+24 °С
Ямғыр
Илле йыл бергә йәшәгән ир менән ҡатындан: “Ярты быуат ғүмер эсендә, моғайын, һеҙ бер тапҡыр ҙа талашҡанығыҙ юҡтыр?” – тип һорағандар. “Талаштыҡ”, - тигәндәр. “Бәлки, һеҙ бер ҡасан да мохтажлыҡ кисермәй, байлыҡта-муллыҡта йәшәгәнһегеҙҙер?” – “Юҡ, башҡалар кеүек көн күрҙек, артыҡ бер нәмәбеҙ ҙә булманы”. “Айырылышырға уйлаған саҡтарығыҙ ҙа булдымы?” – “Ундай уйҙар ҙа булғыланы”. “Улайһа һеҙ нисек шулай оҙаҡ бергә йәшәй алдығыҙ һуң?” – “Күрәһең, беҙ боҙолған әйберҙе сығарып ташлай торған түгел, ә йүнәтеп-төҙәтеп ала торған заманда тыуып-үҫкәнбеҙҙер”, - тигән ололар. Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.