҡарап торам, шулай ҙа бөгөн һиңә бирәм, сөнки ул һиңә кәрәгерәк, мин әлегә түҙермен, тине ул.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсә ыңғырашып ҡуйған, ҡоламаҫ өсөн ишек яғына һөйәлгән. Ул теге ағыулы табикмәкте иҫенә төшөргән. Әгәр уны утҡа ташламаған булһа, үҙ балаһын үлтергән булыр ине бит. Шунда ғына бөкөрөнөң һүҙҙәренең мәғәнәһе уның башына барып еткән: "Яуызлығың үҙең менән ҡалыр, ә изгелегең урап ҡайтыр!"

Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: