Әҙәби бит
24 Октябрь 2022, 17:10

Үҙ юлым

Үҙ юлымды ярып атлап киләм,Башҡаларҙың баҫмай эҙенә,Башҡаларҙың кермәй донъяһына,Башҡаларҙың аумай һүҙенә.Атлап киләм бары үҙем булып...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Үҙ юлымды ярып атлап киләм,
Башҡаларҙың баҫмай эҙенә,
Башҡаларҙың кермәй донъяһына,
Башҡаларҙың аумай һүҙенә.

Атлап киләм бары үҙем булып,
Бигерәк оҡшай ошо һуҡмағым.
Күтәрерлек алам шатлыҡтарын,
Күтәрерлек алам туҡмағын.

Башҡаларҙы тыңлау түгел, ҡайсаҡ
Үҙ-үҙемде килмәй тыңлағым.
Күндәм генә йөрәк ыңғай ҡуям,
Йөрәк - минең иң төп маяғым.

Яратмаған менән һүҙ ҡормайым,
Йән тартмаған ергә бармайым.
Ҡәҙерһеҙләп ғәзиз ғүмеремде
Ҡәҙер белмәҫтәйгә ҡалмайым.

Бер кемгә лә отчёт биргем килмәй,
Бер кемде лә килмәй аҡлағым.
Булыр-булмаҫ һуҡыр өмөт менән
Үҙ-үҙемде килмәй алдағым.

Әрһеҙләшеп үҙем тағылмайым,
Берәүҙе лә көсләп тотмайым.
Һәр кем һайлай үҙе барыр юлды -
Башҡаларҙың юлын ҡыймайым.

Ҡотҡарыусы түгел, түгел ҡорбан -
Мин донъяға ике тыумайым,
Сарыф итеп аҫыл ваҡытымды,
Уңмаҫ юлды ҡабат ҡыумайым.

Үҙем теләгәнсә атлап барам,
Күңелемдең күреп рәхәтен.
Эй татлы ла күңел азатлығы -
Бигерәк оҡшай ошо халәтем.
(Светлана Насырова)

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас