Ит һәм мөхәббәт
(Хикәйә)
Тәүтормош осоро
Ҡуйы, эре япраҡлы ағастар араһында йәшенеп ултырған тау итәгендә унда-бында йөрөгән кешеләр күренә. Бындағы мәмерйәләр теҙмәһе - уларҙың иң ышаныслы һәм яратҡан төйәге.
Алһыуланып эңер төштө. Бөтә донъя, ниҙер көткәндәй, ҡапыл тынып ҡалды. Төнгө януарҙарҙың уяна башлаған, ә көндөҙгөләренең әле йоҡоға талмаған иң хәүефле мәл… Хәҙер инде “шылт” иткән тауыштан һуң да үлем килеүе бар…
Көслө аяҡтарын тарбайта баҫып, торлағы эргәһендә торған эре һөйәкле, тәбәнәк кенә ҡатын да быны яҡшы аңлай. Әллә ҡасан уҡ өңөнә боҫорға ине лә бит, ниңәлер һаман яйлай әле. Танау япраҡтарын ҡыбырлатып, инә ҡоралайҙай тирә-яғын байҡай. Ҡаршылағы бәләкәй мәмерйәлә усаҡ ҡаршыһында йылынған ирҙе күҙәтә ул.
Инде нисә йыл ошо яҡтарҙа бергә төйәкләнһәләр ҙә, бер иғтибар бирмәй күршеһе. Оҙонса-нәҙексә бисәһенә, шарылдаҡ ҡыҙына әүрәп, башҡаларҙан айырымыраҡ тороп, һәүәтемсә генә донъя көтөүен белә.
Эле бына, тегеләре ҡайҙалыр сығып киткәс, нисәнсе көн инде кәйефһеҙ йөрөй. Елле-елле йәнлектәр алып ҡайтып, эре генә бисәһенең аяҡ аҫтына ташлаған ир, һунарға сыҡмай ҙа, күренмәй ҙә. Ирендәре һәлпәйеп, яурындары төшөп, йомран йә сысҡан һөйрәп инеп киткәнен шәйләргә була ҡайсаҡ.
Кит инде, шул бисәкәй өсөн дә бошонор кеше булыр икән, тип асыулы төкөрөп ҡуйҙы Тәбәнәк. Уныһының ни алдында, ни артында юҡ, шып-шыма, тип-тигеҙ. Таҡта кеүек. Шул ғына ҡаҡса тәнендә нисек йәне эләгеп торалыр ҙа, нисек уҫтаптай ҡыҙын табып алған тиерһең…
Их, йәшерәк сағында иргә бер ҙә ҡытлыҡ кисермәй ине ҡатын. Оҡшағанын елкә сәсенән шаҡарып тотоп, яҫы яурындарына һалып, мәмерйәһенә алып ҡайта ла китә ине. Хәҙер инде кәре ҡайтты, ҡаратырлыҡ һәләте лә юҡ күптән. Ирҙәр ҙә нисектер ваҡланған кеүек, ҡатын-ҡыҙға иғтибар итмәй, ҡуян баҫтырып йөрөүен белә… Күршеһе менән дә оҙаҡ сөсөләнеп тормаҫ ине, тик уның үҙенән ике тапҡыр ҙурыраҡ булыуы, уҫал, вайымһыҙ ҡарашы ҡурҡыта. Юлына күпме ҡаршы сығып ҡараны, түмәрҙе ашаҡлағандай, арыраҡ урап үтә лә китә. Ошондай байлыҡты ла күрмәгәс! Тәбәнәк үпкәле мығырҙап, түштәрен һыйпап алды.
Нисегерәк ҡаратырға һуң? Нәҙексә ҡайтҡансы берәй нәмә уйларға кәрәк бит… Көс ҡулланыу бармай, тимәк юхаланыу, һырпаланыу ғына ҡала. Тфүй, ғүмере ҡыланмағанды! Тәбәнәк ҡәнәғәтһеҙ сирылып ҡуйҙы…
Шулай уйҙарына батып, шикләнеп торғанында - ҡапыл өтөлгән ит еҫе килеп бәрелде танауына. Бәй, был бит бөгөн тотҡан сысҡанды утта ҡыҙҙыра күршеһе! Һеләгәйҙәре ағып китеп, ярайһы уҡ асыҡҡан ҡатындың аяҡтары үҙҙәре үк тәмле еҫтәр сыҡҡан яҡҡа йүгертте.
Күршеһенең мәмерйәһенә килеп кергән Тәбәнәктең ит еҫенән, унан бигерәк, ир кешенең тәненән килгән әсе-сөсө еҫтәрҙән башы әйләнеп китте. Ә теге Нәҙексә бәхетле ул! Көн дә ошондай еҫтәрҙе еҫкәп, иренең йөнтәҫ күкрәгенә башын һалып йоҡлап китәлер әле…
- Күршекәйем, һаумыы, - тине Тәбәнәк, ҡарлыҡҡан тауышын нескәрәк, нәзәкәтлерәк итергә тырышып.
Көтөлмәгән ҡунаҡ тауышына "терт" итеп ҡалған ир, ҡулындағы итен төшөрөп ебәрә яҙҙы ла, аптыраулы-асыулы ҡараш ташлап:
- Һау, - тип кенә ҡуйҙы.
Яҡыныраҡ шылып, ҡатын тағы яғымлыраҡ дауам итте.
- Эй, күршекәйем, бер ҙә кәйефең юҡ, бошоноп тик йөрөйһөң… Һуңғы ваҡытта оҡшамайһың әле миңә.
- Һин дә миңә оҡшамайһың, - хужа ҡәнәғәтһеҙ бурылданы ла, арҡаһы менән әйләнеп ултырҙы.
Тәбәнәктең һис кенә лә бирешкеһе килмәне. Юҡ инде, анһат ҡына ҡотола алмаҫһың!
- Тәмле еҫтәр сыға, мм… Ҡойроғон ғына миңә лә өҙөп бир әле…
- Юҡ! - ирҙең тамам асыуы ҡабарҙы. - Тәүтормош ҡанунын яҡшы беләһең! Кем тапҡан - шул ҡапҡан. Берәй нәмә тот та, өт тә аша!
Тупаҫ мөғәләмәгә үпкәләргә иткәйне лә Тәбәнәк, кире уйланы. Ни тиһәң дә, үҙенең өңөндә түгел шул.
- Йә, ярай-ярай, һинең өлөшөңә ымһынмайым. Мин түҙемле ул, дөйә кеүек. Бер-нисә көн емеш-еләк менән генә лә туҡланып йәшәй алам…
Һаман сығып китмәй, ниҙер һөйләнеп торған ҡатынға тағы асыулы ҡараш ташланы ла, ир кеше, усаҡҡа яҡыныраҡ шылып, өндәшмәй генә, инде ҡарайып төтәй башлаған итен ҡыҙҙырыуын дауам итте.
- Беләһеңме, күршекәйем, яңғыҙыма нисек һыуыҡ…
Тәбәнәк ҡапыл бөтә ҡыйыулығын йыйып, эйелеп, ирҙең яурынына ҡулдарын һалды.
Ҡатын-ҡыҙ ҡағылыуынан тәндәре зымбырлап киткән мәмерйә хужаһы, көтөлмәгән хәлдән һикереп тороп, йыш-йыш тын алып, йылмайып ҡараған Тәбәнәккә текләп ҡатып ҡалды.
- Мин хәҙер… Һиңә ҡуҙ бирәм… Алып ҡайтып усаҡ яҡ та ятып йоҡла. Бер ҙә өшөмәҫһең! - тине ул ниһайәт, аңҡауына йәбешкән телен саҡ айырып алып.
- Эй, ҡуйсы…
Ҡатын үҙенең арбау көсөн тойоп, иргә яйлап яҡынлай башланы. Алан-йолан йүгергән күҙҙәренә, ваҡ ҡына дерелдәүенә ҡарағанда - күршеһе лә уны теләй кеүек…
Ә меҫкен ир, быуар йылан һымаҡ йыбырлап етеп килгән йыуантыҡ ҡулдарға ҡарап, күҙҙәрен аҡайтып артҡа сигенә башланы.
Ни ҡылырға һуң? Нисек был бәләнән ҡотолорға? Исмаһам, яҡлашырға Нәҙексәһе лә юҡ янында. Әллә ҡасан эт һымаҡ ләүкелдәп ҡыуып сығарыр ине!
Инде ҡатын ҡосағына эләктем тигәндә, уның йөҙөндә ҡапыл тәүәкәллек сатҡылары сағылып китте. Ниндәйҙер ҡарарға килеп булһа кәрәк, кинәт кенә иҙәнгә ауып, үлә алмай ятҡан ҡабан һымаҡ сырылдарға тотондо.
- Уии! Уи-уии!
Аптырап киткән Тәбәнәк, ҡурҡып, ситкә ырғыны.
- Ни булды? Нимә эшләйһең ул?
Сырылдауынан туҡтамаған ир, мискә кеүек тәгәрләргә керешеп китте. Ҡурҡынысыраҡ булһын типтер инде, төкөрөктәрен күпертеп, ырылдаған ауаздар ҙа ҡушып ебәрҙе.
- Ррр! Уи-уии! Арр!
Иҫе китеп ҡарап торған ҡатын ни эшләргә лә белмәй, ҡурҡыу тулы күҙҙәре менән был күренеште күҙәтеүен дауам итте. Инде күршеһе, йөнөн ҡоҫҡан бесәй кеүек, “бә!” тигән хәрәкәттәр яһай башлағас:
- Фуу! Был бит аҡылдан яҙған! - тип әйләнеп, тиҙ-тиҙ һыпыртыу яғын ҡараны.
Иҙәндә ятҡан ир, Тәбәнәктең етеҙ генә табандарын ялтыратыуын күргәс, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Тороп кейемен ҡаҡты, битен һөрттө. Шулай була ул, төн уртаһында баҫып килеп инмәһәң!
Тәүтормош тигәс тә әллә… Мөхәббәт юҡ тип уйлаймы икән?
Нәҙексәһен, ҡыҙын иҫләп, килеп инмәҫтәрме, тигән һымаҡ оҙаҡ ҡына мәмерйә ауыҙына ҡарап торҙо хужа. Бөгөн дә ҡайтманылар… Тереләрме икән?
Тамам кәйефе төшкән ир, ауыр һулап ҡуйҙы ла, ҙур ғына ташты шылдырып, төнгөлөккә “ишекте бикләне”.
Яйлап баҫып усаҡ янына килеп, йәлләүес кенә итеп мыршылдап алды ла, һыуынып барған итен кимерергә тотондо…