Әҙәби бит
21 Октябрь 2022, 07:00

Шөкөр итер өсөн сәбәп бар

Ә бөгөн мин аяҡһыҙҙы күрҙем — Тамағыма төйөр тығылды... Мең шөкөрҙәр ҡылдым үткән өсөн Үҙ аяғым менән юлымды. Ә бөгөн мин һаңғырауҙы күрҙем... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

ШӨКӨР ИТЕР ӨСӨН СӘБӘП БАР

Ә бөгөн мин аяҡһыҙҙы күрҙем —

Тамағыма төйөр тығылды...

Мең шөкөрҙәр ҡылдым үткән өсөн

Үҙ аяғым менән юлымды.

Ә бөгөн мин һаңғырауҙы күрҙем —

Йөрәк сәнсеп ҡуйҙы күкрәктә...

Ниндәй бай мин, ғәзиз тауыштарҙы

Ишетә алған өсөн һәр иртә.

Ә бөгөн мин бер һуҡырҙы күрҙем,

Һыңар таяғына таянған...

Ер яҡтыһын, матурлығын күрәм —

Мең шөкөрҙәр ҡылдым тағын да!

Ә бөгөн мин бер телһеҙҙе күрҙем —

Йәшем тәгәрәне яңаҡта...

Телем менән һүҙем әйтәлгәнгә

Мең шөкөрҙәр әйттем Аллаһҡа!

Ә бөгөн мин бер яңғыҙҙы күрҙем —

Тойҙом күңелендәге һағышты...

Яҡындарҙы ҡостом. Ҡәҙерләйем

Ғәзиздәрем булған яҙмышты.

Тормоштағы һәр бер осрашыуҙан

Һабаҡ бирә кеүек яҙмыштар —

Һәр миҙгелдә, һәр бер тыуар көндә

Шөкөр итер өсөн сәбәп бар!

Ләйсән Ғәйнетдинова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас